Рабочая программа по башкирской литературе для 9 класса


Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
средняя общеобразовательная школа х.Новохвалынскиймуниципального района Кугарчинский район Республики Башкортостан
«Согласовано»
Руководитель ШМО
_________/Алимгужина Э.М./
Протокол № __ от « »________ 2014г. «Согласовано»
Заместитель директора по УВР
МБОУ СОШ х.Новохвалынский МР Кугарчинский район РБ
________________/Суюндикова М.К../
« __»-_________ 2014 г. «Утверждаю»
Директор МБОУ СОШ х.НовохвалынскийМР Кугарчинский район РБ
_____________/Кильсенбаева А.А./
Приказ № __ от « » _______ 2014 г.
Рабочая программа по башкирской литературе
для 9 класса
МБОУ СОШ х. Новохвалынскийна 2014 – 2015 учебный год.
Составитель рабочей программы: Казбулатова М.М.
х. Новохвалынский- 2014
Аңлатма яҙыу.
Уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы өсөн туған әҙәбиәттән эш программаһы.
Эш прогаммаһы 66 сәғәткә бүленгән , аҙнаһына 2 сәғәт иҫәбенән.
Төҙөүсеһе Ҡазбулатова Минибикә Ғәли ҡыҙы
Әҙәбиәт буйынса эш программаһы икенсе быуын стандарттары төп дөйөм белем биреү буйынса башҡорт әҙәбиәтенән өлгө программалар (5-9 кластар, М.Б.Юлмөхәмәтов, Өфө: Китап, 2011) нигеҙендә төҙөлдө.
Дәреслек: Башҡорт әҙәбиәте, 9-се класс өсөн дәреслек, Хөсәйенов Ғ.Б., Өфө:Китап, 2010, Башҡорт әҙәбиәте, 9-сы класс өсөн хрестоматия, Хөсәйенов Ғ.Б., Өфө:Китап, 2010.
Программа кимәле : базис
Уҡытыусының әҙәбиәт буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
1. М.Ғ. Ғималова.Башҡорт әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы. -Өфө; Китап, 2005. – 328 бит.
2. Ғ.Б. Хөсәйенов. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге. - Өфө;Китап,2006. -248 бит.
3. Б.Б. Ғафаров Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. - Өфө; Китап, 2008.- 352 бит.
4. Ә.М. Сөләймәнов. Әҙәби әҫәрҙе тикшереү юлдары.-Өфө; Китап 2012.-168 бит.
5. М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу( методик ҡулланма).- Өфө, НМЦ «Педкнига» , 2008.-204 бит.
6. М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу / Уҡытыусылар өсөн ҡулланма..- Өфө, Китап , 2009.-176 бит
7. Ғ. Хөсәйенов.Әҙәбиәт теорияһы. - Өфө; Китап, 2010. – 384 бит.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
1.Башҡорт әҙәбиәте, 9-се класс өсөн дәреслек, Хөсәйенов Ғ.Б., Өфө:Китап, 2010, Башҡорт әҙәбиәте, 9-сы класс өсөн хрестоматия, Хөсәйенов Ғ.Б., Өфө:Китап, 2010.
2. Ғ.Б.Хөсәйенов Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге – Өфө:Китап,2006 – 248 бит
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған икенсе быуын стандарттары төп дөйөм белем биреү буйынса башҡорт әҙәбиәтенән өлгө программалар (5-9 кластар, М.Б.Юлмөхәмәтов, Өфө:Китап, 2011) нигеҙендә төҙөлдө
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Тәүәкән ауылының муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;
«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;
Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
- телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
- бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеү, милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Әҫәрҙәрҙең тексын өйрәнеү – 56 сәғәт.
Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү – 5 сәғәт.
Синыфтан тыш уҡылған әҫәрҙәр буйынса әңгәмә - 5 сәғәт.
-художестволы,фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы дөрөҫ, етеҙ итеп ҡысҡырып уҡыу;
-художестволы әҫәрҙе тасуири уҡыу;
-эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма рәүештә (телдән) тулы итеп йәки һайлап,ҡыҫҡартып һөйләп биреү (изложение төҙөү);
-өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки яҙма рәүештә фекерләү характерындағы инша яҙыу;
-һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙар
Халыҡ ижады: мәғлүмәт, эпостар һәм ҡобайырҙар, “Урал батыр” эпосы , “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосы (9), Йософ Баласағунлы “Ҡотадғу белек” дастаны (1), “Ҡорҡот ата” һәм “Уғыҙнамә” хикәйәттәре (1), Ҡол Ғәли “Йософ ҡиссаһы” (1), Ҡотб “Хөсрәү вә Ширин”, С.Сараи “Гөлстан бит-төрки” (1), Сәсәндәр: Һабрау, Асан Ҡайғы, Ҡаҙтуған йырауҙар (1), Аҡмырҙа, Ҡобағош, Байыҡ сәсәндәр (1), Буранбай, Ғәбит, Ишмөхәмәт сәсәндәр (1), С.Юлаев тормошо һәм ижады (3), 18 б.әҙәбиәтендәге йүнәлештәр (1), Т.Ялсығол (1), Ғ.Усман (1), 19 б.әҙәбиәте (1),Һ.Салихов (1), Ғ.Соҡорой (1), Аҡмулла (4), М.Өмөтбаев (3), Р.Фәхретдин (3), 20 б.башында әҙәбиәт (1),С.Яҡшығолов (2), Ф.Сөләймәнов (3), М.Ғафури: тормош юлы, шиғырҙары, “Себер тимер юлы” поэмаһы, “Шағирҙың алтын приискыһында” повесы (6), Ш.Бабич (5)
Әҙәбиәт теорияһы: тарихи шәхес һәм әҙәби герой, прототип, тарихи әҫәр һәм художестволы әҫәр, композиция һәм сюжет, образды асыусы саралар (портрет, автор характеристикаһы, телмәр характеристикаһы), художество методы, реализм, тәнҡитле реализм.

Ятлау өсөн әҫәрҙәр: “Урал батыр” эпосынан өҙөк (Аҡбуҙатты тасуирлаған урын), С.Юлаев “Яу”, “Уҡ”, “Егеткә”, Аҡмулла “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк”, “Инсафлыҡ”, “Тиһеңме?”, Ш.Бабич “Халҡым өсөн”, “Кем өсөн?”, “Салауат батыр”.
Кластан тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр:
Шәжәрәләр, тәүәрихтар, “Бәхтиәрнамә”, М.Өмөтбаев “Йәдкәр”, Р.Фәхретдин “Сәлимә”, М.Ғафури “Хәтерҙән сыҡмай торған кеше”, “Ғафуриҙан өсөнсө хат”, Ш.Бабич “Беҙ үҙебеҙ башҡорттар”
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
9 класс уҡыусыларының белем һәм күнекмәләренә төп талаптар
Уҡыусылар түбәндәгеләрҙе белергә тейеш:
-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен, мәғәнәһен;
өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең ваҡиғаһын (сюжетын) һәм геройҙарын;
-әҫәрҙең художестволы образы, темаһы, идеяһы, сюжеты, композицияһы, рифма хаҡындағы төшөнсәләрҙең билдәләре;
-драматик һәм лиро-эпик әҫәрҙәрҙең характерлы үҙенсәлектәре;
-программа тарафынан ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең текстары.
Уҡыусылар түбәндәге күнекмәләргә эйә булырға тейеш
1-се төр күнекмәләр
-яҙыусы һүрәтләгән художестволы картиналарҙы уй менән күҙ алдына баҫтырыу;
-художестволы әҫәрҙәрҙе, фәнни һәм публицистика әҫәрҙәрен айыра белеү;
-өйрәнелә торған әҫәрҙең сюжет элементтарының, композицияның идея-художество урынын билдәләү;
-контекст эсендә һүрәтләү сараларының идея-художество урынын билдәләү;
-уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға ҡылыҡһырлама биреү;
-авторҙың мөнәсәбәтен билдәләү маҡсатында геройҙарҙы үҙ-ара сағыштырыу;
-эпик, лирик, лиро-эпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.
2-се төр күнекмәләр
ға (индивидуаль һәм сағыштырма) баһалама биреү;
-эпик әҫәргә йәки уның өҙөгөнә план төҙөү;
-телдән йәки яҙма сығыш яһау өсөн план төҙөү
-үҙ аллы уҡыған әҙәби сәнғәт әҫәрҙәренә (әҫәрҙәге герой һәм ваҡиғаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереп) яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау

1.Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
һорауҙарға яҙма яуаптар
изложениелар һәм иншалар
тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү
тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
2. Уҡыусыларҙың яҙма эштәрен тикшергәндә төп иғтибар пландың нисек төҙөлөүе, ундағы логик эҙмә-эҙлелек , план буйынса йөкмәткенең нисек асылыуына бирелә, һүҙҙәрҙең нисек асылыуына бирелә. Һүҙҙәрҙең нисек ҡулланылыуы, шулай уҡ орфографик, пунктуацион, стилистик хаталар иҫәпкә алына. Эште тикшереп бөткәндән һуң, хаталарҙы классификациялап, күпселек уҡыусыларға хас типик хаталар иғтибарға алына һәм хаталар өҫтөндә эш, иншаларҙы анализлау буйынса махсус дәрес үткәрелә.
Уҡыу тиҙлеген тикшереү
Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.
Баһалар
Баһалар “5” “4” “3” “2”
5 класс 100 90 80 80-дән кәмерәк
6 класс 110 100 90 90-дан кәмерәк
7 класс 120 110 100 100-ҙән кәмерәк
8 класс 130 120 110 110-дан кәмерәк
9 класс 140 130 120 120-нән кәмерәк
Тематик план
№ Дәрес темаһы Сә
ғәт
тәр һа
ны Дәрес төрө Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге Дата Фак
тик дата Иҫкәрмәләр
1 Инеш 1 Ҡатнаш Әңгәмәгә ҡушылырға, шәхси фекерҙәрҙе әйтергә. Халыҡ ижады: 2 Халыҡ ижады тураһында дөйөм мәғлүмәт 1 Ҡабатлау Халыҡ ижады жанрҙарын айыра белергә. Мәҡәл , әйтемдәрҙе телмәрҙә ҡулланырға 3 Башҡорт халыҡ эпосы һәм ҡобайырҙар 1 Ҡатнаш Эпостарҙы таный белергә, әкиәттәрҙән, легендаларҙан, риүәйәттәрҙән айыра белергә. Уларҙың үҙенсәлектәрен аңларға. Сәсмә формаларҙың шиғри формалар менән сиратлашып килеүен аңларға. 45
67 “Урал батыр” эпосы 4 Ҡатнаш Тасуири уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә, аңлашылмаған һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатырға, теленә анализ яһарға, өҙөк ятларға. 8 Т.ү. Эпос буйынса инша 1 Телмәр үҫтереү “Урал батыр” эпосы буйынса инша яҙырға. 9
10
11 “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосы 3 Яңы белем менән танышты
рыу Тасуири уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә, аңлашылмаған һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңлатырға, теленә анализ яһарға Боронғонан алып 18 быуат аҙағына тиклемге башҡорт әҙәбиәте 12 Боронғо төрки әҙәбиәтенән үрнәктәр Йософ Баласағунлы “Ҡотадғу белек” дастаны 1 Яңы белем менән танышты
рыу Боронғо текстың йөкмәткеһен ҡабул итеү. Тәржемәһенә иғтибар итергә, тасуири уҡырға. Таныш булмаған боронғо һүҙҙәрҙе табырға, мәғәнәләрен асыҡларға. 13 “Ҡорҡот ата” һәм “Уғыҙнамә”хикәйәт
тәре 1 Яңы белем менән танышты
рыу Тасуири уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә. Боронғо текстың йөкмәткеһен ҡабул итеү. Тәржемәһенә иғтибар итергә, тасуири уҡырға. Таныш булмаған боронғо һүҙҙәрҙе табырға, мәғәнәләрен асыҡларға. 14 Ҡол Ғәли “Ҡиссаи Йософ” 1 Яңы белем менән танышты
рыу Тасуири уҡырға. Боронғо текстың йөкмәткеһен ҡабул итеү. Тәржемәһенә иғтибар итергә, тасуири уҡырға. Таныш булмаған боронғо һүҙҙәрҙе табырға, мәғәнәләрен асыҡларға. 15 Урта быуат әҙәбиәте. Ҡотб “Хөсрәү вә Ширин” 1 Яңы белем менән танышты
рыу Боронғо текстың йөкмәткеһен ҡабул итеү. Тәржемәһенә иғтибар итергә, тасуири уҡырға. Таныш булмаған боронғо һүҙҙәрҙе табырға, мәғәнәләрен асыҡларға. 16 16-18 быуаттар әҙәбиәте. Сәйф Сараи “Гөлөстан бит-төрки”, “Буҙьегет” 1 Яңы белем менән танышты
рыу Боронғо текстың йөкмәткеһен ҡабул итеү. Тәржемәһенә иғтибар итергә, тасуири уҡырға. Таныш булмаған боронғо һүҙҙәрҙе табырға, мәғәнәләрен асыҡларға.
Тасуири уҡырға. 1718 Кластан тыш уҡыу. Шәжәрәләр, тәүәрихтар. Бәхтиәрнамә. 2 Ҡат
наш Йөкмәткеһен үҙләштерергә. Йырауҙар һәм сәсәндәр ижады 19 Йырыуҙар: Һабрау, Асан Ҡайғы, Ҡаҙтуған. 1 Яңы белем менән танышты
рыу Йырауҙарҙың тормош юлын һәм ижадын белергә. Әҫәрҙәрен тасуири уҡырға. Анализ яһарға. 20 Сәсәндәр:Аҡмырҙа, Ҡобағош, Байыҡ 1 Яңы белем менән танышты
рыу Сәсәндәрҙең тормош юлын һәм ижадын белергә. Әҫәрҙәрен тасуири уҡырға. Анализ яһарға. 21 Буранбай, Ғәбит, Ишмөхәмәт сәсәндәр 1 Яңы белем менән танышты
рыу Сәсәндәрҙең тормош юлын һәм ижадын белергә. Әҫәрҙәрен тасуири уҡырға. Анализ яһарға. 22 Т.ү.Сәсәндәр ижады буйынса инша 1 Телмәр үҫтереү Инша яҙырға. С.Юлаев 23 Тормошо һәм яу юлы. Шағир һәм сәсән. 1 Ҡат
наш Шиғырҙарҙың йөкмәткеһен аңларға һәм ҡабул итергә, тасуири уҡырға. Биографияһы һәм ижады тураһында материалдар туплараға. Шиғырҙарының заманы өсөн ниндәй кимәлдә актуаль булыуын билдәләргә. 24 Әҫәрҙәренең йәшәү рәүеше һәм һаҡланышы. Поэзияһының идея-тематик йөкмәткеһе 1 Яңы белем менән танышты
рыу Әҫәрҙәренең йәшәү рәүеше һәм һаҡланышын белергә.Поэзияһының идея-тематик йөкмәткеһен асыҡларға. 25 ”Салауат телмәре”. Поэзияһының поэтик үҙенсәлектәре. 1 Яңы белем менән таныштырыу Салауаттың поэзияһының поэтик үҙенсәлектәрен асыҡларға, анализларға. 26 Т.ү. “Салауат Юлаев-башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе” темаһына инша 1 Тел
мәр үҫте
реү Инша яҙырға. 27 Тажетдин Ялсығол 1 Яңы белем менән таныш
тырыу Тормош һәм ижад юлын белергә.”Риса
лаи Ғәзизә” һәм “Тарихнамә Болғар” китаптарынан өҙөктәрҙе үҙләштерергә.Уларҙың дидактик характерҙа булыуын аңларға. Жанр формаларын асыҡларға. Тәүарих жанрын, уларҙың традицияларын, тарихи-әҙәби үҙенсәлектрен белергә,. 28 Ғ.Усман 1 Яңы белем менән танышты
рыу Тормош юлын, әҫәрҙәренең тематикаһын, мәғрифәтсел рухын, жанрҙарын, поэтик үҙенсәлектәрен белергә. Дидактик поэзия традицияларын, мәҙхиә, мәдхиә жанрҙарын белергә. 29 19 быуат әҙәбиәте 1 Ҡат
наш Конспект яһарға, һөйләргә белергә. 30 Һибәтулла Салихов 1 Яңы белем менән танышты
рыу Тормош юлын һәм ижадын белергә, Әҫәрҙәрен тасуири уҡырға. Анализларға. 31 Ғәли Соҡорой 1 Яңы белем менән танышты
рыу Тормош юлын һәм ижадын белергә, Әҫәрҙәрен тасуири уҡырға. Анализларға. М.Аҡмулла 32 Тормошо һәм ижады 1 Ҡат
наш Тормошон һәм ижадын белергә. Материалдар тупларға. 33 ”Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғыры 1 Яңы белем менән танышты
рыу Шиғырҙы тасуири уҡырға, мәғрифәтселек идеяларын асыҡларға. Тел-стиль сараларын анализларға. Шиғырҙы ятларға. 34 ”Шиһабетдин Мәржәни мәрҫиәһе” 1 Яңы белем менән танышты
рыу Тасуири уҡырға. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙең һүҙлек буйынса мәғәнәләрен аңлатырға. Мәрҫиә жанры тураһында мәғлүмәт биреү. 35 ”Урыным-зиндан”, “Мәжлесенә ҡарай ғына”, “Инсафлыҡ” шиғырҙары 1 Яңы белем менән танышты
рыу Шиғырҙа күтәрелгән проблемаларҙы аңлата белергә.Төп идеяһын һәм темаһын күрһәтә белергә. Телдән һәм яҙма рәүештә һорауҙарға яуап бирергә. 36 Т.ү.Аҡмулла ижады буйынса инша 1 Тел
мәр үҫте
реү Аҡмулла ижады буйынса инша яҙырға. Цитаталар ҡулланырға. М.Өмөтбаев 37 Тормош юлы 1 Яңы белем менән танышты
рыу Тормош юлын белергә. Шиғырҙарҙы тасуири уҡырға, унда күтәрелгән мәсьәләләрҙе асыҡларға. Заманы өсөн ул ниндәй әһәмиәткә эйә булған? 38 ”Ҡайыш илә йүкә”, “Йомран иле”, “Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы” шиғырҙары 1 Яңы белем менән танышты
рыу Шиғырҙарҙы тасуири уҡырға, унда күтәрелгән мәсьәләләрҙе асыҡларға. Заманы өсөн ул ниндәй әһәмиәткә эйә булған? Этнографик матеиал өсөн был шиғырҙарҙың әһәмиәтен күрһәтергә. Мәҫәл жанрының башланғыстарын күрһәтергә. 39 ”Бөйөк шағир А.Пушкин”, “Башҡорттар” 1 Яңы белем менән танышты
рыу Шиғырҙарҙы тасуири уҡырға, унда күтәрелгән мәсьәләләрҙе асыҡларға. Заманы өсөн ул ниндәй әһәмиәткә эйә булған? 40 Кластан тыш уҡыу “Йәдкәр” китабынан шиғырҙар 1 Ҡат
наш Тасуири уҡырға. Идея-тематикаһын асыҡларға. Р.Фәхретдин 41 1.Тормош юлы 1 Яңы белем менән танышты
рыу Яҙыусының биографияһы һәм ижады тураһында материалдар тупларға, әҫәрҙәрҙең ижад ителеү тарихын асыҡларға, художестволы үҙенсәлеге, теле һәм стиленә иғтибар итергә. 4243 ”Әсмә” повесы 2 Яңы белем менән танышты
рыу Әҫәрҙе тасуири уҡырға һәм йөкмәткеһен үҙләштерергә. Таныш булмаған һүҙҙәрҙеи асыҡларға һәм мәғәнәләрен аңлатырға. Әҫәрҙең ижад ителеү тарихын асыҡларға, художестволы үҙенсәлеге, теле һәм стиленә иғтибар итергә. 44 Кластан тыш уҡыу. “Сәлимә” повесы 1 Ҡат
наш Әҫәрҙе тасуири уҡырға һәм йөкмәткеһен үҙләштерергә. Таныш булмаған һүҙҙәрҙеи асыҡларға һәм мәғәнәләрен аңлатырға. Әҫәрҙең ижад ителеү тарихын асыҡларға, художестволы үҙенсәлеге, теле һәм стиленә иғтибар итергә. 45 20 быуат башында әҙәбиәт 1 4647 С.Яҡшығолов. Тормошо, шиғырҙары. 2 Яңы белем менән танышты
рыу Тормош юлын белергә, хронологик таблица төҙөргә. Тасуири уҡырға һәм йөкмәткеһен үҙләштерергә Ф.Сөләймәнов 48 Тормош юлы 1 Яңы белем менән таныштырыу Тормош юлын белергә, хронологик таблица төҙөргә. 49 ”Башҡорт моңо” шиғыры 1 Яңы белем менән танышты
рыу Тасуири уҡырға һәм йөкмәткеһен үҙләштерергә. Китапта бирелгән һорауҙарға яуап бирергә. Шағирҙың ижадында төп теманы билдәләргә, аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табырға һәм һүҙлек буйынса уларҙың мәғәнәләрен асыҡларға. 50 ”Тимербай ҡурайсы” хикәйәһе 1 Яңы белем менән танышты
рыу Тасуири уҡырға һәм йөкмәткеһен үҙләштерергә. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табырға һәм һүҙлек буйынса уларҙың мәғәнәләрен асыҡларға. План төҙөргә һәм план буйынса һөйләргә. М.Ғафури 51 Тормош юлы 1 Ҡат
наш Тормош юлын белергә, хронологик таблица төҙөргә. Яңы материалдар тупларға. 5253 ”Себер тимер юлы” һ.б. шиғырҙары 2 Яңы белем менән танышты
рыу Әҫәрҙе тасуири уҡырға һәм йөкмәткеһен үҙләштерергә. Таныш булмаған һүҙҙәрҙеи асыҡларға һәм мәғәнәләрен аңлатырға. Әҫәрҙең ижад ителеү тарихын асыҡларға, художестволы үҙенсәлеге, теле һәм стиленә иғтибар итергә. 5455
5657 ”Шағирҙың алтын приискыһында” повесы 4 Яңы белем менән танышты
рыу Повесты тасуири уҡырға һәм йөкмәткеһен үҙләштерергә, яҙылыу тарихына иғтибар итергә. Таныш булмаған һүҙҙәрҙеи асыҡларға һәм мәғәнәләрен аңлатырға. Әҫәрҙең художестволы үҙенсәлеге, теле һәм стиленә иғтибар итергә. Образдар системаһын асыҡларға. 58 Кластан тыш уҡыу. “Хәтерҙән сыҡмай торған кеше”, “Ғафуриҙан өсөнсө хат” 1 Ҡат
наш Әҫәрҙе тасуири уҡырға һәм йөкмәткеһен үҙләштерергә. Таныш булмаған һүҙҙәрҙең асыҡларға һәм мәғәнәләрен аңлатырға. Әҫәрҙең ижад ителеү тарихын асыҡларға, художестволы үҙенсәлеге, теле һәм стиленә иғтибар итергә. 59 Т.ү. М.Ғафури ижады буйынса инша. 1 Тел
мәр үҫте
реү Ижады буйынса инша яҙырға, цитаталар ҡулланырға. Ш.Бабич 60 Тормош юлы 1 Яңы белем менән танышты
рыу Тормош юлын белергә. Уның республика өсөн көрәш юлында булыуын, артабанғы яҙмышы тураһында һөйләргә, шағирҙың һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы тыңларға һәм йырлап ҡарарға. 616263 Ижады. Шиғырҙары 2 Яңы белем менән танышты
рыу Шиғырҙарҙы тасуири уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә, идея-тематик йөкмәткеһен асыҡларға, яҙылыу осорона иғтибар итергә. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе яҙып алып йөкмәткеһен асыҡларға. Тел, стиль үҙенсәлектәренә иғтибар итергә. “Салауат батыр” шиғырын ятларға. 64 ”Башҡорт халҡына көйлө хитап” 1 Яңы белем менән танышты
рыу Шиғырҙарҙы тасуири уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә, идея-тематик йөкмәткеһен асыҡларға, яҙылыу осорона иғтибар итергә. Аңлашылмаған һүҙҙәрҙе яҙып алып йөкмәткеһен асыҡларға. Тел, стиль үҙенсәлектәренә иғтибар итергә. 65 Кластан тыш уҡыу. Бабич “Беҙ үҙебеҙ- башҡорттар” 1 Ҡат
наш Тасуири уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә. 66 Т.ү. Ш.Бабич ижады буйынса инша. 1 Тел
мәр үҫте
реү Шағирҙың тормош юлы һәм ижады буйынса инша яҙырға, цитаталар ҡулланырға. уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге
1.Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
2.Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
3.Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
4.Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.
5.Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
6.Журналдар «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».
7.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
8.Салауат Галин Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Өфө ,Китап,-2004
9.И.Д. Бураҡаев, М.С. Бураҡаев Башҡорт мәҙәниәте. Тормош һабаҡтары. Өфө, Китап,-2001
10.Ҡыҙыҡлы грамматика: Өфө, Китап, 1993
11.Ф.Ф. Абдуллина, В.Ш.Псәнчин кластар өсөн Әсә теле дәреслегенә дидактик материал. Өфө, Китап, 2003
12.М.Ғ. Усманова, Ф.Ф.Абдуллина Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма
13.М.Ғ. Ғималова, С.М.Рәхимова. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы 5-9 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Өфө, Китап, 1996-224 бит.
14.М.Ғ. Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Рус мәктәптәренең 5-11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө, Китап,2009- 168 бит
15.Ғ.Б. Хөсәйенов, М.Ғ.Ғималова, Р.З.Шәкүров. Әҙәбиәт хрестоматия. Урта мәктәптең 10-сы класы өсөн – Өфө: Китап,2008 – 336 бит
16.Ғ.Б. Хөсәйенов, Ғ.С.Ҡунафин, Р.С.Искәндәров, Ғ.Й.Рамазанов Башҡорт әҙәбиәте:9-сы класс өсөн дәреслек- Өфө: Китап, 1994 168 бит
17.Ғ.Ғ. Сәйетбатталов Башҡорт теле: Педагогия училищелары өсөн дәреслек.- Өфө: Китап,1997 352 бит.
Материаль-техник ҡулланмалар.
телевизор;
видеомагнитофон
компьютер
магнитофон
интерактив таҡта