Рабочая программа по башкирскому языку по ФГОС нового поколения для 4 класса русскоязычной школы


муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
«Средняя общеобразовательная школа №10»
городского округа город Октябрьский
Республики Башкортостан
Рассмотрено
на заседании МК
протокол №1
от «25» августа 2014 г.
________ Р.Ф.Набиуллина Согласовано
Зам.директора по УВР
________ О.Б.Смольникова
протокол №1
от «27» августа 2014 г.
Утверждаю
Директор МБОУ СОШ №10
________ Л.М.Моисеева
приказ № 127
от «30» августа 2014 г.
РАБОЧАЯ ПРОГРАММА
по башкирскому языку
для 4-х классов
на 2014-2015 учебный год
срок реализации программы: 1 год
Составитель
Набиуллина Рамуза Фаязовна,
учитель башкирского языка и литературы высшей квалификационной категории
Согласовано
Руководитель ГМО
_________ А.Д.Аминова
протокол № 1
от «26» августа 2014 г.
Башҡортостан Республикаһы
Октябрьский ҡалаһы ҡала округының
«10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе»
муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы
Ҡаралған
МК ултырышында
протокол №1
«25» август 2014 й.
_______ Р.Ф.Нәбиуллина
Килешелгән
УТЭ буйынса директор урынбаҫары
________ О.Б.Смольникова
протокол №1
«27» август 2014 й.
Раҫлайым
10-сы мәктәп директоры
________ Л.М.Моисеева
приказ № 127
«30» август 2014 й.
2014-2015 уҡыу йылына
4-се кластар өсөн
башҡорт теленән
ЭШ ПРОГРАММАҺЫпрограмманы тормошҡа ашырыу ваҡыты: 1 йыл
Төҙөүсе
Нәбиуллина Рәмүзә Фаяз ҡыҙы,
юғары категориялы
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Килешелгән
ҠМБ етәксеһе
______ А.Д.Әминова
протокол № 1
«26» август 2014й.
Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының «10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының 4-се кластары өсөн башҡорт теленән эш программаһы федераль һәм республика закондары, норматив документтарына таянып төҙөлдө:
Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 № 273-ФЗ;
”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 № 1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән);
Башҡортостан Республикаһының ”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 № 696-3;
”Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999 йыл № 216-3;
“Башҡорт теленән программа” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн. Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г. – Ижевск: КнигоГрад, 2008);«Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә дәүләт теле булараҡ башҡорт теле һәм туған тел буйынса берҙәм талаптар» (протокол № 4, 13 ғинуар 2010 йыл; 2014 йыл, 26 август, ҠМБ ултырышында үҙгәртеп ҡабул ителгән).
Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының «10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының «Уҡыу планы».
I.Аңлатма яҙыу
Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының «10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының 4-се кластары өсөн “Башҡорт теле”нән эш программаһы федераль һәм республика закондары талаптарына ярашлы, белем йөкмәткеһен заман талаптарына тура килтереп яңыртыу, уның сифатын һәм һөҙөмтәлелеген күтәреү бурыстарын хәл итеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн. Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г. – Ижевск: «Книгоград», 2008) нигеҙендә уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы уҡыусылары өсөн “Башҡорт теле” (Төҙөүселәре: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. – Өфө: Китап, 2006) дәреслеген ҡулланыуға йүнәлтеп төҙөлдө.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының «10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Байрам көндәренә тап килгән темалар киләһе тема менән берләштереп үткәрелә.
Эш программаһының төҙөлөшө:
Аңлатма яҙыу.
Предметҡа дѳйѳм характеристика.
Уҡыу планында “Башҡорт теле” предметының урыны.
Уҡыу йѳкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше.
Башҡорт телен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.
Календарь-тематик планлаштырыу.
Башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡыу-уҡытыу методик, материаль-техник ҡулланмалар исемлеге.
4-се класта башҡорт телендә уҡырға, яҙырға өйрәтеү, башҡорт телен предмет булараҡ өйрәнеү һәм уҡыу процесында социаль тәжрибә туплау уҡыу программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла.
Күп милләт халыҡтары төйәк иткән Башҡортостанда 1999 йылдың 15 февралендә Башҡортостан Республикаһы Президентының Указы менән республикаға исем биргән башҡорт халҡының милли теле – башҡорт теле, рус теле менән бер рәттән республикала дәүләт теле тип ҡабул ителде.
Башҡорт мөхитендә үҫмәгән, рус телендә белем биреүсе мәктәптәрҙә белем алған, башҡорт телен белмәгән башҡорт һәм башҡа милләт балалары башҡорт телен предмет булараҡ практик күҙлектән сығып өйрәнәләр. Башҡорт теле балаға аң-белемгә эйә булыу, мәғлүмәтле булыу, фекерләү һәм үҙ-ара аралашыу сараһы ла булып хеҙмәт итә.
Башҡорт телендә уҡырға, яҙырға өйрәтеү нигеҙҙәре балаларҙы телмәр эшмәкәрлегенә (тыңлау, һөйләү, ҡабаталу, уҡыу, яҙыу) өйрәтеү төп йүнәлеш булып тора. Был эшмәкәрлек баланы грамотаға өйрәтеүҙән башлап, артабан аңлап тасуири уҡыу, грамоталы яҙыу, мәҙәниәтле аралашыу күнекмәләрен формалаштырыу, йәғни интеллектуаль-эшмәкәр, коммуникатив шәхес тәрбиәләүҙе күҙ уңында тота. Балаға рухи йөкмәтке һалыу, әхлаҡи тәрбиә биреү, эстетик, эмоциональ зауыҡ формалаштырыу башҡорт теле аша бойомға ашырыла.
Икенсе быуын хөкүмәт стандарттарының талаптарына ярашлы бала белем алыу менән бер рәттән яңы йәшәү шарттарына яраҡлы тормош тәжрибәһе тупларға, уңышлы уҡыусы һәм эшмәкәр шәхес сифаттарына эйә булырға тейеш.
Рәсәй мәғарифын модернизациялау концепцияһында мәғариф алдына ҡуйған төп маҡсат – баланы шәхес итеп уҫтереү. Шул маҡсаттан сығып башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаттары һәм бурыстары билдәләнде:
балаларҙың һүҙлек запасын арттырыу, шул һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләрен әүҙемләштереү;
грамматик материалды үҙләштереү, уны дөрөҫ файҙаланып, бәйләнешле һөйләү, яҙыу күнекмәләрен артабан үҫтереү;
башҡорт телендә һөйләшә, фекереңде еткерә белеү, тел һәм телмәр күнекмәләрен тәрән үҙләштереүгә өлгәшеү;
уҡыусыларҙың төрлө эшмәкәрлекте (уҡыу һәм белем алыу, хеҙмәт, аралашыу күнекмәләрен) үҙләштереүҙәренә ирешеү, универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәтеү;
дәреслек, өҫтәмә материал, һүҙлектәр, белешмә әҙәбиәт менән эш итеү күнекмәләрен камиллаштырыу;
башҡорт телен башҡа фәндәр буйынса белем алыу сараһы булараҡ ҡулланырға әҙерләү;
республиканың тәбиғәте, халҡы, улар араһында башҡорттар, уларҙың тормошо, тарихы, хеҙмәте, көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, йолалары менән таныштырыу;
башҡорт халҡының рухи мираҫын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү;
Башҡортостан Республикаһының дәүләт символдары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре тураһында белемдәрҙе киңәйтеү;
программала бирелгән шиғырҙарҙы ятлау, башҡортса йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу; башҡортса телмәр төҙөү.
уҡыусыларҙың логик фекерләү һәләттәрен үҫтереү.
Башланғыс мәктәптә башҡорт теле дәрестәрендә белем биреүҙең төп мәсьәләләре түбәндәгеләр:
телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу: тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу;
тел системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү; башҡорт теле ғилемен өйрәнгәндә баланың шәхси мөмкинселектәрен иҫәпкә алып, уның һәләтен, эрудицияһын формалаштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу;
тел ғилемен өйрәнеү процесында универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең төп компонеттарын үҙләштереү (уҡыу мәсьәләһе, проблема ҡуйыу; эште планлаштырыу, ойоштороу; уҡыу мәсьәләһен сисеү; эште баһалау; рефлексив-контроль эшмәкәрлек);
милли үҙаңды формалаштырыуға нигеҙ һалыу.
Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:
телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу,
телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү, бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеү.
Тел менән әҙәбиәт материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
II. Предметҡа дѳйѳм характеристика
Башҡорт теле курсында предмет ярҙамында түбәндәге үçеш юлдары тормошҡа ашырыла:
предмет кимәлендә белемгә эйә булыу;
уҡыу техникаһын үçтереү;
текстарҙы анализлау юлдарына эйә булыу;
яҙма һөйләм телмәренә эйә булыу;
тел тураһында белем алыу һәм системалаштырыу;
орфография һәм пунктуацияны ѳйрнеү;
башҡорт теленең тәрбиәүи потенциалын ҡулланыу;
телде тойомлауҙы үçтереү.
Фонетика һәм графика
Уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә була:
өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе айырыу;
өндәргә характеристика биреү: һуҙынҡылар (нәҙек һәм ҡалын, баҫымлы һәм баҫымһыҙ); тартынҡылар (яңғырау һәм һаңғырау, парлы һәм парһыҙ);
Орфоэпия
Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала:
башҡорт теленең нормаларын үтәп типик һөйләмдәр төҙөү, уҡыу һәм һөйләү, әңгәмәселәренең телмәрендә был нормаларҙың үтәлешен баһалау (программала бирелгән күләм кимәлендә);
дөрөҫ әйтелеш нормаларын белмәгән осраҡта уҡытыусыға мөрәжәғәт итеү.
Һүҙ составы
Уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә була:
үҙгәрмәүсе һәм үҙгәреүсе һүҙҙәрҙе айырыу;
тамырҙаш һүҙҙәрҙе һәм һүҙ формаларын таныу;
һүҙҙәрҙә башҡорт теле хәрефтәрен ишетә һәм айыра алыу;
һүҙҙәрҙә тамыр, яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы әйтә алыу.
Лексика
Уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә булырға тейеш:
һүҙҙең мәғәнәһен дөрөҫләү, кәрәк булған һүҙҙе айырып алыу;
һүҙҙең мәғәнәһен өйрәнелгән фольклор әҫәрҙәре тексты, типик һөйләмдәр буйынса дөрөҫләү.
III. Уҡыу планында “Башҡорт теле” предметының урыны
Башҡортостан Республикаһы Октябрьский ҡалаһы ҡала округының «10-сы урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә 4-се класта “Башҡорт теле”н уҡытыуға аҙнаһына 1 сәғәт бүленгән. Дөйөм сәғәттәр һаны – 34 сәғәт.
IV. Уҡыу йѳкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше
Башҡорт телен өйрәне һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа башҡорт теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ.
Изгелек ҡиммәте – үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәрҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙләнеүен аңлау.
Аралашыу ҡиммәте – аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.
Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте – башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап үҙлштереү.
Ғаилә ҡиммәте – ғаиләнең кеше тормошонда мөхим урын алыуын аңлау; нәҫел тамырҙарыңды белеү; ғаиләңә, туғандарыңа эмоциональ-позитив мөнәсәбәт, бер-берең өсөн яуаплылыҡ, өлкәндәргә хөрмәт формалаштырыу. ғаиләнең аҫылы, төрҙәре һәм вазифалары. башҡорт ғаиләһенең үҙенсәлектәре; ғаиләлә бала тәрбиәләү технологиялары; кешелеклелек мөнәсәбәттәре, баланың ижади үҫешенә игътибар. Ата-әсәләр үрнәге. Халыҡ педагогикаһында ғаилә тәрбиәһе ата-әсәләрҙең мәктәп менән бәйләнеше.
Хезмәт һәм ижад ҡиммәте – хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты булыуын ҡабул итеү. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.
Илһөйәрлек ҡиммәте – үҙ телеңде, башҡорт телен хѳрмәт итеү, башҡорт халыҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.
Кешелеклек ҡиммәте – үҙең һәм башҡалар ѳсѳн яуаплылыҡ тойоп үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.
V. Башҡорт телен үҙләштереүҙең шәхси, метапредмет һәм предмет һөҙөмтәләре
Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:
шәхси үҫеш кимәле;
метапредмет кимәле;
предмет буйынса белем кимәле.
Шәхси үҫеш кимәле. Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелеклелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының, башҡорт халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанлаған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу.
Метапредмет кимәле һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (УУЭ) тора. УУЭ төрҙәре дүрт блокка бүленә: шәхси, регулятив, танып белеү һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уҡырға, белем алырға өйрәтеү.
Шәхси эшмәкәрлек уҡыусының эске шәхси позицияһын, мәғәнәүи-ҡиммәтле йүнәлеш алыуын (әхлаҡи нормаларҙы белеү, үҙ ҡылыҡтарыңдың дөйөм ҡабул ителгән этик принциптар менән тап килеү-килмәүен билдәләй алыу, ҡылыҡтың әхлаҡи аспектын айырыу) һәм ижтимағи ролдәрҙә, шәхес-ара мөнәсәбәттәрҙә дөрөҫ йүнәлеш алыуын тәьмин итә.
Регулятив (көйләүсе) универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә уҡыу процесын һәм дәрестән тыш эшмәкәрлекте ойоштороу өсөн кәрәкле шарттар тыуҙырыусы эш төрҙәре ҡарай:
уҡытыусы ярҙамы менән дәрестәге эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү һәм формалаштырыу (элек өйрәнелгән һәм таныш булғанды әлегә тиклем таныш булмаған менән тап килтереп, сағыштырып, уҡыу мәсьәләһен билдәләй белеү);
планлаштырыу (төп һөҙөмтәне күҙҙә тотоп, маҡсаттарҙың эҙмә-эҙлелеген асыҡлау; план төҙөү һәм эш төрҙәренең тәртибен билдәләү);
прогнозлау (һөҙөмтәне һәм белемде үҙләштереү кимәлен алдан күҙаллау);
контроль (эшмәкәрлек ысулының һәм уның һөҙөмтәһенең билдәләнгән эталонға тап килеү-килмәүен асыҡлау);
төҙәтмәләр индереү (эталондан тайпылыштар булған осраҡта, планға һәм эшмәкәрлек ысулына өҫтәмәләр һәм төҙәтмәләр индереү);
баһалау (танышты әлегәсә таныш булмағандан айыра белеү; үҙләштерелгәндең сифатын һәм кимәлен билдәләй алыу);
үҙ-үҙеңде көйләү (үҙ көсөңдө, энергияңды, ихтыяр көсөңдө туплап, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу).
Танып белеү эшмәкәрлегенә дөйөм уҡыу (өйрәнеү, белем алыу) эшмәкәрлеге, логик эшмәкәрлек, шулай уҡ проблеманы ҡуйыу һәм хәл итеү инә:
дәреслек менән эш итә белеү (уның төҙөлөшө, йөкмәткеһе, һүрәттәре һ.б.);
һорауҙарға яуап биреү;
класс һәм уҡытыусы менән берҙәм эш һөҙөмтәләре буйынса һығымталар яһау;
мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға күсереү; уҡылған ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен тулы һөйләү.
Коммуникатив эшмәкәрлек социаль компетентлылыҡты, аралашыусы һәм хеҙмәттәш партнерҙар позицияһын иҫәпкә ала, башҡаларҙы тыңлай һәм диалогка инә белеүҙе, проблемаларҙы коллектив менән хәл итеүҙә ҡатнашыуҙы, тиҫтерҙәрең һәм өлкәндәр менән продуктив хеҙмәттәшлек ойоштора белеүҙе тәьмин итә.
Универсаль уҡыу эшмәкәрлегенең ҡарап үтелгән төрҙәре айырым-айырым түгел, ә уҡыу программаһындағы һәр дисциплинаны үҙләштереү барышында комплекслы, системалы үҫтерелергә тейеш.
Предмет буйынса белем кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау. Һүҙҙең өңдәрен атау, ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү, дөрөҫ баҫым ҡуйыу, хәреф-өн анализы яһау; һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын баш хәреф менән яҙыу; һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен яҙыу; баҫма тексты дөрөҫ итеп күсереп яҙыу; тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә:
башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 4-се класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр үткәреү ҡарала:
күсереп яҙыу – 1
һорауҙарға яуап – 1
диктант – 2
изложение – 1
инша – 1
Контроль эштәргә бирелгән сәғәттәр һаны ҠМБ ултырышында (протокол №1, 26 август 2014 йыл) үҙгәртелеп ҡабул ителгән «Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә дәүләт теле булараҡ башҡорт теле һәм туған тел буйынса берҙәм талаптар»ға тап килә.
4-се класта башҡорт телен өйрәнеүҙең предмет һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр керә:
башҡорт әҙәби теле нормалары (орфоэпик, лексик, грамматик) һәм телмәр этикеты ҡағиҙәләре тураһында башланғыс төшөнсә алыу;
орфографик ҡағиҙәләрҙе һәм тыныш билдәләрен (өйрәнелгән күләмдә) ҡуйыу ҡағиҙәләрен белеү;
өн, хәреф, һүҙ өлөшө, телмәр киҫәге, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек (өйрәнелгән күләмдә) тел берәмектәрен таба, сағыштыра, классификациялай (бүлә), ҡылыҡһырлай (характеристика биреү) алыу оҫталығы;
үҙеңдең ғәмәлдәреңде контролдә тотоу, әйткәнде һәм яҙғанды тикшерә белеү һәләтлелеге.
Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр, уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләренә талаптар
«Башҡортостан» темаһы буйынса (тәбиғәте, халҡы, уның тормошо, ҡалалары, йылға-күлдәре, кейем-һалымы, ижады) тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, һөйләү;
тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү;
ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү;
ҡысҡырып шыма һәм тасуири уҡыу;
һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;
дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү;
10-12 һүҙ күләмендә – һүҙлек диктанты, 35-40 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; 35-40 һүҙ күләмендә – изложение, 35-45 һүҙ күләмендә инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү;
Күләме 45-50 һүҙ йәки 150-200 билдә булған тексты ҡысҡырып, 75-85 һүҙ булған тексты эстән дөрөҫ итеп уҡый белеү;
программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙэшмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.
VI. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Программа һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тотҡан тематиканы, уҡыу өсөн әҙәби әҫәрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдарҙы үҙ эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мәҡәлдәр, йомаҡтар, тиҙәйткестәр, көләмәстәр, һанашмаҡтар, уйындар өҫтөндә эш үткәреү ҙә күҙ уңында тотола.
Тыңлау. Телдән аралашыуҙың маҡсатына һәм ситуацияһына төшөнөү. Яңғырап торған телмәрҙе адекват ҡабул итеү. Бирелгән текстағы мәғлүмәтте тыңлағанда аңлау, текстың төп фекерен билдәләү, уның йөкмәткеһен һорауҙар ярҙамында биреү.
Һөйләү. Коммуникатив бурысты эффектив хәл итеү өсөн аралашыуҙың маҡсаттарына һәм шарттарына ярашлы тел сараларын һайлау. Телмәрҙең диалог функцияһына ғәмәлдә эйә булыу. Һөйләшеүҙе башлау, ҡеүәтләү, тамамлау, кемдеңдер иғтибарын йәлеп итеү оҫталығына эйә булыу, һ.б. уҡытыу бурыстарына яраҡлы (тасуирлау, хикәйәләү, фекерләү) телдән монологик һөйләй алыу оҫталығына эйә булыу. Уҡытыу һәм көнкүреш ситуацияһында (сәләмләү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт әйтеү, үтенес менән мөрәжәғәт итеү) телмәр этикеты нормаларына эйә булыу. Орфоэпик нормаларҙы һәм дөрөҫ интонацияны үтәү.
Уҡыу. Уҡыу өсөн тәҡдим ителгән тексты аңлау. Тейешле материалды табыу маҡсатында һайлап алып уҡыу. Тәғәйен текста бирелгән мәғлүмәтте табыу. Күҙгә күренгән текста тупланған мөғлүмәт буйынса, ябай һығымталар яһау. Текст йөкмәткеһендә тупланған мәғлүмәтте интерпретациялау һәм дөйөмләштереү. Текстың йөкмәткеһен, тел үҙенсәлектәрен һәм төҙөлөшөн анализлау һәм баһалау.
Һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе һәм ҡыҫҡа текстарҙы аңлап уҡыу. Өндәү билдәләренә ярашлы интонация һәм паузалар менән уҡыу. Бәләкәй текстар һәм шиғырҙарҙы аңлап һәм тасуири уҡыуҙы үҫтереү.
Һүҙҙе тоташ менән уҡыуға күскән осорҙа орфоэпик уҡыу менән танышыу. Орфографик уҡыу (шыбырлап ижекләп әйтеү) – әйтеп яҙҙырғанда һәм күсереп яҙғанда үҙконтроль сараһы.
Яҙыу. Грамотаға өйрәтеү системаһында хәреф, хәрефтәр бәйләнешен, ижектәрҙе, һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе яҙыу. Яҙыу төрө кеүек уҡытыу эшмәкәрлегенә тура килгән гигиеник талаптарҙы үтәп, аңлайышлы бөхтә яҙыуға өйрәтеү. Өйрәнелгән ҡағиҙәләргә тап килтереп, күсереп яҙыу, диктовка (әйткәнде) яҙыу. Тыңланылған һәм ентекле, һайланма уҡылған тексты теҙеп яҙа алыу (изложение). Балаларға ҡыҙыҡлы темалар (кисерештәр, әҙәби әҫәрҙәр, сюжетлы картиналар, картиналар серияһы, видеояҙма фрагменты буйынса үҙҙәренең кескәй текстарын төҙөтөү.
Яҙыуға ҡарата гигиеник талаптарҙы үҙләштереү. Бармаҡтарҙың ваҡ моторикаһын һәм ҡулдарҙың хәрәкәт азатлығын үҫтереү. Дәфтәр бите һәм класс таҡтаһы арауығында дөрөҫ ориентация оҫталығын үҫтереү, ҙур һәм бәләкәй яҙма хәрефтәрҙе яҙыуҙы үҙләштереү.
1 сентябрь – Белем көнө. 1 сәғәт.
Бөтә балалар өсөн ҙур байрам – 1 сентябрь, уҡыу, йәйге каникул, белем көнө, класс, ундағы уҡыусылар, уларҙың эштәре тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау). Темаға ҡараған һүҙ байлығын арттырыу, бәйләнешле телмәр төҙөү.
Мәктәптә. 4 сәғәт.
Уҡыу, белем алыу, мәктәп тормошо, кластағы эштәр, мәктәп бинаһы, ундағы кабинеттар, дәрестәр тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт теленең лексикаһы. Һүҙ, уның лексик һәм грамматик мәғәнәһе (практик үҙләштереү).
Ғаилә. Хеҙмәт. 5 сәғәт.
Ғаилә ағзалары, уларҙың эш-шөғөлдәре. Ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте. Һөнәрҙәр төрлө, уларҙың һәр береһе лә кәрәкле. Һөнәр һайлау. Башҡорт телендә исем. Исемдең күплек, берлек формалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Синоним, антоним исемдәр.
Буш ваҡыт. Хобби. 4 сәғәт.
Һәр кешенең яратҡан шөғөлө, төп эше була. Бынан тыш кеше ниндәйҙер эште ҡыҙыҡһынып башҡара. Балаларҙың башҡарған эштәре. Файҙалы эштәр. Кешеләргә ярҙам, киң күңеллелек тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә эште, хәрәкәтте, белдереүсе һүҙҙәр (ҡылым). Ҡылымдың мәғәнәләре, берлек һәм күплек формаһы. Ҡылымдарҙың зат менән үҙгәреше.
Транспорт. Юл. Сәйәхәт. 3 сәғәт.
Юлһыҙ тормош. Бөтә кеше юлда: йәйәүлеләр, машиналар, автобустар, троллейбустар. Юлдар ҙа төрлө. Юл ҡағиҙәләре бар. Уны күҙәтеү бик мөһөм. Юл буйлап сәйәхәткә лә сығалар. Сәйәхәттә кәрәкле әйберҙәр тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә ҡылым. Уның заман мәғәнәләре. Үткән, хәҙерге, киләсәк заманы. Уларҙың грамматик күрһәткестәре. Ҡылымдың һөйләмдәге урыны.
Врачта. Поликлиникала. 2 сәғәт.
Кеше үҙенең һаулығы тураһында үҙе хәстәрләй. Врачҡа күренә, төрлө дарыуҙар ала. Уҡыусының һаулығы ла бик мөһим. Шуға ла был тема буйынса күберәк балаларҙың һаулығы, сынығыу, көн тәртибен күҙәтеү кеүек мәсьәләләр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Башҡорт телендә сифат. Уның мәғәнәләре. Сифаттарҙың һөйләмдә исемгә бәйләнеүе. Дәрәжәләр менән үҙгәреүе.
Почтала. 3 сәғәт.
Почта, телефон, телеграф, интернет беҙҙең тормошҡа ныҡлап килеп инде. Уларҙы нисек файҙаланырға, почтала, телеграфта үҙеңде нисек тоторға, телефондан нисек һөйләшергә – был мәсьәләләр бик мөһим. Был темала бына шулар тураһында белем, һәйбәт күнекмәләр биреү күҙ уңында тотола. Башҡорт телендә исем, ҡылым, сифаттарҙың һөйләмдә ҡулланылышы (практик күнекмәләр).
Башҡортостан тәбиғәте. 4 сәғәт.
Башҡортостандың бай тәбиғәте, үҫемлектәре һәм хайуандар донъяһы. Тәбиғәттәге предметтарҙың исемдәре, уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Йылғаларын, күлдәрен белеү. Тауҙар һәм урмандар. Тәбиғәтте һаҡлау тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә тиң киҫәктәр.Һөйләмдә уларҙың ҡулланылышын практик үҙләштереү.
Башҡортостанда иҫтәлекле урындар. 2 сәғәт.
Башҡортостан ерендәге, Өфө ҡалаһындағы иҫтәлекле, уникаль урындар менән таныштырыу. Башҡортостандағы данлыҡлы уҡыу йорттары, сәнғәт һарайҙары. Уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Тыуған төйәктең матурлығын күрһәтеү, әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Башҡорт телендә ябай һөйләм төрҙәре.
Башҡортостандың күренекле шәхестәре. 2 сәғәт.
Башҡортостан тарихында, уның бөгөнгө тормошонда күренекле шәхестәрҙең әһәмиәте бик ҙур. Күренекле шәхестәр тураһында әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Һан, уның телмәрҙәге роле, һан төркөмсәләре.
Ауыл тормошо. 2 сәғәт.
Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, эш-шөғөлдәре. Игенсе, малсы механизатор хеҙмәте. Ауылда аттың файҙаһы тураһында һөйләшеү, текстар уҡыу. Алмаш, һорау һәм зат алмаштары, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.
Башҡорт халыҡ ижады. 2 сәғәт.
Башҡорт халыҡ ижады тураһында төшөнсә. Әкиәттәр. Йырҙар. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Халыҡ ижадын өйрәнеүсе ғалимдар тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә рәүештәр, уларҙың телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү. Балалар ижадында йырҙар, ҡобайыр элементтары, әкиәттәр, көләмәстәр, тел көрмәлдергестәр, тиҙәйткестәр. Балалар ижады әҫәрҙәрен уҡыу, әңгәмәләр. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.
VII. Календарь-тематик планлаштырыу
№ Тема биттәр сәғәт һаны 4А Иҫкәрмә
план. үткәр. 1.1сентябрь – Белем көнө. 1 сәғәт.
1/1 1 сентябрь – Белем көнө. Тәүге көн. 5-9 1 2.Мәктәптә. 4 сәғәт.
2/1 Хәйерле сәғәттә. Башҡортостан. 10-14 1 3/2 Боҙоҡ телефон. Нимә ул тел? 15-16 1 4/3 Ф.Ғөбәйҙуллина. Ҡәләмдәрем. Уҡырға кем бара? Диктантҡа әҙерлек. 17-21 1 5/4 Контроль диктант. Һөнәрҙәр. Р.Ғәббәсова. Яңы мәктәп. 23-24 1 3.Ғаилә. Хеҙмәт. 5 сәғәт.
6/1 Хаталар өҫтөндә эш. Беҙҙең ғаилә. Шәжәрә ағасы. 26-29 1 7/2 Һөнәрҙәр. Ф.Туғыҙбаева. Икмәк көсө. 30-34 1 8/3 Хәйерле иртә! Синонимдар. Диктантҡа әҙерлек. Һүҙлек диктанты. 43-48 1 9/4 Контроль күсереп яҙыу. Көҙ етте. 1 10/5 Хаталар өҫтөндә эш. Ф.Ғәбиҙуллина. Тамырҙар. 53-54 1 4.Хобби. Буш ваҡыт. 4 сәғәт.
11/1 Хәйерле иртә! Ғ.Хөсәйенов. Кеше ғүмере. 43-48,
55-56 1 12/2 Ә.Сөләймәнов. Яңы аш.
Уҡыу техникаһын тикшереү. 57-60 1 13/3 Ф.Фәтҡуллина. Аквариум балыҡтары. Г.Юнысова. “Ниңә”ләр. Ҡылымдарҙың заман менән үҙгәреше. 61-67 1 14/4 Инша. Ҡыш етте. 1 5.Транспорт. Юл. Сәйәхәт. 3 сәғәт.
15/1 Хаталар өҫтөндә эш. Минең мәктәпкә юлым. Светофор. 70-71,
74-75 1 16/2 А.Әхмәтова. Троллейбуста. 72-74 1 17/3 Трамвай юлы. Өфөлә транспорт. 76-78 1 6.Врачта. Поликлиникала. 2 сәғәт.
18/1 Беренсе ярҙам. Кем көслө? Һорауҙарға яуаптар. 86-92 1 19/2 Һаулыҡ һаҡлау.
Ғ.Шәмсетдинова. Конькиҙар. 93-98 1 7.Почтала. 3 сәғәт.
20/1 Почта. С.Агиш. Бүләк. Һөнәрбаш. Ҡыш. Дүрт миҙгел. Был ниндәй ваҡыт? 99-109 1 21/2 Изложение яҙыуға әҙерлек. 110-117 1 22/3 Контроль изложение. Яратҡан миҙгелем. 1 8.Башҡортостан тәбиғәте. 4 сәғәт.
23/1 Хаталар өҫтөндә эш.
Башҡортостан тәбиғәте. 117-119 1 24/2 Яҙ етә. 120-123 1 25/3 Март. Ф.Бәширова. Үгәй инә япрағы. Яҙ килде. 124-127 1 26/4 А.Йәғәфәрова. Кластан тыш уҡыу. 1 9.Башҡортостанда иҫтәлекле урындар. 2 сәғәт.
27/1 Өфө ҡалаһында. 136 1 28/2 Шүлгәнташ мәмерйәһе. 142-143 1 10.Башҡортостандың күренекле шәхестәре. 2 сәғәт.
29/1 Күренекле шәхестәр. Зәки Вәлиди. Муса Мортазин. Исмәғил Тасимов. Ҡ.Дәүләткилдиев. Ф.Ғәскәров. 144-147 1 30/2 Йыллыҡ контроль эш. Контроль диктант. Ҡуян.
148-164 1 11.Ауыл тормошо. 2 сәғәт.
31/1 Хаталар өҫтөндә эш.
Ҡалаламы, ауылдамы? Ат – кешенең дуҫы. 165-170 1 32/2 Тәбиғәтте һаҡлайыҡ! Сөмбөлә – уңыш байрамы. 170-180 1 12.Башҡорт халыҡ ижады. 2 сәғәт.
33/1 Уҡыу техникаһын тикшереү. Әкиәттәр. Мәҡәлдәр һәм йомаҡтар. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. 181-190 1 34/2 Экскурсия. Алдаусы әкиәттәр һәм көләмәстәр. Тел көрмәлдергестәр, тиҙәйткестәр. Балалар ижады. 188-193 1 Байрам көндәренә тап килгән темалар киләһе тема менән берләштереп үткәрелә.
VIII. Башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡыу-уҡытыу методик, материаль-техник ҡулланмалар исемлеге
Программа
Башҡорт теленән программа. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн. Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г. – Ижевск: Книгоград, 2008.
Уҡытыусының уҡыу-уҡытыу методик комплекты:
Башҡорт теле. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. – Өфө: Китап, 2006.
М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. – Өфө: Китап, 2009.
Уҡыусылар өсөн уҡыу-уҡытыу методик комплекты:
Башҡорт теле. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. – Өфө: Китап, 2006.
Эффектив рәүештә ҡулланылған материаль-техник ҡулланмаларға түбәндәгеләр инә:
ноутбук,
проектор,
интерактив таҡта
мультимедиялы проектор
сканер, лазерлы принтер
Техник ҡулланмалар төрлө яҡлап контроль үткәреү мөмкинлеге бирә. Тестар, диагностик эштәр, күсереү, изложение, инша яҙыу эштәре эшләп була. Компьютер уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойошторорға ҡулай. Шулай ҙа компьютер уҡытыусыны алыштырмай, тик техник сара булып хеҙмәт итә, баланың компетентлы булыуы тәрбиәнән дә тора. Компьютерҙа эшләү ваҡыты 15-20 минуттан артмаҫҡа тейеш.
Компьютерҙы дәрестә өс төрлө файҙаланып була:
демонстратив планда;
индивидуаль рәүештә ҡулланырға (компьютер кабинетында тест эшләү һ.б.);
интерактив таҡтаны файҙаланыу (күнегеүҙәр эшләү).
Бының өсөн бөгөнгө көндә башҡорт теле буйынса 4-се класс өсөн компьютерға һалынған онлайн дәреслектәр, электрон дәреслектәр, һүҙлектәр, Интернет-ресурстар бар:
электрон дәреслектәр
Башҡортса өйрәнәйек. 1-4 кластар. Х.А.Толомбаев Дәүләтшина М.С., Сиражетдинов З. Ә.
Балҡортостан иле.
Учебник башкирского языка. 1-4 классы.
онлайн дәреслектәр
Башкирский Язык. Хисамитдинова Ф.Г.Грамматика башкирского языка. Усманова М.Г.электрон һүҙлектәр
Аңлатмалы һүҙлек. Ураксин З.Ғ. http:// www.blang.ru›dicts.phpОрфография һүҙлеге. Суфьянов Н.Ф. http:// www.blang.ru›dicts.phpРусса-башҡортса һүҙлек. (УраксинЗ.Г. “Русско-башкирский словарь” китабы буйынса төҙөлгән).
Русско-башкирский онлайн-словарь. http:// www.huzlek.bashqort.comИнтернет-ресурстар:
Аҡбуҙат. http:// www.akbuzatrb.ruАманат. http:// www.amanatrb.ruӘлифба – учебник башкирского языка. HYPERLINK "http://www"http://www.bashklip.ru
Башкирский язык. HYPERLINK "http://www"http://www.ru.wn.comЙәншишмә. HYPERLINK "http://www"http://www.yanshishma.ruШоңҡар. http:// www.shonkar.ruӘҙәбиәт
“Йәншишмә”, “Нарыштау” гәзиттәре.
Аҙнабаева Ф.Ғ., Йылҡыбаева Г.Р., Харисова М.Р., Әминева Р.И. Тылсымлы өндәр: Күргәҙмәле-методик ҡулланма. – Өфө: Китап, 2012.
Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар. – Өфө: Китап, 1996.
Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу. – Өфө: НМЦ Педкнига, 2008.
Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
Ғәләүетдинов И. (төҙ.) Балалар фольклоры: Бала саҡ – уйнап-көлөп үҫер саҡ. 1-се китап. Төҙөүселәре: Ишмөхәммәт Ғәләүетдинов, Миҙхәт Мәмбәтов, Рәсимә Ураҡсина. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1994.
Дәүләтшина М.С. Ғәбитова З.М. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. – Өфө: Китап, 2011.
Журналдар «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары.
Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һынамыштар.– Өфө: Эшлекле династия, 2008.
М. Ғ. Усманова. Башҡортса-русса синонимдар һүҙлеге. Өфө: Китап, 2010.
Саяхова Л. Г., Ураксин З. Г., Хасанова Д. М. Русско-башкирский иллюстрированный тематический словарь. – Уфа: Китап, 1998.
Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
Ураҡсин З. Ғ., Сиразетдинов З. Ә., Суфьянова Н. Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн. – Өфө: Китап, 2005.
Усманова М.Г., Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И. Башкирско-русский, русско-башкирский учебный словарь. – Уфа, 2006.
Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.