Праздник Ш?ж?р? байрамы.
Шәжәрә байрамы.
Милләтте һаҡлаһаҡ, киләсәкте һаҡларбыҙ.
Башҡорт бейеүе
1– се алып барыусы«һаумыһығыҙ» - тип сәләмлә һин,
Түбәнәйтмәҫ һине илтифат.
Ошо һүҙҙә – йөрәк яҡтылығы,
Ошо һүҙҙә йәнгә мең шифа.
2- се алып барыусыБер ултырыу үҙе бер ғүмер, - тип
Бабайҙар бит юҡҡа әйтмәгән.
Бер осрашып, серҙәр бүлешеү -
Был ғәҙәттәр әле бөтмәгән.
1– се алып барыусыһаумыһығыҙ , ҡәҙерле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, уҡыусылар.
2- се алып барыусыХәйерле көн. Үҙебеҙҙең яҡты, матур, ҙур гимназиябыҙҙа уҙғарылған шәжәрә байрамында күреүебеҙгә бик шатбыҙ.
1– се алып барыусыӘ хәҙер инде, жюри ағзалары менән танышып китәйек ______Мәрзия Хуснулловна –директор урынбаҫары ___________________________________________________________________________Люция Зуфаровна-китапханасы ___________________________________________________________________________Гүзәл Фагилевна- татар теле уҡытыусыһы ____________________________________________________________________
1– се алып барыусы Һеҙҙе гимназиябыҙҙың һылыу ҡыҙы Линара Дәүләтшина «Тыуған ерем» йыры менән сәләмләй.
2– се алып барыусыШәжәрә – ул байрам ғына түгел,
Ул ҡурайҙай рухтың үҫеше,
Мең ғазаптар аша көн тартыуы,
Уттар аша ғүмер киҫеше.
1- се алып барыусыШәжәрә – ул йәшәү тантанаһы,
һулар һауа, тупраҡ, ғәзиз ер,
Ул тамырым буйлап аҡҡан ал ҡан,
Боронғо ла, йәш тә, хәҙерге.
2– се алып барыусы Беҙҙең гимназияла шәжәрә байрамдары үткәреү, нәҫел ептәреңде барлау, быуындар сылбыры араһында бәйләнеш булдырыу мөһим бер сараға әйләнде.
2– се алып барыусыШәжәрә – ул «Буранбай» ҙай,
Иләүеңде һаҡлар ҡоралдай,
Буш тормаған бала бишегендәйАрта торор мәғрүр Уралдай.
1- се алып барыусыШәжәрә– теге йәки был ырыу ҡәбиләнең быуындан-быуынға аманатлап тапшырылған коллектив тарих яҙмаһы ул. Уның барлыҡҡа килеүендә һәм йәшәүендә әллә нисәмә быуын вәкилдәре хеҙмәт күрһәткән.
2– се алып барыусыШәжәрә – ул бөйөк, изге йортоң
Уға тейеш һин бер ҡайтырға
Унда һине туғаныңа
Ер ҙә,йән дә, ҡан да тейеш тартырға.
1- се алып барыусы Үҙенең олатайҙары менән беҙҙе Ситдиков Муса таныштыра.
2- се алып барыусыМуса үҙе лә олатайҙарына оҡшаған.Ул уҡыу алдынғыһы,музыка мәктәбенә йөрөп баянда уйнарға өйрәнде.Хәҙер Муса баянда уйнап күрһәтә.
1- се алып барыусы
Ырыу ағасым һин, эй шәжәрәм
һин үҫкәндә донъя йәшәрә
Күкрәк киреп олон тарбайтҡанда
Күкте терәп ерҙә һин торғанда
Йәшәргә лә әле йәшәргә.
2- се алып барыусыҮҙ шәжәрәһе менән Йәсәүиев Руслан.
1- се алып барыусыМуз. номер .Сарьянова Ксения һәм Сәхиуллин Эдуард башҡорт бейеүен башҡара.
2- се алып барыусыӘ хәҙер сәхнә түренә ----------- нәҫеленең дауамы булған Ноғоманова Диананы саҡырабыҙ.
1- се алып барыусыМуз. номер .Гильмуллина Алина флейтала “ “көйөн башҡара.
2- се алып барыусыШәжәрәләрҙең урта быуаттарҙа ныҡлап яҙма рәүештә йәшәүен уларҙың төрлө-төрлө атамалар менән йөрөтөлөүе раҫлай «тайра», «силси лә», «нәсәпхат», «нәсәпнамә», «шәжәрә».
1- се алып барыусыШулай ҙа беҙҙең көндәргә килеп еткән ырыу-ҡәбиләләр тарихын яҡтыртҡан яҙмаларҙа ғәрәп теленән ингән, тәржемәлә «ағас» мәғәнәһен биргән, «шәжәрә» һүҙен ҡулланыу өҫтөнлөк итә
2- се алып барыусыһеҙҙе үҙенең шәжәрәһе менән Воронова Настя таныштыра
1-се алып барыусы Муз.номер.Йыр”Мин үҙемде яратам”.
2-се алып барыусы Кем булған олатайың, Олатайыңдың атаһы Уларҙан тыш нәҫелеңдә, Йә кемдәр булған тағы ? Ниндәй һөнәр белгәндәр, Ниндәй кейем кейгәндәр Был яҡҡа,был ҡалаға Улар ҡайҙан килгәндәр?
2-се алып барыусы Был Һорауҙарға Таһиров Роберт яуап бирә.
1-се алып барыусы Фатхелбаянова Алина үҙенең 7 быуынын беләм тигән ине.Әйҙә,шәжәрәң менән беҙҙе лә таныштыр.
1- се алып барыусыМәртәбәле жюри ағзалары үҙҙәренең баһаларын ҡуйғансы, һеҙҙең алдығыҙҙа Әхмәҙуллина Әлиә ғәрәп халҡының бейеүе менән сығыш яһай.
1- се алып барыусыхөрмәтле жюри ағзаларына һүҙ бирәбеҙ.
Сәхнәгә алып барыусылар сыға,
2-се алып барыусы Беҙҙең гимназияла төрлө милләт балалары уҡый.Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитов ҡарары менән быйылғы йыл республикабыҙҙа Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы тип иғлан ителде.
1- се алып барыусыГимназиябыҙҙың иң бәләкәй, талантлы уҡыусылары башҡорт телен,мәҙәниәтен ҡыҙыҡһынып өйрәнә.Киләсәктә үҙҙәренең шәжәрәләрен дә өйрәнеп, тамырҙарын барлар.Ә хәҙер һеҙҙең алдығыҙҙа “Сәскә ат тыуған илем” бейеүе менән сығыш яһайҙар.
2-се алып барыусы Шәжәрә ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,
Күҙ яҙҙырһаң, шул тәҙрәнән атыр йәҙрә
Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ
һин дә ятма, ҡор ояңды, үр шәжәрә Ҡәҙерле ҡунаҡтар, жюри ағзалары, уҡыусылар, уҡытыусылар. Һеҙҙең менән киләһе осрашҡандарға тиклем хушлашабыҙ.