Исследовательская работа на тему Народный поэт Башкортостана Рами Гарипов



Байыҡ Айҙар исемендәге Арҡауыл урта мәктәбе

Эҙләнеү эше:
Рәми Ғарипов шиғырҙарында туған тел темаһы.
Башкарыусы: 10 класс уҡыусыһы Исмәғилев Ильяс
Етәксеһе: Латыпова Сәмәрйә Радик ҡыҙы
Ризаитдин Фәхретдин «Һәр хәлдә замандың үҙендә ғәйеп юҡ. Ғәйеп шул заман эсендә йәшәүсе әҙәм балаларының үҙҙәрендә» тигәйне.
Йыш ҡулланылған был һүҙҙәр дөрөҫ кеүек яңғыраһа ла, заман башҡа- заң башҡа тигән халыҡ һүҙендә әйтелгәнсә, һәр замандың үҙенә хас үҙенсәлектәре бар.
Рәми Ғарипов шиғырында әйтелгәнсә, күп төрлө ҡаршылыҡтар, бейеклектәр, түбәнлектәр, ҙурлыҡтар, хурлыҡтар менән бергә йәшәүсән. Ул ғәҙеллекте яҡлаусы шәхес булараҡ, заман менән килешеп йәшәмәне, уның етешһеҙлектәренә күҙ йомоп ҡараманы, улар тураһында үҙенең тоғро һүҙен әйтеп, заманды үҙгәртергә, уны камилыраҡ итеп күрергә теләне. Заман менән шәхес араһындағы мөнәсәбәт Рәми Ғариповтың күп кенә шиғырҙарында сағылыш тапты. «Заман һәм мин» шиғырында көнөн эшләп, төнөн шиғыр яҙған шағир үҙен заман улы тип иҫәпләр өсөн, аҙ ҡысҡырып, күберәк эш эшләргә ынтыла. Ләкин шағир заманым тип ҡысҡырмаһа ла заман елдәре уның йөрәгенә барыбер килеп ҡағыла,
«мин заманым тиеп ҡысҡырманым, йөрәгемдә заман ҡысҡырҙы» тип яҙырға мәжбүр була. «Зарланмайым заманыма» тигән шиғырында үҙенең заман алдында бер ниндәй ғәйебе булмауын белдереп, заманды үҙенең үткән юлын күҙ һирпеп ҡарарға һәм үҙенсә сара күрергә лә саҡырып ҡарай. Шулай тип заманға мөрәжәғәт итә һәм уның үҙенә дөрөҫ ҡарашын көтөп: Заманына һәр кем бала.
Ҡабатлай заман холҡон:
Күтәрәм мин бөтәһен дә.
Күтәргән кеүек халҡым!тип үҙен замандың йәберләүҙәренә түҙемле булырға саҡыра.

Ләкин заман аяуһыҙ, сөнки демократия булмаған илдә хакимдар халыҡ тауышын ишетмәй, шәхес культы осорҙарын иҫкә төшөрһәк, ғәйепһеҙ күп миллиондарҙың ҡорбан булыуын күҙ алдына баҫтырырға мөмкин. Рәми Ғариповтың Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ булған «Табыныу» поэмаһы һәм «Умырзая йыры» китабына ингән шиғырҙарында шағирҙың бөгөнгө үҙгәртеп ҡороу заманы өсөн иң актуаль проблемаларҙы алдан күрә белеүе, уны үҙ ваҡытында ҡыйыу күтәреүе һәм киләсәк быуынға изге аманат итеп әйтеп ҡалдырыуы менән әһәмиәтле. Шағирҙың шәхес культы һәм торғонлоҡтоң тынсыу һауаһы шарттарында ижад иткән шиғырҙары, поэмалары - киләсәк быуынға әйтеп ҡалдырған изге аманаты үҙгәртеп ҡороуҙы идеологик яҡтан тәьмин итеүгә, тормошто яңыртыуға, кеше күңелен, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен сафландырыуға, яңыса фекерләүҙе формалаштырыуға хеҙмәт итә. Рәми Ғарипов заманыбыҙҙың иң оло трагедияһын тыуҙырған шәхес культы хаҡында илебеҙҙә үҙгәртеп ҡороу әле башланмаған осорҙа - торғонлоҡ йылдарында әйтеп ҡалдырҙы. Шағир 1937 йыл фажиғәһен дөрөҫ баһаланы. Сталиндың шәхес культының күп миллионлы ҡорбан килтереүе әле ул саҡ билдәле түгел ине. Билдәлелек шарттарында осорҙоң трагедиялары көндән-көн нығыраҡ асыла барҙы. Шағир Рәми Ғарипов шәхес культын фашлау менән бергә ошо осорҙа халыҡтың хеҙмәте нигеҙендә ирешелгән уңыштарҙы ла юғары баһалай. Осорҙоң ҡаршылығын ул «бер осонан бал, икенсе осонан ҡан тамған» серле ҡурай образы аша дөйөмләштерҙе. Тарихты дөрөҫ баһалауҙың, шәхес культын фашлауҙың киләсәк өсөн, йәмғиәттең артабанғы үҫеше өсөн әһәмиәтле булырын айырыуса ныҡ иҫкәртте. Шәхес культы осоро фажиғәләренең сәбәптәре һуҡыр табыныуҙа, халыҡ зиһененең томаланыуында, йоҡоға талыуында, ғәмһеҙлектә, тип күрһәтә шағир.Шәхес культына ҡаршы торорлоҡ көс - халыҡ. Илебеҙҙең данын күтәргән халыҡҡа шағир: Бөтә донъя беҙгә табынғанда
Ниңә һуң беҙ уға табындыҡ!
Гүйә, беҙ юҡ инек! Ниңә шулай,
Ер аҫтына һеңеп аҡҡан һыуҙай.
Хаҡлыҡ өсөн һуңлап табылдыҡ?! - тигән һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итте.


Килер быуындарҙы тарихтан һабаҡ алырға саҡырып: Ете йәшәр ләкин күреп торһон
Етмеш йәшәр ниҙәр ҡылғанды! Был вәхшәтте тарих онотмаһын.
Онотмаһын тыуыр быуындар.
Ерҙә тағы берәй алла тыуһа.
Ул алланы ерҙән ҡыуһындар!тип яҙҙы, уяулыҡҡа өндәне, батшаларҙы еңгән, ай-йондоҙға баҡҡан хеҙмәт кешеһен,ижад кешеһен данланы. Шағирҙың «Табыныу» поэмаһы яҙылғандан һуң илебеҙ торғонлоҡ осорон кисерҙе. Хаҡлыҡ, ғәҙеллек өсөн көрәш, йәмғиәттең үҫеше тотҡарланыуы, шуның һөҙөмтәһе ришәүәтселек, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ. дәүләт пландарын үтәү урынына алдап яҙыуҙар, хөкүмәт ҡаҙнаһын талау, наркомания, эскеселек, хулиганлыҡ һ. б. шуның кеүек күренештәр сәскә атты. Ғәҙеллек өсөн, хаҡлыҡ өсөн көрәшеүсе тура һүҙле кешеләргә эшләү һәм көрәшеү ауырлашты. Йыш ҡына уларҙың исемдәре нахаҡҡа рәнйетелде, ярлыҡ йәбештерелде. Бөйөк рус яҙыусыһы А. Т. Твардовскийҙың алтмышынсы йылдарҙа яҙылып та үҙгәртеп ҡороу йылдарына тиклем баҫылмай ятҡан «По праву памяти» әҫәре кеүек, Рәми Ғариповтың да «Табыныу» поэмаһы 1988 йылға тиклем донъя күрә алмай ятты. Шағир торғонлоҡ йылдарында ауыр шарттарҙа, нахаҡҡа рәнйетелеп йәшәне. Ләкин ул үҙ ғүмерен һуңғы һулышына тиклем хаҡлыҡ, ғәҙеллек өсөн, ижад менән, йыр, шиғыр менән тулы киләсәк өсөн көрәшкә арнаны. Шәхес культы осороноң ҡойондары Рәмиғә айырыуса көслө ҡағылды. Шул заманым минең саф иманым,
Ир булырға ул бит өйрәтте,тип яҙҙы шағир шул замандың дауылдарына түҙеп йәшәүе тураһында. Ләкин заман һәм шәхес бәрелешендә миллионлаған кешеләрҙе һәләк иткән заман дауылдары көслөрәк булып сыҡты. Заманым тип тамаҡ ярмаһам да Заман ярып үтте йөрәкте, -тип яҙған шағирҙың ғүмере ваҡытһыҙ бик иртә ӨҘӨЛДӨ.
Библиография
Бикбаев Рауил . Шағир һүҙе – шағир намыҫы: ижади портреттар, рецензиялар, сығыштар, интервью, мәҡәләләр. – Өфө: «Китап», 1997. – 512 бит.
Хөсәйенов Ғайса. Шағирҙар. Әҙәби портреттар. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1981. – 240 бит.
Хөсәйенов Ғ.Б., Байымов Р.Н. Хәҙерге башҡорт әҙәбиәте: урта мәктәптең ẊῙ синыфы өсөн дәреслек. – Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2002. – 248 бит.

Йөкмәткеһе
Инеш һүҙ.
Зарланмайым заманыма шиғыры.
Рәми Ғарипов һәм заман.
Библиография.