Х?с?н Назар?ы? ши?ыр?арына к???те?


Аңлай белгәнгә ишара
Башҡорт шиғриәтенең аҡһаҡалы Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Хәсән Назарҙың ижадын даими күҙәтеп барам. Замандашым, ихлас кәңәшсем, яҡын теләктәшемдең заман ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, донъя ваҡлыҡтарынан һығылып төшмәйенсә, йәштәрсә дәрт менән янып йәшәүенә, рух күтәренкелегенә ҡыуанам. Шағирҙың ижад тилберлеге, фекер байлығы, сәсән теллелеге, ир аҡылы һоҡландыра. Ер ҡуйынынан урғылған шишмәләрҙең ғәйрәтен бер нәмә лә туҡтата алмаған һымаҡ, Х. Назар шиғриәтенең ташҡынына ла ҡаршы торорҙай һис ниндәй кәртә юҡ. Бары ысын таланттар өлөшөнә генә төшә бит бындай ҡөҙрәт. Х. Назарҙың шундай һирәк таланттарҙың береһе булыуына бына нисә йылдар шаһитбыҙ.
Тормошто аллы-гөллө биҙәктәргә генә төрөп, кемдәргәлер ярарға тырышып, түрәләргә ярамһаҡланып яҙмай ул әҫәрҙәрен. Илке-һалҡылыҡ та, өҫтөн-мөҫтөнлөк тә ят шағирға. Ғүмере буйы тураһын ярып, дөрөҫлөктө күҙгә бәреп әйтте. Ошо холоҡ шиғырҙарында ла сағылыш тапты. Бер ҡарағанда һинең эс-бауырыңа инер, әйләнгәнеңдә аҫтыртын ғына хөсөтөн ҡылыр ике йөҙлөләрҙе ҡамсы ише ҡайыҙланы, һәләте булмаһа ла үҙҙәрен бөйөктәргә тиңләүсе хәсрәттәрҙе йәшендәй көйҙөрҙө, дан-шөһрәт юллап ниндәй генә аҙымдарға барырға ла тартынмаған меҫкендәрҙе уттай яндырҙы Х. Назар шиғырҙары. Шөкөр, ошо асылына бөгөн дә тоғро ҡала халыҡ шағиры. Быны гәзит-журналдарҙа даими донъя күреп торған шиғри әҫәрҙәре әленән-әле раҫлап тора. Шағирҙың шиғри ялҡыны йылдар үтеү менән тағы ла көслөрәк, ижад офоҡтары тағы киңерәк, яулар үрҙәре артабан да бейегерәк тойолғандай. Яңыраҡ “Башҡортостан” гәзитендә (23 ғинуар, 2015 йыл) донъя күргән шиғри шәлкеме әйткәндәремде ҡеүәтләрҙәй дәлил ул. Афарин, тимәй, ни тиһең инде!
Х. Назар ижадында һәр саҡ тел, халыҡ, милләт яҙмышы өсөн янып көйөү беренсе урында торҙо. Был мәсьәлә бөгөн бигерәк тә ҡырҡыу торған заманда шағир битараф ҡала буламы һуң? “Ниҙә ҡеүәт?” тигән шиғыры милләттәштәребеҙгә донъя күргән, тормошта оло тәжрибә туплаған аҡһаҡалдың ораны булып яңғырай. Шағир-аҡһаҡалды ҡасандыр ергә аҫаба халыҡтың меҫкенлеккә төшөп ҡуймағайы тигән хәүеф тә борсой, кешеләр араһындағы яҡын, изге мөнәсәбәттәрҙең һүнә барыуы ла хафаға һала. Шағир һәр кемебеҙгә билдәле хәҡиҡәтте хәбәр итеүҙе маҡсат итә икән, тип уйларға ярамай. Былай булһа, шағир һүҙенең ҡиммәте ҡаламы һуң? Аңлаған кешегә ошоно төшөнөү ауыр түгел: төшөнкөлөкккә бирелеп, барыһын да үҙ ағышына ҡалдырып, ҡул һелтәп кенә ҡуйырға ярамай, тип иҫкәртмәксе шағир замандаштарын. Берҙәмлекте, бер-береңә терәклекте онотмайынса, меҫкен түгел, ә хужа булыу уйы менән йәшәгәндә милләтебеҙ һис кенә лә юҡҡа сыҡмаҫ, тигән фекер үткәрелә шиғырҙа:
Йәшәр милләт, сәме сүкмәҫ, булһа
Батырҙары менән шағирҙары.
Х. Назар ижадында шағирлыҡ, уның йәмғиәттәге урыны һәм роле темаһы даими яҡтыртыла. Был юҡҡа ғына түгел, сөнки һәр заманда ла һүҙ оҫталары иңенә халҡы менән бергә ҡайнап, бер үк яҙмышты кисереп йәшәү рәүеше төшкән. Әммә улар ябай халыҡтан айырмалы донъяға фәлсәфәүи яҡтан ҡараш ташлаған, хәл-ваҡиғаларҙы икенсерәк төрлө баһалаған, эҙемтәләрен дә алданыраҡ сырамытҡан. Ана шуға ла килер бәләләрҙән, һағалаған хәүефтәрҙән һаҡлау сараһын күреүҙе һүҙ оҫталары теләп һәм уңышлы атҡарған. Шиғри тел үтемле тел булғанлыҡтан шағирҙар ғына үҙ халҡын ҡурсалай, улар ғына ҡатмарлы хәлдәрҙән сығырға кәңәштәр бирә, ялҡынлы һүҙҙәре менән рухтарын күтәрә, тик яшыға һәм яҡтыға дәртләндерә ала. Әлбиттә, бының өсөн ысын мәғәнәһендәге талант булыу шарт. Х. Назар шағирлыҡ төшөнсәһенә бик талапсан. Уныңса, шиғыр әтмәләгән һәр бер бәндә шағир тигәнде аңлатмай.
Шағир түгелһең һин, тыумыштан ул
Һалынмаһа әгәр йөрәккә, -
тип әйтә икән бер шиғырында, бында бит хәҡиҡәт ярылып ята. Ҡайһылай сәпкә барып тейә торған, кире ҡаҡҡыһыҙ тос фекер яңғырай. Аҡыллыға йәтеш ишара бит был. Уйлап ҡараһаң, ысын таланттар һәр ваҡытта ла ғәҙел генә баһаны аламы икән? Кемдәрҙер әрһеҙләшеп бер- ике йыры менән сәхнә йондоҙҙарына әйләнһә, икенселәр һәләте ташып тороп та ғүмере буйы күләгәлә ҡала. Берәүҙәр төрлө алымдарҙы оҫта файҙаланып, маҡтаулы исемдәргә лә өлгәшә, бәғзеләр лайыҡлы булып та күрмәмеш тә белмәмеш. Ошондай ғәҙелһеҙлек күренештәренә Х. Назар шиғырҙарындағы лирик герой һис кенә лә риза түгел. Әҙәби ижадта уртаҡулдар күбәйеүе борсой уны. Донъяны әрһеҙҙәрҙең баҫыуына, хаҡ баһаның етешмәүенә көйәләнгән лирик герой Мостай Кәримдәрҙе, Назар Нәжмиҙәрҙе һағына. Бөгөн нәҡ шундай аҡыл эйәләренең үткер һүҙе етешмәй. Әммә әрһеҙҙәргә, уртаҡулдарға бөтөнләй хөрриәт асылды икән тип уйлаһаң, дөрөҫ булмаҫ ине, сөнки М. Кәрим, Н. Нәжми шәкерттәре, шөкөр, барҙар. Шундайҙарҙың береһе - Х. Назар үҙе. Сатнатып, аҡты аҡ, ҡараны ҡара тип, туранан-тура әйтергә ҡыйыулығы етә уның. Шуға ла:
Әлдә бар бит әле шәкерттәре,
Шәхестәр бар – берәм-бөртөк.
Мин ышанам әле – аҡбуҙаттың
Ҡалмаҫына билен биртеп, -
тигән ышаныс менән баға ул киләсәккә (“Өйрәнегеҙ…” шиғыры).
Шағир Мөхәммәт Закировҡа арналған “Аяҙ көндө…” шиғырында ла шағир образы сағылыш таба. Хаҡлыҡ өсөн көрәшеүсе, тура һүҙле шәхес булып күҙ алдына баҫа ул. Был шәхес тә үҙ ғүмерендә ярамһаҡланыу, яраҡлашыу , әрһеҙлек кеүек нәмәләр менән һис кенә лә килешмәй. Ундайҙарға йәшәүе еңел түгел, юлдар ҙа ауырлыҡ менән ярыла. Тик ни эшләмәк: кеше шундай итеп яратылған, Хоҙай шулай насип ҡылған. М. Закиров кеүек ысын таланттар иңенә яҙмыштың да ауырҙары төшә икән. Әммә шуныһы күңелде тынысландыра: фани донъяла бик үк шәфҡәтлелек күрмәһә лә, ысын шағирҙар эҙһеҙ юғалмай. Улар исеме мәшһүр әҫәрҙәре менән бер ҡатарҙан халыҡ күңелендә йәшәй.
Яҡтылыҡтар әммә һүрелмәҫ ул
Китабыңда – “Тыуған йорт”оңда.
Ҡәбереңә нурын һирпер ҡояш
Ҡалҡа, ана, тауҙар һыртында,-
тигән юлдарҙа хаҡлыҡ бар.
Шиғырҙарҙағы шағир рухлы лирик герой тыныс ҡына күҙәтеүсе, күндәм генә, бошонмаҫ ҡына көн уҙғарыусы түгел. Ул бөгөнгө боларыш заман менән һис кенә лә килешә алмай. Кемдәрҙер ил, халыҡ байлығын талап власҡа үрләй, бәғзеләр халыҡ хеҙмәтсеһе битлеге аҫтында тауыҡ көлөрлөк закондар тәҡдим итеп, шул халыҡты мең төрлө яфаларға дусар итә. Юғары белемдәргә эйә булып та тормошто көйләргә аҡылдары етмәгән хакимдар һүҙ бутҡаһы ҡуйыртыуҙан ары китә алмай. Һөҙөмтәлә, төҙөүгә ҡарағанда емереүҙәр өҫтөнлөк ала. Ирекһеҙҙән ошондай күңелһеҙ хәлдәр күҙ алдына баҫа “Етмәй” исемле шиғырҙы уҡығас. “Нисек булыр иртәгәһе?” тигән һорау бер лирик геройҙы ғына борсомай, бик күптәр уға яуап эҙләй. Тик ниндәй яуап булыр? Аныҡ яуап юҡ, бары тик яҡшыға ғына өмөтләнергә ҡала. Шағир әйтмешләй: “Табылыр хаҡ юл ярыусы.”
Һәр заман йәмғиәте ошаҡсылыҡ, ялағайлыҡ, көнсөллөк кеүек яман күренештәрҙән азат түгел. Кемдер шундай алымдар ҡулланып, үрҙәр яулай, бимазаһыҙ тормош көйләй, маҡсаттарына ирешә. Ике йөҙлө ундай бәндәләрҙе бар, һин тиҙ генә айырып ҡара. Шуға күрә ундайҙар йәмғиәт өсөн ҡурҡыныслы. “Әйтмәйем” шиғырындағы лирик герой әлеге ике йөҙлөләр ҡоршауында тура һүҙҙән, әйтер фекеренән тыйылып, баҙап ҡалғандай һымаҡ, ғәҙеллектең, намыҫтың тантана итеренә лә шикләнгән кеүек. Әммә һис кенә лә улай уҡ түгел икән. Шағирҙың кинәйәһе, тос фекере һуңғы строфала имеш тә баһа:
Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем, тип
Башламаҡ инем һүҙҙе,
Ишетмәмеш булырһығыҙ,
Мин беләм инде һеҙҙе.
Халыҡты битарафлыҡтан ҡотолорға өндәп, сәмләндерә түгелме һуң лирик герой? Бик уңышлы кинәйә был, минеңсә.
Ә бына “Йәшертен сир” шиғырындағы лирик герой асыҡтан-асыҡ ҡыйыу эш итә. Фекерҙәр тос, һүҙҙәр мәргән. Ике йөҙлөлөккә ҡоролған системаға нәфрәт тә сағыла, асыу ҙа яңғырай, ҡыйратып юҡ итеү теләге лә төҫмөрләнә, уяу булырға кәрәк тигән иҫкәртеү ҙә тойомлана. Ялағайлыҡ, ҡотҡо, ғәйбәт, ошаҡ – былар барыһы ла, шағир әйтмешләй, яман сир. Ә сирҙе йәшерһәң, ул көсәйә генә. Тимәк, дауаларға кәрәк. Нисек дауаларға? Быға яуап юҡ. Һәр хәлдә бер кешенең эше түгел, бар йәмғиәт менән бергәләп көрәшкәндә генә яман был сирҙе еңеүе мөмкиндер.
Х. Назар ижадына хас бер үҙенсәлек – ул дүрт юллыҡ кескәй шиғырҙар. Ошо дүрт юлға ғына күпме аҡыл, фәһем, һабаҡ, ғибрәт һыя икән, тип ғәжәпләнерлек. Х. Назарға ғына хас афоризмдар бик тә үткер яңғырай. Мәҫәлән, “Мәккәләргә барып ҡына ишәк хажи булмаҫ, тигәндәр.” Асылы аҙғындарға, ҡомһоҙҙарға, уғрыларға һ. б. шундай заттарға йүнәлтелгән. Ерҙәге кешеләрҙе йыһандағы йондоҙҙар менән сағыштырыу ҙа бик йәтеш. Кешеләр бер-береһен ерҙә тапарға, иҙергә күп һорамаһа, миллиондарса йондоҙҙар ҡайһылай һыйышып йәшәй. Әлеге лә баяғы, уйлағанға ишара был.
Асылына тоғро ҡалып, был юлы ла Х. Назар халҡым, милләтем тип йән атыусы шәхес-гражданин булып сығыш яһай. Уны бөгөнгө көнөбөҙҙөң уңыштары, йәшәйешебеҙҙе билдәләгән алға китештәр ҡыуандырһа, тормошобоҙҙағы ғәҙелһеҙлек, битарафлыҡ, ғәмһеҙлек кеүек йәмғиәт үҫешенә кәртә булған күренештәр борсой. Шағир халҡын шундай яманлыҡтарҙан ҡурсаларға ынтыла, ғәмһеҙлектән арынырға саҡырып мөрәжәғәт итә. Сит-яттарға һуҡырҙарса табынмағанда, теләһә ниндәй емергес ҡотҡоларға бирелмәгәндә, ата-бабалар рухынан тайпылмағанда киләсәккә яҡты өмөттәр менән ҡарарға мөмкин, тигән фекер үткәрә шағир.
Х. Назар ижади эшмәкәрлеге халҡы менән айырылғыһыҙ. Ана шуға күрә шиғриәт һөйөүселәр күптән инде уны халыҡ шағиры тип баһалай. Ысын талантҡа теүәл баһаны бары тик халыҡ ҡына билдәләй бит ул. Хөкүмәт уны рәсмиләштерә генә.
Рим Исхаҡов.