Урок по башкирскому языку «Г. Кадыров — спортсмен»


Башҡортостан Республикаһы
Мәләүез районы муниципаль район хакимиәте
мәғариф бүлеге муниципаль учреждениеһы


Ғ. Ҡадиров - спортсы
4-се класта асыҡ дәрес өлгөһө
747996163896800

4-се дөйөм урта белем биреү мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Ғиләжева Фидәлиә Фәрғәт ҡыҙы
Мәләүез, 2013 й.
Маҡсат:
а) уҡыусыларҙы Ғ.Ҡадиров менән, спорт төрҙәре менән таныштырыу;
б) башҡорт телендә һорау мәғәнәһен аңлатыу;
в) балаларҙы сәләмәт тормош рәүешенә ылыҡтырыу.
Йыһазлау: таҡта, проектор, карточкалар.
Дәрес барышы.
1. Ойоштороу мәле
- Һаумыһығыҙ балалар!
- Һаумыһығыҙ!
Фотоларға ҡарап бөгөнгө теманы билдәләп ҡарағыҙ.

Исемдәрҙе фотоға тура килтерегеҙ тура килтерегеҙ:
Ғабдрахман Ҡадиров
Павел Буре
Евгений Плющенко
Тикшерәбеҙ.
Ғабдрахман Ҡадиров - 2-се фото
Павел Буре – 3-сө фото
Евгений Плющенко - 1-се фото
Был кемдәр?
Спортсылар.
Эйе, балалар, дөрөҫ. Былар спортсылар. Павел Буре һәм Плющенко – Рәсәй спротсылары, ә Ғ. Ҡадиров – Башҡортостандан. Бөгөн беҙ дәрестә уның тураһында белешмә аласаҡбыҙ, һәм һорау һүҙҙәре менән танышырбыҙ. Дәфтәрегеҙҙе асығыҙ, число, теманы яҙабыҙ.
3. Яңы тема өҫтөндә эш.
А) Яңы һүҙҙәр менән танышыу.
атҡаҙанған
атаҡлы
билдәле
ярыш
уҙыш
етеҙ
оҫта
йылғыр
Уҡытыусының уҡыуы, балаларҙың үҙаллы уҡыуы.
Һүҙлек менән эш- тәржемһен табыу, яҙыу.
Тикшереү.
Яңы һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр төҙөү.
Б) Текст өҫтөндә эшләү.
Уҡытыусының уҡыуы. Һорауға яуап биреү: Нимә тураһында текст?
Балаларҙың үҙаллы уҡыуы.
Текстан яңы һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр табырға.
Үҙаллы уҡы.
Һорауҙарға яуап биреү.
Балалар текст буйынса һорауҙар бирә һәм яуап бирәләр.
Кире, текстҡа күсәйек.
Текст буйынса эш.
Текстан табырға:
а) яңғыҙлыҡ исемдәрҙе - улар нисек яҙыла?
б) һандарҙы
в) ҡуштартынҡылар менән һүҙҙәрҙе
г) рус теле аша үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе
д) антонимадарҙы
е) ҡылымдарҙы - улар һөйләмдә ниндәй урында тора?
Беҙ хәҙер белдек кем икән Ғ.Ҡадиров. Ә хәҙер өҫтәлмә мәғлүмәтте экрандан ҡарайыҡ .
Слайдтар күрһәтеү.
- Әйтеп китәйек кем актив ҡатнашты.
- Киләһе йылда Рәсәйҙә олимпиада уйындары үткәрелә. Ғ. Ҡадиров боҙҙағы мотоспорт буйынса бөтә донъя чемпионы, ләкин был спорт төрө ҡышҡы олимпиада уйындарына инмәгән. Әммә унда икенсе спорт төрҙәре ингән. Мин һеҙгә материал таратам, һеҙ ҡарап сығығыҙ ниндәй спорт төрҙәре ҡышҡы олимпиада уйындарына ингән. Һәм һеҙгә шундай өй эше бирелә –ҡышҡы олимпиадаға ингән спорт төрө буйынса проект эшләргә. (Өй эшен көндәлеккә яҙыу). Кемгә был эш ауыр, уларға икенсе эш төрҙәре була.
Өй эше.
I. Яңы һүҙҙәрҙе ятларға
II. Текстҡа һорауҙар төҙөргә.
III. Ҡышҡы олимпиада уйындарына ингән спорт төрө буйынса проект эшләргә(фото һәм тексы булһын).
4. Һорау һүҙҙәрен ҡабатлау.
Таҡтала эшләү
Һорау һөйләмдәр бирелгән , шунда кәрәкле һорау һүҙен өҫтәргә.
Балалар, һорау һөйләмдәр хәбәр һөйләмдәрҙән нимә менән айырылып тор?(һорау һүҙҙәре менән)
5. Һүрәттәргә ҡарайыҡ – кем нимә эшләй? (соотнести картинку и слова, һүҙлек менән эш.)
Йүгерергә, көрәшергә, бейергә, гимнастика эшләргә, һыу инергә, коньки шыуырға, футбол уйнарға,теннис уйнарға.
6. Шул һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләмдәрҙе тултыр
Һау булам тиһәң, йүгерергә кәрәк.
Көслө булам тиһәң, ..... кәрәк.
Матур булам тиһәң, .... кәрәк.
Бөтә кеше ошо девиз менә йәшәргә тейеш
Спорт – ул һаулыҡ, көс, матурлыҡ.
Дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.
6. Таблицаны тултыр
Дөрөҫ + Дөрөҫ түгел -
Ғ. Ҡадиров – спортсы
Ғ. Ҡадиров – гимнастика буйынса 6 тапҡыр донъя чемпионы.
Ғ. Ҡадиров боҙҙағы мотоспорт буйынса бөтә донъя чемпионы.
7 .Йомғаҡлау, баһалау.