Рабочая программа по башкирскому языку


Башҡортостан Республикаһы Ҡыйғы районы муниципаль районы
Иҫке Мөхәмәт ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль мәғариф бюджет учреждениеһы
“Ҡаралды”“Килешелде”“Раҫлайым”
МБ ултырышындаУҡытыу эштәре буйынса
Протокол №директор урынбаҫары:Мәктәп директоры
башҡарыусы
_______/ Г. Ф.Фахретдинова/
“ “_______2016й._______/Г.Б.Кәлимуллина./
“—“февраль, 2016й.“___”________________2016й
Башҡорт теленән эш программаһы
4 класс
Шәрхитова Гөлсимә Мөҙәрис ҡыҙы
юғары квалификацион категория
2015-2016 уҡыу йылы
АҢЛАТМА ЯҘЫУ
Предметты норматив документтар менән тьәмин итеү
“Башҡорт теле”буйынса программа “Мәғариф тураһында”ғы законға, “Дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге” документына, “Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттарына”, “Рәсәй Мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы”на,Д.Б.Эльконин – В.В.Давыдов үҫтереүсе уҡытыу системаһына,“Башҡортостан халыҡтары телдәре” законына, “Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы”на,2015/2016уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары исемлегенә, Иҫке Мөхәмәт урта мәктәбенең уҡыу планына таянып эшләнде һәм башҡа норматив документтарға таянып эшләнде.
Башҡорт теле дәрестәрен өйрәнеүҙә маҡсаттар һәм мәсьәләләр
Икенсе быуын хөкүмәт стандарттарының мәғариф алдына ҡуйған төп талабы–баланы шәхес итеп үҫтереү. Шул маҡсаттан сығып башҡорт телен уҡытыуҙың төп мәсьәләләре билдәләнде:
- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу: тыңлау,һөйләү, уҡыу, яҙыу.
-тел системаһын (фонетика, лексика,орфография, грамматика, пунктуация)өйрәнеү;
-башҡорт теле фәне аша тирә-яҡты танып белергә өйрәтеү;
-башҡорт телен өйрәнгәндә баланың һәләтен,эрудицияһын формалаштырыу өсөн
шарттар тыуҙырыу;
тел ғилемен өйрәнеү процесында универсаль уҡыу эш-төрҙәренә өйрәтеү;
милли үҙаңды формалаштырыуға нигеҙ һалыу.
Дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын хөкүмәт стандарттары уҡыусылар һәм уҡытыусылар алдына түбәндәге талаптарҙы һәм
бурыстарҙы ҡуя :1). Уҡыусыны уҡыу,белем алыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү, фекерләү, аҡыл-аң ҡеүәһен үҫтереү; үҙен уратып алған һәр нәмәгә үҙ баһаһы булған шәхес итеп үҫтереү.
Ғалимдар раҫлауынса, белем алыуға ҡыҙыҡһыныу уятыусы һәм этәргес көс булып дәрестә проблемалы уҡытыу тора.
Уҡыусы дәрестә тыңлаусы ғына түгел, ә фекерләүсе,эҙләүсе,белем алыусы. Шуға күрә
«уҡытыусы - уҡыусы»һәм«уҡыусы - уҡыусы»мөнәсәбәттәрен дөрөҫ ойоштороу кәрәк.
2). Башҡорт балаларының күбе уҡырға үҙ телендә һөйләшеп килә, үҙ телендә фекер йөрөтә. Уның үҫешен тотҡарламау өсөн уны үҙ телендә уҡытыу мөһим.
3). Телде заманса аралашыу ҡоралы итеп күҙаллап өйрәтеү.
Бәләкәй бала һөйләшеүгә әүәҫ.Бер партала ултырған ике уҡыусы үҙ-ара һөйләшергә, фекер йөрөтөргә тейеш.Һорай белеү,йәғни үҙең белмәгәнде асыҡларга баҙнат итеү юғары баһалана.
4). Башланғыс мәктәптә телде уҡытыуҙы, уҡытыу-тәрбиә эшен халҡыбыҙҙың бай мираҫына ҡороу төп шарт булып тора.Шуға ла дәреслектәрҙә халыҡ ижады ҡомартҡыларын ҡулланыуға ҙур иғтибар бүленә.
5). Башланғыс мәктәптә уҡытылған башҡа фәндәрҙе (рус теле һәм уҡыу,математика,һынлы сәнғәт,хеҙмәтһ.б.) әсә теле менән тығыҙ бәйләнештә уҡытыу мөһим. Һөҙөмтәлә башланғыс мәктәптә уҡытыу-тәрбиә эше дөйөм бер система булып тора.
Уҡыу предметына дөйөм характеристика
Башҡорт теле курсында предмет ярҙамында түбәндәге үҫеш юлдары тормошҡа ашырыла:
предмет кимәлендә белемгә эйә булыу;
уҡыу техникаһын үҫтереү, текстарҙы анализлау юлдарына эйә булыу;
яҙма һәм һөйләү телмәренә эйә булыу;
тел тураһында бел ем алыу һәм системалаштырыу;
орфография һәм пунктуацияны өйрәнеү;
башҡорт теленең тәрбиәүи потҫнциалын ҡулланыу;
телде тойомлауҙы үҫтереү.
Фонетика һәм графика
Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә була:
-өндәрҙе һәм хәрефтәрҙе айырыу;
-өндәргә характеристика биреү:һуҙынҡылар (нәҙек һәм ҡалын, баҫымлы һәм баҫымһыҙ); тартынҡылар (яңғырау һәм һаңғырау, парлы һәм парһыҙ);
-башҡорт алфавитында хәрефтәрҙең урынлашыу тәртибен һәм уның әһәмиәтен үҙләштереү (һүҙҙәрҙе билдәле тәртипкә килтереү, алфавит ярҙамында кәрәкле мәғлүмәт эҙләү һ. б.).
Башланғыс класты тамамлаусы укыусы бирелгән схема буйынса өн-хәреф анализын эшләргә өйрәнеү һәм уның дөрөҫ булыу-булмауын тикшереү мөм-кинселегенә эйә булырға тейеш.
Орфоэпия
Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала:
-башҡорт теленең нормаларын үтән уҡыу һәм һөйләү, әңгәмәселәренең телмәрендә был нормаларҙың үтәлешен баһалау (программала бирелгән күләм кимәлендә);
-белмәгән осраҡта һүҙлектән йәки дәреслектән дөрөҫ әйтелеш нормаларын үҙ аллы табыу йәки уҡытыусыға мөрәжәғәт итеү.
Һүҙ составы
Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә була:
-үҙгәрмәүсе һәм үҙгәреүсе һүҙҙәрҙе айырыу;
-тамырҙаш һүҙҙәрҙе һәм һүҙ формаларын таныу;
-һүҙҙәрҙә тамыр, яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы табыу.
Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы һүҙҙәрҙе соста вы буйынса тикшерә белергә, анализ яһарға өйрәнеү мөмкинселегенә әйә була.
Лексика
Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә булырға тейеш:
-һүҙҙең мәғәнәһен дөрөҫләү, кәрәк булған һүҙҙе айырып алыу;
-һүҙҙең мәғәнәһен текст буйынса йәки аңлатмалы һүҙлек буйынса дөрөҫләү
Уҡыусы өйрәнергә мөмкинселек ала:
-бер төрлөлөктән азат булыу маҡсатында тейешле синонимдарҙы табыу һәм ҡулланыу;
-сағыштырыу һәм теүәл характеристика биреү өсөн антонимдар ҡулланыу;
-текстағы телмәрҙә ҡулланылған тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе таныу;
- ябай фразеологик берәмектәрҙең мәғәнәһен аңлау һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу;
-һүҙҙәрҙе урынлы йәки урынһыҙ ҡулланыуҙы баһалай белеү;
-аралашыу мәсьәләһен урынлы хәл итеү маҡсатында тәҡдим ителгән һүҙҙәрҙең тейешлеһен һайлал алыу.
Морфология
Башланғыс класты тамамлаусы уҡыусы түбәндәге компетентлыҡҡа эйә булырға тейеш:
-исемдең һанын, затын, килешен, һөйләмдәге урынын билдәләү, исемдәргә морфологик анализ яһау;
-сифаттарҙың төрөн, дәрәжәһен билдәләү, уларға морфо логик анализ яһау;
-ҡылымдың грамматик билдәләрен: һөйкәлешен, заманын, затын бил-
дәләү, морфологик анализ яһау;
-рәүештәрҙең грамматик билдәләрен таныу: үҙгәрмәүсе һүҙ төркөмөн,төрөн, дәрәжәһен белеү;
-алмаштарҙың грамматик билдәләрен таныу: һанын, затын;
-һандарҙың грамматик билдәләрен белеү: төрөн, төркөмсәләрен һ. б.
Уҡыу йөкмәткеһенең  ҡиммәттәр йүнәлеше
Башҡорт телен өйрәнеү һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып башланғыс класс уҡыусылары тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын төшөнөү һәм үҙләштереү тора. Башланғыс кластарҙа әсә теле дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ.
Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәр-ҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙлнеуен аңлау.
Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.
Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте — башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап уҙләштереу.
Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, халате булыуын ҡабул итеу. Хеҙмәткә һөйөу тәрбиәләуҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.
Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеу, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.
Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойон үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.
        
«Башҡорт теле» предметының уҡыу планындағы урыны
Базис уҡыу планына ярашлы, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәптәрендә «Башҡорт теле» предметын өйрәнеүгә IV класта 102 - аҙнаһына 3-әр сәғәт (34 аҙнанан сығып).)
ПРОГРАММАНЫҢ ТӨҘӨЛӨШӨ
791210035052000
№ п/п Тема Сәғәттәр һаны
1 Яңы уҡыу йылы менән! 2
2 Фонетика.Һүҙьяһалыш. 9
3 Һөйләм. 6
4 Морфология. Исем 11
5 Алмаш. 6
6 Сифат. 10
7 Рәүеш. 6
8 Ҡылым. 20
9 Һан. 7
10 Лексика .7
11 Ҡабатлау. 18
Программаның йөкмәткеһе
Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Ҡайһы бер өндәрҙең үҙенсәлекле әйтелеше. Ижек, баҫым. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар. Парлы һәм парһыҙ, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Һүҙгә тулы фонетик анализ яһау.
Һүҙ составы. Һүҙҙәрҙең составы: тамыр һәм ялғау. Тамырҙаш һүҙҙәр. Яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. Һүҙья- һалыш. Күҙ составы буйынса анализ, Орфография һәм пунктуация. Башҡорт теле орфо граммалары тураһында белемдәрҙе системаға һалыу. Тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйып,
хатаһыҙ күсереп яҙыу, диктант, из ложение, инша яҙыу. Төрлө тикшереү эштәрен үтәргә өйрәнеү.
Синтаксис. Һүҙ, һүҙбәйләнеш һәм һөйләм. Уларҙың оҡшаш һәм айырмалы яҡтары. һөйләү маҡсаты буйынса һөйләмдәрҙе хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәргә айырыу, уларҙы дөрөҫ интонация менән уҡыу һәм тейешле тыныш бил дәләрен ҡуйып яҙыу. Ѕөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Эйәрсән киҫәктәр: аныҡлаусы, тултырыусы, хәл. Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр. Һөйләмдең тиң киҫәктәре. Ябай һөйләмгә синтаксик анализ.
Морфология. Һүҙ төркемдәре. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. Ярҙамсы һүҙҙәр.
Исем. Исемдәрҙең йәнле һәм йәнһеҙ предметтарҙы атау функцияһы. Исемдең һорауҙары. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше: берлек һәм күплек һаны, уларҙың күрһәткестәре. Төрлө килештә килгән исемдәрҙең һөйләмдәге функцияһы. Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгә реше. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Уның мәғәнәһе һәм белдерелеү сараһы. Килеш һорауҙары. Ҡалын һәм нәҙек килеш ялғауҙары. Рус теленән ингән һүҙҙәрҙең килеш менән үҙгәреше.Исемдәрҙең яһалыш төрҙәре (тамыр, яһалма, ҡушма, парлы). Исемдәргә морфологик анализ.
Алмаш. Алмаштарҙың телмәрҙәге функцияһы. Алмаш төркөмсәләре. Зат алмаштары. Эйәлек заты алмаштары.Һорау һәм күрһәтеү алмаштары. Алмаштарҙың килеш менән үҙгәреше. Алмашҡа морфологик анализ.
Сифат. Тамыр һәм яһалма сифаттар. Сифаттарҙың үҙгәреше. Төп һәм шартлы сифаттар. Сифат дәрәжәләре. Сифатҡа морфологик анализ.
Ҡылым. Ҡылымдарҙың яһалышы. Тамыр, яһалма, ҡушма ҡылымдар. Ҡылымдарҙың үҙгәреше (заман, зат, һан). Ҡылым дарҙың барлыҡ һәм юҡлыҡ формалары.
Ҡылымдарҙың үткән замаиы. Уларҙың зат һәм һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ, шаһитлы-шаһитһыҙ формалары. Ҡылымдарҙың хәҙерге заманы. Уларҙың зат һәм һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ формалары.
Ҡылымдарҙың киләсәк заманы. Киләсәк заман ҡылымдарының ике формаһы. Уларҙың зат һәм һан менән үҙгәреше, барлыҡ-юҡлыҡ формалары.
Ҡылымдарҙың шарт һәм теләк һөйкәлештәре. Ҡылымға морфологик анализ.
Рәүеш. Рәүештәрҙең яһалышы. Рәүеш төркөмсәләре. Рәүеш менән сифаттарҙың оҡшашлығы һәм айырмаһы. Рәүешкә мор фологик анализ. Һан. Ябай һәм ҡушма һандар. Һан төркөмсәләре. Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы. Һанға морфологик анализ.
Лексика, һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләре. Һүҙҙең күп мәғәнәлелеге. Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. Мәғәнәләре менән бер үк төрлө булған йәки бер-береһенән мәғәнә төҫмөрҙәре менән айырыла торған һүҙҙәр - синонимдар. Антонимдар. Омонимдар. Нығынған һүҙбәйләнештәр. Уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.
Телмәр үҫтереү. Бәйләнешле телмәр. Текст. Уның мәғәнәүи өлөштәре. Абзац. Ҡыҙыл юл. Идея-тематик йөкмәтке. Текст буйынса план төҙөү. Текстың йөкмәткеһен һөйләү. Инша, изложение яҙыу.
Телмәр этикеты.
Ярҙамсы һүҙҙәр. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.
“Башҡорт теле” предметының шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (УУЭ)
Шәхси үҫеш кимәле
-башҡорт теленең матурлығын, тасуирилығын һәм яғымлылығын тоя белеү һәм уның менән ғорурланыу, башҡорт теле менән ҡыҙыҡһыныу;
-белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш өсен кәрәклеген аңлау;
-белем алыу өсөн төрлө сығанаҡтар ҡулланыу;
-телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыуға ынтылыштың үҫеүе;
-башҡа халыҡтар мәҙәниәтенә толерантлы мөнәсәбәт булдырыу.
Метапредмет кимәле
-дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы билдәләү;
-уҡытыусы, коллектив менән бергә йәки үҙ аллы проблеманы хәл итеү планын төҙөү;
-план буйынса эшләү, эшеңде план менән сағыштырыу, кәрәк саҡта төҙәтмәләр индереү;
- үҙ-үҙеңә контроллек итеү һәм баһа биреүҙе тормошҡа ашырыу.
Танып белеү эшмәкәрлеге:
-текст мәғлүмәтенең бөтә төрҙәрен уҡыу (текстың үҙен,текстан һуңғы аңлатмаларҙы, өҫтәмә таблицаларҙы, схемаларҙы);
-уҡыуҙың төрлө төрҙәрен ҡулланыу: тулыһынса өйрәнеү, ҡарап сығыу, танышыу;
-төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белеү (тотош текс, иллюстра- ция, таблица,схемалар);
-мәғлүмәтте бер төрҙән икенсе тергә әйләндереү (планын төҙөү, схемаһын, таблицаһын эшләү, проектын төҙөү);
-һүҙлектәр, белешмәләр менән ҡулланыу; -анализ һәм синтез эшләү; -сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәре булдырыу;
-фекерләү һәм хикәйәләү тибындағы текст төҙөү.
Аралашыу эшмәкәрлеге:
-телмәр ситуацияһына ярашлы рәүештә үҙ фекереңде телдән һәм яҙма сағылдырыу;
-аралашыу мәсьәләләрен хәл итеү маҡсатында тел сараларын ҡулланыу;
-диалог һәм монолог телмәр төрҙәре менән ҡуллана алыу;
-үҙ фекереңде әйтә һәм иҫбатлай алыу;
-башҡаларҙы тыңлау һәм ишетеү, үҙ фекереңде яҡлай йәки үҙгәртә алыу;
-бер фекергә килеү һәм уртаҡ эшмәкәрлек тураһында килешеү, план төҙөү;
-аңлашылмаған мәсьәләләр буйынса һорауҙар биреү;
-парлап йәки төркөмләп эшләү барышында аралашыу;
-ғаиләлә, йәштәштәрең менән шәхси үҙ-ара мөнәсәбәттәр, бәхәсле ситуацияларҙың сиселешен хәл итеү.
Предмет үҙләштереү кимәле
-өн һәм хәрефтәр тураһында үтелгәнде системалаштырыу, һүҙгә тулы фонетик анализ яһау;
-һүҙҙәрҙең составын белеү, тамырҙаш һүҙҙәр табыу, яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы айырыу, һүҙ составына анализ
-башҡорт теленең орфограммалары тураһында белемдәрҙе системаға һалыу.
Тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйып, хатаһыҙ күсереп яҙыу. Төрлө тикшереү әштәрен үтәргә өйрәнеү;
-һүҙ, һүҙбәйләнеш һәм һөйләмдең оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын белеү.
Һөйләү маҡсаты буйынса һөйләмдәрҙе хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәргә айырыу, уларҙы дөрөҫ интонация менән уҡыу һәм тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу. Ьөйләмдең баш һәм әйәрсән киҫәктәрен табыу. Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәрҙе үҙләштереү. Һөйләмдең тиң киҫәктәрен телмәрҙә ҡулланыу улар араһында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйыу. Тиң киҫәктәр менән һөйләмдәр уйлау; -ябай һөйләмгә синтаксик анализ яһау;
-исемдәрҙең йәнле һәм йәнһеҙ предметтарҙы атау функцияһын, грамматик үҙенсәлектәрен белеү, исемдәргә морфоло- гик анализ яһау; -ҡалын һәм нәҙек килеш ялғауҙарын, рус теленән ингән һүҙҙәрҙең килеш ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу; -алмаштарҙың телмәрҙәге функцияһын аңлау, алмаш төркөмсәләрен белеү, алмаштарға морфологик анализ яһау;
-сифаттарҙың грамматик үҙенсәлектәрен белеү, уларға морфологик анализ яһау, артыҡлыҡ дәрәжәһендәге сифаттарҙы дөрөҫ яҙыу; -ҡылымдарҙың яһалышын, грамматик үҙенсәлектәрен, һөйләмдәге функцияһын белеү. Ҡылымға морфологик анализ яһау;
-рәүештәрҙең грамматик үҙенсәлектәрен белеү, рәүеш менән сифаттарҙың оҡшашлығын һәм айырмаһын үҙләштереү. Рәүешкә морфологик анализ яһау; -ябай һәм ҡушма һандарҙы айырыу, һан төркөмсәләрен, һандарҙың дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү. Һанға морфологик анализ яһау;
-ярҙамсы һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу; -һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәләрен аңлау, Күп мәғәнәле, тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.
Синонимдарҙы, антоним дарҙы, омонимдарҙы, нығынған һүҙбәйләнештәрҙе телмәрҙә ҡулланыу;
бәйләнешле текст тѳҙѳү. Текст буйынса план тѳҙѳү. Текстың йѳкмәткеһен һѳйләү. Инша, изложение яҙыу;
фәнни тексты уҡыу һәм аңлау (ѳлѳштәрен билдәләү, һәр ѳлѳшкә исем ҡушыу, һорауҙар биреү);
тыңлаған текстың темаһын билдәләү;
хикәйәләү тибындағы ентекле изложение яҙыу (90-100 һүҙ), тейешле әҙерлектән һуң тәҡдим ителгән темаға инша яҙыу;
телмәр этикетын үҙләштереү һәм ғәмәлдә ҡулланыу.
Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге
1.Дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәренең башланғыс кластары өсөн башҡорт теле буйынса өлгө программалар. Р.Д. Салауатова. Өфө.Китап,2011.(Икенсе быуын стандарттары)
2.«Башҡорт теле»дәреслеге.Сынбулатова Ф.Ш. Өфө..2011 3«Башҡорт теле дәреслегенә эш дәфтәре»Ф.Ш.Сынбулатова Өфө Китап.2012
4. Сынбулатова Ф.Ш. Нурыева Р.Ф.Ғәлиуллина Г.Б. 1-4-се кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре. Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн ҡулланмана.-“ Өфө. Китап,2011.
7.Календарь тематик план.
№ Дәрестең темаһы һәм уҡыусылар эшмәкәрлеге Үткәрелеү датаһы план факт
I. Фонетика. Һүҙьяһалыш. Йәйге каникул хәтирәләре менән уртаҡлашыу. Тулы фонетик анализ яһау тәртибен үҙләштереү. Үҙ аллы эшләргә һәм иптәштәреңдең эшер тикшерергә өйрәнеү. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын аңлата белеү. Ҡуш тартынҡылы һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу күнекмәләре алыу. Ярҙамсы һүҙҙәрҙе танып белергә өйрәнеү. 1 Яңы уҡыу йылы менән! 2.09 2.09
2 Т.ү. Инша. Һаумы мәктәп! 5.09 5.09
3 Фонетика. Өн һәм хәреф. 8.09 8.09
4 Һүҙҙәргә фонетик анализ 9.09 9.09
5 Һүҙҙәрҙә я, е, ё, ю хәрефтәренең яҙылышы. 12.09 12.09
6 Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. 15.09 15.09
7 Ҡуш тартынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы. 16.09 16.09
8 Ярҙамсы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. 19.09 19.09
9 Үтелгәнде нығытыу. 22.09 22.09
10 Фонетика. Һүҙьяһалыш. 23.09 23.09
Контроль диктант.” Гөлйемеш” Ҡушымта 1. 11 Йомғаҡлау дәресе. 26.09 26.09
II.Һөйләм. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен таба белеү. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр төҙөү. Һөйләмгә синтаксик анализ эшләү. Күҙәтеүҙәргә нигеҙләнеп, картина буйынса текс төҙөү. Һөйләмдең тиң киҫәктәрен билдәләй алыу, тиң киҫәктәр араһында өтөр ҡуйып яҙа белеү. 12 Нимә ул һөйләм? Баш һәм эйәрсән киҫәктәр. 29.09 29.09
13 Тарҡау һәм йыйнаҡ һөйләмдәр. 30.09 30.09
14 Һөйләмдең тиң киҫәктәре. 3.10 3.10
15 Т.ү. Инша. .” Алтын көҙ” 6.10 6.10
16 Һөйләмгә синтаксик анализ. 7.10 7.10
17 Тикшереү эше. Һөйләм. 10.10 10.10
III. Морфология. Исем.Морфологияның нимә өйрәнеүен үҙләштереү. Төркөмдәрҙә килешеп эшләү. Исемдәргә морфологик анализ яһау. Исемдәрҙе килеш менән үҙгәртеү күнекмәләре алыу. Рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе күҙәтеү, ялғауҙарҙы дөрөҫ яҙыу. Һығымта яһай белеү. 18 Морфология. Исем. 13.10 13.10
19 Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. 14.10 14.10
20 Исемдең һан менән үҙгәреүе. 17.10 17.10
21 Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреүе. 20.10 20.10
22 К.д. № 2 “Исем” . Ҡушымта2. 21.10 21.10
23 Исемдәрҙең килеш менән үҙрәреүе. 24.10 24.10
24 Исемдәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. 27.10 27.10
25 Исемдәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар. 28.10 28.10
26 Рус теленән ингән исемдәрҙә ялғауҙар яҙылышы. 27 Исемгә морфологик анализ яһау. 7.11 7.11
28 Т.ү. Изложение. “Иламаҫ”. 10.11 10.11
Алмаш. Алмаштарҙы таныу, табыу, һорау ҡуйыу, ниндәй һүҙ төркөмөн алмаштырып килеүен белеү. Һорау һәм күрһәтеү алмаштарын табыу, анализлау. Ентекле һөйләү һәм өйрәнелгән ҡағиҙәләрҙе ҡулланып грамоталы яҙыу. 29 Алмаш. Уның төркөмсәләре. 11.11 11.11
30 Зат алмаштары. Эйәлек заты алмаштары. 14.11 14.11
31 Һорау һәм күрһәтеү алмаштары. 17..11 17..11
32 Телмәрҙә алмаштарҙы табыу. Килеш менән үҙгәреүе. 18.11 18.11
33 Алмашҡа морфологик анализ. 21.11 21.11
34 Т.ү. Аңлатмалы диктант. Ҡушымта 3 24.11 24.11
Сифат. Сифат менән матур һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр, текстар төҙөү. Сифат дәрәжәләрен белеү. Сифатҡа морфологик анализ яһарға өйрәнеү. 35 Сифат. 25.11 25.11
36 Тамыр һәм яһалма сифаттар. 28.11 28.11
37 Сифат дәрәжәләре. 1.12 1.12
38 Төп һәм шартлы сифаттар. 2.12 2.12
39 Үтелгәнде ҡабатлау. 5.12 5.12
40 Т.ү. Өйрәтеү иншаһы. Тәүге ҡар. 8.12 8.12
41 Сифаттың һөйләмдәге роле. 9.12 9.12
42 Сифатҡа морфологик анализ. 12.12 12.12
43 Сифат.Нығытыу. Контроль диктантҡа әҙерлек. 15.12 15.12
44 К.д. №3 “Сифат”. Ҡушымта 4 16.12 16.12
Рәүеш. Рәүеш тураһында төшөнсә алыу, төркөмсәләрен сағыштырыу нигеҙендә ғәмәли өйрәнеү, телмәрҙә ҡуллана белеү. 45 Хаталар өҫтөндә эш. Рәүеш. Уның яһалышы. 19.12 19.12
46 Рәүеш төркөмсәләре. 22.12 22.12
47 Рәүеш һәм сифат. 23.12 23.12
48 Рәүешкә морфологик анализ. 26.12 26.12
49 Т.ү. Өйрәтеү иншаһы. “Ҡышҡы уйындар”. Әҙерлек эше. 29.12 29.12
50 Т.ү. Өйрәтеү иншаһы. “Ҡышҡы уйындар”. Яҙыу. 16.01 Ҡылым. Ҡылымдарҙы яһалышы яғынан сағыштыра белеү, анализлау, өс төргә бүлә белеү. Телмәрҙә ҡылымдарҙың заман төрҙәрен айыра белеү, уларҙы урынлы ҡулланыу.Ҡылым һөйкәлештәрен айыра белеү. Бирелгән өлгә буйынса анализ яһай белеү. 51 Ҡылым. 19.01 52 Ҡылымдарҙың яһалышы. 20.01 53 Үтелгәндәрҙе нығытыу. 23.01 54 Ҡылымдарҙың заман менән үҙгәреше. 26.01 55 Үткән заман. 27.01 56 Үткән заман ҡылымдарының үҙгәреше. 30.01 57 Т.ү. Аңлатмалы диктант. Ҡылым. Ҡушымта 5 2.02 58 Хәҙерге заман. 3.02 59 Хәҙерге заман ҡылымдарының үҙгәреше. 6.02 60 Киләсәк заман. 9.02 61 Киләсәк заман ҡылымдарының ике төрө. 10.02 62 Т.ү. Изложение. “Сәйер ҡош”. 13.02 63 Ҡылым һөйкәлештәре.Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының үҙгәреше. 16.02 64 Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үҙгәреше. 17.02 65 Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 20.02 65 Шарт һөйкәлеше. 24.02 66 Т.ү. Аңлатмалы диктант. Ҡушымта 6 27.02 67 Теләк һөйкәлеше. 1.03 68 Ҡылымға морфологик анализ. Контроль диктантҡа әҙерлек. 2.03 69 К.д. №4 “Ҡылым” 5.03 Һан. Һандарҙың телмәрҙәге әһәмиәтен белеү. Төркөмсәләре башҡарған функциялар менән танышыу. Тема буйынса проект төҙөү. Һанға тулы анализ эшләү. 70 Хаталар өҫтөндә эш. Һан. 9.03 71 Һан төркөмдәре. 12.03 72 Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы. 15.03 73 Һандарҙың башҡа һүҙҙәр менән оҡшашлығы. 16.03 74 Һанға морфологик анализ. 19.03 75 Контроль диктант. Ҡушымта 7 22.03 76 Хаталар өҫтөндә эш. 23.03 IV. Лексика. Һүҙҙәрҙең күп мәғәнәгә эйә булыуын үҙләштереү. Һүҙлектәр менән эшләргә өйрәнеү. Күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланырға өйрәнеү. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һөйләү телмәренә индереү. 77 Тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәр. 5.04 78 Омонимдар. 6.04 79 Синонимдар. 9.04 80 Антонимдар. 12.04 81 Нығынған һүҙбәйләнештәр. 13.04 82 Т.ү. Контроль изложение . “Утрауҙағы ҡуян”. 16.04 83 Хаталар өҫтөндә эш. 19.04 V. Үтелгәнде ҡабатлау. Тел күренештәрен системаға һалыу.Һөйләмгә тулы синтаксик анализ яһау. Һүҙ төркөмдәренә морфологик анализ өлгөһөн иҫтә ҡалдырыу. 84 Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Фонетика. 20.04 85 Һүҙьяһалыш. 23.04 86 Һөйләм. 26.04 87 Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. 27.04 88 Һөйләмгә синтаксик анализ. 30.04 89 Исем. 3.05 90 Алмаш. 4.05 91 Сифат. 7.05 92 Рәүеш. 10.05 93 Һан. 11.05 94 Комплекслы предмет – ара тикшереү эше. 14.05 95 Контроль күсереп яҙыу. 17.05 96 Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 18.05 97 Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. К.д. әҙерлек. 21.05 98 К.д.№5 “Йыллыҡ”. Ҡушымта 8 24.05 99 Хаталар өҫтөндә эш. 25.05 100 Үтелгәндәрҙе системаға һалыу. 28.05 101 Үтелгәндәрҙе системаға һалыу. 31.05 Ҡушымта 1
Контроль диктант №1 УМК «Школа 2100» Дата: 23.09.2015й. Класс: 4.
Тема: «Фонетика. Һүҙьяһалыш.» Уҡытыусы: Шәрхитова Г.М.
Гөлйемеш.
Беҙҙең ауылдың көньяғынан бәләкәй генә йылға аға.Уның яр буйҙары емеш-еләккә бик бай.Бында гөлйемеш тә һәйбәт үҫә. Уҡыусылар йыл һайын аптекаға гөлйемеш йыйып тапшыралар.Гөлйемеште һары ҡыҙыл төҫкә ингәс кенә йыялар.Гөлйемеш-үтә ҡиммәтле еләк.Унан витаминдар яһайҙар.Витаминдар өлкәндәр өсөн дә, балалар өсөн дә бик файҙалы. Гөлйемештән төрлө-төрлө дарыуҙар ҙа эшләйҙәр.Дарыуҙар кешеләрҙе төрлө ауырыуҙарҙан дауалау өсөн ҡулланыла.
Эш. 1. Яр,гөлйемеш,дарыу һүҙҙәренә фонетик анализ яһа.
Ҡушымта 2
Контроль диктант №2 УМК «Школа 2100»
Дата: 21.10.2015й. Класс: 4.
Тема: «Исем» Уҡытыусы: Шәрхитова Г.М.
Ҡымыҙ.
Ҡымыҙҙы бейә һөтөнән бешәләр.Ул иҫ китерлек сихәтле.Һыуыҡ тейеп ауырыған кеше ҡымыҙ эсеп һауыға.Башҡорт яратҡан ике эсемлек бар-сәй менән ҡымыҙ,тип әйткән боронғолар.Беҙҙең олатайҙар,өләсәйҙәр ғүмер буйы ҡымыҙ эскән.Шуға ла үпкә сире менән ауырымаған. Ҡымыҙ үҙенең ҡатнашмаһы менән әсә һөтөнә тиң икән.Бигерәк тә йәй көнө сәскәләр күп саҡта әҙерләнгән ҡымыҙ бик шифалы.Шуға ла бөйөк яҙыусылар Чехов менән Толстой,Башҡортостанға килеп, ҡымыҙ менән дауаланған.
Эш.1.Яңғыҙлыҡ исемдәр аҫтына һыҙ.
2. Ҡушма һүҙҙәрҙе ижеккә бүдеп яҙ.
Ҡушымта 3
Контроль диктант №3 УМК «Школа 2100» Дата: 24.11.2015й. Класс: 4. Тема: «Алмаш»
Уҡытыусы: Шәрхитова Г.М.
Ҡышҡы күренештәр.
Ҡар буран ҡупты.Епшек ҡар бөтә ергә һырыны.Шунан боҙлауыҡ яуҙы.Юлдар,тауҙар боҙ булды.Кешеләр,хайуандар тайып ҡоланы.Ағастың ботаҡтары ла быяла кеүек ялтыр боҙ менән ҡапланды.
Көньяҡтан йылы ел өрҙө. Ул ҡалын-ҡалын ҡар болоттарын ҡыуып килтерҙе.Эре күҙле йомшаҡ ҡар,ябалаҡ ҡар яуҙы.Уға күбәләк ҡар тип тә һоҡландылар.Ҡар бөртөгө балаларҙың бәрешеп уйнауын күҙәтте.Улар бейек көрткә сумдылар. Текә һырынтылар буйлап һырғалаҡ шыуалар.Өлкәндәр ҡар баҫып киткән юлдарҙы көрәне.
Эш.1. Алмаштарҙың аҫтына һыҙ.
2. Текстан зат алмашын һайлап яҙ.
Ҡушымта 4
Контроль диктант №4 УМК «Школа 2100» Дата: 16.12.2015й. Класс: 4. Тема: «Сифат»
Уҡытыусы: Шәрхитова Г.М.
Ҡунаҡ беснәк.
Көн аяҙ.Ағастарҙы бәҫ һырыған.Улар ҡояш нурҙарында йым-йым итеп йымылдаша. Тәҙрәм форточкаһын асыуым булды, өйгә һалҡын һауа бәреп инде. Ҡояшлы булһа ла көн һыуыҡ.
Шунда уҡ форточка рамына һары түшле ҡарабаш.турғай килеп ҡунды.Беҙҙең яҡта уны беснәк йөрөтәләр.Беснәк ҡалтырана,өшөгәндер,моғ. Беснәк осоп,минең усыма күсте.Ысынлап өшөгән икән.Тәпәйҙәре һап-һалҡын.Муйыны боҙ кееүек.Суҡышын асып ҡараһам,тамағы тулы шеш.Тынын саҡ-саҡ ала.Ҡунаҡ беснәкте мәтрүшкәле сәй,бал,сәксәк менән һыйланым.
Эш.1. Сифаттарҙың аҫтына тулҡынлы һыҙыҡ һыҙ.Уларҙың дәрәжәләрен билдәлә.
2. Бер нисә төп һәм шартлы сифат уйлап яҙ.
Ҡушымта 5
Аңлатмалы диктант №5 УМК «Школа 2100» Дата: 02.02.2016й. Класс: 4. Тема: «Ҡылым»
Уҡытыусы: Шәрхитова Г.М.
Урман.
Урман ҡыш көнө-тун,ә йәй көнө сатыр хеҙмәтен үтәй.Ағас булғанда,көйҙөргөс эҫеләр ҙә ҡурҡыныс түгел.Урман тирә-яҡҡа йәм өҫтәй,дымлы һәм шифалы дауа бирә.Ул кешеләрҙе төрлө еләк-емештәр һәм бәшмәктәр менән туйындыра.Урман тирәһендәге ауыл йәки ҡала баҡсала ултырған кеүек күренә.Кешеләр урманды тәрбиәләп үҫтерәләр,уны янғындан,ҡоротҡостарҙан һаҡлайҙар.
Урман хужалыҡтары ағастарҙы питомниктарҙа үҫтерәләр.Улар көҙҙән гөлйемеш ҡыуаҡтары ултырталар.Ауыл һәм ҡалаларҙы йәшелләндереүҙә уҡыусылар ҙа ҡатнашалар.
Эш.1. Текстағы хәҙерге заман ҡылымдарының аҫтына ике тура һыҙыҡ һыҙ. 2. Текстан бер,ике һәм өс ижектән торған ҡылымдар һайлап алып яҙ.
Ҡушымта 6 Контроль диктант №5
УМК «Школа 2100»
Дата:--------.2016й. Класс: 4.
Тема: «Ҡылым» Уҡытыусы: Шәрхитова Г.М
Ҡурҡаҡ ҡуян.
Ҡуян ҡурҡаҡлығы менән танылған. Ләкин ул үҙен батыр һаҡлай.Уны тереләй ҡулға төшөрөү ҡурҡыныс.
Ул тартыша,тибешә,ҡысҡыра.Уның тырнаҡтары үткер.Ҡуяндар йыртҡыс ҡоштарға ла ҡаршы тора.Улар арҡаларына яталар ҙа арт аяҡтары менән тибешәләр.Һөжүм итеүсенең күкрәген яра, ҡабырғаһын һындыра алалар.Ҡуяндар һуғышты үҙҙәре башламай. Аҙ ғына ҡурҡыныстан да ҡасалар.Ҡуяндарҙың күҙҙәре ҡабарынҡы.Улар тирә-яҡты яҡшы күрәләр.Алға ла,артҡа ла ҡарай алалар.Йыртҡыстарҙан ҡасҡанда ҡуян тик артҡа ҡарай.Шунлыҡтан юлына тап булған икенсе йыртҡысҡа эләгә.
.
Эш.1.Ҡылымдар аҫтына һыҙ.
2. Дүртенсе һөйләмдәге ҡылымдарҙы юҡлыҡта яҙ.
Ҡушымта 7
Аңлатмалы диктант №7
УМК «Школа 2100»
Дата:--------.2016й. Класс: 4.
Тема: «Һан» Уҡытыусы: Шәрхитова Г.М
Шүлгәнташ мәмерйәһе. Башҡорт ерендә мөғжизәле урындар бик күп. Шуларҙың береһе-Шүлгәнташ мәмерйәһе.
Мәмерйәнең оҙонлоғо 3 километр. Ә бейеклеге 20 метр. Мәмерйә өс ҡаттан тора. Эсендәге һауа йәйен дә,ҡышын да үҙгәрмәй.Мәмерйәлә гел генә 7 градус йылы.Эсе дөм –ҡараңғы.Мәмерйәнән Шүлгән йылғаһы ағып сыға.Уның һыуы саф,һалҡын.Шүлгәнташ мәмерйәһенең стенаһында борон төшөрөлгән һүрәттәр бар.Унда ҡырағай ат,носорог.мамонт һүрәттәре,төрлө тамғалар бар.
Эш.1.Һандарҙы яҙып ал һәм уларҙы һүҙҙәр менән яҙып ҡуй.
Ҡушымта 8
Контроль диктант №8
УМК «Школа 2100»
Дата:--------.2016й. Класс: 4.
Тема: «Үтелгәндәрҙе ҡабатлау» Уҡытыусы: Шәрхитова Г.М
Йылы төн.
Айлы төн. Күк йөҙө салт аяҙ.Ҡаршы тауҙар алыҫтан зәңгәр-зәңгәр булып күренә.Ҡайҙалыр сыр-сыр сиңерткә ҡысҡыра.Күкшел арыш баҫыуынан йәшел һалам еҫе аңҡый.Ара-тирә йомшаҡ ҡына ел иҫеп ҡуя.Ул елгә бөтөнләй оҡшамаған.Йә эҫе ут ҡаршыһында биткә ҡағылып киткән һалҡынса ебәк таҫманы хәтерләтә,йә яңаҡты йылытҡан әсә тынын иҫкә төшөрә.
Юл урман эргәһенән көмөш таҫма булып һуҙылып ята.Ул алыҫ сәфәрҙән һуң ял итергә ятҡан сәйәхәтсене хәтерләтә.Тыныс һәм ләззәтле йоҡоғаталған.
Эш.1. Текстан сифат һәм рәүеште һайлап яҙ.
2.Ҡылымдар аҫтына ике тура һыҙыҡ һыҙ.