Рабочая программа и тематическое планирование по родному башкирскому языку 2 класс


Башҡорт теленән эш программаһы
(Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙең II класы өсөн)
Толомбаев Х.А, Нәбиуллина М.М.
Өфө: Китап, 2009
Аңлатмалы яҙыу
Туған тел уҡытыуҙың төп маҡсаттары:
Башҡортса һөйләшергә, башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү;
Балаларҙың башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио- телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование);
Аралашыуҙа кәрәк булған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу;
Дәреслектәрҙе, башҡортса сыға торған газета- журналдарҙы үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен булдырыу (чтение);
Уҡыусыларҙа әсә теленә ихтирам тәрбиәләү, тел өйрәнергә ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Предмет һөҙөмтәләре:
Алфавит. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре, уларҙы дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү;
Башҡорт телендә ижектәр. Сингармонизм. Йо-йө, йе, йү, йы, йә өн ҡушымсалары;
Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айырыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙендә һүҙҙәр төҙөү;
Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарына яуап биргән һүҙҙәрҙе ҡулланыу; предметты белдергән һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең)яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ, берлек һәм күплек, ваҡыт,эйәлек, урын, йүнәлеш мәғәнәләрен белдереүе,
Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү, мәғәнә үҙенсәлектәре;
Ниндәй? Ҡайһы? Ҡайҙа? һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү, уларҙың төрлө кимәлдә, шулай уҡ башҡа билдәләр менән сағыштырып күрһәтә алыуы;
Һүҙҙәрҙе дөрөҫ, ижекләп, аңлы, шыма һәм тасуири уҡыу;
Әкиәт, шиғыр, хикәйә, көләмәс, йомаҡ (сисеү) тыңлау, йөкмәткеләрен һөйләү. Уҡыған, ишеткән, күргән- белгәндәрен бәйләнешле һөйләү;
Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Яҙылышы ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, 2-3 һүҙҙән торған типик һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан диктант итеп яҙыу;
Таныш темаға хикәйә төҙөп һөйләү, уҡытыусы биргән һорауға яуап яҙыу;
Һөйләм аҙағында нөктә, һорау билдәләрен ҡуя белеү;
Һүҙҙе юлдан- юлға күсереү өсөн ижектәргә бүлеү;
Үҙләштерелгән ҡағиҙәләр ярҙамында һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу, орфографик хаталрҙы табып төҙәтеү;
Кешеләрҙең исем- шәрифтәрен, фамилияларын, хайуан ҡушаматын, географик атамаларҙы баш хәреф менән яҙыу;
Интонация яғынан һөйләм төрҙәрен айыра һәм уларҙы телмәрҙә ҡуллана белеү.
Һөйләү:
Уҡыусы диалог төҙөргә;
Ишеткәндәр, башҡарған эштәр тураһында һөйләү;
Картиналар, экскурсия, фильмдар, иллюстрациялар буйынса бирелгән ситуацияға ярашлы һөйләү;
Үҙе, ғаиләһе йә дуҫтары тураһында бәйән итергә;
Уҡыған тексты аңлы һөйләргә;
Башҡорт теленән рус теленә тәржемә итә белеү;
Ҙур булмаған шиғыр, һанашмаҡты яттан һөйләй белергә тейеш.
Аудиояҙма тыңлау:
Аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау;
Таныш һүҙҙәре булған тексты контекстуаль яҡтан аңлау.
Уҡыу:
Ҙур булмаған текста башҡорт өндәрен дөрөҫ итеп ҡысҡырып уҡыу;
Был тексты үҙ аллы аңлы уҡыу, темаһын, төп фекерен билдәләү;
Унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу, һорауҙарға яуаптар табыу
Картиналар ҡарау, уға исем биреү;
Поэтик әҫәрҙе тейешле интонация менән уҡый белеү;
Текстағы аңлашылмаған һүҙҙәргә иғтибар итмәй генә уҡып ҡарау.
Яҙыу:
Текстан һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, һөйләмдәрҙе, зур булмаған тексты күсереп яҙыу;
Хәрефтәрҙе дөрөҫ, матур итеп тоташтырып яҙыу;
Өлгөгә ҡарап ҡотлау хаттары яҙыу.
Ишеткән телмәрҙе, йәки тексты һүҙмә-һүҙ йәки ҡыҫҡартып яҙыу;
Унан тейешле мәғлүмәтте генә һайлап алып яҙма рәүештә теркәү;
Бирелгән ситуация буйынса текст төҙөп яҙыу;
Яҙма телмәр саралары;
Әҫәр жанрҙары: әкиәт, хикәйә, шиғыр, йыр, йомаҡ, тиҙәйткес, әйтеш, һанашмаҡ.
I кимәл. Балала шәхси сифаттар үҫтерергә:
Уҡыусы статусын ҡабул итергә, уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнергә. Тыуған илгә, ергә, телгә, яҡын кешеләргә һөйөү тәрбиәләргә. Эшләгән эштәр, ҡылыҡ- фиғел өсөн яуаплылыҡ тойорға. Һау сәләмәт йәшәйеш булдырырға.
II кимәл. Предмет буйынса белем алырға:
Тел берәмектәрен айыра белергә (һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм, өн, хәреф):
Һүҙ, һүҙбәйләнеш,предметтың атамаһын, сифатын, эш- хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙе айыра белергә;
Уҡырға (минутына 40-45 һүҙ)
Хәрефтәрҙе кәрәкле каллиграфик режимда яҙырға, уларҙы бер- береһе менән дөрөҫ тоташтырырға
Кластан тыш тәҡдим ителгән 8-10 әҫәрҙе белергә
III кимәл. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен өйрәнергә:
Уҡытыусыны тыңларға, уның әйткәнен ишетергә;
Өндәрҙе әйтергә, тыңларға, сағыштырырға, анализларға;
Уҡытыусыға һорау бирергә, белешмә алырға;
Икешәрләп йәки төркөмләп класташтары менән эшләргә;
Диалог барышында һөйләшеүҙә ҡатнашырға, уның темаһына ярашлы уҡыу мәсьәләһе ҡуйырға, уны сисеү маҡсатында тикшереү эшендә әүҙем ҡатнашырға;
График- символик һыҙмаларҙы танырға: һүҙҙең өн (хәреф) моделен, һөйләмдең һыҙмаһын төҙөргә һәм уҡырға;
Уҡыу һәм яҙыуҙы мәғлүмәт, белем алыу мөмкинселеге итеп ҡулланырға.
Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү;
Үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәтле булыу;
Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу;
Маҡсатты күҙҙалау;
Эште планлаштырыу;
Тикшереү эшен ойоштороу;
Уҡыу объекттарын күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау:
Эшләнелгән эшкә байҡау яһау, эште баһалау;
Контроль;
2 класс өсөн календарь-тематик пландаштырыу
№ Яҡынса үтәлеү ваҡыты Фактик үтәлеү ваҡыты Дәрес темаһы Иҫкәрмәләр
Башҡортостан- тыуған илем.(4сәғәт)
Көйләүсе:дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы әйтә алыу;
Танып белеү: уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу:текст менән танышыу өсөн уҡыу;
Коммуникатив:телмәр ситуацияһына ярашлы үҙ фекереңде әйтеү
Шәхси:“Тыуған ил “ төшөнсәһен аңлау;
Башҡортостан-тыуған илем. Башҡорт теленең алфавиты. Тыуған ил-алтын бишек. Р. Ғабдрахманов. Ил төкөрһә-күл була. Һаумы, мәктәп! Йәмле йәй үтте.(9сәғәт)
Көйләүсе: уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;
Танып-белеү:дәрестең темаһын билдәләү һәм уның маҡсаттарына төшөнөү;
Коммуникатив:тикшереү процесында үҙ фекереңде баҙнатлы әйтергә, уны иҫбатларға, яҡларға өйрәнеү
Шәхси:мәктәп, уҡыу кеүек төшөнсәләрҙе аңлау;
Ҡалын һәм нәҙек һүҙҙәр. Р.Ниғмәти “Теләк”. Контроль күсереп яҙыу. Хаталар өҫтөндә эш.
Х.Түләкәев “Тәүге көн”. С.Ҡудаш “Хуш йәшел йәй”. Р.Байбулатов “Сәскәләр”. “Гөлләмә”. Г.Юнысова “Бәпкәләр Һүҙлек диктанты.
Башҡорт телендә ижектәр. З.Ураҡсин “Алмағас”. Көлә-көлә көҙ килә…(7 сәғәт)
Көйләүсе:эштең һөҙөмтәһен күҙәллау,уға ирешеү юлдарын,ысулдарын билдәләү;
Танып-белеү:белем, мәғлүмәтте эҙләй белеү;
Коммуникатив:уҡыу диалогында әүҙем ҡатнашыу
Шәхси:матурлыҡ, тыуған ерҙе һөйөү төшөнсәһе
Ф.Рәхимғолова “Сентябрь килде.” Е.Кучеров “Көҙ етте.” М.Дилмөхәмәтов ”Бәхетле көн.” Башҡорт теленең тартынҡы өндәре һәм хәрефтәре. Ғ.Ғәлиәскәрова“Алмағас”. Д.Исламов “Көҙгө йәйғор” Контроль диктант. Кеше эше менән матур.(5сәғәт)
Көйләүсе: уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;
Танып-белеү:дәрестең темаһын билдәләү һәм уның маҡсаттарына төшөнөү;
Коммуникатив:тикшереү процесында үҙ фекереңде баҙнатлы әйтергә, уны иҫбатларға, яҡларға өйрәнеү
Ф.Иҫәнғолов “Һин ни эшләр инең.”Хаталар өҫтөндә эш. Батырҙар бар беҙҙең арала. Р.Низамов “Батырлыҡ” Батыр алдында ҡурҡаҡ. Үтелгән темалар буйынса ҡабатлау. Контроль изложение. Тарих биттәренән
Көйләүсе:эштең һөҙөмтәһен күҙәллау,уға ирешеү юлдарын,ысулдарын билдәләү;
Танып-белеү:белем, мәғлүмәтте эҙләй белеү;
Коммуникатив:уҡыу диалогында әүҙем ҡатнашыу;
Шәхси:хеҙмәт, изге эштәр башҡарыу, ярҙамсыллыҡ, батырлыҡ, Тыуған илгә һөйөү тойғоһо.
М.Мортазин ”Башҡортостан.”
Хаталар өҫтөндә эш. З.Биишева “Уйҙар.” Ғ.Хөсәйенов “Батырша.” Телмәр күнегеүҙәре. С.Злобин. Кескәй һыбайлы. Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Контроль күсереп яҙыу. Бурай- бурай ҡарҙар яуа.(15сәғәт)
Көйләүсе:эштең һөҙөмтәһен күҙәллау,уға ирешеү юлдарын,ысулдарын билдәләү;
Танып-белеү:белем, мәғлүмәтте эҙләй белеү;
Коммуникатив:уҡыу диалогында әүҙем ҡатнашыу.
Й. Солтанов “Тәүге ҡар”.
Хаталар өҫтөндә эш. Башҡорт телендә баҫым. Г.Юнысова “Ҡар яуғас.” Е.Кучеров “Ҡышты нисек үткәрәләр.” Картина буйынса инша яҙыу. Хаталар өҫтөндәт эш. Һорау һөйләм. Хәбәр һөйләм. Өндәү һөйләм. Ф.Иҫәнғолов“Урманда ни өсөн йылы?”” Һүҙлек диктанты.
Ҡ.Даян “Шыршы.” Хаталар өҫтөндә эш. Тел. Башҡорт телендә баҫым үҙенсәлектәре. М.Кәрим “Ҡыш бабай әкиәте.” Контроль диктант. Хаталар өҫтөндә эш. Беҙҙең ғаилә.
Көйләүсе:башҡарылған эште тикшереү,баһалау;
Танып-белеү: шиғырҙарҙы тпсуири уҡыу,һорауҙарға яуап биреү;
Коммуникатив:диалог барышында һөйләшеүҙә ҡатнашырға;
Шәхси:тиҫтерҙәре,уҡытыусыға, ата-әсәһенә ҡарата ихтирамлы булырға, һаулыҡты һаҡларға
Ғ.Ғүмәр “Әсәйемә оҡшармын.” М.Садыҡова “Ер аҫты байлығы.” Хәбәр,һорау,өндәү һөйләмдәр уларҙың интонацияһы. Ф.Рәхимғолова “Һөнәрлеләр”
Ш.Ғәлиев “Оҡшаймы? ” М.Дилмөхәмәтов “Һөнәр”. Аңлатмалы диктант Шанлы йылдар.(4 сәғәт)
Көйләүсе:эште шартына ярашлы башҡарыу, текст буйынса эште эҙмә-эҙлекле үтәү;
Танып белеү: проблеманы асыҡлау маҡсатында тикшеренеү-эҙләнеү эшен ойоштороу;
Коммуникатив:фекреңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткереү; мәҙәни аралашыу этикетына эйә булыу
Т.Сәғитов “М.Шайморатов.” Хаталар өҫтөндә эш. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эш-хәрәкәтте белдереүе. Ғ.Әмири“Муса Гәрәев.” Р.Ниғмәти. Еңеүселәргә дан! 8 март- ҡатын- ҡыҙҙар көнө.(4сәғәт)
Көйләүсе:эште шартына ярашлы башҡарыу, текст буйынса эште эҙмә-эҙлекле үтәү;
Танып белеү: проблеманы асыҡлау маҡсатында тикшеренеү-эҙләнеү эшен ойоштороу;
Коммуникатив:фекреңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткереү; мәҙәни аралашыу этикетына эйә булыу
Шәхси: әсәйҙәргә, өләсәйҙәргә, ҡыҙҙарға хөрмәт,
М.Нагаева “Әсәләр.” Ф.Иҫәнғолов “Сер.” Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ, берлектә, күплектә килеүе. Телмәр үҫтереү. Картина буйынса эш. Ай, Уралым, Уралым…(8сәғәт)
Көйләүсе:уҡыу процесында тыуған ҡатмарлы ситуацияларҙы хәл итеү маҡсатында аҡыл, көс, зиһен эшмәкәрлеген туплай белеү;
Танып-белеү:телдән һәм яҙма рәүештә ябай ғына тестар төҙөүгә өлгәшеү;
Коммуникатив:уҡыу диалогында әүҙем ҡатнашыу оҫталығына эйә булыу
М.Кәрим “Тыуған Башҡортостаным”. С.Юлаев “ Уралым”. Шәһит Хоҙайбирҙин. Предметты белдереүсе һүҙҙәр. Н.Нәжми “Мендем бейек Уралтау башына”. Телмәр үҫтереү.Р.Лотфуллиндың “Батыр тураһында легенда” исемле картинаһы буйынса инша. Һорауҙарға яуаптар. Хаталар өҫтөндә эш. Башҡорт халыҡ ижады.(5сәғәт)
Көйләүсе:үҡытыу эшмәкәрлегенең эҙмә-эҙлелекле барыуын күҙәтеү һәм үҙеңдең дәрескә ҡарата фекереңде әйтеү;
Танып-белеү: һораҙарға яуапты текстан таба белеү,һүрәттәр буйынса текст төҙөү;
Коммуникатив: мәҙәни аралашыу этикетына өйрәнеү:әңгәмәсене тыңла, хуплай белергә, аңламағанды итәғәтле һорашырға.
“Ата ҡаҙ менән төлкө.” “Төлкө менән айыу.”
Эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре. Ж.Кейекбаев “Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ ҡалған?” “Һандуғас” Контроль изложение. Яҙ килә еремә.(17сәғәт)
Көйләүсе: өйрәнелгән яҙыу ҡағиҙәләрен, текстар менән эш итеү күнекмәләренең кимәлен һәм уларҙы тейешле урында, каәрәкле ситуацияларҙа ҡулланыу оҫталығын булдырыу, үҙләштереү кимәлен төшөнөү һәм баһалай белеү;
Танып белеү:телдән һәм яҙма рәүештә ябай ғына текстар төҙөүгә өлгәшеү;
Коммуникатив: тикшереү эше поцесында үҙ фекереңде баҙнатлы әйтергә, уны иҫбатларға, яҡларға өйрәнеү;
Я. Хамматов “Яҙ башланды.” Хаталар өҫтөндә эш. М. Ғафури “Яҙ.” Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. М.Ғәли “Матур көн” Ғ.Ғүмәр “Тамсылар”
Ҡоштар-беҙҙең дуҫтарыбыҙ. Аңлатмалы диктант. Хаталар өҫтөндә эш.
М. Кәрим. Кил инде. Һүҙҙәрҙең предмет билдәләрен төрлө миҡдарҙа сағыштырыу. Һүҙлек диктанты. Үтелгәнде ҡабатлау. Ҡ.Даян“Яҙғы гөлдәр.” Эште,хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең эш башҡарыусының затын,берлеге, күплеге Һүҙлек диктанты.
Ҡан ҡәрҙәш. Хаталар өҫтөндә эш.
Футбол тубы. Кәкүк сәйе. Эште-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре. А. Игебаев. Еңеү көнө. Ҡ. Даян. Дуҫтар байрам итә. Аңлатмалы күреү диктанты Йәйҙең йәмле көндәрендә.
Көйләүсе:уҡыу процесында тыуған ҡатмарлы ситуацияларҙы хәл итеү маҡсатында төрлө уй-фекерҙәр әйтә белеү;
Танып белеү: үткән дәрестәрҙә үҙләштерелгән эш ысулдары, орфография ҡағиҙәләре, тел ҡанундары, эш итеү алгоритмдары ярҙамында эште башҡарып булмауын аңлап (интелектуаль ҡаршылыҡ), уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу, уны телдән формалаштырып, график рәүештә теркәү
Коммуникатив: фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткереү, уны яҡлай белеү
Шәхси: мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға, тәбиғәт, матурлыҡ , йәйге эштәр тураһында төшөнсәләр.
Ә.Вәли “Йәй етте.” М.Ғафури “Болон.” М.Кәрим “ Урманда.”
Предметтың исемен ,билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре.
М.Кәрим “Һабан туйы.” А.Игебаев “Гармун.” Р.Ниғмәти “Йәйге каникулда.” Контроль диктант Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәнде ҡабатлау. Урманға экскурсия. Инша яҙыу.
Урманға экскурсия.
Йыл буйына үтелгәнде ҡабатлау.
Йомғаҡлау дәресе