Баш?орт теле д?рест?ренд? к?п я?лы компетент й?н?лешен ?улланыу.


Тема:
Башҡорт теле дәрестәрендә күп яҡлы компетент йүнәлешен ҡулланыу.
(Доклад)
Красная Горка 2015
Бөгөн күптәр тормошон интернетһыҙ күҙ алдына ла килтерә алмайҙыр. Интернет XXI быуаттың виртуаль донъяһы.  Виртуаль селтәр киң аралашыу өсөн, мәғлүмәт алыу өсөн дә файҙалы. Шуға ла  Интернетты үрмәксе ауы менән сағыштыралар. Күҙгә күренер-күренмәҫ ептәрен үрә лә үрә.Интернетҡа барып инәһең дә, йәнең теләгән өлкәнән үҙеңә кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табаһың : кәрәкле әҙәбиәт, реферат, видео, иншалар, һүҙлектәр…Күпме файҙалы мәғлүмәтте компьютерҙан алырға була. Заманалар үҙгәрә, замана үҙгәргән һайын тормошҡа ҡараш та, талаптар ҙа үҙгәрә. Бындай үҙгәрештәр мәктәпте лә урап үтмәй. Уҡыу системаһына яңы стандарттар инә. Яңы стандарттарҙы тормошҡа ашырғанда ИКТ ҙур урын алып тора. Һуңғы йылдарҙа кеше менән компьютер бәйләнеше үҫә, төрлө информациялар биреү программалары компьютерға һалына. Бөгөн һеҙгә “Башҡорт теле дәрестәрендә күп яҡлы компетент йүнәлешен ҡулланыу” тигән теманы тәҡдим итәбеҙ.
Проблеманың актуаллеге: башҡорт теле дәресенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, белем сифатын күтәреү, һау-сәләмәт бала тәрбиәләү.
Маҡсат: уҡытыу процессында компетент йүнәлеште тормошҡа ашырыу өсөн шарттар булдырыу, яңы алымдар, ысулдар, технологиялар ҡулланыу.
Тикшереү предметы: уҡыусыларҙың уҡыу прцессында күп яҡлы компетент йүнәлеште үҙләштереү.
Гипотеза (ғилми фараз):
-         белем сифатын күтәреү;
-         уҡыусының һаулығын нығытыу һәм һаҡлау;
-         үҙаллылыҡ, үҙ-үҙеңә анализ биреү, үҙ-үҙеңде баһалау кеүек сифаттарҙы тәрбиәләү.
Ә нимә аңлата һуң был һүҙҙәр: “комптентлыҡ”, “компетенция”, “компетент йүнәлеш”? “Компетентлы кеше ниндәй булырға тейеш?” Хәҙерге көндә был һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә. “Компетентлы кеше”  тип, үҙ эшен белгән, нигеҙле фекер йөрөткән кешегә әйтәләр. Ә “компетенция”-кемгәлер яҡшы таныш булған эш йәки фән өлкәһе. Дәрестә ”компетент йүнәлеш”ҡулланыу, тимәк уҡыу прцессында алған белемдәреңде практикала дөрөҫ, нигеҙле ҡуллана белеү  тигән һүҙ.
Ә хәҙер компетент йүнәлешенең практикала ҡулланылышын ҡарап үтәйек. Ул 5 төп технологияға нигеҙләнә:
- модуль;
- уйын;
- проеклаштырыу;
-мультимедиа;
- интерактив.
 Йәғни, беҙ баланы уйланырға, эҙләнергә, анализларға өйрәтергә, алған белемдәрен практикала ҡулланырға өйрәтергә тейешбеҙ. Проект ярҙамыда күп мәғлүмәтте схема, таблица, фото-рәсемдәр формаһында бирергә була. Интернет ярҙамында был эштәрҙе эшләү ауырлыҡ тыуҙырмай. Әйткәндә, Интернет башҡа уҡытыусылар менән аралашырға булышлыҡ итә, ул үҙ  йәһәтенән  уҡытыусының үҙе өҫтөндә эшләүенә булышлыҡ итә. Уҡытыусы үҙ һөнәрен үҫтереү өҫтөндә өҙлөкһөҙ эҙләнә ала. "Һәр яҡлы үҫешкә, рухи байлыҡҡа көсләп өлгәштереп булмай. Кеше үҙе ынтылырға тейеш”,- тигән билдәле педагог Л.В.Занков. Үҙебеҙҙең уҡыусыларыбыҙҙы ла эҙләнергә, уйланырға, үҙҙәре башҡарған эштәрҙе анализларға өйрәтергә тейешбеҙ. ”Белем тик шул саҡта белем булыр, әгәр ул ятлау юлы менән түгел, ә фекерләү нигеҙендә алынһа”,- тип яҙған Л.Н. Толстой.
Һәр дәрестә сәләмәтлек технологияһы тураһында онторға ярамай. Мәҫәлән, икенсе класта “Ҡоштар ” һәм “Тән өлөштәре” тигән теманы үткәндә логоритмик күнегеүҙәр ҡулланыу уңайлы. (слайд)
Ҡалын ҡарҙа ҡара ҡарғаҠарҡылдап китеп бара.
Күнегеүҙәр балаларҙың телмәрен үҫтерә һәм физик яҡтан нығыта.
Дәрестә компьютер технологияһын ҡулланыу эмоцияға ла йоғонто яһай,  мәғлүмәтте тулыраҡ һәм нығыраҡ үҙләштерергә мөмкинселек бирә. Балаларҙың күрмә хәтерен нығытыуҙа ла был иң уңышлы сараларҙың береһе һанала. Мәҫәлән,  “Ҡоштар” һәм “Йәшелсәләр”темаһын үткәндә ошо ысулды ҡулланырға була.(слайд). Ә ял минуттарында һүрәттрҙә ҡулланылған төрлө анимациялар  дәрестә йылы атмосфера тыуҙыра. (слайд ) .
Дәрестә  мультимедиа һәм интерактив технологияһын ҡулланыу, минеңсә, баланың дөйөм үҫешенә ыңғай йоғонто яһай: уҡыусыларҙың компьютер менән эшләү күнекмәләре нығына, ул белем алыуҙа үҙаллылыҡҡа өйрәнә, күп яҡлы информацияға эйә була, телде өйрәнеүгә ынтылышы үҫә. Интерактив таҡтала бирелгән текстағы йәки һөйләмдәге хаталарҙы төҙәтеү, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе, һүҙҙәрҙе, тәржемә итеү мөмкинселеге бар. Бының өсөн ябайҙан ҡатмарлыға күсәгилешлек принцибын ҡулланырға мөмкин. Бындай дәрестәргә уҡыусылар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән йөрөй, һәр бер дәресте көтөп ала. Шулай уҡ башҡорт теле дәрестәрендә терәк – схемалар ҡулланыу ҙа бик отошло. Мәҫәлән, 10 класта үткән “Аҡсәскә” повесын алайыҡ. (слайд) 
.
Бөгөн дәрестәрҙә электрон дәреслектәр ҙә ҡулланыу уңайлы. Улар З.А.Сиражетдинов, Х.А.Толомбаев, М.С.Дәүләтшина тарафынан нәшер ителгән. Дәреслектәр уҡыусыларҙың телдәрен шымартыу, башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәтеү, һүҙ байлығын арттырыу өсөн ярҙам итә.
 Башҡорт телен уҡытыуҙа компьютер технологияларын ҡулланыу ҙур һөҙөмтәләргә ирешергә, белем сифатын күтәрергә ярҙам итә. Уҡыусыларыбыҙҙа телгә ҡарата һөйөү уята. Телдең һүҙлек байлығын, нескә мәғәнә биҙәктәрен, фекер тәрәнлеген асып бирә. Сөнки сағыу күргәҙмә материалдар, ҡыҙыҡлы күнегеүҙәр уҡыусылар күңеленә ятышлы.Үҙемдең фекеремде йомғаҡлап  Бөйөк Гетеның һүҙҙәрен иҫкә төшөрәһе килә. Уның йѳкмәткеһе бына шундай: буласаҡ уҡытыусы донъяға килгәндә уның баш осонда ѳс фәрештә пәйҙә була. Беренсеһе әйтә:
—Күңелең һинең мәңге йәш булыр, сѳнки һине һәр ваҡыт балалар уратып алыр…
Икенсеһе:
—Күңелең гел матур булыр, сѳнки һин балаларҙы яҡшылыҡҡа ѳйрәтәсәкһең,—ти.
—Һин бәхетле буласаҡһың, сѳнки хеҙмәтеңдең емештәрен татыясаҡһың, уҡыусыларың һинән юғарыраҡ бейеклеккә күтәреләсәк, ә шунан да ҙурыраҡ бәхет юҡ,—ти ѳсѳнсѳ фәрештә.
 Минең педагогик хеҙмәтемдең төп бурысы: һәр уҡыусыны булдыҡлылыҡҡа, әүҙемлеккә өйрәтеү, кәрәк урында хуплау, ҡыҙыҡһыныуын үҫтереү. Ә иң ҙур шатлыҡ, әлбиттә, уҡыусыларымдың һөҙөмтәләре, уларҙың шатлыҡтары, эҙләнеүгә ынтылыуҙары. Мин-уҡытыусы.Уҡытыусы булыуым менән мин  бәхетле!