Асы? д?рес. ?ушыл?ан (бинар) д?рес. Баш?орт теле+ Баш?ортостан тарихы.


Республика политехник лицей интернаты дәүләт бюджет белем биреү учреждениеһы
Уҡытыусылар:
Туған әҙәбиәт – Хәлилов Азат Насретдин улы
Башҡортостан мәҙәниәте - Ишкинина Фәүзиә Ғирфан ҡыҙы
Ҡушылған дәрес. Туған әҙәбиәт һәм Башҡортостан мәҙәниәте
Тема: Башҡорт халыҡ йырҙары
Йәлеп ителгән класс - 7 а класы
Маҡсат: 1. Башҡорт халыҡ йырҙарын тематик төркөмдәргә бүлеп өйрәнеү;
2. Башҡорт халыҡ йырҙарын йыйыусы, өйрәнеүсе ғалимдар тураһында мәғлүмәт биреү;
3. Халыҡ йырҙарын башҡарыусылар, йыйыусы ғалимдарҙың ижадына ҡыҙыҡһыныу, йырҙарға һөйөү тәрбиәләү. Уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереү.
Йыһазландырыу: компьютер, медиапроектор.
Дәрес барышы:
Ойоштороу өлөшө.
Инеш һүҙ. Райман Ишбаев башҡарыуында “Урал” йыры яңғырай.
-Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, беҙҙең дәрестең темаһы ниндәй булыр икән?
ЯУАП.
Б) Дәрестең маҡсаты һәм эпиграфы менән таныштырыу
Ниндәй генә хәлдә лә башҡорт
Йырҙан башҡа һис көн итмәгән
Аш ҡайғыһы юҡ, тип әйткәндә лә,
Йыр ҡайғыһы юҡ, тип әйтмәгән. Хәсән Назар.
(дәрестең эпиграфы интерактив таҡтала сағылып тора).
Туған әҙәбиәт. Эйе, бөгөнгө дәрестә беҙ һеҙҙең менән йырҙар тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ. Әлбиттә, башҡорт халҡының йыр мираҫы беҙ өйрәнгәндәр менән генә сикләнмәй. Ғүмер буйы өйрәнергә лә етә.
Башҡортостан мәҙәниәте.Музыкальное искусство Башкортостана своими истоками уходит в народное творчество, в народную песню.Питая живительными соками современное профессиональное искусство, башкирский фольклор продолжает жить своею внутреннюю жизнью Во все времена он сопутствует башкирскому народу, отражает складывающиеся и изменяющиеся общественные отношения, обычаи, моральный и духовный обдик, национальные особенности.
Башҡорт йырҙары элек-электән рус ғалимдарын, яҙыусыларын, телселәрен һоҡландырған.Йыр – халҡыбыҙҙың борон-борондан килгән тормош юлдашы. Йырҙарҙа беҙ халыҡ тарихында булып үткән иң мөһим, иң күренекле ваҡиғаларҙың поэтик йылъяҙмаһын, уның тормош-көнкүрешен, йолаларың төрлө яҡлап сағылышын эстетик һәм философик ҡараштарының кәүҙәләнешен күрәбеҙ.
Инеш.
Туған әҙәбиәт.
- Әйтегеҙ әле, уҡыусылар, халыҡ үҙенең йырҙарында нимәләрҙе һәм кемдәрҙе данлаған? (Тыуған илен, батырҙарын, тәбиғәтен, ҡыуанысын һәм шатлығын, ҡайғы-хәсрәтен уртаҡлаша). -схема
Башҡортостан мәҙәниәте. Башкирский край, местный фольклор привлекал русских писателей, исследователей, ученых. В течение всей жизни они собирали жемчужины народного творчества, классифицировали, доводили до народа. Кого мы можем назвать?
ЯУАП. Владимир Даль, Сергей Рыбаков, Иван Лепехин, Руф Игнатьев, Лев Лебединский, Салават Галин и многие другие.
Башҡортостан мәҙәниәте. Владимир Даль (1801-1872) – русский писатель,автор знаменитого “Толкового словаря живого великорусского языка”. В 1833-1841 годах В.Даль служил помощником губернатора Оренбургского края В.А.Перовского. За эти годы В.Даль ,по оего словам, объездил край вдоль и поперек. В 1833 году сопровождал А.С.Пушкина, приехавшего в Оренбург для сбора материалов о восстании Пугачева. Непосредственно общаясь с башкирами, В.Даль изучал башкирский язык, собирал башкирский фольклор, публиковал в переводе на русский язык.
Второй ученый, который владел башкирским языком –Руф Игнатьев (1829-1886) –краевед, историк,археолог. В начале 60-х годов он из Москвы переехал в Уфу, где развернул большую научную работу, собирал башкирский фольклор, изучал историю башкир. В Уфе им были написаны такие ениги, как “Сказания, сказки, песни...”, “Башкир Салават Юлаев, пугачевский бригадир, певец и к импровизатор”. Первым в истории опубликовал стихи Салавата Юлаева в своем переводе на русский язык.
Салават Галин (1934-2008) – ученый-фольклорист,доктор филологических наук, профессор, академик Академии гуманитарных наук, лауреат премии ПравительстваРоссийской Федерации в области образования. Во многих районах Башкортостана, а также в Курганской, Челябинской, Пермской, Самарской,Саратовской, Оренбургской областях, где проживают башкиры, им записаны сотни народных песен,легенд, эпических сказаний.
Туған әҙәбиәт.Хәҙер беҙ йөкмәткеһе буйынса бүленгән һәр төркөмгә айырым туҡталып китәйек.
1. Тыуған ил һәм ырыуҙар берҙәмлеге тураһындағы йырҙар.
- Был йырҙарҙың иң мәшһүре ниндәй йыр? (Урал)
- Тағын ниндәй йырҙар бар был төркөмгә ҡараған? (Сәйҙе буйы, Саңды үҙәк һ.б.)
2. 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы тураһындағы йырҙар.
- Был йырҙар кемгә бағышланған?
- Кем етәкселендәге ихтилал тураһында һүҙ бара?
- Улар ни өсөн яуға күтәреләләр?
3. Кантон башлыҡтары һәм түрәләр тураһындағы йырҙар.
- Кемдәр ул кантондар? (был һүҙгә аннотация биреп китергә, йыр тексы уҡыла.)
4. 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһындағы йырҙар.
- Был яуҙа башҡорттар кем менән алыша?
- Кем етәкселегендә улар Парижға тиклем барып етәләр?
- Хәҙер мин һеҙгә йыр тыңлатам. Кем тураһында был йыр? (Альберт Шаһиев башҡарыуында “Ҡаһым түрә”, бер куплет)
5. Ҡасҡындар тураһындағы йырҙар. (Әкрен генә көй уйнатыла)
- Кемдәр улар ҡасҡындар?
- Ни өсөн улар урмандарҙа ҡасып йөрөгәндәр?
- Ниндәй йырҙар беләһегеҙ был төркөмгә ҡараған? (“Бейеш”, ”Шафиҡ”).
6. Әрме хеҙмәте тураһындағы йырҙар.
- Борон егеттәр нисәшәр йыл хеҙмәт иткәндәр?
7. Лирик йырҙар.
-Улар үҙҙәре нисә төркөмгә бүленәләр?
А) Тормош-көнкүреш йырҙары.
Б) Мөхәббәт йырҙары.
В) Ҡатын-ҡыҙҙар яҙмышы хаҡындағы йырҙар.
Г) Шаян йырҙар.
Д) Төрлө йыр-робағиҙар.
- Уҡыусылар, халыҡ йырҙарын башҡарған ниндәй йырсыларҙы беләһегеҙ? (слайд аша фотоһүрәттәре күрһәтелеп кителә). ( Фәрит Бикбулатов, Флүрә Килдейәрова, Абдулла Солтанов)
Башҡортостан мәҙәниәте. Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың портреты күрһәтелә.
-Узнаете этого человека? В начале учебного года при повторении темы “Знаменитые земляки” мы говорили о нем. Композитор первого поколения, первый народный артист Башкирской АССР, уроженец д.Мурапталово Куюргазинского района. Кто это? О нем вам расскажет ваш одноклассник.
-Как увековечивается память о нем? (музей в родной деревне, республиканский конкурс вокалистов, улица в г.Кумертау, бюст перед БРГИ имени Г.Альмухаметова)
Туған әҙәбиәт.Викторина.
Хәҙер беҙ уйнап алайыҡ. Мин һеҙгә йырҙарҙың һүҙҙәрен уҡыйым, ә һеҙ яуаптарын әйтегеҙ.
1. Иртән генә күтәрелгән томан
Аҡбуҙаттан сыҡҡан быу микән. (“Урал”)
2. Ҡандан алып алмас ҡылысымды
Урал ташҡайына ҡайрайым. (”Эскадрон”).
3. Илкәйемә лә ҡайтыр инем,
Аяҡтарым талһа, имгәкләп. (”Ғилмияза”).
4. Йәшел мәсет таяғыңды
Алмаштырып ҡылысҡа. (”Абдулла ахун”).
Бына был “Абдулла ахун” йыры Көйөргәҙе районында ижад ителгән. Уның авторы Мәнди Ҡотош. Түкән ауылынан. Ул тура һүҙле шағир булған. Ислам динен тотҡан.
Йомғаҡлау.
Шулай итеп, уҡыусылар, нимә ул тарихи йыр? Тарихи йырҙа нимә тураһында һүҙ бара? ( Ил яҙмышына бәйле мөһим ваҡиғалар хаҡында, унда ҡатнашҡан батырҙар тураһында, күренекле шәхестәр тураһында). Йыр менән ир-егеттәр яуға киткән, яуҙан ҡайтҡан, туй ваҡыттарында ла, ҡәҙимге мәжлестәрҙе лә иң беренсе булып йыр һәм ҡурай яңғырыған. Лебединскийҙың хаҡлы раҫлауынса, йырҙар башҡорт халҡының тарихи үткәнен, тормошон, милли характерын үҙендә сағылдырыу һәм дөйөмләштереү йәһәтенән фольклорҙың башҡа жанрҙары менән сағыштырмаҫлыҡ дәрәжәлә юғары тора.
Дәрестең эпиграфын уҡыу. Баһалау.