Граждандар ?у?ышыны? кешел?р я?мышында са?ылышы тема?ына м???л?
ГРАЖДАНДАР ҺУҒЫШЫНЫҢ КЕШЕЛӘР ЯҘМЫШЫНДА САҒЫЛЫШЫ
Граждандар һуғышын тарихсылар 1917 йылдағы революциялар эҙемтәһе тип билдәләй. Ил һәм йәмғиәт тормошондағы ҙур үҙгәрештәр менән власын һәм милеккә хоҡуҡтарын юғалтыусы ҡатламдар һис кенә лә килешергә теләмәй. Шуға күрә большевиктар власҡа килеү менән тәүҙә пассив ҡына башланған ҡаршылыҡ күрһәтеүҙәр тора-бара активлаша, хәл көндән-көн киҫкенләшә бара. Артабан ике лагерь- “аҡтар” һәм “ҡыҙылдар”- хасил булып, фронттар араһында барған ҡораллы, ҡанлы алыштар барлыҡ илде яулап ала. Ошондай шарттарҙа большевиктар етәкселегендәге Совет хөкүмәте яуланған власты һаҡлап ҡалыу һәм аҡтарҙы тар-мар итеп, еңеү яулар өсөн барлыҡ сараларҙы күрә: Ҡыҙыл армия һәм Ҡыҙыл флот ойоштороу, уларҙы хәрби етәксе кадрҙар менән тулыландырыу, армия һәм фронттар менән идара итеүҙең берҙәм структураһын булдырыу, дисциплинаны нығытыу, һуғыш шарттары талап иткәнсә ғәҙәттән тыш хәл индереү һ. б. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ныҡ ҡаҡшаған иҡтисад, илдәге революциялар һөҙөмтәһендә тағы ла көрсөккә төшә. Ә инде Граждандар һуғышы тоҡаныу менән хәл бөтөнләй мөшкөлләнә. Илде икмәк менән тәьмин итеүсе төбәктәр менән Петроград һәм Мәскәү араһында бәйләнештәр өҙөлә. Был инде армия һәм флотты ла аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүҙе ҡыйынлаштыра, ҡалаларҙа аслыҡ башланыуға килтерә. Ошондай шарттарҙа Совет хөкүмәте “хәрби коммунизм” тип аталған сәйәсәтте башлап ебәрә. Ҡыҙыл армияны аҙыҡ-түлек, ҡорал, кейем-һалым менән тәьмин итеү, дошман элементтарҙы ҡыйратып, тыныс, бәхетле киләсәк төҙөү маҡсатында уйланылған был сараның Граждандар һуғышында еңеүгә килтергән ролен инҡар итеп булмай. Шул уҡ ваҡытта тарихыбыҙ был сәйәсәттең илебеҙ халыҡтары өсөн фажиғәле мәлдәрен дә онотмай. 1918 йылдың майында илдә аҙыҡ-түлек диктатураһы башлана. Бөтә Рәсәй Үҙәк Башҡарма Комитетының Аҙыҡ-түлек халыҡ комиссариатына ғәҙәттән тыш вәкәләттәр биреү тураһында декрет ҡабул ителә. Унда бер генә бот иген дә айырым ҡулдарҙа ҡалмаҫҡа тейеш, ә инде ҡаршылыҡ күрһәтелгән осраҡта ҡораллы көс ҡулланыу мөмкин, тип билдәләнә. Совет хөкүмәтенең 1919 йылдың 11 ғинуарында ҡабул ителгән игенде һәм фуражды бүлеү тураһындағы Декреты нигеҙендә губернияларға, өйәҙҙәргә, волостарға һәм айырым крәҫтиәндәргә иген тапшырыу планы мәжбүри рәүештә йөкмәтелә. Иң аптыратҡаны шул: план крәҫтиән хужалығы мөмкинселектәренән түгел, ә дәүләт ихтыяждарынан сығып билдәләнә. Ошо рәүешле крәҫтиәндең игене бөртөгөнә тиклем тартып алына, хатта сәсергә орлоҡ та ҡалмай. Заманында барлыҡ илде иген менән тәьмин иткән урта хәлле һәм бай крәҫтиәндәр быны ысын мәғәнәһендә хөкүмәттең талау сәйәсәте итеп ҡабул итә һәм ризаһыҙлыҡтарын көсәйтә. Ябай ғына әйткәндә, аҙыҡ-түлекте бүлеү сәйәсәте ауылдарҙа крәҫтиәнде икеләтә, өсләтә талау кампанияһына әйләнеп китә. Ауыл халҡы өсөн большевиктарҙың бындай политикаһы көтөлмәгән хәл була. Сөнки үҙенә ер вәғәҙәләгән властан бындай вәхшилекте көтмәй. Ашлыҡ йыйыусы отрядтар бер генә тапҡыр түгел, хужалыҡтар буйлап икешәр, өсәр мәртәбә йөрөп сыға. Һөҙөмтәлә, ауыл крәҫтиәнендә большевиктарға ҡарата нәфрәт көсәйгәндән-көсәйә. Орлоҡҡа ла ҡалдырмыйынса, ҡырып-һепереп алғас, кеше ҡайһылай итеп көн күрергә тейеш? Йәшереп тә ҡотолормон тимә: ошаҡсылар, ялағайҙар большевиктарға ихлас хеҙмәт итә. Яңы власть шундайҙарға таяна. Йәнәһе, ярлы-ябағаны, хәйерсене яҡлай большевиктар. Ә ярлы тигәне кемдәр һуң? Һәр заманда булғанса, эт ауыҙына ағас тығып, ел ҡыуып йөрөүсе, йоҡо һимертеүсе ата ялҡауҙар. (Сағыштырыу өсөн: 18-се быуат урталарында уҡ Англия властары берәҙәктәргә, хәйерселәргә ҡарата ҡаты саралар ҡулланып, уларҙы мәжбүри рәүештә төрлө предприятиеларға эшкә ебәргән. Англияның алға китешенә ошондай алымдар ҙа йоғонто яһағандыр.) Бындай күренештәр Башҡортостан тарафтарын да урап үтмәй. Артабан һүҙебеҙ ошо йүнәлештә бармаҡсы.
Башҡортостан һәм уның күп милләтле халҡы большевиктар власы алып барған “хәрби коммунизм” сәйәсәтенән дә, хәрби хәрәкәттәрҙән дә ныҡ яфа сигә.
Аҙыҡ-түлек йыйыу эше менән шөғөлләнгән ҡораллы махсус төркөмдәр халыҡтың ас булыуына ҡарамаҫтан, атыу йәки ҡулға алыу менән янап, хөкүмәт ҡарарҙарын үтәйҙәр. Айырым осраҡтарҙа был бөтөнләй вәхшилек төҫөн ала. Ошондай хәлгә дусар ителгән халыҡтың берәүҙәре аслыҡтан үлгәнсе, атып үлтереүҙәре хәйерлерәк тип яҙмышына буйһонһа, икенселәрҙә нәфрәт артҡандан-арта, ҡаршылыҡ күрһәтеү теләге көсәйә. Бигерәк тә хәлле һәм бай ҡатламдар актив эшмәкәрлек итә. Партия һәм совет эшмәкәрҙәренә йәшерен һөжүмдәр ойошторола, ҡайһы бер төбәктәрҙә хатта асыҡтан-асыҡ совет власын танырға теләмәгән ҡораллы төркөмдәр хәрәкәт итә. Әлбиттә, улар ҡыҙыл ғәскәрҙәр тарафынан тар-мар ителә.
Крәҫтиән иген сәсеү майҙанын кәметә: ниңә сәсеп торорға, барыбер тартып, талап алалар ҙа баһа. Ошондай ҡараш тотош ил күләмендә иген етештереүҙең кәмеүенә килтереп, хәлде тағы ҡатмарлаштыра.
Башҡортостанда аҙыҡ-түлекте тигеҙ бүлеү, асығыусыларҙы туҡланыу продукттары менән тәьмин итеүҙе яйға һалыу маҡсатынан хөкүмәт саралар күрергә тырыша. Түбәндәге документ шуға миҫал.
Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетының Стәрлетамаҡ ҡалаһында 1920 йылдың 9 авгусында үткән ултырышында раҫланған Дәүләт тарафынан монополиялаштырылған аҙыҡ-түлектең артығын хосуси һатыуға сығарыуҙы тыйыу тураһында БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советының ҡарарында шулай тиелә:
Башҡорт Совет Республикаһының барлыҡ территорияларында кем генә булмаһын, Дәүләт тарафынан монополиялаштырылған аҙыҡ-түлектең артығын һатыу һәм һатып алыуҙы тыйырға.
Баҙарға һатыуға килтерелгән барлыҡ монополиялаштырылған аҙыҡ-түлек –икмәктең барлыҡ төрө, шул иҫәптән, он һәм ярма, бөртөклө фураж (һоло, арпа) һәм май орлоҡтары (етен, тарма, көнбағыш һ. б.) конфискацияланырға һәм Башҡортостан Республикаһының аҙыҡ-түлек органдарына тапшырылырға тейешле.
Ошо ҡарарҙы боҙған барлыҡ ғәйеплеләр спекулянтлыҡ һәм Башҡортостан Республикаһының аҙыҡ-түлек органдарының эшенә аяҡ салған өсөн яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ. [4, 85-86].
Әлбиттә, бынан һуң хәл ыңғайланып китте тип булмай. “Хәрби коммунизм” сәйәсәтенең эҙемтәләре үҙен һаман һиҙҙерә. 1921 йылда ҡоролоҡ та килеп ҡушылып, аслыҡтың киң ҡолас менән йәйелеүенә булышлыҡ итә. Башҡортостан Халыҡ Комиссарҙары Советы председателе Муллаян Халиҡовтың 1922 йылдың декабрендә Советтарҙың өсөнсө Бөтә Башҡортостан съезына отчет докладынан күренеүенсә, хәл маҡтанырлыҡ булмай. “Эш башлағанда (Яңы экономик сәйәсәткә күсеү. – Иҫкәрмә минеке) кәрәкле саралар юҡ ине… Аҙыҡ-түлек халыҡ комиссариаты складында бер бот та икмәк булмай сыҡты. Шулай уҡ финанс сараларына ла ҡытлыҡ. Үҙәктән алғаныбыҙ ихтыяждарҙың 10 процентын ҡапларға ла етмәне”, - тип яҙа ул. Күренеүенсә, оло көрсөк кисерә Башҡортостан. [3, 33-34].
Билдәле: һуғыш һәр ваҡыт ил хужалығына зыян килтереп, үҫеште байтаҡ йылдарға тотҡарлай. Уның касафаттары һәр саҡ ябай халыҡ иңенә төшә. Граждандар һуғышы, уның барышындағы “хәрби коммунизм” сәйәсәте эҙемтәләре лә бихисап кеше яҙмыштарына барып тоташа. Кесе Башҡортостандың 3 кантонында ғына ла (Табын, Тамъян-Ҡатай, Юрматы) 650 ауыл ҡыйратыла, 7 мең крәҫтиән хужалығы тар-мар ителә. Баҫыу майҙандары һуғышҡа тиклемге осор менән сағыштырғанда Өфө губернияһында 43 процентҡа, Кесе Башҡортостанда 61 процентҡа кәмей. Аслыҡ һөҙөмтәһендә Башҡортостан республикаһында һәм Өфө губернаһында халыҡ һаны 650 меңгә (22 процентҡа) кәмей. [1, 39]. Табын кантонының Ҡырмыҫҡалы ауылы миҫалында ла ошондай уҡ хәл күҙәтелә: әгәр ҙә 1920 йылда аты булмаған кешеләр 120 булһа, 1922 йылда ундайҙар 603 –кә етә. 726 йорт хужалығына бары 123 кенә ат тура килә. [2, 25]. Әлеге лә баяғы, икмәккә ҡытлыҡ, шуның һөҙөмтәһендә, аслыҡ, сир таралыу – былар һәр кем иңенә төшкән уртаҡ яҙмыш.
Шулай итеп, Граждандар һуғышы илебеҙ, шул иҫәптән, Башҡортостан өсөн ҙур ауырлыҡтар, юғалтыуҙар менән тарихҡа кереп ҡала. Бынан иң тәүҙә ябай халыҡ ҙур зыян күрә: аҡтар тарафынан да, ҡыҙылдар тарафынан да талана, фронт өсөн мәжбүри эштәргә йәлеп ителә. Хужалыҡтар бөлгөнлөккә төшә, үлем-ҡырылыш көсәйә, етемдәр күбәйә, енәйәт үҫә.
Ҡайһы яҡ хаҡлы, кемдәр артынан эйәрергә, кемде яҡларға: “ҡыҙылдарҙымы”, “аҡтарҙымы?” Был да сетерекле мәсьәлә. Ике яҡ та ғәҙеллек, иркен, бәхетле тормош өсөн көрәшә лә баһа. Нәҡ ана шул аңлашылмаусанлыҡ һөҙөмтәһендә хатта бер туғандарҙың фронттың икеһе ике яғында булып, бер-береһенә ҡаршы һуғышыуын тарих яҡшы хәтерләй. Был әҙәби әҫәрҙәрҙә лә сағылыш тапты (Ә. Мирзаһитов. “Утлы өйөрмә” драмаһы).
Большевиктар тарафынан уйланылған һәм шунда уҡ тормошҡа ашырыла башлаған ҡаты саралар (Аҙыҡ-түлекте бүлеп биреү) ҙа власҡа ғына ризаһыҙлыҡ тыуҙырып ҡалдырмайынса, кешеләрҙе бер-береһенә ҡаршы ҡуйып, үҙ-ара дошманлаштырҙы. Шуның һөҙөмтәһендә ауылдар эсендә ҡан ҡойош киҫкен төҫ алды. Һуңғы йылдарҙа был хаҡта ла тетрәндергес әҫәрҙәр яҙылды. Р. Камалдың “Шаңдау” романы үткән замандың фажиғәле мәлдәрен ышандырырлыҡ итеп һүрәтләне.
Ошо рәүешле, Граждандар һуғышы Башҡортостан иҡтисади, социаль үҫешен байтаҡ йылдарға тотҡарланы, халыҡтың күңел торошона зыян килтерҙе, бихисап яҙмыштарҙы пыран-заран килтерҙе.
Файҙаланылған әҙәбиәт:
Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 1996.
Кармаскалинский край: из века в век. Уфа, 2015, с. 24-25.
М. Кульшарипов. Служил своему народу. ”Ватандаш”, №4, 2009, с. 33-34.
Хрестоматия по истории Башкортостана. 1917-2000 гг., Автор-составитель Гумеров Ф. Х. , Уфа, 2001.