Сценарий внеклассного мероприятия Тау-тау бишт?р, тау-тау йыр?ар, тау-тау бейе???р!


“Тау-тау биштәр,
Тау-тау йырҙар,
Тау-тау бейеүҙәр»
исемле концерт программаһы
(төҙөнө: 5 кластың класс етәксеһе Мөхәмәтйәнова Гөлнур Ғәлимйән ҡыҙы)
-Хәйерле кис, хөрмәтле дуҫтар, туғандар!
Хәйерле кис, тамашасылар!
Барығыҙға, ҡартығыҙға, олоғоҙға, йәшегеҙгә, кесегеҙгә!
Хеҙмәт һөйгән, эштә уңған
Йыр йырларға, көй көйләргә оҫта булған
Мораҙым ауылы халҡына
Бишенсе класс уҡыусыларынан ҡайнар сәләм!
Тау-тау биштәр,
Тау-тау йырҙар,
Тау-тау бейеүҙәр исемле концертыбыҙҙы башлайбыҙ!
(Хор “Баласаҡ утрауы”)
-Хөрмәтле ҡарап ултырыусылар! Сәхнәгә тәү тапҡыр сығыусы уҡыу алдынғыһы,отличница ҡыҙыбыҙ ... саҡырабыҙ! Йыр “Өйрәтәләр мәктәптәрҙә”. Ҡаршы алығыҙ!
Интермедия “Посылка”
Эй һылыуҙа буйҙары
Серлелә ҡараштары
Ул бейей башлаһа инде
Китер иҫең-хуштарың!
Яндырып баҫ, өҙҙөрөп баҫ,
Сәсрәп китһен осҡондар.
Һин бейегәнде ғүмергә
Иҫтәрендә тотһондар!
“Башҡорт ҡыҙы” бейеүе менән... ! Ҡаршы алығыҙ!
Интермедия “Посылка”
Беҙҙең класс малайҙары
Арыу-талыу белмәйҙәр.
Уҡыуҙа ла, уйында ла
Бер кемгә ал бирмәйҙәр.
Егеттәр башҡарыуында йыр “Яҙ килә”! Рәхим итегеҙ,егеттәр сәхнәгә!
интермедия “Посылка”
бейеу “Кантри”
- интермедия “Посылка”
- Хөрмәтле тамашасылар. Ә хәҙер әҙерәк уйнап алайыҡ! Беҙ һеҙгә һорау бирәбеҙ, ә һеҙ иғтибар менән генә тыңлап ултырып яуап бирегеҙ! Кем дөрөҫ яуап бирә –уға бүләк!
Һорау : нисек итеп крокодилды холодильникҡа һалырға
( –холодильниктың ишеген асып.)
Үҙе шаян, үҙе матур,
Һәр саҡ йылмайып көлә.
Кем икән, тип уйлайһығыҙ,
Исеме уның –... !
... башҡарыуында йыр “Краски”
Уйынды дауам итәбеҙ. Һеҙгә тағы бер һорау, кем дөрөҫ яуап бирә- бүләк!
Һорау- нисек итеп филде холодильникҡа һалырға
(- холодильниктың ишеген асаһыңда, бая һалған крокодилды алаһыңда шунан һалаһың.)
Көндә бишле алып ҡайта,
Ныҡлы белемгә эйә.
Барыһына өлгө булыр
Уңған ҡыҙ ул ... !
Үҙенең бейеүе менән һеҙҙең алдығыҙҙа... ! Ҡаршы алығыҙ!
интермедия “Шүрәле”
Әсә наҙы-ерҙә ул мәңгелек,
Мәңгелек йыр- бишек йырығыҙ.
Беҙ үтәсәк юлда маяҡ булып
Ғүмер буйы балҡып тороғоҙ!
Залда ултырған бөтә әсәйҙәргә үҙенең йырын бүләк итә... ! Ҡаршы алығыҙ!

Уйынды дауам итәбеҙ. Тағы бер һорау. Дөрөҫ яуапҡа -приз!
Иғтибар менән тыңлайбыҙ! Бер көндө урман хужаһы айыу
бөтә хайуандарҙыла йыйылышҡа саҡырған. Бөтә йәнлектәрҙә килгән, ә кем килмәй ҡалған?
(- фил, сөнки ул холодильникта ята.)
коллектив бейеү “Гөлнәзирә!”
Алдар булғанда ғына,
Гөлдәр булғанда ғына,
Күтәрелә күңелдәрем
Ҡыҙҙар булғанда ғына, ти ... . Ҡаршы алығыҙ, һеҙҙең алда ...
Интермедия “Себен”
Их , замана һылыуҙары,
Ҡыҙҙарҙың ҡыйыуҙары.
Күҙҙәренән осҡон һирпеп,
Йылмайып көлөүҙәре!
Их, атлап килеүҙәре,
Өҙҙөрөп бейеүҙәре.
Күңелдәрҙе аллы-гөллө
Хистәргә төрөүҙәре!
(совр.)
Шаян, ҡыйыу, егәрлеләр,
Дәрестә лә әүҙемдәр.
Бөтәһелә хайран ҡала
Ул бит беҙҙең егеттәр!
“Гөлкәйем” йыры менән беҙҙең класс егеттәре!
Ҡаршы алығыҙ!!!
Матур ҡыҙҙар теҙелгәндәр
Хатта күҙҙәр ҡамаша.
Береһе- сирень, береһе- нәркәс,
Береһе –аҡ ромашка!
Ҡыҙҙар башҡарыуында йыр “Осоп ҡайтам, әсәй!”
Бөгөнгө концертыбыҙҙың супер призы кемгә эләгер икән?
Быны белер өсөн хәҙер бөтәгеҙҙә ултырғыстарығыҙҙан тороп, ултырғыстарығыҙҙы әйләндереп аҫтын ҡарағыҙ.
Берәй нәмә тормаймы? Эйе, бөгөн уңыш ... йылмайҙы. Һеҙгә беҙҙән суперприз!
- ... , нимә эшләйең ул?
- эй, бына гәзиттән булһала эшләпә эшләп ҡарайым тигәйнем. Атыу ... эшләпә - эшләпә, оригами- эшләпә тип маҡтанып йырлап тик йөрөй. Ышанмаһаң, тыңла.
Өҙә баҫып бейегәндә
Иҙәндәре һелкенә.
Сәхнәгә сыҡһа ...
Йөрәктәрем елкенә.
“Ҡурай” бейеүе менән ...
Интермедия “Ҡош”
Алһыу гөлдәргә күмелгән
Ағиҙелкәй буйҙары.
Шунда үҫкән гөлдәргә тиң
Беҙҙең класс ҡыҙҙары.
Ҡыҙҙар башҡарыуында йыр “Төштәремә ин, әсәй”
Сәхнәлә “Тимербайҙың улдары”! Ҡаршы алығыҙ!
Тып-тып тама тамсылар
Йырлап байрам көйөнә.
Байрам бөгөн, байрам тип
... ҡыуана!
“Байрам бөгөн” йыры менән ....
Хөрмәтле атай-әсәйҙәр! Киләһе йырыбыҙ тик һеҙҙең өсөн генә!
(йыр Атай-әсәй)
Интермедия “Бастилия”
-(йыр Мәктәп)
-Кино йылы булғас, беҙҙә кино төшөрөп ҡарарға булдыҡ.һеҙҙә ҡарағыҙ!
(интермедия “Кино төшөрөү”)
Тыныс булһын аяҙ күгебеҙ,
Нур бөркөһөн көләс йөҙөбөҙ.
Хужалары илдең үҙебеҙ
Берҙәмлектә беҙҙең көсөбөҙ!
(Хор “йыр керһен күңелгә”)