Методический семинар по башкирскому языку на тему Баш?орт теле д?рест?ренд? у?ыусылар?ы? ижади ??л?тен ??тере??? проект технология?ын ?улланыу.


Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү мәғариф учреждениеһы
БР Өфө ҡалаһы Октябрь районы ҡала округының
141-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә проект технологияһын ҡулланыу.
Исхаҡова Гөлшат Харис ҡыҙы
Педагогик инициатива

Өфө – 2016
Йөкмәткеһе
Инеш………………………………………………………………................ 3
I бүлек. Проект методын өйрәнеү тарихы…..…………………................8
II бүлек. Нимә ул проект технологияһы?..................................................9
III бүлек. Мәктәптә уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә проект технологияһын ҡулланыу………………………………………………….18
IV бүлек. Проект эшмәкәрлегендә «Стена» (Padlet.com) интернет сервисын ҡулланыу....................................................................................................25
Йомғаҡлау………………………………………………………..................27
Ҡулланылған әҙәбиәт…………………………………………....................28
Ҡушымталар..............................................................................................29
Инеш
Мәктәптең төп бурысы - ысын шәхес тәрбиәләү. Ә уҡытыусының алдына ҡуйылған төп бурысы: үҙ иленә, тыуған төйәгенә, уның тәбиғәтенә, туған халҡына, уның рухи байлығына, туған теленә оло ихтирам һәм тәрән һөйөү тәрбиәләүҙән тора. Уҡытыусы дәрескә инер алдынан уның көнүҙәк мәсьәләһе булып түбәндәге һорауҙар тора: “Нисегерәк үткәрһәм ҡыҙыҡлыраҡ булыр?”, “Ниндәй алымдар ҡулланһам, ялҡытҡыс булмаҫ?”, “Ниндәй күләмдә һәм нисек өйрәтергә?”Ошо һорауҙарға яуап эҙләп уйланаһың, өйрәнәһең, уҡыйһың. Заман бер урында тормай, балаларҙың аң-кимәле лә йылдан-йыл  үҫешә, үҙгәрә. Шуға күрә мәғариф өлкәһендә һәр ун йыллыҡ һайын шаҡтай үҙгәрештәр булып тора: уҡыу-уҡытыуҙың йөкмәткеһе үҙгәрә, яңы программаларға ярашлы уҡыу әсбаптары ла яңыртылып тора, инновацион технологиялар индерелә һ.б. Бындай ваҡытта уҡытыусы үҙенең фәнен ни тиклем яҡшы белһә, үҙ эшенең оҫтаһы булһа, уҡыусыларға белем алыу еңелерәк була. Уҡытыусы заман менән бергә атлап, уҡыусыларына заманса дәрес бирергә тейеш. Ә дәрестең сифаты уҡытыусының методик оҫталығына бәйләнгән.
Балаларҙың һәләтен асыу – күп яҡлы һәм ҡатмарлы эш. Ул төплө әҙерлек, алдан планлаштырыуҙы һәм системалы эш алып барыуҙы талап итә. Ижади һәләтте үҫтереүҙең йөкмәткеһе киң. Был эш дәрестең һәр этабында дауам итә. Уҡытыусы баланың һәр фекерен ихтирам итеп, уны тыңларға, йүнәлеш  бирергә һәм үҫтерегә тейеш. Шулай уҡ баланың хыялына юл асырлыҡ ситуациялар булдырыу ҙа бик мөһим.
В.А.Сухомлинский: “Дәрес – ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡи инаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”,- тигән. Шул осҡондо тоҡандырыу, балала телгә ҡыҙыҡһыныу, теләк менән өйрәнеү һәм ижади һәләтен үҫтереү  өсөн уҡытыусы һәр дәресендә ғәжәпләнеү, һоҡланыу тойғолары уятырлыҡ заманса технологиялар, уҡытыу методтары  ҡулланырға  тейеш.
Һуңғы йылдарҙа бик күп яңы педагогик технологиялар тәҡдим ителде. Инновацион технологияларҙы уҡытыу процесында файҙаланыу – белем биреү сифатын күтәреү ҙә бик нәтижәле сара ул. Сөнки улар уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра, уҡыу материалын тәрәнерәк үҙләштереү теләге булдыра, уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереү мөмкинлеген бирә. Ошондай яңы алымдарҙың береһе - проект методы.
Шуларҙан сығып педагогик эшебеҙҙең темаһын билдәләйбеҙ: «Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә проект технологияһын ҡулланыу».
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә фекер йөрөтөргә өйрәткәндә, ғәҙәти эш алымдары менән бергә төрлө яңы технология алымдарын файҙаланыу уңышлы һөҙөмтәләр бирә. Тик уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмай, системалы рәүештә даими ҡулланырға кәрәк. Ошонан сығып, башҡорт дәүләт теле дәрестәрендә проектлау методын ҡулланыу эшебеҙҙең актуаллеге булып тора.
Эшебеҙҙең маҡсаты: уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә проект технологияһының эффектлы булыуын иҫбатлау.
Төп маҡсатҡа ярашлы түбәндәге конкрет бурыстар билдәләнде: 
1. Тема буйынса фәнни – методик әҙәбиәтте, дәреслектәрҙе, электрон дәреслектәрҙе, уҡыу программаларын байҡау; 
2. Ижади һәләтте үҫтереүҙә яңы технологиялар ҡулланыуҙың әһәмиәтен билдәләү; 
3. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә проект технологияһын ҡулланыуҙың эффектлы булыуын иҫбатлау. 
4.Уҡыусыларҙың ижади һәләте үҫешен баһалау өсөн диагностика үткәреү;
5.Тикшеренеү эшенең яуаптарын күләм һәм сифат яғынан анализлау.
6.Дәрес пландарын төҙөү һәм уҡытыу эшмәкәрлегендә ҡулланыу, тәжрибә менән уртаҡлашыу.
Маҡсат һәм бурыстар түбәндәге принциптар ярҙамында тормошҡа ашырға мөмкин: 
- коммуникатив йүнәлеш принцибы; 
- дифференциация һәм интеграция принцибы (һәр уҡыусының мөмкинлеге һәм шәхси һәләтен иҫәпкә алыу); 
- күргәҙмәлелек (ижади – тематик папкалар, таблицалар, таратма материалдар, яҙыусыларҙың портреттары, сюжетлы картиналар йыйылмаһы, ребустар, кроссвордтар һ.б.) 
- системалыҡ һәм эҙмә – эҙлелек; 
- аңлайышлылыҡ (һәр дәресте, аңлатҡан материалды, мәғлүмәтте бала ҡабул итерлек кимәлдә ойоштороу); 
- үҙаллылыҡ һәм әүҙемлек (уҡыусыларҙың актив эшсәнлеге арҡаһында ғына ижади һәләтте үҫтереп була). 
Тикшеренеү эшенең объекты: уҡытыу эшмәкәрлегендә проект методын ҡулланыу һәм уға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау.
Эштең тикшереү өлкәһе булып – ҡала мәктәптәрендәге уҡытыу процесы тора.
Тикшереүҙең предметы – ҡала мәктәптәрендәге төрлө милләтле уҡыусыларға проект технологияһы аша башҡорт телен өйрәтеү.
Проекттың гипотезаһы: яңы алымдар, технологиялар ҡулланғанда, уҡыусыларҙың башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныуын арттырып, ижади фекерләүен үҫтереп була.
Практик әһәмиәте: проектлау методын ҡулланыу уҡытыусыларҙа һәм методистарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр, артабан яңынан-яңы ғилми хеҙмәттәр менән байытылыр. Беҙҙең эшебеҙҙең һөҙөмтәләре дәрестәрҙе ойошторғанда уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтер, тип ышанабыҙ.
Методик бурыстарҙан сығып, проекттың этаптары һәм эш планы билдәләнде.
Проектты тормошҡа ашырыу этаптары:   
Әҙерлек этабы
2013-2014 уҡыу йылы -Проекттың маҡсат һәм бурыстарын билдәләү;
-Проекттың моделен булдырыу;
-Проблеманың фәнни-методик нигеҙҙәрен өйрәнеү;
-Уҡыусыларҙың ижади фекерләү кимәлен билдәләү;
-Фекерләүҙе үҫтереү алымдарын һайлау.
Эксперименталь этап
2014-2015 уҡыу йылы -Моделде ғәмәлгә индереү;
-Процесс барышында мониторинг үткәреү, һөҙөмтәләрҙе барлау;
- педагогик тема буйынса мәктәптә асыҡ дәрестәр биреү;
-Алдағы эшмәкәрлеккә корректировка яһау.
-мәктәп методик ултырышында алынған тема буйынса сығыш яһау;
Йомғаҡлау этабы
2015-2016 уҡыу йылы - Моделдең эффектив булыуын баһалау;
Һөҙөмтәләрҙе анализлау, проектты уҡытыу процесына индереү буйынса тәжрибә уртаҡлашыу, методик тәҡдимдәр әҙерләү.
Көтөлгән һөҙөмтәләр.
- Уҡыусыларҙың белеме, ижади активлығы үҫә;
- Уҡыусыларҙың тел өйрәнеүгә ҡарата мөнәсәбәттәре ыңғай яҡҡа үҙгәрә;
-Уҡыусылар тормоштағы төрлө ситуацияларҙа дөрөҫ йүнәлеш табалар;
-Фекерҙәрен телдән һәм яҙма рәүештә дөрөҫ белдерәләр;
-Мәғлүмәтте аңлы рәүештә ҡабул итәләр;
-Фекерҙәрен дәлилләй беләләр;
-Башҡа кеше фекерен хөрмәт итәләр;
-Белем алыу өҫтөндә үҙ аллы эшләй беләләр.
I бүлек. Проект методын өйрәнеү тарихы.
Проект технологияһы донъя педагогикаһында яңы асыш түгел. 20-се быуат башында Америкала педагогик мәсьәләләрҙе хәл иткән осорҙа килеп тыуған проблемаларҙы сисеү юлдарын эҙләү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән алымдарҙың береһе – ул проектлау методы.
Проект технологияһына нигеҙ һалыусы тип Америка ғалимы Дж.Дьюи иҫәпләнә. Ул уҡыу процесын уҡыусының ҡыҙыҡһыныусанлығына һәм танып белеү әүҙемлегенә нигеҙләнеп ойошторорға тәҡдим итә. Уның билдәләүенсә, уҡыусылар белем һәм тәжрибәне төрлө проблемаларҙы хәл итеү, ниндәйҙер продукттар етештереү, тәжрибә туплау нигеҙендә алырға тейеш. Был идеяны артабан Дж.Дьюиҙың уҡыусыһы У.Килпатрик дауам итә. Ул да уҡыусы эшмәкәрлегенең мотивацияһын тәшкил иткән теләк һәм ҡыҙыҡһыныуҙар уҡыу процесын ойоштороуға нигеҙ булырға тейеш тип иҫәпләй. Улар уйын проекттары, проект-экскурсиялар, хикәйәләү проекттары, конструктив проекттар кеүек эш төрҙәрен тәҡдим итәләр.
Ә беҙҙең илдә проект технологияһы 20-се быуаттың 30-сы йылдарында төрлө яҡлап үҫешкән шәхес тәрбиәләүҙә иң универсал алымдарҙың береһе тип ҡабул ителә. Тик теоретик яҡтан ныҡлы өйрәнелеп бөтмәү, уҡыу процесына комплекслы ҡараш булмау сәбәпле, был технология билдәле бер ваҡытҡа ҡулланылыштан туҡталып тора.
Бөгөнгө көндә был технология бик әүҙем рәүештә ҡулланылған технологияларҙың береһе тип әйтергә мөмкин.
II бүлек. Нимә ул проект технологияһы?
Бөгөнгө көндә педагогикала һәм мәктәп практикаһында “тикшеренеү эшмәкәрлеге”, “тикшеренеү методы”, “проектлау методы”, “проект технологияһы” кеүек төшөнсәләр киң ҡулланыла. Был иһә, бер яҡтан, хәҙерге заман белем биреү системаһында һәр баланың шәхси потенциалын үҫтереүгә шарттар барлыҡҡа килеүе тураһында һөйләһә, икенсе яҡтан, мәктәп фәндәрен эҙләнеү-тикшеренеү йүнәлешендә өйрәнеүҙең мөһимлеген билдәләй.
Уҡыусыларҙың ижади, тикшеренеү һәләттәрен үҫтереүҙә проект эштәре мөһим роль уйнай.
Проект эшмәкәрлеге ниндәйҙер проектты барлыҡҡа килтереүҙе күҙ алдында тота. Был эшмәкәрлек нигеҙендә уҡыусыларҙың танып-белеү күнекмәләрен үҫтереү, уларҙың үҙ аллы белем алыуы, информацион киңлектә эшләй белеүе, төрлө йәһәттән компетентлылыҡтарын үҫтереүҙәре, ижади фекерләү һәләттәре алғы планға сыға.
Проектлау технологияһы – педагогик процесты планлаштырыуҙа ҡулланыла торған үҙенсәлекле методик система ул. Проект һүҙе белем биреү процесын алдан күҙаллау тигәнде аңлата. Ысынлап та, дәрестә өйрәнеләһе материалдың йөкмәткеһен, уҡытыусының һәм уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеген, эш алымдарын, көтөлгән һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләп ҡуйыу проектлау технологияһының төп асылын тәшкил итә. Ул эште алдан планлаштырыуҙы, эҙмә-эҙлекле этаптар буйынса ойоштороуҙы һәм ҡатмарлана барған практик эштәрҙе башҡарып, балаларҙың үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереүҙе һәм төрлө күҙәтеү алымдарын ҡулланыуҙы күҙ уңында тота.
Проект өҫтөндә эште уңышлы үтәү өсөн шарттар: уҡыусыны эш талаптары менән таныштырып, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, күренештәрҙең төбөнә үтеп инергә өйрәтеү мөһим. Дәрестәрҙе төрлө типта, төрлө алымдар ҡулланып ойошторорға, күберәк актив методтарға һалырға (өлөшләтә эҙләнеү, проблемалы эҙләнеү методтары) кәрәк.
Проектлау методын төрлө маҡсаттарҙа, төрлө дәрестәрҙә ҡулланырға мөмкин. Әммә был тик ошо метод менән генә уҡытыу тигәнде аңлатмай, уны уҡытыусы үҙенә кәрәкле тип һанаған саҡтарҙа ғына ҡулланырға тейеш. Проект методы уҡыусының ихтыяр көсөн, ижади мөмкинлектәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, уҡыусылар фәнни-тикшеренеү эшенә йәлеп ителә.
Проект технологияһы түбәндәге бурыстарҙы үтәй:
Эш барышы уҡыусының кәйефенә тәьҫир итә һәм теманы өйрәнеүгә теләк уята.
Уҡыусыны билдәле бер тема өҫтөндә ижади эшләргә, төрлө сығанаҡтарҙы ҡулланып, үҙ аллы мәғлүмәт табырға өйрәтә.
Проект эшен ойоштороу барышында уҡыусылар үҙ-ара аралаша, бер-береһенә йоғонто яһай, уҡытыусы контролер ролен түгел, ә консультант ролен үтәй.
Бөтә уҡыу процесы уҡыусыға йүнәлтелә, уның ҡыҙыҡһыныуы, тормош тәжрибәһе һәм шәхси һәләттәре иҫәпкә алына.
Уҡыусыла конкрет проект буйынса конкрет эшкә индивидуаль һәм коллектив яуаплылыҡ уята.
Бергәләп эшләү уҡыусыға башлаған эште аҙағына тиклем еткерергә, эш һөҙөмтәһен документаль күрһәтергә өйрәтә.
Проект төрҙәре:
Өҫтөнлөклө эшмәкәрлек төрө буйынса: информацион, ижади, социаль, практик йүнәлешле, инновацион, уйын(ролле), тикшеренеү һ.б.
- Уйын проекты. Уның нигеҙендә ролләп уйнау ята. Уҡыусылар ниндәй ҙә булһа бер ситуацияны уйлап сығара (проекттың проблемаһы, маҡсаты билдәләнә), уҡыусы нимә өйрәтергә тейешлеге билдәләнә, төркөмдәрҙә эш ойошторола. Шунан сәхнәләштерелгән уйын буйынса һығымта яһала, дискуссия алып барыла.
- Эҙләнеү йәки тикшеренеү проекты. Был проект ныҡлы уйланылған структура талап итә: проекттың маҡсаты, актуаллеге, тикшеренеү предметын һүрәтләү, уның тураһында мәғлүмәтте анализлау, алдан билдәле факттар менән сағыштырыу, алынған һөҙөмтәләрҙе дөйөмләштереү кәрәклеге, нигеҙләнгән һығымталар. Һөҙөмтәлә мәҡәлә, реферат, доклад, видеосюжет, конференцияла фекер алышыу формаһында тәҡдим ителергә мөмкин.
- Ижади проект. Ул презентация, видеофильм, экспедиция, һүрәт, ниндәй ҙә булһа байрам сценарийы һ.б. формаларҙа булырға мөмкин. Был проект та эҙләнеү, ижади эш, һөҙөмтәне яҡлау этаптарынан тора. Мәҫәлән, «Ҡыҙыҡлы грамматика» китапсығын әҙерләү.
- Информацион проект. Исеменән күренеүенсә, ул мәғлүмәт менән бәйле. Уҡыусылар үҙҙәре мәғлүмәт таба, эштең һөҙөмтәһе газета, доклад, презентация рәүешендә бүтәндәргә баҫма формала таратыла йәки Интернет селтәренә урынлаштырыла.
- Логик-мәғәнәүи модель (ЛММ) – шулай уҡ проект технологияһының бер төрө. Унда мәғлүмәт схема рәүешендә тәҡдим ителә. Уртаға тема яҙыла, тикшереләһе мәсьәләләр координаталарҙа төйөндәр менән билдәләнә. ЛММ- кодлаштырылған конспект ул.
Уҡыусыларҙың һаны буйынса: индивидуаль (персональ), парлы, бәләкәй төркөмдәрҙә эш (биш уҡыусыға тиклем), төркөмдәрҙә эш (ун биш уҡыусы), класс, мәктәп, муниципаль, ҡала, республика кимәлендә;
Ваҡыты йәки дауамлылығы буйынса: мини-проекттан алып оҙайлы проектҡа тиклем.
Йөкмәткеһе буйынса: монопредмет, метапредмет. Мәҫәлән, әҙәби-ижади, тәбиғи-фәнни, экологик, лингвистик, мәҙәни, спорт, географик, тарихи, музыкаль һ.б.
Проект эшенең этаптарына килгәндә, түбәндәге эҙмә-эҙлелекте билдәләргә мөмкин:
Этаптар Эш йөкмәткеһе Уҡыусы эшмәкәрлеге Уҡытыусы эшмәкәрлеге
Әҙерлек Проекттың темаһын һәм маҡсаттарын билдәләү Фекер алышыу, тема һайлау Темалар тәҡдим итеү
Ижади төркөмдәр булдырыу Төркөмдәргә берләшеү, бурыстарҙы билдәләү Уҡыусыларҙы төркөмдәргә бүлеү
Проект эшенә материалдар әҙерләү Бергәләп проект эше өсөн эштәр, һорауҙар әҙерләү, әҙәбиәт һайлау
Отчет формаһын һайлау, һөҙөмтәне баһалау критерийҙарын билдәләү Форма һәм критерийҙар буйынса фекер алышыу Форма һәм критерийҙар тәҡдим итә
Планлаштырыу Мәғлүмәт йыйыу, анализлау сараларын асыҡлау Уҡытыусы тәҡдим иткәндәргә төҙөтмәләр индереү Төп әҙәбиәтте, мәғлүмәт йыйыу сараларын тәҡдим итә
Проектты эшләү әҙәбиәт менән эшләү, анализ, эҙләнеү эше алып барыу Мәғлүмәт эҙләү, системаға һалыу, дөйөмләштереү Консультация, уҡыусылар эшенә төҙәтмәләр индереү
Һөҙөмтәләрҙе әҙерләү Һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләнгән формаға ярашлы әҙерләү Һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләнгән формаға ярашлы әҙерләү Консультация, уҡыусылар эшенә төҙәтмәләр индереү
Презентация Башҡарылған эште тапшырыу Эш һөҙөмтәләре тураһында доклад Экспертиза ойоштороу, уҡытыусылар йәки башҡа класс уҡыусыларын саҡырыу
Эште баһалау Алдан билдәләнгән критерийҙарға ярашлы эште баһалау Коллектив фекер алышыуҙа, баһалауҙа ҡатнашыу Баһалау, эште дауам итеү мөмкинлектәрен билдәләү
Проект эшенең һөҙөмтәләре һәм уларға талаптар:
Проект эшенең һөҙөмтәһе булып теге йәки был предмет – продукт та, фекер йөрөтөү, эмоциональ, бергәләп эшләү тәжрибәһе лә булырға мөмкин. Тәүгеһе презентацияла күрһәтелһә, икенсеһе иһә рефлексия барышында билдәләнә.
Эштең һөҙөмтәһе: газета, журнал, сценарий, презентация, видеофильм, доклад, буклет, йыйынтыҡ, һүҙлек, һүрәттәр, плакаттар, альманах, музыкаль альбом, макет, web-сайттар, фильмдар һ.б.
Проект эшенә баһа бер нисә өлөштән торорға мөмкин: эксперт баһаһы, үҙ баһа, төркөм баһаһы; уҡытыусы баһаһы, проект консультанты баһаһы.
Проект эшенә ниндәй критерийҙар ҡуйылырға мөмкин һуң?
эштең йөкмәткеһенә ҡарата: актуаллек, проблеманың нигеҙләнеше
мәғлүмәти тулылыҡ
эштең тәрән, төплө алып барылыуы, ентекле анализ
логик эҙмә-эҙлелек
практик әһәмиәте
башҡарылыу сифаты
эштең индивидуаллеге: эшкә үҙ аллы һәм ижади ҡараш
эштә ҡатнашыу кимәле
эштең перспективаһы: һөҙөмтәләрҙе ҡуллана алыу мөмкинлеге
дауам итеү мөмкинлеге
дизайн
дискуссияға әҙерлек
һорауҙарға яуап бирә алыу
Проект эшмәкәрлеге барышында уҡыусыларҙың түбәндәге һәләттәре формалаша, үҫешә:
Проект эшенең шарттары Метапредмет Дөйөм предмет
Маҡсат һәм проблема Проблемаларҙы күрә, был проблеманы хәл итеү өсөн маҡсат һәм бурыстар ҡуя белеү Информацияны күрһәтеү өсөн кәрәкле саралар ҡуллана, эште планлаштыра белеү,
Практик һөҙөмтәләр алыу кәрәклеге Алынған белемдәрҙе ҡулланыу Яңы информация йыя һәм анализлай белеү, билдәле бер өлкәлә белемдәрҙе тәрәнәйтеү
Педагогик ситуациялар Ҡапыл килеп сыҡҡан проблемаларҙы хәл итеү, стандарт булмаған хәл итеүҙәр тәҡдим итеү Эште ойоштороу, актив рәүештә белем алыу, практик бурысты танып белеү йәки тикшеренеү бурысына әйләндереү
Танып белеүгә мотивация Проблемаларҙы хәл итеүҙең яңы юлдарын ҡулланышҡа индереү Төрлө сығанаҡтарҙан алынған белемдәрҙе дөйөмләштереү
Коллектив эшмәкәрлек Төркөмдәрҙә эшләү, командаға етәкселек итеү, төркөмдөң осрашыуын, дискуссияларҙы ойоштороу, хәл итеүҙәр Сағыштырыу, анализ, дөйөмләштереү, классификация эшләү
Аралашыу Хеҙмәттәшлеккә, аралаша белеү, тактҡа өйрәнеү, дискуссия алып бара, башҡаларҙың фекерҙәрен тыңлай белеү Информацияны ишетә, һорауҙар ҡуя, дәлилләй, телдән һәм яҙма рәүештә фекерҙәрҙе сағылдыра белеү
Эшмәкәрлек ирке Яуаплылыҡ, эштән ҡәнәғәтлек тойғоһо Предмет-ара категорияларҙы үҙләштереү, үҙ эшмәкәрлегеңде билдәләнгән маҡсат-бурыстарға ярашлы контролдә тотоу һәм баһалау
Эшмәкәрлек һөҙөмтәһен презентациялау Башҡарылған эш буйынса отчет эшләү Эште төрлө формаларҙа тәҡдим итеү, анализлай белеү
Рефлексия Объектив үҙ баһа биреү, көслө һәм көсһөҙ яҡтарҙы билдәләү Танып белеү һәм шәхси рефлексия формаларын үҙләштереү
Проект эшенең документтарын әҙерләү
Проект эшенең төп документтары булып уның паспорты һәм портфолио тора.
Портфолио (проект папкаһы) презентацияла тәҡдим ителгән мөһим компоненттарҙың береһе. Ул үҙ эсенә проект эшенең паспортын, эш планын, график, схемаларҙы, фотографияларҙы һ.б. документтарҙы алырға мөмкин. Шулай уҡ тикшеренеү, анализ һөҙөмтәләре, отчеттар, эскиздар, сценарийҙар, черновиктар булырға мөмкин. Портфолионың төп бурысы – эштең барышын, этаптарын күрһәтеү. Грамоталы төҙөлгән портфолио эште объектив баһаларға, һәр уҡыусының үҫешен, уңыштарын күрергә мөмкинлек бирә. Портфолио төҙөгәндә бөтә уҡыусылар ҙа ҡатнаша. Яуаплыны билдәләп ҡуйыу ҙа бик яҡшы.
Проект эшенең паспорты уҡыусылар тарафынан (уҡытыусы ярҙамында ла мөмкин) әҙерләнә. Паспортта нимәләр күрһәтелә һуң?
Проект эшенең исеме;
Ниндәй предмет сиктәрендә алып барылды?
Класс;
Маҡсат һәм бурыстар;
Проект төркөмөнөң составы;
Ваҡыты, сроктар;
Проект эшенең етәксеһе, консультанты;
Проект төрө;
Проект һорауҙары;
Аннотация
Эш һөҙөмтәләре;
Проект эшенең этаптары
Кәрәкле ресурстар, материалдар.
Проект эше уҡыусының интеллектуаль үҫешен тәьмин итә, уның фекерләү һәләтен үҫтерә, үҙ эшенә баһа бирергә өйрәтә. Эш дәрестең бер-нисә минутынан алып аҙна йәки айҙарға тиклем алып барылырға мөмкин. Ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү еңелдән түгел, эште үтәп сығыу уҡыусыла үҙ-үҙенә ышаныс, ғорурлыҡ тойғоһо уятыуы менән дә мөһим. Уҡыусылар төрлө сараларҙа ышаныслы сығыш яһай башлайҙар, конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнашалар. Ижади фекерләү, дөрөҫ телмәр уҡыусыла үҙ-үҙенә ышаныуҙы арттыра. Мәктәптәрҙә баланың рухи үҫешенә, үҙ аллы фекерләү һәләтенә, аҡыл үҫешенә ирешеү – һәр башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһының төп маҡсаты булырға тейеш.
III бүлек. Мәктәптә уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә проект технологияһын ҡулланыу.
Беҙҙең 141-се мәктәп коллективы ла яңы инновацион технологияларҙы өйрәнә, уларҙы ҡулланыуға индерә. Уҡыусыларҙың танып белеү эшмәкәрлеген активлаштырыуҙа, ижади һәләтен үҫтереүҙә быға тиклем билдәле булған алымдар менән бер рәттән бөгөнгө мәктәптә киң ҡулланылған проектлы уҡытыу методын файҙаланыу отошлораҡ.Үҙебеҙҙең педагогик эшмәкәрлегебеҙҙә 3-9 кластарҙағы йәш төркөмдәрендә проект технологияһын ҡулланабыҙ (Ҡушымта5,6). Мәғлүмәти, практик йүнәлешле, тикшеренеү проекттарын файҙаланабыҙ. Уҡыу-уҡытыу барышында уҡыусылар рефераттар яҙа, доклад менән сығыш яһай, рецензия, аннотация яҙыу күнекмәләре ала. Тикшеренеү проекттарын мәктәп сиктәрендә үткән ғилми-практик конференцияларында тормошҡа ашырабыҙ (уҡыусыларыбыҙ М.Аҡмулла, З.Вәлиди тураһында сығыш яһап, уңыш яулайҙар). Мәктәптә фәнни-тикшеренеү эштәре уҡыусыларҙы үҫтереү маҡсатынан сығып башҡарыла. Был ижади эш төплө белем алыу менән үрелеп барырға тейеш.
5-6 кластарҙа күберәк дауамлылығы буйынса мини-проекттар өҫтөндә эшләйбеҙ. Был кластарҙа проект методын ҡулланып балалар төрлө эштәрҙең, күнегеүҙәрҙең маҡсатын ҡуйырға, төп һөҙөмтәне асыҡларға, уны аныҡ итеп әйтергә өйрәнә. Беҙ дәрестә балаларға берәй тема буйынса мәҡәл-әйтемдәр табырға, ошо мәҡәлдәрҙең билдәле бүлектәр буйынса каталогын төҙөргә, фразеологизмдарҙың һүҙлеген төҙөргә ҡушабыҙ. Ошо рәүешле уҡыусыларға төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт табырға, мини-проектта ҡатнашыусылар менән аралашырға, эшмәкәрлегеңдең планын билдәләп ҡуйырға һәм үҙеңдең эшеңдең һөҙөмтәһен күрергә мөмкинселек бирәбеҙ.
8 класс уҡыусылары менән «Ҡышҡы әкиәт» (башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары әҫәрҙәренә таянып үткәрелде) дәресен үткәрҙек. Һөҙөмтәлә уҡыусылар проект эшен төҙөнөләр. Дәрескә тиклем балалар төркөмдәргә бүленделәр. Дәрес һуңына һәр төркөм материал туплап «Башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары әҫәрҙәрендә ҡыш образы» темаһына проект эшен төҙөнө. Дәрестең беренсе этабында балалар «Ҡыш» һүҙенә ассоциаграммалар төҙөнө: «ҡыш» - шыршы, уйындар, шатлыҡ, ҡар,һалҡын…Һуңынан төркөмдәр ассоциаграммалар менән алышынып үҙ эштәрен тулыландырҙы. Дәрестең икенсе этабында уҡыусылар ҡыш тураһында үҙҙәренең яратҡан шиғырҙарын уҡыйҙар, комментарий бирәләр, шиғырҙан ҡыштың сағыу образын тыуҙырған һүҙбәйләнештәрҙе, тасуири һүҙҙәрҙе яҙалар(эпитеттар, метафоралар, сағыштырыуҙар). Артабан яҙып алған һүҙҙәрҙе ҡулланып шул шиғыр хаҡында ҙур булмаған хикәйә төҙөйҙәр. Дәрестең өсөнсө этабында балалар ҡыш тураһындағы йырҙарҙы иҫкә алып, йырлайҙар. Һуңынан бөйөк композиторҙар яҙған музыканы тыңлап, шул музыкаль пьесаның төп мотивын асыусы шиғри йә прозаик өҙөк тәҡдим итәләр. Дәрестең дүртенсе этабында балалар үҙҙәрен картина галереяһында итеп хис итәләр. Билдәле рәссамдарҙың ҡыш тураһында картиналары араһынан оҡшағанын һайлап алалар. Картинаны яҙған рәссам тураһында мәғлүмәт тә табалар, үҙ фекерҙәрен дәфтәргә яҙып ҡуялар. Дәрестең бишенсе этабында биш юлдан торған шиғыр ижад итеп, проект эштәренә яҙып ҡуялар (элек Японияла «танка» тип аталған биш юлдан торған ҡәтғи рифмаға, баҫымлы-баҫымһыҙ ижектәрҙең сиратлашыуына ҡоролмаған, тик авторҙың уй-тойғоларын асып биргән шиғри юлдар яҙғандар ). Шиғырҙың беренсе юлы – бер, икенсеһе – ике, өсөнсөһө – өс, дүртенсеһе – дүрт, бишенсеһе – бер һүҙҙән торорға тейеш. Беренсе юлда – шиғырҙың темаһы, икенсе-дүртенсе юлдарҙа – шиғырҙың йөкмәткеһе, бишенсе юлда – һығымта яһала, философик фекер әйтелә. Дәрестең һуңында балалар проект эштәрен тейшенсә атап, матурлап, уларҙы яҡларға әҙерләнәләр. Һөҙөмтәлә уҡыусылар ҡулъяҙма йыйынтығы, стена гәзите, презентация проекттарын эшләнеләр. Бындай эш төрө уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу, яуаплылыҡ, үҙ-үҙенә ышаныс тәрбиәләй, дәрестә үҙен күрһәтә алмаған балаға һәләтен асыу өсөн өҫтәлмә мөмкинлек бирә.
Дәрестә шулай уҡ ижади, тикшеренеү проекттары өҫтөндә лә эшләйбеҙ. 8 класс уҡыусылары «Минең ғаиләм тарихы» проектын эшләнеләр. Проект өҫ-төндә эш түбәндәге таблица буйынса алып барылды.
Проблема Беҙ үҙебеҙҙең ғаилә, ата-бабалар тарихын, шәжәрәбеҙҙе насар беләбеҙ
Ни өсөн? Ҡыҙыҡһынмайбыҙ
Етерлек мәғлүмәт һаҡланмаған
Ғаилә традицияларының булмауы
Ата-әсәләрҙең дә ғаилә тарихын насар белеүе
Өләсәй-олатайҙарҙың йыраҡ йәшәүе, бәйләнештең ныҡ булмауы
Нимә эшләргә? Ғаилә тарихын өйрәнергә
Нисек? Өләсәй-олатайҙарҙан, атай-әсәйҙәрҙән, туғандарҙан ғаилә тарихы тураһында мәғлүмәт алырға
Ғаилә ҡомартҡыларын, документ-фотоларын өйрәнеү
Нимә алабыҙ?(һөҙөмтә) «Минең ғаиләм тарихы» проекты
Танып-белеү (ата-бабалар, ғаилә тарихы тураһында белем)
Тәрбиәүи (патриотик, рухи-әхләки тәрбиә)
Үҫтереүсе (коммуникатив, информацион компетентлылыҡ)
Килеп сыҡҡан проблеманы хәл итеү өсөн уҡыусылар ғаилә ҡомартҡыларын тикшерәләр, кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы фотолар эҙләп табалар. Ил, халыҡ тарихының яҙмышы ата-бабаларының яҙмышында сағылыш табыуы хаҡында һығымта яһайҙар. Бындай эштәр, беренсенән оло һәм йәш быуынды яҡынайта, бер-береһен ихтирам итеү тойғоһон тәрбиәләй, икенсенән, уҡыусыларҙа үткән быуын вәкилдәренең йәшәү рәүешенә ҡыҙыҡһыныу уята.
Бынан тыш, проектты әҙерләү этабында мәғлүмәтте йыйыу һәм системаға килтереү оҫталығы һалына. Шул рәүешле мәғлүмәти һәм коммуникатив компетенциялар формалаша. Шулай уҡ танып-белеү процесы ла бик мөһим. Уҡыусылар фотолар, ғаилә ҡомартҡылары аша ғаиләләре тарихын өйрәнәләр, белергә тырышалар. Был иһә, үҙ сиратында, кешеләрҙең йәшәү рәүешенә, үткән дәүергә ҡыҙыҡһыныу уята.
Һәр йыл миҙгелендә уҡыусыларым менән экскурсияларға сығабыҙ. Экскурсияға барыр алдынан балаларға унда ниндәй маҡсат менән барыуыбыҙ, нимәләргә иғтибар биререгә кәрәклеге әйтелә. Экскурсияла алған тәьҫораттары, хәтерҙәрендә ҡалған картина буйынса төрлө ижади проект эштәре башҡаралар, бәләкәй китапсыҡтар эшләйҙәр. Балаларҙың иғтибарын Ҡариҙел буйындағы экологик проблемаларға ла йүнәлтәм. Ошондай экскурсияларҙан һуң экологик проблемаларға бәйле проект эштәрен дә башҡарабыҙ. (беренсе төркөм балалар доклад менән сығыш яһай, икенсе төркөм – презентация эшләй, өсөнсөһө – һүрәт ярҙамында Һупайлы биҫтәһенең экологик хәлен һүрәтләй ).
Уҡыусыларҙың проектлау технологияһы ярҙамында ижади һәләттәрен асыҡлау өсөн түбәндәге эштәрҙе тәҡдим итәбеҙ:
а) 1-2 минут эсендә ниндәйҙер йәнлек тураһында хикәйә төҙөргә һәм 5 минут дауамында телдән һөйләп бирергә;
б) Фломастерҙар ярҙамында ҡағыҙ битендә биш минут эсендә картина эшләргә;
в) Мәҡәл йәки әйтемдәргә комментарийҙар бирергә;
г) Тыштағы берәй күренеште 3-5 һөйләм менән һүрәтләп бирергә;
д) Теге йәки был һүҙ менән бәйле ассоциацияларҙы билдәләргә.
Был һорау һәм эштәрҙе анализлағанда тиҙлеккә, оригиналь хәл итеүҙәргә, бай фантазияға, яуаптарҙың тулылығына, тәрәнлегенә иғтибар итәбеҙ.
Проект эшен башлар алдынан уҡыусыла ҡыҙыҡһыныу уятырға тырышабыҙ. Был бер нисә юл менән булдырыла:
а) перспективаға баҫым. Тикшеренеү барышында формалашасаҡ һәләттәр киләсәктә лә кәрәгәсәгенә акцент яһала. Мәҫәлән, вузда уҡығанда.
б) үҙеңдең кәрәклегеңә, мөһимлегеңә баҫым. Тикшеренеү эше алып барыу уҡыусыла уның үҙ аллы, үҙенсәлекле булыуына, башҡаларға оҡшамауына ышаныуына булышылыҡ итә. Үҫмерлек осоронда был бик мөһим.
в) еңеүгә ынтылыш. Төрлө конференцияларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, еңеүҙәр яулау стимул була ала.
г) тема менән ҡыҙыҡһындырыу. Уҡыусы үҙе уны ҡыҙыһындырған теманы һайларға тейеш. Уҡытыусы уға бары тик темалар исемлеген йәки актуаль, уҡыусының ҡыҙыҡһыныуҙары менән бәйле теманы тәҡдим итә ала.
д) уҡыусы менән бәйләнеш. Яҡшы уҡыусы һәм уҡытыусы мөнәсәбәттәре бөтә төр эшмәкәрлектәрҙең һөҙөмтәлелегенә нигеҙ булып тора.
Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың ижади һәләтен үҫтереүҙә проект технологияһының эффектив булыуын билдәләү өсөн диагностика үткәрҙек. Эксперементаль класс итеп 8б класын, контроль класс итеп 8а класын алдыҡ. Тәүҙә уҡыусыларҙың ижади әүҙемлеген белер өсөн анкета һорауҙарына яуап бирҙек (Ҡушымта 3). Проект технологияһын ҡулланған 8б класы уҡыусыларының ижади әүҙемлеге юғары, ә 8а класында – уртаса кимәлдә икәнен күрҙек (Ҡушымта 1).

Тикшереү эштәре үткәреп уҡыу кимәлен белдек. Мәҫәлән, йыл һуңында проект технологияһы ҡулланып эшләгән эксперементаль 8б класында уҡыу сифаты - 85%, ә традицион формала үткәрелгән 8а класында уҡыу сифаты - 65% (Ҡушымта 2). Был күрһәткес тә практикала проектлау методын ҡулланыу бик уңышлы икәнен дәлилләй.

Беҙ шулай уҡ эксперементаль класта уҡыусыларҙың проект технологияһына ҡарашын белер өсөн анкета үткәрҙек (Ҡушымта 4). Анкетаның һөҙөмтәләре уҡыусыларҙың проект өҫтөндә эшләүҙе хуп күреүҙәрен күрһәтә. Анкетаның бер-нисә һорауын яҙып китәм:
Проект өҫтөндә эшләү һиңә оҡшаймы? – эйе (бөтәһе лә)
Әгәр ҙә эйе яуабы булһа, ни өсөн оҡшай? (Ғәҙәти булмаған эш, төркөмдә эшләү оҡшаны)
Башҡорт теленән тағы шундай проекттар эшләргә теләгең бармы? Эйе (бөтәһе лә).
Проект өҫтөндә эш нимәгә өйрәтте?
- мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләргә
- тикшеренеү эшмәкәрлеге алымдарына
- эш барышында фекер алышыуҙа ҡатнашыуға
- үҙеңдең һәм коллектив эштең һөҙөмтәләрен күрһәтә белергә
Проект эше башҡорт теле предметына ҡыҙыҡһыныуҙың артыуына булышлыҡ иттеме?
- тулы кимәлдә
- байтаҡ ҙур кимәлдә
- өлөшләтә булышлыҡ итте
- булышлыҡ итмәне һ.б.
Проект эшенең һөҙөмтәһе буйынса түбәндәге һығымтаға килергә була:
Эксперименталь кластарҙа уҡыу сифатының 10%-ҡа тиклем күтәрелеүе;
Эксперименталь кластарҙа контроль кластар менән сағыштырғанда йыл аҙағына уҡыу сифатының юғары кимәлдә булыуы;
Проектлау методының эффекты:
телде аңлау, телмәрҙе тыңлау, һүҙлек запасы туплау, диалогик һәм монологик телмәрҙең үҫеше;
уҡыусыларҙың фонетик һәм лексик яҡтан белемдәре камиллаша.
Проект эше уҡыусының интеллектуаль үҫешен тәьмин итә, уның фекерләү һәләтен үҫтерә, үҙ эшенә баһа бирергә өйрәтә. Ә баланың үҙ аллы фекерләү һәләтенә, аҡыл үҫешенә ирешеү – һәр уҡытыусының төп маҡсаты.
IV бүлек. Проект эшмәкәрлегендә «Стена» (Padlet.com) интернет сервисын ҡулланыу.
Билдәле булыуынса, проект эше менән шөғөлләнгәндә балалар йыш ҡына төрлө интернет ресурстарға мөрәжәғәт итә. Был, үҙ сиратында, уҡыусылар эшен төрлөләндерә, ҡыҙыҡлыраҡ итә. Йыш мөрәжәғәт иткән ресуртарға learningаpps.org, padlet.com, puzzlecup.com ресурстары инә. Шулар араһынан проект эшен башҡарғанда иң уңайлыһы булып padlet.com онлайн сервисы тора.
Ябай стенаны күҙ алдына килтерәйек. Стена элек-электән киң аралашыу сараларының береһе булған. Тап шул стенала беҙ һәр ваҡыт берәй нимә һатылыуы йә һатып алыныуы тураһында иғландар, урындағы администрация приказдары, йә берәйһенең мөхәббәте, кемгәлер нәфрәт һүҙҙәре, йә булмаһа берәй ирекле рәссам ижадын күрәбеҙ.
Онлайн  Padlet сервисы нәҡ ошо ҡала стенаһының туранан тура цифрлы нәҫеле булып тора.Һеҙ, йә теләгән берәй кеше, ошо стенала үҙенең автографын ҡалдырырға, картина беркетергә, үҙенең файлын йә иғланын урынлаштырырға мөмкин.
Мәктәптә «Стена» сервисын уҡыусылар менән 2015 уҡыу йылында ғына ҡуллана башланыҡ. Шуға ҡарамаҫтан был сервис балалар күңелен яулап уҡ алды. Проект эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгәндә «Стена» сервисы бик уңайлы һәм күп функциялы технология ролен үтәй. Уҡыусылар проект эше өсөн туплаған материалдарын флешкаға түгел, ә әҙер стенаға беркетә. Уҡытыусы, үҙ сиратында, тупланған материалды тикшереп баһалай бара. Төркөмдә эшләгән ваҡытта балалар стеналағы бер-береһенең материалына төҙәтмәләр индерергә мөмкин.
«Стена» сервисының ыңғай яҡтары:
- Компьютерҙан интернетҡа сығыу етә, программалар кәрәкмәй.
- Электрон почта, дисктар, флешкалар ярҙамында информация йөрөтөү кәрәкмәй.
- Регистрацияһыҙ ҙа стенала эшләргә мөмкин.
- Ҡорамалдарға һәм программаларға финанс сығымдары ҡырҡа кәмей.
- Ваҡыт экономиялана.
- Бер үк ваҡытта бер-нисә кеше ҙур документтар, таблицалар менән эшләй ала.
- Дөйөм проекттар өҫтөндә эшләү мөмкинлеге киңәйә.
- Һәр бер уҡыусының индергән өлөшөн тикшереп, баһаларға мөмкин.
- Дистанцион уҡыуҙы алып барыу еңеләйә.
- Теләгәнсә стена биттәрен эшләргә мөмкин.
Дөйөмләштереп әйткәндә, Padlet - интуитив, уңайлы, күп функциялы һаҡлау, ойоштороу, төрлө материалдар менән бергәләп эшләү сервисы.
Йомғаҡлау.
Бөгөн башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен, ижади һәләттәрен үҫтереү – иң төп бурыстарҙың береһе. Методикала телмәр үҫтереү проблемаһы һәр саҡ актуаль булған. Уҡыусыларҙы үҙ фекерен грамоталы бирә белергә, төрлө характерҙағы мәғлүмәтте үҙләштерергә һәм шул турала һөйләп бирергә, телмәр мөхитен иҫәпкә алып эш итергә өйрәтеүҙә проект методы бик тә отошло. Әгәр уҡытыусы дәрестең ниндәйҙер бер этабында проект методын ҡулланып проблемалы һорау ҡуя белә икән, тимәк ул уҡыусыларын уйланырға мәжбүр итә һәм ижади эшләтә ала.
Минең уйымса, проект методын дәрестәрҙә ҡулланыу уҡытыусыларҙа һәм методистарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр, артабан яңынан-яңы ғилми хеҙмәттәр менән байытылыр. Беҙҙең эшебеҙҙең һөҙөмтәләре дәрестәрҙе ойошторғанда уҡытыусыларға методик ярҙам күрһәтер, тип ышанабыҙ.
Эшебеҙ инештән, дүрт бүлектән, йомғаҡлауҙан, ҡуланылған әҙәбиәт исемлегенән һәм ҡушымтанан торҙо.
I бүлектә проект технологияһын өйрәнелеү тарихы ҡаралды.
II бүлектә проект технологияһының төрҙәре, эш этаптары тураһында яҙылды.
III бүлектә проект методын башҡорт теле дәрестәрендә, мәктәптә ҡулланылыуы тураһында әйтелде.
IV бүлектә проект эшмәкәрлегендә «Стена» (Padlet.com) интернет сервисын ҡулланыу хаҡында яҙылды.
Проект технологияһын ҡулланып һәр дәрестә уҡыусыларҙың өндәрҙе дөрөҫ әйтеүенә, уларҙың телмәрен, ижади һәләтен үҫтереүгә, һөйләмдәрҙә һүҙҙәрҙе урынлы һәм дөрөҫ ҡулланыуына, уҡыусыларҙың үҙ-ара аралаша алыуына, диалогтар, хикәйәләр төҙөй белеүенә, уҡығанды үҙ һүҙҙәре менән һөйләй алыуына булышлыҡ итәбеҙ. Шулай уҡ проект эше белемде үҙ-аллы табырға, башҡаларға ярҙам итергә өйрәтә, уҡыусыларҙа башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уята. Был иһә, беҙгә, уҡытыусыларға, бик отошло.
Ҡулланылған әҙәбиәт
Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологияларҙы ҡулланыу (методик ҡулланма). – Өфө, НМЦ “Педкнига”, 2008. – 204 бит.
Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 1-се, 2-се киҫәк. – Өфө:Китап, 2010/ 2011. – 120 бит.
Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. – Китап, 2009. – 128 б.
Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу.-Өфө: Китап, 2009.-176 бит.
Полат Е.С. Новые педагогические и информационные технологии в системе образования.-М: Издательский центр “Академия”,2004, - 272с.
Полат Е.С. Как рождается проект.-Москва, 1995.- 298 с.
Толомбаев Х.А. Башҡорт телен уҡытыуҙа көнүҙәк мәсьәләләре. (“Башҡортостан уҡытыусыһы”, №5, 2005 йыл, 36-38-се биттәр.
Баһауетдинова М.И. Уҡыусыларҙың эҙләнеү-тикшеренеү эштәрен ойоштороу. – Өфө, 2012. – 128 б.
Пахомова Н.Ю. Метод учебного проекта в образовательном учреждении. – М.: Аркти, 2003.
Сергеев И.С. Как организовать проектную деятельность учащихся. – М.: Аркти, 2007.
Сергеев И.С. Как организовать проектную деятельность учащихся: Практическое пособие для работников образовательных учреждений. – М.: АРКТИ, 2003.
Савенков А.И. Содержание и организация исследовательского обучения школьников. – М.: «Сентябрь», 2003. – 204 с.
Интернет селтәре.
Ҡушымта 1

Ҡушымта 2

Ҡушымта 3
Анкета «Уҡыусыларҙың ижади һәләте, әүҙемлеге»
Тәҡдим ителгән ситуацияларҙан һиңә тап килгәндәрен һайлап яуап бир.
Әгәр үҙ өйөмдө төҙөһәм:
а) үҙемдең проектым буйынса төҙөр инем;
б) картинала күргән өйҙө төҙөр инем;
в) тәҡдим ителгән проект буйынса төҙөр инем.
2. Маҡсаттар араһынан мин һайлайым:
а) ҡыҙыҡлыһын;
б) ауырын;
в) еңелен.
3. Дәрестәрҙең ошолай булыуын теләйем:
а) яңы күп эштәр булһын;
б) бөтәһе лә эшләһен;
в) күңелле булһын.
4. Оҡшағанан телевизион тапшырыуым:
а) «Хайуандар донъяһында»;
б) «Мөғжизәләр яланы»;
в) «Көлкөлө панорама».
5. Сәйәхәткә сыҡҡас һайлаған маршрутым:
а) өйрәнелмәгән маршрут;
б) кешеләр кәңәш иткән маршрут;
в) уңайлы маршрут.
Тикшеренеү һөҙөмтәһе.
Һәр яуаптың «а»вариантына – 2 балл, «б» - 1 балл, «в» - 0 балл.
- 7 балдан күберәк – баланың ижади һәләте юғары кимәлдә;
- 6- 4 балл – баланың ижади һәләте асылыуға ҡарамаҫтан, ул йыш ҡына уларҙы дөрөҫ ҡулланмауҙа шикләнә;
- 3 балдан әҙерәк – бала күпселек осраҡта эшен шаблон буйынса башҡара
Ҡушымта 4
Анкета «Проект технологияһы»
Һеҙ проект эшендә ҡатнашаһығыҙмы?
Эйе. Ни өсөн?
Юҡ.
Проект эшенә уҡытыусы тәҡдим иткән тема, проблема менән ризаһығыҙмы?
Эйе. Ни өсөн?
Юҡ.
Үҙегеҙ проект темаһын тәҡдим иткәнегеҙ бармы?
Эйе. Ни өсөн?
Юҡ.
Проект өҫтөндә эшләгәндә ваҡытты дөрөҫ бүләһегеҙме?
Эйе. Ни өсөн?
Юҡ.
Ниндәй мәғлүмәти сығанаҡтар ҡулландығыҙ?
Материалды өйрәнеүҙәге яңылыҡтар:
Бөтәһе лә яңы булды
Күп нәмә яңы булды
Яңылыҡ аҙ булды
Яңылыҡтар булманы
Материалды ниндәй кимәлдә үҙләштерҙең?
- тулы кимәлдә
- байтаҡ ҙур кимәлдә
- өлөшләтә
- үҙләштермәнем
8. Проект өҫтөндә эш нимәгә өйрәтте?
- мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләргә
- тикшеренеү эшмәкәрлеге алымдарына
- эш барышында фекер алышыуҙа ҡатнашыуға
- үҙеңдең һәм коллектив эштең һөҙөмтәләрен күрһәтә белергә
9. Проект эше башҡорт теле предметына ҡыҙыҡһыныуҙың артыуына булышлыҡ иттеме?
- тулы кимәлдә
- байтаҡ ҙур кимәлдә
- өлөшләтә булышлыҡ итте
- булышлыҡ итмәне
10. Проектэшендә нисек ҡатнаштың?
- актив
- етерлек актив түгел
- пассив
11. Проекттың иң оҡшаған этабы:
- мәғлүмәт йыйыу
- тикшеренеү этабы
- йыйылған материалды эшкәртеү, проектты сығышҡа әҙерләү
- эште биҙәү, презентация
12. Проект эше һөнәри ҡыҙыҡһыныуға булышлыҡ иттеме?
- тулы кимәлдә
- байтаҡ ҙур кимәлдә
- өлөшләтә булышлыҡ итте
- булышлыҡ итмәне
Ҡушымта 5
Башҡорт халҡының мәҙәниәтен өйрәнеүгә арналған проект эше.
1.Проект эшенең исеме: Ҡурай тауышы.
2.Проект “Башҡорт теле” дәресе булараҡ алып барылды.
3.Класс: 10
4.Маҡсат: балаларҙы башҡорт халыҡ инструменты - ҡурай менән таныштырып халҡыбыҙҙың мәҙәниәтен өйрәнеү.
Бурыстар:
1) ҡурайҙың барлыҡҡа килеүе тураһындағы легенда менән, ҡурайҙа уйнаусы мәшһүр оҫталар менән таныштырыу;
2) телмәр, фекерләү ҡеүәһен, уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләү, эҙләнеү күнекмәләрен, монологик телмәрҙе үҫтереү;
3) башҡорт халҡының милли музыкаль ҡоралына ҡыҙыҡһыныу уятыу,башҡорт сәнғәтенә, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү.
5.Үткәреү ваҡыты: 10 апрель 2014 йыл
6.Проект эшенең етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
7.Проект төркөмөнөң составы: 20 кеше
8. Проект төрө: презентация
9.Аннотация: Проект эше уҡыусыларҙың халҡыбыҙ мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ бер өлөшө булған милли музыка ҡоралы - ҡурайҙың тергеҙелеүе буйынса өҫтәмә белемдәр алыуына йүнәлтелгән.
10. Проект һорауҙары:
- нимә ул ҡурай?
- уны нимәнән яһайҙар? нисек?ул үлән ҡайҙа үҫә?
- ҡурай һүрәтен ҡайҙа йыш күрәһегеҙ?
- башҡорт ҡурайын ҡайҙарҙа беләләр?
- Азат Айытҡолов ҡайһы илдәрҙә ҡурай уйнай?
Проблемалы һорауҙар:
ҡурайҙа уйнау традицияһы нисек тергеҙелгән?
ҡурай моңон һаҡлар, ҡурай сәнғәтен үҫтереү өсөн нимәләр эшләргә кәрәк?
ҡурай башҡорт халҡының тормошонда ниндәй урын тота?
11. Проект эшенең этаптары:
Этаптар Эш йөкмәткеһе
Әҙерлек Проекттың темаһын һәм маҡсаттарын билдәләү
Ижади төркөмдәр булдырыу
Проект эшенә материалдар әҙерләү
Отчет формаһын һайлау, һөҙөмтәне баһалау критерийҙарын билдәләү
Планлаштырыу Мәғлүмәт йыйыу, анализлау сараларын асыҡлау
Проектты эшләү Әҙәбиәт менән эшләү, анализ, эҙләнеү эше алып барыу
Һөҙөмтәләрҙе әҙерләү Һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләнгән формаға ярашлы әҙерләү
Презентация Башҡарылған эште тапшырыу
Эште баһалау Алдан билдәләнгән критерийҙарға ярашлы эште баһалау
12. Кәрәкле ресурстар, материалдар: һүрәттәр,китаптар күргәҙмәһе, мультимедиа проекторы, видеояҙма, аудиояҙма, “Башҡорт теле” дәреслеге, шиғырҙар, уҡыусыларҙың иншалары.
13. Эш һөҙөмтәләре. Уҡыусылар тәҡдим иткән слайдтар, ижади эштәр.
Ҡушымта 6
Тема: Башҡортостандың йылға-күлдәре.
Маҡсат: Башҡортостандың йылға-күлдәре менән танышыу, экологик белемде киңәйтеү, тема буйынса проект эше төҙөү.
Уҡыусыларҙың тасуири уҡыу күнекмәләрен, логик фекерләүен үҫтереү.
Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: дәреслек,тәбиғәтте, һыу ятҡылыҡтарын кәүҙәләндергән һүрәттәр, экран, мультимедиа проекторы.
Дәрес барышы:
I. Ойоштороу моменты.
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Балалар, бөгөн беҙҙә ғәҙәти дәрес түгел, беҙгә ҡунаҡтар килгән. Әйҙәгеҙ улар менән иҫәнләшәйек. Ултырығыҙ!
Уҡыусылар, һеҙ мәктәпкә ниндәй кәйеф менән килдегеҙ? Кәйефегеҙҙе күрһәтегеҙ әле! (йылмаялар) ошо матур, күтәренке кәйеф менән дәресте артабан дауам итәйек.
Бөгөн дәрестә кем дежур? (Бөгөн ун өсөнсө март, кесаҙна. Дәрестә ... юҡ. Тышта йылы. Һау торошо -1С. Ҡар яуа/яумай. Ҡояш яҡтырта.)
II. Артикуляцион күнегеү.
- Уҡыусылар, әйҙәгеҙ телдәрҙе шымартып алайыҡ. Тәүҙә мин уҡыйым, аҙаҡ хор менән уҡырбыҙ. (Экранда шиғыр сыға)
1-се слайд.
- Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас.
- уы-уы-уы - татлы шул шишмә һыуы,
уа-уа-уа - хуш еҫ бөркә ҡырҙа һауа,
уа-уа-уа - үҙе инде бер дауа,
уы-уы-уы - ялан буйлап атлауы.
- Афарин, уҡыусылар!
III. Өйгә эште тикшереү.
(Өйгә уҡырға бирелгән тексты һөйләтеү - 93-сө бит, 238-се күнегеүҙә бирелгән тексты 2 уҡыусы һөйләй)
Текст буйынса һорауҙарға яуап биреү.
- Башҡортостан тәбиғәте ниндәй?
- Ҡағыҙ нисә йыл серей? Быяла? Ә полиэтилен серейме?
Экранда һандары төшөрөп ҡалдырылған һөйләм яҙылған.
Уҡығаныбыҙҙы йомғаҡлау өсөн һөйләмде тултырып уҡыйбыҙ.
2-се слайд.
Ерҙә ҡағыҙ ... йыл серей, быяла ... йыл ята, полиэтилен бөтөнләй серемәй.
(Уҡыусылар һөйләмде руссаға ла тәржемә итәләр )
IV. Дәрескә проблемалы һорау ҡуйыу.
- Бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһын асыҡлау өсөн мин һеҙгә бер видео өҙөк тәҡдим итәм. Ә һеҙ был сюжет нимә хаҡында икәнен билдәләргә тейеш. Экранға иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ.
3-сө слайд.
(экранда видео өҙөк)
- Был сюжет нимә хаҡында? (Башҡортостан тәбиғәте, йылға-күлдәре тураһында) Эйе, дөрөҫ.
- Афарин! Тимәк, беҙ бөгөн нимә хаҡында һөйләшәбеҙ тип уйлайһығыҙ? (Башҡортостан тураһында,йылға, күлдәр хаҡында).
V. Яңы тема өҫтөндә эш.
- Дөрөҫ, бөгөн беҙ Башҡортостан тураһында һөйләшеүебеҙҙе дауам итербеҙ, илебеҙҙең йылға-күлдәре менән танышырбыҙ. Тәбиғәтте һаҡлау өсөн ни эшләргә кәрәк? Бергәләп ошо һорауға ла яуап бирергә тырышырбыҙ. Тема буйынса проект эше төҙөрбөҙ. Ә хәҙер дәфтәрҙәрҙе асып, бөгөнгө числоны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.
4-се слайд.
Ун өсөнсө март, кесаҙна.
Башҡортостандың йылға-күлдәре.
Әңгәмә.
- Башҡортостан тәбиғәте бик бай. Ҡалын урмандар, мул һыулы йылғалар, бейек тауҙар, зәңгәр күлдәр иле ул. Матур шул беҙҙең еребеҙ! (Таҡталағы Башҡортостан тәбиғәтен кәүҙәләндергән һүрәттәрҙе ҡарайбыҙ.)
Ләкин был матурлыҡ һаҡлауға мохтаж. Йыл һайын, бигерәк тә йәй көндәрендә, меңәрләгән туристар тәбиғәт ҡосағына юллана. Улар унда ял итә, күңел аса, саф һауаһын һулай, тәбиғәт менән һоҡлана, урмандарында еләк-емешен йыйып кинәнә, йылға-күлдәрендә һыу инә, балыҡ тота...
Үҙеңде урманда, яланда, йылға буйында нисек тәбиғәткә зыян итмәй генә тоторға һуң? (Уҡыусылар үҙҙәренең фекерҙәрен әйтә: йылға-күлдәрҙе бысратмау, быяла ватыҡтары, сүп-сар ташламау, полиэтилен тоҡсайҙарҙы йылғаға, диңгеҙгә ырғытмау - ҙур балыҡтарҙың, киттар, акулаларҙың үпкәһен ҡаплай, балыҡтар ыуылдырыҡ сәскән осорҙа тауышланмаҫҡа, янғын сыҡмаһын өсөн костерҙар яндырмаҫҡа...)
- Афарин, уҡыусылар!
Башҡортостан картаһы менән эшләү.
- Башҡортостан ере буйлап 600-ҙән ашыу ҙур һәм ваҡ йылғалар аға. Иң ҙур йылғалар – Ағиҙел, Ҡариҙел, Әй, Дим, Йүрүҙән, Һаҡмар. Күлдәр ҙә күп беҙҙә. Иң ҙур күлебеҙ – Асылыкүл.
Буласаҡ проект өсөн карта буйынса йылғаларҙы, күлдәрҙе табабыҙ, исемдәрен дәфтәргә яҙып алабыҙ.
- Беҙҙең ҡала янында ниндәй йылғалар аға?
- Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим (Күгиҙел) (Картанан Ағиҙел йылғаһын табабыҙ.)
- Ағиҙел йылғаһы ниндәй? Уның һыуы таҙамы? Ағиҙел тәрәнме? Ә Ҡариҙел, Дим?
Әйҙәгеҙ, дәфтәргә был турала яҙып ҡуяйыҡ.
Ағиҙел йылғаһы матур, таҙа һыулы. Ул иң оҙон (1430 км.), киң, тәрән йылға. Ҡариҙел - ҡаты һыулы, һалҡын, ҡалын урмандар менән ҡапланған йылға. Был йылғалар балыҡҡа бай.
- Беҙҙең йылғаларҙа төрлө балыҡтар йәшәй. Ниндәй балыҡтарҙы беләһегеҙ? (Уҡыусыларҙың яуаптары. окунь-алабуға, плотва-сабаҡ, щука-суртан, налим-шамбы, ерш-шырт балыҡ, лещ-ҡорман, пескарь-ташбаш, хариус-бәрҙе, елец-бөгәрсә. Балыҡтарҙың һүрәттәрен ҡарап та иҫкә төшөрәбеҙ. )
- Балыҡтар ниндәй һыу ярата? Улар бысраҡ һыуҙа йәшәйме?
- Юҡ. Улар таҙа һыуҙа ғына йәшәй ала, бысраҡ һыуҙа үләләр.
- Эйе, Ерҙәге бөтә тереклек өсөн һыу - һауа кеүек үк иң кәрәкле нәмә. Шуның өсөн һыуҙағы йән эйәләренең күбеһе таҙа һыуҙа ғына йәшәй ала икән. Ер шарының картаһына ҡараһаң, донъяла ҙур-ҙур океандар һәм диңгеҙҙәр бар икәнен күрергә була. Улар Ерҙең иң күп өлөшөн алып тора. Диңгеҙ һыуы ниндәй?
- Тоҙло.
- Ысынлап та, диңгеҙ һыуы тоҙло, уны эсеп булмай. Эсергә яраҡлы һыу Ер шарында күп түгел, хәҙерге ваҡытта халҡы таҙа һыуға мохтажлыҡ кисергән илдәр, урындар бар. Шуға ла сөсө һыу ятҡылыҡтарын таҙа тоторға, бысратмаҫҡа кәрәк.
Нисек уйлайһығыҙ, йылғаларҙы, шишмәләрҙе, урмандарҙы ҡайһылай һаҡларға була? (сүп-сарҙы ҡалдырма, йылғаларҙы бысратма...)
Уҡыусылар менән урманды, һыуҙы һаҡлау мәсьәләһе тураһында әңгәмә ҡорабыҙ. Һәр кем үҙе уйлағанды урыҫса йәки башҡортса әйтә.
Ә хәҙер әйтелгән фекерҙәребеҙҙе йомғаҡлап, яҙып ҡуяйыҡ.
Экранда тамамланмаған һөйләмдәр бирелгән.
5-се слайд.
Походҡа барғанда ... (полиэтилен, быяла, ҡағыҙ
һәм башҡа сүп-сарҙы урманда ҡалдырма)!
Йылғаларҙы... (бысратма, сүп-сарҙан таҙарт).
Бергәләп һөйләмдәрҙе тултырып әйтәбеҙ. Бер уҡыусы таҡтала яҙа бара.
- Дөрөҫ, уҡыусылар. Тәбиғәтте һаҡлау – бөтә кешенең бурысы. Йылға буйҙарын, урмандарҙы таҙа тотайыҡ, ағастар ултыртайыҡ. Йәнлектәрҙе, сәскәләрҙе һаҡлайыҡ.
Текст өҫтөндә эш.
- Уҡыусылар, китаптан «Ағиҙел буйында» тигән тексты табығыҙ. Тәүҙә мин уҡып сығам, һеҙ иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ.
Һүҙлек эше.
- Хәҙер текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе тәржемәһе менән һүҙлек дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып алығыҙ. Был һүҙҙәр һеҙгә тексты тәржемә итергә ярҙам итер.
6-сы слайд.
Ағиҙел буйына ултырған - расположена на берегу Агидели
ҡуҙғалаҡ- щавель
бөрлөгән - ежевика
гөлйемеш - шиповник
өлгөрә - созревает
аръяҡ ярында - на том берегу
Ағиҙел һайыға - Агидель мелеет
Тексты уҡыу, тәржемә итеү. Уҡыусылар берәр һөйләм уҡып, тәржемә итәләр.
Йөкмәткеһе буйынса һорауҙарға яуап биреү.
-Ағиҙел буйы нисек һүрәтләнгән?
- Яҙ, йәй, көҙ көндәре Ағиҙел йылғаһы нисек үҙгәрә?
- Тағы ниндәй йылға-күлдәр беләһегеҙ? Улар тураһында һөйләгеҙ.
Ял минуты.

Проект эше.
- Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестә алған белемдәрегеҙҙе нығытыр, тикшерер өсөн мин һеҙгә проект эше тәҡдим итәм. Класс өс төркөмгә бүленә. Беренсе төркөм «тәбиғәтте һаҡлау» тураһында, икенсе төркөм Ағиҙел йылғаһы тураһында(ҙур ҡағыҙ битендә һүрәт төшөрөү), өсөнсө бәләкәй төркөм Ҡариҙел йылғаһы тураһында (компьютерҙа презентация) белгәндәрегеҙҙе беҙгә еткерерһегеҙ.
- Афарин, уҡыусылар!
8-слайд.
VI. Өйгә эш биреү.
1. Һүҙҙәрҙе ятларға. Тексты һөйләргә өйрәнергә.
2. Тексты тәржемә итергә. Тәбиғәтте һаҡлау темаһы буйынса проект эше эшләү, проектты яҡларға, һөйләргә әҙерләнергә.
3. Йылға-күлдәр тураһында мәҡәл-йомаҡтар табырға, кроссворд яһарға.
VII. Дәресте йомғаҡлау.
- Балалар, бөгөн дәрестә беҙ нимәләр тураһында үттек?
- Һеҙ нимәләр белдегеҙ?
- Балалар, тәбиғәтте һаҡлау өсөн һеҙ ниҙәр эшләй алаһығыҙ?
Уҡыусылар дәрес башында ҡуйылған һорауға яуап бирәләр.
Дәрестә өйрәнелгән һүҙҙәрҙең әйтелешен, тәржемәһен ҡабатлайбыҙ.
Экрандағы слайдта һөйләмдәр яҙылған.
Бергәләп уҡыйыҡ әле. Һеҙ бындағы һүҙҙәр менән килешәһегеҙме?
8-се слайд.
Балыҡҡа – һыу, ҡошҡа - һауа, йәнлеккә
урман, дала, тау кәрәк.Ә кешегә тыуған ил кәрәк!
- Миңә дәфтәрҙәрегеҙҙе йыйып бирегеҙ
Алдағы дәрестә беҙ тәбиғәт тураһында һөйләшеүҙе дауам итербеҙ.
VIII. Уҡыусыларҙың белемдәрен баһалау.
- Дәресебеҙ бик матур үтте. Ҙур рәхмәт һеҙгә! Һау булығыҙ!