Б?Й?К Е?Е??Е? 70 ЙЫЛЛЫ?ЫНА АРНАЛ?АН КОНЦЕРТ СЦЕНАРИЙЫ


БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕҢ 70 ЙЫЛЛЫҒЫНА АРНАЛҒАН КОНЦЕРТ СЦЕНАРИЙЫ
АБ: ТАРИХ –УЛ ХАЛЫҠ ЯҘМЫШТАРЫ ТӨЙӨНӨ, ЗАМАНАЛАР ҺАҒЫШЫ. ЯҠТЫЛЫҠ МЕНӘН ҠАРАҢҒЫЛЫҠ,АҢ МЕНӘН ТОМАНЛЫҠ, ЯҠШЫ МЕНӘН ЯМАН КӨРӘШЕ.
БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ- ОЛО ТАРИХИ ВАҠИҒА. ТАРИХЛЫ ХАЛЫҠ- БӘХЕТЛЕ ХАЛЫҠ. УЛ ТАРИХИ ҮТКӘНЕН ҺАҠЛАУСЫ, ИРЕК, БӘХЕТ ӨСӨН КӨРӘШЕҮСЕ УЛДАРЫН ОЛОЛАУЫ. ОНОТМАУЫ МЕНӘН БӘХЕТЛЕ.
ҺӘР НӘМӘЛӘ БӨГӨН ЯҢЫ ҺУЛЫШ.
ЯҢЫ ҺУЛЫШ ИҪКӘН ЕЛДӘРҘӘ.
ЯРҘАРЫНЫН ТАШҠАН ЙЫЛҒАЛАР ҘА
КЕРПЕК ҠАҠҠАН СӘСКӘ- ГӨЛДӘР ҘӘ. ЯҢЫ ҺУЛЫШ ҺӘР БЕР КҮҘӘНӘКТӘ,
ЯҢЫ ҺУЛЫШ ҺӘР БЕР КҮҢЕЛДӘ.
ШАТЛЫҠ КИЛӘ.ЕҢЕҮ МАЙЫ БУЛЫП,
НИСӘНСЕ ҠАТ ТЫУҒАН ИЛЕМӘ.
БЫЙЫЛ 1941-1945 ЙЫЛДАРҘА СОВЕТ ХАЛҠЫНЫҢ БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫНДА ФАШИСТИК ГЕРМАНИЯНЫ ЕҢЕҮЕНӘ 70 ЙЫЛ ТУЛДЫ.
ҠӘҘЕРЛЕ ҠУНАҠТАР,БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫ, ТЫЛ ҺӘМ ХЕҘМӘТ ВЕТЕРАНДАРЫ! ҺЕҘҘЕ ЕҢЕҮ БАЙРАМЫ МЕНӘН БӨТӘ ЙӨРӘКТӘН ҠОТЛАЙБЫҘ, НЫҠЛЫ ҺАУЛЫҠ, ЯҠШЫ КӘЙЕФ , ҮҘЕГЕҘГӘ ҺӘМ ҒАИЛӘГЕҘГӘ,ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҒА АҠ БӘХЕТТӘР ТЕЛӘЙБЕҘ. ЕҢЕҮ БАЙРАМЫНДА ҺЕҘҘЕҢ ИСЕМЕГЕҘ ИЗГЕЛЕК ҺӘМ ТЫНЫСЛЫҠ БАЙРАҒЫ БУЛЫП БАЛҠЫҺЫН.
ҺЕҘҘЕҢ ӨСӨН ,ХӨРМӘТЛЕ ҠУНАҠТАР, ТҮБӘНГЕ ЛӘМӘҘ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ КОЛЛЕКТИВЫ ТАРАФЫНАН ӘҘЕРӘЛНГӘН , БӨЙӨК ЕҢЕҮҘЕҢ 70 ЙЫЛЛЫҒЫНА АРНАЛҒАН КОНЦЕРТ ТӘҠДИМ ИТӘБЕҘ.
1941 ЙЫЛДЫҢ 22 ИЮНЬ ТАҢЫНДА, ГИТЛЕР ГЕРМАНИЯҺЫ , БЕҘҘЕҢ ИЛЕБЕҘГӘ МӘКЕРЛЕ РӘҮЕШТӘ БАҪЫП ИНДЕ.
1.ОБЪЯВЛЕНИЕ О НАЧАЛЕ ВОЙНЫ.
“ СВЯЩЕННАЯ ВОЙНА” ( 1 КУПЛЕТ).
ЙӘШЕН БУЛЫП ОСТО БЫЛ ХӘБӘР,
ДОШМАН БЕҘГӘ ҠАРШЫ УТ АСҠАН.
ГИТЛЕР БАНДАЛАРЫ ИЛГӘ КЕРГӘН.
ЯНА АУЫЛ, ҠАЛА....ТҮГЕЛӘ ҠАН.
2.ХОР “ ЕҢЕҮСЕЛӘРГӘ ДАН!” (1-2 КУПЛЕТ)
3.ХОР “ ҺАЛДАТТАР”.
АУЫР, ФАЖИҒАЛЕ ИНЕ ЮЛДАР,
ҺАЙ. ДӘҺШӘТЛЕ ИНЕ УЛ ЗАМАН.
ҠОРАЛ ТОТОП, КӨРӘШ ЮЛЫНА СЫҠТЫ
ҮҘ ИЛЕНӘН БАШҠОРТ УҘАМАН.
4. *БАТЫРҘАР ЙЫРЫ*
5. *ҺЫЛЫУҠАЙ* БЕЙЕҮЕ.
ТЫУҒАН ИЛДЕҢ НАМЫҪЫН ҺАҠЛАУҘАН
АРТЫҠ БӘХЕТ БАРМЫ ДОНЪЯЛА?
ВАТАН-ӘСӘ! УНЫҢ ЙӘШӘҮЕ ӨСӨН
ҠЫҘҒАНМАЙБЫҘ ҠАЙНАР ҠАНДЫ ЛА.
6. *ЖДИ МЕНЯ* ШИҒЫРЫ.
7. * ОГОНЁК ЙЫРЫ.
8. * БИШБАРМАҠ* БЕЙЕҮЕ МЕНӘН СЫҒЫШ ЯҺАЙ.
ҺУҒЫШ!
ҠӘҺӘРЛЕ БЫЛ ҺАЛҠЫН ҺҮҘҘЕ ИШЕТЕҮ МЕНӘН, ЙӨРӘКТӘР ҠЫҪЫЛА. МЕҢӘРЛӘГӘН ӘСӘЛӘРҘЕҢ КҮҘ ЙӘШЕ КҮҢЕЛДЕ ӨТӨП АЛҒАНДАЙ, ГОНАҺҺЫҘ САБЫЙҘАРҘЫҢ ЙӨРӘК ӨҘГӨС АУАЗЫ ТЕЛЕП ҮТКӘНДӘЙ.
ҺУҒЫШ! БИШ КЕНӘ ХӘРЕФТӘН ТОРҒАН БЫЛ ҺҮҘҘӘ МӘҢГЕ УҢАЛМАҪ ЕР ЯРАҺЫ, КҮҢЕЛ ЯРАҺЫ,
ВАТЫЛҒАН- ЕМЕРЕЛГӘН ЯҘМЫШ, ӨҘӨЛГӘН ҒҮМЕР, ЯРАЛЫ МӨХӘББӘТ, ЙӘТИМЛЕК.
9. ЙЫР * *
9 МАЙ Ү ЕҢЕҮ КӨНӨ. НИСЕК КЕНӘ АТАҺАҠ ТА, БЫЛ ҺУҒЫШ МЕНӘН БӘЙЛӘНГӘН.
ҺЕҘ ҠАЙҘАРҘА ЯТАҺЫҒЫҘ ИКӘН,
НИНДӘЙ ТУПРАҠ, НИНДӘЙ ЕРҘӘРҘӘ?
ҠАЙТАБЫҘ ТИП КИТКӘЙНЕГЕҘ БИТ.
ҠАЙТМАНЫҒЫҘ ТЫУҒАН ИЛДӘРГӘ.
ҠӘҘЕРЛЕ ТУҒАНДАР! ӘЙҘӘЙГЕҘ, БЕР МИНУТҠА ТЫН ҠАЛАЙЫҠ.
ҺУҒЫШТА ЯТЫП ҠАЛҒАН ОЛАТАЙ- БАБАЙҘАРЫБЫҘҘЫҢ, АТАЙҘАРЫБЫҘҘЫҢ ИСЕМДӘРЕН ӘЙТЕП, УЛАРҘЫҢ РУХТАРЫНА ТЫНЫСЛЫҠ ТЕЛӘЙЕК.
ТЫН ҠАЛАЙЫҠ... ТЫЛДА ҺЫЙЫР ЕГЕП ЕР ҺӨРӨҮСЕ, БАЛАЛАРЫН АСҠА ҮЛТЕРМӘҪ ӨСӨН, БАҪЫУҘА СЕРЕК БӘРӘНГЕ ЭҘЛӘҮСЕ, БАР АУЫРЛЫҠТАРҒА ҮС ИТЕП, АТАЙ-ӘСӘЙҘӘРЕБЕҘҘЕ ҮҪТЕРЕҮСЕ ӨЛӘСӘЙҘӘРЕБЕҘ АЛДЫНДА БАШ ЭЙӘЙЕК.
ТЫН ҠАЛАЙЫҠ..... ҺЫУЫҠ АКОПТАРҘА БАР ҺАУЛЫҒЫН ЮҒАЛТЫП, АЯҠ- ҠУЛҺЫҘ КИЛЕШ ТӘ ИЛДЕ ЕМЕРЕКЛЕКТӘРҘӘН КҮТӘРГӘН, БӨГӨНГӨ ШАТЛЫҠЛЫ КӨНДӘРГӘ КИЛЕП ЕТӘ АЛМАЙ, ЯУ ЯРАЛАРЫНАН, АУЫРЫУҘАРҘАН ҮЛЕП ҠАЛҒАН ҺУҒЫШ ВЕТЕРАНДАРЫН ХӘТЕРГӘ АЛЫП, ТЫН ҠАЛАЙЫҠ, ЗИНҺАР. БЕР МИНУТҠА....
10.БЕР МИНУТ ТЫНЛЫҠ (МЕТРОНОМ).
ҠАҘҘАР ТҮГЕЛ ИНЕ - ҺАЛДАТТАР,
ТҮШТӘРЕНДӘ СҢЛАЙ МИҘАЛДАРЫ,
ШИНЕЛДӘРЕН ТӨРӨП ТОТҠАНДАР.
ҺАУМЫ, ТУҒАН!- ТИҘӘР,
БЕҘҘЕ,- ТИҘӘР,-
ОНОТМАНЫМЫ ӘЛЕ ЯҠТАШТАР?
ҺЕҘҘӘН БЕҘГӘ БЕР НИ КӘРӘК ТҮГЕЛ,
ТИК ШУҒА ҺЕҘ ҠОЛАҠ ҺАЛЫҒЫҘ.
ОНОТМАҒЫҘ БЕҘҘЕ! ОНОТҺАҒЫҘ....
ҠАЙТАЛМАБЫҘ ҠАҘҘАР БУЛЫП ТА.
ҠОРБАН БУЛҒАН ҺАЛДАТТАР ҠЫР ҠАҘҘАРЫ БУЛЫП ҠЫНА ТЫУҒАН ЕРЕБЕҘГӘ ҠАЙТЫП КИТӘЛӘР КЕҮЕК. УЛАРҘЫ ОНОТОРҒА ХАҠЫБЫҘ ЮҠ. БЕҘ ҒҮМЕР БУЙЫ УЛАР АЛДЫНДА БУРЫСЛЫБЫҘ.
11.ХОР * ЖУРАВЛИ*
БОРОНДАН ЙЫРЛАНҒАН ЙЫРҘАР БАР-
ЕГЕТЕН ЯУҘАРҒА ОҘАТҠАН
ҺЫЛЫУҘАР ХАҠЫНДА УЛ ЙЫРҘАР.
ИРҘӘРЕН ЯУҘАРҒА ОҘАТҠАН
ҠАТЫНДАР ХАҠЫНДА УЛ ЙЫРҘАР.
12. ХОР * КАТЮША*
ҠӘҺӘРЛЕ ҺУҒЫШ 1418 КӨН ҺӘМ ТӨН ДАУАМ ИТКӘН. КҮПМЕ ӘСӘЛӘР - УЛҺЫҘ, БАЛАЛАР- АТАЙҺЫҘ. ҠЫЫҘҘАР- ҺӨЙГӘН ЙӘРҺЕҘ, ҠАТЫНДАР- ИРҺЕҘ ҠАЛҒАН. ЯУҘА ЯТЫП ҠАЛҒАН ҺАЛДАТТАР ҺӘЙКӘЛДӘР БУЛЫП ӘЙЛӘНЕП ҠАЙТТЫ КӨТКӘНДӘР ЯНЫНЫ.
МЕҢ ЙЫЛДАР ЙЫРЛАНҒАН ЙЫРҘАР БАР,
ҠАЙҒЫНЫН ТАШ ҺЫНҒА ӘЙЛӘНГӘН
ӘСӘЛӘР ХАҠЫНДА УЛ ЙЫРҘАР.
ТАШ ҺЫНҒА ӘЙЛӘНМӘЙ
ТОРМОШТО ГЕЛ АЛҒА ӘЙҘӘГӘН
ӘСӘЛӘР ХАҠЫНДА УЛ ЙЫРҘАР.
13. * БЕР ҠАЙТМАҺАМ , ӘСӘЙ, БЕР ҠАЙТЫРМЫН* ЙЫРЫ.
14. *УФТАНМА*
15. ЛАРИСА ДВОРНИКОВАНЫҢ *МАТЕРЯМ ВОЙНЫ* ШИҒЫРЫН УҠЫУ
16. *БӨРЙӘН ҠЫҘҘАРЫ * БЕЙЕҮЕ.
ТОТОШ ИЛ БУЙЫНСА 27 МИЛЛИОН ҠОРБАН, 1710 ҠАЛА,70 МЕҢДӘН АРТЫҠ АУЫЛ ЯНДЫРЫЛА.
БЕҘҘЕҢ БАШҠОРТОСТАНДАН ҺУҒЫШТА 700 МЕҢДӘН АШЫУ ЯУГИР ҠАТНАШЫП, ШУЛАРҘЫҢ 300 МЕҢДӘН АШЫУЫ ЯУ ЯЛАНЫНДА ЯТЫП ҠАЛА.
БЕҘҘЕҢ АУЫЛ СОВЕТЫНАН ДА БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫНА КЕШЕ КИТКӘН, ШУЛАРҘЫҢ ТЫУҒАН АУЫЛЫБЫҘҒА КИРЕ ӘЙЛӘНЕ ҠАЙТҠАН.
Ғүмерегеҙ сәскә атырға тип,
Бөрөләнеп килгән саҡтарҙа,
Ауылымдан киткән ир- егеттәр
Баш һалдығыҙ икән ҡайҙарҙа
Ауылымдан киткән ир-егеттәр,
Юғалдығыҙ ҡайһы яҡтарҙа
Юғалдығыҙ, ләкин өлгөрҙөгөҙ
Илебеҙҙе уттан һаҡларға.
Һуғыш бөтөп, ергә еңеү килде,
Күп һалдаттар кире ҡайтманы.
Һандыҡ төптәрендә һарғайҙылар
Окоптарҙан яҙған хаттары.
БЕҘГӘ ЯҠТЫ, ТЫНЫС КӨНДӘР БУЛӘК ИТЕР ӨСӨН ҒҮМЕРҘӘРЕН АЯМАЙ , УТҠА ИНГӘН, ҠАНЫН ҠОЙҒАН, БӨТӘ КӨСӨН, ҺАУЛЫҒЫН БИРГӘН ЯУ ҺӘМ ТЫЛ . ХЕҘМӘТ БАТЫРҘАРЫ АЛДЫНДА МӘҢГЕ БУРЫСЛЫБЫҘ. УЛАР АЛДЫНДА ТҮБӘНСЕЛЕК МЕНӘН БАШ ЭЙӘБЕҘ.
18. ЙЫР * АХ ЭТИ ТУЧИ В ГОЛУБОМ* ( ВАЛЬС бейейҙәр)
БЕҘ ЕҢЕҮГӘ УТТАР АША КИЛДЕК.
АРЫҪЛАНДАР КЕҮЕК ҺУҒЫШЫП.
БЫНА ШУНЫЫҢ ӨСӨН. ШУНЫҢ ӨСӨН.
БЕҘГӘ БИК-БИК ҠИММӘТ ТЫНЫСЛЫҠ.
ҺУҒЫШ ЙЫЛДАН ЙЫЛ ЙЫРАҒАЯ БАРА, Ә ИЕТЕРАНДАРҘЫҢ, ҺУҒЫШТА ҠАТНАШЫУСЫЛАРҘЫҢ САФТАРЫ ҺИРӘГӘЙӘ. ЛӘКИН ХАЛҠЫБЫҘҘЫҢ ФАШИЗМ МЕНӘН ТИҢҺЕҘ КӨРӘШТӘГЕ БАТЫРЛЫҠТАРЫ КӨНДӘН-КӨН ЯҠТЫРАҠ САҒЫЛА.
ТӨҘӘЛӘ ИНДЕ, ТӨҘӘЛӘ
ИЛ ТӘНЕНДӘГЕ ЯРА.
ЕҢЕҮСЕЛӘР ҺАНЫ ҒЫНА
ЙЫЛДАН-ЙЫЛ КӘМЕЙ БАРА.
ҠЫРҠ БИШТЕҢ ЯҘ БАШЫНА
ЙЫРАҒАЙҺА ЛА АРА,
ЕҢЕҮ КӨНӨНӨҢ ҠӘҘЕРЕ
КӘМЕМӘЙ АРТА БАРА.