Методы и формы организации проектной деятельности на уроках башкирского языка


Музейҙар. Күплек ялғауҙары.
Маҡсаты:
Һүҙҙәргә составы буйынса анализ яһау, күплек яоғауҙарын танып белеү эшмәкәрлеген үҫтереү.
Аралашыу, телмәр үҫтереү, үҙ фекереңде дәлилләп әйтә алыу, иғтибарлы тыңлау, иседәрҙе таба белеү өҫтөндә эште дауам итеү.
Телгә ихтирам тәрбиәләү, Ватаныбыҙҙың мөғжизәләренә, музейҙарға ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Дәрес барышы:
-Исем ниндәй һорауҙарға яуап бирә
-Салауат, Башҡортостан, Красноусол, Янғантау, Шүлгән, Урал- улар нисек яҙыла? Ни өсөн ҙур хәреф менән яҙыла?
-Бер китап, әгәр ҙә бер-нисә китап булһа нисек әйтәбеҙ?
Ҡәләм, бер-нисә ҡәләм булһа, нисек әйтәбеҙ?
Тимәк, темабыҙ нисек атала? Русса нисек була? Башҡортса?

Схемала теманы табып уҡығыҙ, хор менән уҡыу.
Текст өҫтөндә эш. Уҡыу. Слайд, һүҙлек эше.
Ишле эш, бергәләп күплек ялғауҙары булған исемдәрҙе табырға.
Күплек ялғауҙарын кем әйтер? Слайд (-тар, -тәр, -дар,-дәр, -лар, -ләр, -ҙар, -ҙәр).
-Арфоэпик күнекмә:
Музейҙар, кәрәҙҙәр, мәмерйәләр, шифаханалар, аттар, ҡымыҙҙар, һәйкәлдәр, һалдар, балдар.
Айһылыу таҡтала яҙа, ялғауын билдәләй.
Музейҙар-һүҙенә Эльза фонетик анализ яһай.
Өйгә эш: Башҡортостандың ете мөғжизәһенең береһенә реферат-инша яҙырға, йә булмаһа презентация эшләргә.