ИНТЕРНЕТ-РЕСУРСТАР?Ы? МИЛЛИ ??А? Т?РБИ?Л????ГЕ РОЛЕ РОЛЬ ИНТЕРНЕТ –РЕСУРСОВ В ВОСПИТАНИИ НАЦИОНАЛЬНОГО САМОСОЗНАНИЯ
И. Б. НАСЫРОВА,
учитель башкирского языка и литературы МОБУ «Средняя общеобразовательная школа № 1» городского округа город Сибай Республики Башкортостан
ИНТЕРНЕТ-РЕСУРСТАРҘЫҢ МИЛЛИ ҮҘАҢ
ТӘРБИӘЛӘҮҘӘГЕ РОЛЕ
РОЛЬ ИНТЕРНЕТ –РЕСУРСОВ В ВОСПИТАНИИ НАЦИОНАЛЬНОГО САМОСОЗНАНИЯ
Аннотация. Сотрудничество с сообществами в социальных сетях для привлечения детей к конкурсам дает хорошие результаты. Учащиеся являются активными участниками видеоконкурсов, посвященных юбилеям поэтов и писателей Башкортостана в социальных сетях. Творческие работы учащихся размещены на разных сайтах: http://www.akademya.info, www.Olimpis.ru., fox-konkurs.ru и т.д.
В социальных сетях «В контакте» есть своя группа «Зайнаб Биишева», посвященная жизнедеятельности народной писательницы Башкортостана З. Биишевой. Здесь размещены произведения З.Биишевой, альбом с фотографиями, аудиозаписи, видеозаписи, обсуждения по темам.
Учащиеся здесь могут разместить свои работы: тест, вопросы к викторинам, сочинения, иллюстрации к произведениям.
Согласно федеральным государственным стандартам образования на уроках используются разные формы работы электронного обучения. Например, в сетях интернет появилась электронная коллекция наследия башкирской культуры /адрес- My Webpage/, где есть много интересного для уроков башкирского языка и литературы.
Бөгөн кеше булмышын интернетһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Билдәле булыуынса, интернетҡа ылығыу бала саҡтан уҡ башлана. Уҡыусылар 5-7-се кластарҙа уйындарға әүрәй. Артабан “Бәйләнештә”, “Класташтар” социаль селтәрендә ултыра. Эйе, балалар интернетты тик уйын йәки аралашыу сараһы ғына итеп күрмәй, әлбиттә. Унан белем, мәғлүмәт алып булғанды ла бик яҡшы белә. Ошоно беҙ, уҡытыусылар, үҙ эшебеҙҙә файҙалана алмайбыҙмы?
Беренсенән, уҡыусыларға өйгә эш итеп интернеттан белешмә йәки башҡортса фильмдар алып килергә ҡушыла. Үҙе тапҡан мәғлүмәт менән уҡыусы бөтә класс алдында сығыш яһай, төп иғтибар үҙәгендә була. Материалды ҡайҙан, ниндәй сайттан алыуын да әйтә. Уҡыусы әҙерләнеп килгәс, үҙен ышаныслы, иркен тота. Икенсенән, уҡытыусының кабинетында интернет селтәренә тоташҡан компьютер булһа, эше күпкә еңеләйә. Дәрес ваҡытында 5-7 минут интернетҡа инеү дәресте ҡыҙыҡлы, заманса итеп үткәреү мөмкинлеге бирә. Электрон һүҙлектәр менән файҙаланыу башҡорт википедияһынан мәғлүмәттәр алыу ғына түгел, ә ҡайһы бер мәҡәләләрҙе мөхәррирләү, тәржемә итеү күнегеүҙәре – бөтәһе лә уҡыусыларҙың ҡулынан килгән эштәр.
Балалар күп ултырған “Бәйләнеш”тә сайтында башҡорт яҙыусылары, шағирҙарына арналған төркөмдәр күп. Һәр уҡыусы әҙәбиәт дәресе өсөн өҫтәлмә материал (фотоһүрәттәр, әҫәрҙәр, видеояҙмалар, йырҙар, әҫәрҙәр буйынса төшөрөлгән фильмдар) таба ала. Шулай уҡ уҡыусылар үҙҙәре эшләгән тест, викторина һорауҙарын, инша, әҫәрҙәргә иллюстрацияларҙы ошо төркөмдәргә тәҡдим итә ала.
Шулай уҡ Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхананың электрон варианты, башҡорт халыҡ әкиәттәре, башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре, матбуғат баҫмаларының сайттары (мәҫәлән, http://www.shonkar.ru, http://amanatrb.ru, http://yanshishma.ru ) башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә арналған мәғлүмәт базалары [ Сиразитдинов, Бускунбаева, Ишмухаметова, Ибрагимова,2014] башҡорт телен, әҙәбиәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә.
Башҡорт дәүләт университеты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты үткәргән дистанцион олимпиада бик кәрәкле. Бында бик күп уҡыусылар үҙ көсөн һынап ҡарай ала.
Башҡорт телендә сыҡҡан гәзиттәрҙең электрон варианттары ла интернетта ныҡлы урын алды һәм башҡорт телен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә. Башҡортостан “Юлдаш” телевидениеһында барған ҡыҙыҡлы, фәһемле тапшырыуҙарҙы дәрестә интернет аша ҡарау, әңгәмәләр ойоштороу урынлы.Башҡортса тапшырыуҙарҙы, бигерәк тә, “Башҡорттар” тапшырыуын ҡарау күпме яңылыҡ, белем һәм тәрбиә бирә.
Форум һәм чаттарҙа аралашыу әлбиттә, уҡыу, уҡытыуға яҡын тормай, әммә ләкин бында теркәлгән кеше яҙыу күнекмәләрен үҫтерә, үҙ- ара әңгәмә ҡороуға өйрәнә.Тормошта әллә ни аралашып бармаған уҡыусылар ҙа бында әңгәмәгә әүҙем, ихлас ҡушылып китәләр.
Хәҙерге көндә уҡытыусыларҙың шәхси сайттары интернет селтәрендә ныҡлы урын алды. Уҡыусыларҙың эштәрен http://www.akademya.info, www.Olimpis.ru., fox-konkurs.ru сайттарына , “Социальная сеть работников образования” сайтындағы http://nsportal.ru/ “Һәләтле балалар проектына” (Проект одаренных детей “Алые паруса”) http://ap.nsportal.ru/,My Webpage/ ҡуйырға мөмкин.
“Бәйләнештә” сайтында 2013 йылда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Зәйнәб Биишеваның төркөмөн астым. Был төркөмдөң эш маҡсаты булып әҙибәнең ижадын пропагандалау тора. Әлеге көндә был төркөмдә алты йөҙҙән ашыу кеше иҫәпләнә, улар араһында мәктәп уҡыусылары ла күп.
Интернет –яҡшы, унда бөтә нәмә лә бар. Интернет – насар, унда бөтә нәмә лә бар. Тик уҡытыусы уны дөрөҫ ҡулланырға йүнәлеш бирә белергә тейеш. Электрон белем биреү, дистанцион уҡытыу технологияларын үҫтереү хәҙер айырыуса көнүҙәк мәсъәлә. Мәғарифтың был төрө өмөтлө йәш ғалимдарыбыҙҙы, Башҡортостан киләсәген үҙебеҙҙә ҡалдырыу мөмкинлеге бирә. Ни тиһәң дә, аҡыл өсөн “көрәш” – төп бурыстарҙың береһе булып ҡала. Башҡорт теленең машина фонды, Башҡорт Википедияһы булдырылыуы интернет киңлектәрендә башҡорт телен таратыуға, үҫтереүгә ҙур аҙым булды. Шулай уҡ уҡыусыларҙы тыуған республикабыҙ менән таныштырыу өсөн ҡулайлы интернет-ресурстарға http://vk.com/club43014932, Башҡортостан буйлап виртуаль турҙар, Шүлгәнташ мәмерйәһе буйлап виртуаль тур, археология һәм этнография музейына виртуаль экскурсия, Республика хәрби дан музейына виртуаль сәйәхәт, сферик панорамалар тип аталған сайттар отошло.
Әҙәбиәт
1.«Аманат» журналының сайты. URL:http://amanatrb.ru
2.«Башҡорт терминологияһы» сайты.URL:http://www.bashterm.ru.
3.Бускунбаева Л.А., Сиразитдинов З.А Система разметок в национальном корпусе башкирского языка //Языки меньшинств в компьютерных технологиях: опыт, задачи и перспективы. Йошкар-Ола,2011. С. 46–51.
4.«Йәншишмә»гәзитенең сайты.URL:http://www.yanshishma.ru.
5.Сиразитдинов З.А., Бускунбаева Л.А., Бардыбаева А.Д., Ишмухаметова А.Ш., РафиковаЛ.Н. О разработке национального корпуса башкирского языка //Роль и место национальной библиотеки в социокультурном пространстве. Уфа, 2012. С. 118–126.
6. «Шоңҡар» журналының сайты. URL:http://www.shonkar.ru
7.Сиразитдинов З.А., Бускунбаева Л.АБашкирский язык в информационных
технологиях // Проблемы востоковедения. 2010.No4(50). С. 76–82.
8.«Туған тел» сайты. URL:http://www.blang.ru.
© Насырова И.Б., 2017