Выступление на тему Применение проблемного обучения на уроках башкирского языка


“Белемгә алып барыусы берҙән-бер юл-ул эшмәкәрлек”
Б.Шоу
I.ПРЕЗЕНТАЦИЯ.
Бөгөнгө көндә уҡытыуҙа күп технологиялар ҡулланыла.Ләкин шулар араһынан тел һәм әҙәбиәт уҡытыуҙа уңышлыһы һәм отошлоһо тип проектлау һәм проблемалы уҡытыуҙы иҫәпләйем.Телде,әҙәбиәтте өйрәнеүгә бала ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килә.Әммә күпмелер ваҡыттан һуң уның был ынтылышы юғала бара,үҙаллылығы кәмей,телмәр үҫеше һүлпәнәйә.Бының сәбәптәре күп,ләкин уны хәл итеү-уҡытыусы алдында торған мөһим бурыс.Ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереүҙә,танып-белеүҙе активлаштырыуҙа проблемалы уҡытыу ярҙамға килә. Бөтә дәрестәрҙә лә проект эшләү мөмкинлеге юҡ,ә бына проблемалы ситуациялар булдырыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай.Был эш системаһының төп идеяһы булып хеҙмәттәшлек идеяһы тора.Уҡытыусы уҡыусыларҙың ярҙамсыһы,белем алыуҙы ойоштороусы ,шулай уҡ проблеманы хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашыусы булараҡ сығыш яһай.Шулай итеп,проблемалы уҡытыуҙың маҡсаты булып ярҙам итеү тора(авторҙары Л.И.Лернер,М.И.Мәхмүтов,М.Н. Скаткин).
Мин 5-се кластарҙан алып 11-се класҡа тиклем ҡулланам.Проектлауға тотонғанса тәүҙә балаларҙы булған материалдар нигеҙендә эҙләнергә,тикшерергә ,анализларға өйрәтергә кәрәк,тип иҫәпләйем.Сөнки уҡыусылар йөкмәткене белеп һөйләргә мөмкин,ә ундағы бик күп тел күренештәрен,кәрәкле мәғлүмәттәрҙе күрмәй китә,әҫәрҙе анализлауға өйрәткәндә ҙур ҡыйынлыҡтар осрай.Иғтибарлы эҙләнгән уҡыусы таба,сағыштыра,кәрәкле һүҙҙәрҙе һайлап ,үҙ фекерен әйтә.
Проектлау технологияһы менәнпроблемалы уҡытыуҙың уртаҡ яҡтары:
1.Проблема ҡуйыла йәки билдәләнә.
2.Төрлө гипотезалар бирелә,хәл итеү юлдары күрһәтелә.
3.Эҙләнеү-тикшеренеү эштәре башҡарыла.
4.Анализлана.
5.Һөҙөмтәһе була-асыш яһай.
Төп уртаҡ яғы:
Үҫтереүсе уҡытыу.
Уҡыусыларҙың үҙаллылығын, фекерләү ҡеүәһен, ижади һәләттәрен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.
II.Дәрестәр системаһы.
Әҙәбиәт уҡытыуҙа проблемалы уҡытыу нимәләр бирә?
Әҫәрҙе анализларға өйрәтә.
Тексты аңлы үҙләштерергә.
Һүҙлек байлығын арттыра.
Һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтерә.
“Әҙәбиәт”һүҙе “әҙәп”тигәнде аңлата,тимәк тормош һабаҡтары бирә алырлыҡ итеп ойошторорға мөмкинлек аса.
Әҫәрҙе уҡымайынса алға китеш юҡ.
Текстан яңы текст төҙөлә.
темаларДәрес тибы,
проблема Хәл итеү юлдары һәм формаларыА.Йәғәфәрова
“Яҡшылыҡ”әкиәте Яңы тема
Ярҙамсыл булырға кәрәкме? Нимә ул яҡшылыҡ тигән һорауға үҙ фекерҙәрен әйтеү,мәҡәлдәр менән ,тормош тәжрибәһенә таянып иҫбатлау,төркөмләп эшләүҒ.Сәләмдең “Бала” поэмаһында йәш ғаилә проблемалары Нығытыу.
Социаль-әхләҡи проблемаларҙы асыҡлау. Тексты анализлау,геройҙарға ҡылыҡһырламаны төп маҡсаттан сығып биреү,хәл итеү юлдарын күрһәтеү-ике -өс төркөм ,парлы,коллектив.
–Хәҙер беҙ “Бала” поэмаһы буйынса йәш ғаиләнең проблемаларын асыҡлап китергә тейешбеҙ. Шул осорҙоң проблемаларын Ғ.Сәләм, лирик герой күҙлегенән асыҡлайыҡ.
Бала проблемаһы ғаилә рамкаларына ғына сикләнмәй, социаль проблемалар итеп үҫтерелә. Тимәк , поэмала ниндәй проблемалар күтәрелә?
Социаль -әхлаҡи проблемалар
Ошо проблемалар араһынан әҫәрҙең төп конфликтын тыуҙырыусы проблемаларҙы асыҡлайыҡ.
-Был ниндәй проблема?
-коммунистик әхлаҡ һәм үҙ файҙаһын ғына күҙәтеп, үҙе өсөн генә йәшәй торған тар маҡсатлы кеше ҡараштарының бәрелеше.
Ундай кешене икенсе төрлө нисек итеп әйтә алабыҙ – мещанлыҡ.
Проблемаларҙы асыҡлау ғына етмәй, уларҙың хәл ителеш юлдары ла булырға тейеш. Хәҙер беҙ һеҙҙең менән ошо проблемаларҙың хәл ителеш юлдарын күрһәткән проект төҙөйәсәкбеҙ.
1-се төркөм һеҙҙең проекттың темаһы: “Бала” поэмаһында йәш проблемаларының хәл ителеше.
2-се төркөм: “Бөгөн йәш ғаилә проблемаларының хәл ителеше”
һеҙ төркөмдәрегеҙҙә күмәкләп кәңәшләшеп эшләйәсәкһегеҙ. Ә һеҙҙе уртаҡ бер фекергә алып килеүсе эксперт булырға тейеш.
Эште башлайбыҙ. Проект төҙөү (15 минут)
Проектты яҡлау.Эксперттар үҙҙәренең төркөмөндәге һәр уҡыусыға билдәләр ҡуя һәм аңлаталар.
Рефлексия-кире бәйләнеш.
-Бөгөнгө дәрес һеҙгә оҡшанымы?
-Нимәләр аңланығыҙ?
-Ниндәй яңылыҡтар үҙегеҙгә астығыҙ?
Ғ.Сәләмдең “Бала” поэмаһында күтәрелгән проблемаларҙың хәл ителеше.
30-сы
Й
Ы
Л
Д
А
Р
Дәүләт ҡоролошоноң йоғонтоһо
Бер-береһен ғәфү итә алыуҙары
Уртаҡ фекергә килеү
Балаға булған мөхәббәт
Үҙ хаталарын аңлай алыуҙары
Коллектив роле
Хеҙмәттең роле
Башҡа ғаиләләрҙең йоғонтоһо

Йомғаҡлау: Тимәк, хеҙмәттең кеше тәрбиәләүҙәге һәйбәт йоғонтоһо, йәмғиәт хәстәрлеге арҡаһында, Сәйҙел үҙ-үҙен еңеп сыға һәм Зәйнәбенә әйләнеп ҡайта, ике йәш кеше араһындағы конфликттың тамам хәл ителеүе бына ошонда.
Бөгөнгө ғаилә проблемаларының хәл ителеше
Б
ө
г
ө
н
г
ө
з
а
м
а
н
Дәүләт кимәлендә закондар ҡабул итеү
Ауыл хужалығын күрһәтеү
Динде пропагандалау
Мәктәп, ғаиләләрҙә тәрбиә кимәлен күтәреү
Йәш ғаиләгә матди ярҙам күрһәтеү
Радио-телевидениеның кире йоғонтоһон сикләү
Балаларҙың ялын файҙалы итеп ойоштороу
Дөйөм социаль идеологияның
юҡлығы

Йомғаҡлау:Ниндәй дәүер булыуына ҡарамаҫтан, ул 30-йылдармы, бөгөнгө көнмө, ғаилә мәсьәләһе йәмғиәттә иң көнүҙәк проблема булып ҡала. Ғаилә, уларҙың тормош сәскәһе булған балалар ҙа ниндәй заман булыуына ҡарамаҫтан, йәмғиәтебеҙҙең хәстәрлеге һәм тәрбиәһе ҡарамағында.Беҙҙең илебеҙҙә ғаилә тураһында закон бар, хөкүмәтебеҙ ғаилә, балалар үҫтереү тураһында оло хәстәрлек күрһәтә.
Ә беҙ һеҙҙең менән үҙебеҙҙең нигеҙ йортон төҙөп ҡарайыҡ. (өй һүрәте слайд)
-Һез был йортта йәшәр инегеҙме? Яңы йортто нисек төҙөрбөҙ?
Йортҡа йән бирәйек. Йөртто төҙөр өсөн беҙгә фразеологизмдар ярҙам итер. Фразеологизмдар менән йорт төзөү.
1. Нигеҙҙән башлайбыҙ. Нигеҙ һүҙен ниндәй фразеологизмдар менән бәйләп була? (Нигеҙ ҡороу, нигеҙ йорт, нигеҙ ташы, йән биреү).
2. Кирбестәрен, бүрәнәләрен өйәбеҙ. (Стена булып тороу, ел-ямғыр тейҙермәү, йылы ҡыуыш, йән тыныслығы, тормош ҡороу, тормош көтөү, тамыр тарта).
3. Тәҙрәләр (күңел тартыу, донъяға ҡараш, донъяға бағыу, донъяға сығыу, күңел күҙе).
4. Түбә (тормошҡа ашыу, йорт эйәһе).
Нигеҙҙәрҙе ҡоротмайса, ата-баба рухына тоғро булып, ата-баба рухын рәнйетмәйенсә йәшәйек. Яңы өй – яңы тормош. Илдең киләсәге яҡты булыпына ышанып, оптимистик рухта йәшәйек.
Ғ.Сәләмдең “Бала” поэмаһында күтәрелгән проблемаларҙың хәл ителеше.
30-сы
Й
Ы
Л
Д
А
Р

Бөгөнгө ғаилә проблемаларының хәл ителеше
Б
ө
г
ө
н
г
ө
з
а
м
а
н