Тема : Сифат. Баш?ортостанда йыл ми?гелд?ре .


Тема : Сифат. Башҡортостанда йыл миҙгелдәре .
Маҡсат: « Сифат » темаһы буйынса үҙләштерелгәндәрҙе системаға һалыу , исемдәрҙән сифат яһау юлы менән таныштырыу , йыл миҙгелдәре тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеү . Уҡыусыларҙың диалогик телмәрен үҫтереү , фекерләү һәләтен арттырыу . Тыуған яҡҡа,уның матурлығына һөйөү һәм ихтирам тойғоһо уятыу , халыҡ аҡылына , тәжрибәһенә ҡыҙыҡһыныу, хөрмәт, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү .
Йыһазландырыу : дәреслек, магнитофон , видеояҙма , карточкалар, таблица, плакат , йыл миҙгелдәре һүрәттәре .
Дәрес барышы :
I. Ойоштороу моменты .Һаумыһығыҙ , һаумы әле ,
Ниндәй йылы һүҙ икән .
Һәр күңелде иретерлек ,
Һәр кемгә лә үҙ икән .
2) Дежур уҡыусы менән әңгәмә .
3) Артикуляцион күнегеү .
Балалар! Дәрестең темаһына күсер алдынан телдәрҙе шымартып алайыҡ . Башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеп , таҡталығы шиғырҙы матур итеп уҡыйыҡ .
Хәйерле иртә , ағастар!
Хәйерле иртә , ҡоштар!
Хәйерле иртә , дуҫтар!
Хәйерле иртә , бар донъя!
Хәйерле иртә илем!
Илем-көнөм , динем-телем ,
Һөйөклө халҡым минең!
( Шиғырҙы тыңлау , тәржемә итеү, өндәрҙе әйтеү, хор менән уҡыу).
II. Төп өлөш .
Беҙҙең бөгөнгө дәрестең темаһы : Башҡортостанда йыл миҙгелдәре . Сифат.
Дәрестең маҡсаты менән таныштырыу : Беҙ бөгөн дәрестә йыл миҙгелдәре , халыҡ календары , ай атамалары тураһында һөйләшербеҙ . Исемдәрҙән сифат яһау юлы менән танышып китербеҙ (дәфтәргә тема яҙыу).
Беҙҙең бөгөнгө дәресебеҙ уйын формаһында булыр .
а)Беҙҙең мәктәпкә америкала йәшәүсе Джон исемле малайҙан хат килеп төштө . Ул Башҡортостан менән ҡыҙыҡһына , беҙгә килергә уйлай . Һеҙгә уның хатын уҡып ишеттерәм :
«Һаумыһығыҙ! Мин Джон . Үҙем Вашингтондан . Мин башҡорт телен өйрәнәм , Башҡортостандың тәбиғәте менән танышырға теләйем . Ләкин минең ниндәй йыл миҙгелендә килһәм яҡшыраҡ булыуын белгем килә . Шуға ла һеҙгә һәр миҙгелгә ҡарата эштәр ебәрәм. Һеҙҙең яуаптарҙы баһалап, Башҡортостанға ҡасан килеүемде хәл итермен. Хаттар көтәм. Сәләм менән Джон.
б) Джондың эштәрен башҡарыр алдынан беҙ яңы һүҙҙәр менән танышып китәйек :
Һауа торошо-прогноз погоды
Яуым-төшөм-осадки
Ямғыр-дождь
Епшек ҡар-мокрый снег
Аяҙ-ясно
Болот-облако ,туча. (Уҡыу , миҫалдар килтереү)
в)Һәр миҙгелде яҡшыраҡ һүрәтләр өсөн беҙ 4 төркөмгә бүленеп эшләрбеҙ (яҙ, йәй, көҙ, ҡыш). Һәр (миҙгел) төркөм үҙенә бирелгән йыл миҙгеле тураһында белгәндәрен күрһәтеп, уларҙы идеяләр кәрзиненә һалырға тейеш.
Идеялар “кәрзине” алымы“Йыл миҙгелдәре” темаһына ҡараған һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, фразалар.
г) Тупланған һүҙҙәрҙән сығып “ Йыл миҙгелдәре” темаһына кластер төҙөү.
фЙыл миҙгелдәреҡышяҙкөҙйәй
III. а ) Джондың беренсе эше . Йыл миҙгелдәре тураһында ниндәй һынамыштар беләһегеҙ? Бының өсөн өй эшен тикшереп китәйек .
1)Сентябрҙә күк күкрәһе , көҙ йылы булыр .
2)Сентябрь аяҙ булһа , ҡыш һалҡын килер .
3)Көҙ оҙайлы булһа , яҙ һуң килер .
4)Урманда миләш күп булҺа , ҡыш һалҡын була .
5)Йәй томанлы булһа , бәшмәк күп булыр .
6)Йондоҙҙар йыш күренһә-көн һалҡын булыр .
7)Ағас япраҡтары ҡойолоп бөтмәһә-ҡыш ҡаты була .
8)Ҡайын һуты мул булһа, йәй ямғырлы була .
б)Джондың икенсе эше . (Карточкалар таратыла).
Тәбиғәткә ҡағылышлы сифаттар менән һүҙбәйләнештәр төҙөгөҙ.
(Тәржемә итегеҙ) Сифат + исем
-Әйҙәгеҙ,иҫкә төшөрөп китәйек :
-Нимә ул сифат ? (Сифат предметтың билдәһен белдереүсе һүҙ төркөмө)
-Сифат предметтың нимәһен белдерә ? (Төҫөн, формаһын, тәмен...)
-Ул ниндәй һорауға яуап бирә ? (ниндәй?)
-Сифат ниндәй һүҙ төркөмөн асыҡлай ? (исем)
-Сифаттар зат , һан менән үҙгәрәме ? (юҡ)
-Бөгөн дәрестә мин һеҙҙе исемдәрҙән сифат яһау юлы менән таныштырам. Сифаттар исемдәрҙең нигеҙенә –лы/-ле , -ло/-лө ялғауҙарын ҡушыу юлы менән яһала . Ялғауҙар һүҙҙең нигеҙендә булған һуҙынҡыларға ҡарап өҫтәлә :
1.А , ы ,у +лы
2.Е , и , ә + ле
3.О+ло
4.Ө+лө
-Ә хәҙер карточкаларҙағы исемдәрҙән сифаттар яһап ,уларҙан һүҙбәйләнәштәр төҙөп, тәржемә итегеҙ .
(Болот-ло , ҡояш-лы , ел-ле , ҡар-лы , ямғыр-лы , дым-лы , һыу-лы , япраҡ-лы , еләк-ле , сәскә-ле , бәшмәк-ле , үлән-ле , боҙ-ло , ағас-лы , шишмә-ле, таш-лы , төтөн-лө).
(Уҡыу , тәржемә итеү)
Балалар, ял итеп алайыҡ, бергәләп физминутка яһайыҡ .
Беҙҙең Башҡортостанда-
Ошондай бейек тауҙар ,
Шулай ҡағына ҡаҙҙар ,
Шулай бөгөлә талдар ,
Шулай бейей балалар ,
Шунан ырғып алалар ,
Шунан шым ғына ултырып ,
Тағы белем алалар .
в)Джондың өсөнсө эше .
Башҡортостандағы йыл миҙгелдәре , ай исемдәре менән таныштырыуҙы һорай .
-Башҡортостанда йыл миҙгелдәре нисек атала ?
Яҙ ,көҙ , ҡыш ,йәй .
Йыл хисабы бик борондар килгән . Йылдар ун ике йыллыҡ миҙгелгә бүленгән . Был атамалар йылдың торошона ҡарап бирелгән .
(Сысҡан , Һыйыр , Юлбарыҫ , Ҡуян , Аждаһа , Йылан , Йылҡы , ҡуй , Маймыл , Тауыҡ , Эт ,Сусҡа.)
Балалар, элек йыл ниндәй миҙгелдән башланған?(яҙ)
Ни өсөн?( сөнки яҙ көнө тәбиғәт уяна,ҡояш тыуа)
Яңы йыл 21 марттан башланған. Был көндө мосолман халҡы Нәүрүз байрамын үткәрә.Был көндө төн менән көн тигеҙләшә. Нәүрез яңы йыл тигән һүҙ.
Һәр айға айырым туҡталайыҡ.Мин һеҙгә ай исемдәре яҙылған карточкалар таратам. Һеҙ уларҙы уҡып, тәржемә итегеҙ.
Март- һуғыш аллаһы Марс исеменән(рим һ.). Башҡорттар уны Буранай тип йөрөткән.
Апрель-1) априре- асылыу һүҙенән-бөрөләр асыла, тәбиғәт уяна.
2)мөхәббәт һәм матурлыҡ аллаһы Афродита исеменән(Ала ҡарлы ай)
Май-Ер һәм яҙ алиһәһе Майя исеменән(рим һ.)Һабанай
Июнь-матурлыҡ алиһәһе исеменән Юнона(рим һ.)Һөтай
Июль-Римимператоры Юлий исеменән, Майай Август- Рим императоры Октавион Август хөрмәтенә, Урағай.
Сентябрь-Септембер(латин һаны-етенсе )Һарыса.
Октябрь-октобер-һигеҙенсе-Ҡараса.
Ноябрь-Новембер-туғыҙынсы-Ҡырпағай.
Декабрь-децембер-унынсы-Аҡъюлай.
Ғинуар-Ҡояш һәм Ваҡыт аллаһы Янусҡа бағышланған-Һыуығай.
Февраль-Үлем аллаһы Фебрцо исеменән- Шаҡай.
Уҡыусылар! Боронғо башҡорттар ай атамаларын халыҡтың тормош-көнкүреше менән бәйләп әйткән.
г) Джондың дүртенсе эше. Башҡортостанда һәр миҙгелдә кәндәр ниндәй?
Мин һеҙгә төрлө һүҙбәйләнештәр таратам, һеҙ улар мәнән хикәйә төҙөп яҙығыҙ. Һүҙҙәрҙе тәржемә итеп дүрт төркөмгә бүлеп, һүрәттәрҙе таҡтаға элегеҙ.
(Ҡар яуа, боҙҙар аға, яңы йыл байрамы, ҡар ирей, тамсы тама, көслө бурандар, еләк бешә, иген сәсәләр, балалар һыу инә, иң оҙон каникулдар.)
Яҡшы, Джондың бөтә эштәрен дә башҡарҙыҡ. Беҙҙең Башҡортостан бик бай һәм матур тәбиғәтле. Ул йылдың һәр миҙгелендә лә үҙенсә һоҡландырғыс. Ә хәҙер шул тәбиғәткә сәйәхәткә сығайыҡ.
а)видеоматериал ҡарау;
б) дәреслектең 48-се битен асайыҡ. Башҡортостан тураһындағы хикәйәне уҡыйыҡ һәм һорауҙарға яуап бирәйек.
1)Ни өсөн Башҡортостанды “Икенсе Швецария” тип атайҙар?
2) Тәбиғәткә ял итергә сыҡҡас ниндәй ҡағиҙәләрҙе иҫтә тоторға кәрәк?
IV. Йомғаҡлау.
- Беҙ бөгөн дәрестә нимә тураһында һөйләштек?
- Нимәләр белдек, нимәгә өйрәндек?
V. Баһалау. Өй эше.
- Балалар! Беҙ бөгөн дәрестә Джондың бөтә эштәрен дә башҡарҙыҡ. Һеҙгә өй эше: Һәр берегеҙ яратҡан миҙгелегеҙ тураһында проект әҙерләп килегеҙ. (һүрәттәр, һынамыштар,йомаҡтар, шиғырҙар.) Иң яҡшы эштәрҙе һайлап Джонға ебәрербеҙ.
VI. Дәресте Г.Ишҡыуатованың “Дүрт миҙгел” исемле йыры менән тамамлайыҡ.