?ылым. Т?б?н кластар?а ?телг?нд?р?е ?абатлау. Баш?орт телен?н д?рес-конспект. (6 класс)
Тема:
Ҡылым. (Түбән кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.)
6 класс.
Маҡсат: Ҡылым тураhында түбән кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау, бирелгән күнегеүҙәр аша ҡылым hөйкәлештәрен таба белергә өйрәтеү, системаға килтереү; уҡыусыларҙың яҙма һәм hөйләү телмәрен үҫтереү, hүҙ байлығын, фекерләү ҡеүәһен арттырыу; генерал-майор Таhир Кусимов тураhында уҡып оҫтәлмә материал биреү, батырҙар тураhында белергә ынтылыу, тыуған илгә hөйөү тәрбиәләү.
Йыhазландырыу: дәреслек, телевизор, видеотаҫма, ноутбук, Т.Кусимов тураhында китаптар, фотоһүрәттәр, терек-конспект, «Әсә теле» дәреслегенә дидактик материал.
Дәрес барышы.
Организацион момент. Һаумыһығыҙ, ултырығыҙ. Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән ҡылым тураhында hөйләшәсәкбеҙ, дөрөҫөрәге, түбән кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлаясаҡбыҙ. Китап-дәфтәрҙәрҙе асайыҡ һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.
Яңы теманы аңлатыу.
Һорау: Ҡылым ниндәй һорауға яуап булып килә? Ниндәй мәғәнә белдерә?
Яуап: Ни эшләй? Ни эшләгән? һорауҙарына яуап булып килә. Ниндәй ҙә булhа заттың, предметтың эшен, хәрәкәтен, торошон белдерә. Атлай, йугерә, яҙа, уҡый, ҡысҡыра.
192-се күнегеү.
Күнегеүҙә бирелгән һорауҙарға яуап бирергә. Терәк конспектты файҙаланырға.
Бойороҡ һөйкәлеше -ниндәйҙер бер эште башҡарырға өндәүҙе, бойороуҙы белдерә. Ни эшлә? Ни эшләгеҙ? Ни эшләһен? Ни эшлеһендәр? Зат, һан менән үҙгәрә. Бир, бирегеҙ, бирһен, бирhендәр. Беренсе заты юҡ: ҡайт, ҡайтыгыҙ, ҡайтhын, ҡайтhындар. Юҡлыҡ формаhы – барма, бармағыҙ.
1
Хәбәр һөйкәлеше - эш-хәрәкәттең эшләнеүен, эшләнмәүен белдерә. Ни эшләне? Ни эшләй? Ни эшләр? Йүгер-ҙе, йүгер-гән, йүгер-ә ине, атла-й торғайныҡ, йүгер-ер ине, йүгер-әсәк. Үткән, хәҙерге, киләсәк заманы бар: барҙы, бара, барасаҡ. 1,2,3 заты бар: яҙам, уҡыйhың, ятлай. Юҡлыҡ формаhы - Йүгер-мәй.
Теләк һөйкәлеше - эш-хәрәкәтте башҡарырға теләүҙе белдерә. Ни эшләге килә? Ни эшләмәксе була? Эшлә-ге килә, эшлә-мәксе була, уйнамаҡсы була, ҡайтмаҡсымын, ҡайтмаҡсыhың, ҡайтмаҡсы, бармаҡсыбыҙ, эшләмәксеhегеҙ, әйтмәксе, эшлә-һе бар, барғы килә, ҡайтырға булдым. Юҡлыҡ формаһы юҡ.
Шарт һөйкәлеше - ниндәйҙер бер эш-хәрәкәттең үтәлеүе шарт булып килеүен белдерә. Ни эшләһә? Ни эшләһәләр? Күп көлһәң, иларһың. Өс заманы бар: килгән булhа, килһә, килер булhа. l, 2, 3 заты бар: килhәм, килһәң, килhә, килгән булhам, килгән булhаң, килгән булhа. Юҡлыҡ формаhы - килмәhә, бармаhа.
Йомғаҡлау: Терәк конепектты файҙаланып беҙ ҡылымдың дүрт hөйкәлеше: бойороҡ, хәбәр, теләк, шарт һөйкәлештәре булғанын иҫкә төшөрҙөк.Ошо белгәнебеҙҙе киләһе күнегеүҙәрҙе эшләгәндә ҡулланырбыҙ.
Тест һорауҙары
1.Бар, уҡы, кил- был ҡылымдар ниндәй һөйкәлешкә ҡарай?
1.Бойороҡ. 2.Шарт. 3.Теләк. 4.Хәбәр.
2. Уҡыйhы, барahы, киләhе. көләһе - был ҡылымдар ниндәй һөйкәлешкә ҡарай?
1.Бойороҡ. 2.Шарт. 3.Теләк. 4.Хәбәр.
2
3.Барhа, яҙhа, йөрөhә - был ҡылымдар ниндәй һөйкәлешкә ҡарай?
1.Бойороҡ. 2.Шарт. 3.Теләк. 4.Хәбәр.
4. Эшләй, эшләне, эшләр - был ҡылымдар ниндәй һөйкәлешкә ҡарай?
1.Бойороҡ. 2.Шарт. 3.Теләк. 4.Хәбәр.
Теманы нығытыу.
211 -се күнегеү. (Дидактик материал.) Телдән эшләнә.
Түбәндәге ҡылымдарҙы бойороҡ hөйкәлешендә зат, һан менән үҙгәртepгә.
Эшләргә -эшлә, эшләһен, эшләгеҙ, эшләһендәр; Ҡарарға - ҡара, ҡараһын, ҡарағыҙ, ҡараһындар; Уйнарға - уйна, уйнаhын, уйнағыҙ, уйнаhындар; Һөйләргә -һөйлә, һөйләһен, hөйләгеҙ, hөйләһендәр; Килергә, бейергә, ҡойорға, көлөргә.
212 -се күнегеү. (Дидактик материал.) Яҙма эш.
Йәйәләр эсендәге ҡылымдарҙы бойороҡ hөйкәлешендә тейешле формала ҡуйып, һөйләмдәрҙе күсереп яҙырға.
218 -се күнегеү. (Дидактик материал.) Телдән эшләнә.
Бирелгән ҡылымдарҙы хәбәр hөйкәлешенең бөтә замандарында һан, зат, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәртергә.
Осорға - остом, остоҡ, османым, османыҡ, осам, осабыҙ, осмайым, осмайбыҙ, осасаҡмын, осасаҡбыҙ, осмаясаҡмын, осмаясаҡбыҙ.
Табырға - таптым, таптыҡ, тапманым, тапманыҡ, табам, табабыҙ, тапмайым, тапмайбыҙ, табасаҡмын, табасаҡбыҙ, тапмаясаҡмын, тапмаясаҡбыҙ.
Килтерергә – килтерәм, килтерәбеҙ, килтермәйем, килтермәйбеҙ, килтерҙем, килтерҙек, килтермәнем, килтермәнек, килтерәсәкмен, килтерәсәкбеҙ, килтермәйәсәкмен, килтермәйәсәкбеҙ.
3
Йомғаҡлау: Тимәк, бойороҡ hөйкәлеше ниндәҙер бер эште башҡарырға өндәүҙе, бойороуҙы белдерә. Ни эшлә? Ни эшләгеҙ? Ни эшләһен? Ни эшләһендәр? Бир, бир-егеҙ, бир-hен, бир-hендәр.
Хәбәр һөйкәлеше - эш-хәрәкәттең эшләнеүен, эшләнмәүен белдерә. Ни эшләне? Ни эшләй? Ни эшләр? Йүгер-ҙе, йүгер-гән, йүгер-ә ине, атла-й торғайныҡ, йүгер-ер ине, йүгер-әсәк.
Физкультминут.
Бер, ике, өс, беҙҙең ҡулда көс, Дүрт, биш, атлайбыҙ.
Уңға, һулға боролабыҙ,
Алға, артҡа эйеләбеҙ,
Уң ҡулды күтәрәбеҙ,
Һул ҡулды күтәрәбеҙ.
Башты әйләндерәбеҙ.
Бер, ике, уптырабыҙ,
Өс, дурт, һикерәбеҙ.
Егеттәр: «Көслө егет булабыҙ, армияға барабыҙ, Тыуған илде һаҡлайбыҙ».
Ҡыҙҙар: «Ә беҙ көтөп ҡалабыҙ».
225 -се күнегеү. (Дидактик материал.) Телдән эшләнә. Шарт hөйкәлешен табырға.
1. Бөгөн үк эшләргә тип эш тапшырһалар - уны hин иртәгәгә ҡалдырма...
Эткә тотонһаң - аҙағына еткер.
Башлай белhәң - бөтөрә лә бел.
Игә белhәң- иген уңа.
Аяҡ кейемен йыш таҙартһаң , ул оҙаҡҡа сыҙай, матур була.
227 -се күнегеү. (Дидактик материал.) Таҡтала яҙма эш.
Түбәндәге ҡылымдарҙан теләк hөйкәлешенең төрлө формаларын яhап яҙырға.
Торорға- уның тораhы килә, уларҙың тораhылары килә, тормаҡсы булды, тормаҡсы булдылар, тораhы бар, тораhылары бар, һинең тораһың килә, тораһығыҙ килә, тормаҡсы булдың, тормаҡсы булдығыҙ, тораhың бар, тораһығыҙ бар, минең тораhым килә, тораһыбыҙ килә, тормаҡсы булдым, тормаҡсы булдыҡ, тораhым бар, тораһыбыҙ бар.
Яҙырға, hибергә, үҫергә, баҫырға, йөрөргә.
4
228 -се күнегеү. (Дидактик материал.) Телдән эшләнә. Һөйләмдәрҙе уҡырға, теләк һөйкәлештәрен табырға.
Бармаҡсы булдыҡ, hалырға итә. сыҡҡы килмәй, йөҙгө килә, тик ятҡы килә.
Йомғаҡлау: Теләк hөйкәлеше - эш-хәрәкәтте башҡарырға теләүҙе белдерә. Ни эшләге? Ни эшләмәксе? Эшлә-ге килә, эшлә-мәксе була; уйнамаҡсы була. Шарт hөйкәлеше - ниндәйҙер бер эш-хәрәкәттең үталеүе шарт булып килеүен белдерә. Ни эшләһә? Ни эшләһәләр? Күп көлһә, иларһың. Килгән булһа, килһә, килер булhа.
193 - се күнегеү. (Дәреслек ).Телдән эшләнә.
Тексты уҡып, кем тураhында hүҙ барғанын әйтергә.
Уҡыусы:
Таhир Таип улы Кусимов 1909 йылдын 14 февралендә Башҡортостан рес-
публикаhы Әбйәлил районы Күсем ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башҡорт.1932-се йылдан алып КПСС ағзаһы.
Совет армияhына хезмәткә бара һәм Ҡазанда татар-башҡорт хәрби мәктәбендә уҡый. Шунан һуң ул взвод, эскадрон, полк командиры, дивизия штабының етәксеһе, кавалерия дивизияhының командиры, хәрби корпус командирының ярҙамсыhы. Һуңғы алты йыл эшмәкәрендә Башҡортостан рес-
публикаhының хәрби комиссары була.
Ике академияла: М.В.Фрунзе исемендәге һәм Генераль штаб акдемияhында
белем ала.
1942-1944 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. 1944 йылда Совет-
тар Союзы Геройы, 1969 йылда генерал-майор исеме бирелә.
Ике Ленин ордены, «Алтын йондоҙ» медале, Ҡыҙыл Байраҡ, 1-се дәрәжә Ватан һуғышы, ике Ҡыҙыл Байрак ордендары менән наградлана.
Таhир Таип улы Кусимов оҙаҡ сирләгәндән һун 1986 йылда яҡты донъя
менән хушлаша.
Видеотаҫма ҡарау. Күргәҙмә менән таныштырыу.
Текстан ҡылым һөйкәлештәрен табырға.
Ҡуҙғалды - x.h. Туҡтаны -x.h. Арыған - х. һ
Утларға ебәрҙе - x.h.
Йоҡлап алмаҡсы булып - т.h.
Терәне - x.h.
Йоҡлап китә алманы - x.h.
5
Буталды -x.h.
Уйланы ҡарап - x.h. Күрмәй ҙә, белмәй ҙә -x.h. Инәбеҙ - x.h.
Күрһәтә алырhыңмы - x.h. Бушап ҡалмаҫмы - x.h. Ҡаушап ҡалмам - x.h Төшөрмәм - x.h
Өҙөлә ҡалһа - ш.h.
Алға тәгәрәр - ш.h.
Тоғро буласаҡмын - x.h. Ҡәhәрләhен - б.h.
Юйып ташлаhын- б.h. Үткәрҙе -x.h.
Йомғаклау: Шулай итеп, беҙ ҡылымдың дүрт һөйкәлеше: бойороҡ, хәбәр, теләк, шарт һөйкәлештәре булғанын иҫкә төшөрҙөк.Ошо белгәнебеҙҙе күнегеүҙәрҙе эшләгәндә ҡулландыҡ.
Таhир Кусимов тураhында уҡып белдек. Ул Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып Советтар Союзы геройы булған. Беҙ геройҙарыбыҙҙы белергә тейеш. Тыуған илде яуыз дошмандарҙан һаҡлап, еңеү алып ҡайтҡан батырҙарыбыҙҙың исемен киләсәк быуынға ла еткерергә тейешбеҙ. Ватаныбыҙҙы яратырға, йәшәүҙең ҡәҙерен белергә кәрәк. Взвод, эскадрон, полк командиры, дивизия штабының етәксеһе, кавалерия дивизияhының командиры, хәрби корпус командирының ярзамсыһы. Бына ниндәй кешенән өлгө алырлыҡ. Тимәк, тырышып уҡыһаҡ һәм эшләһәк, ҙур маҡсаттарға ирешеп була.
Бahалау.
Өйгә эш биреү. 193 - се күнегеү буйынса изложение яҙырға әҙерленеп
килегеҙ
Организацион момент. Дәрес бөтгө. Һау булығыҙ
6
HYPERLINK "https://www.google.ru/search?q=%D1%84%D0%BE%D1%82%D0%BE%D0%B3%D1%80%D0%B0%D1%84%D0%B8%D0%B8+%D0%91%D0%B0%D1%88%D0%BA%D0%B8%D1%80%D1%81%D0%BA%D0%BE%D0%B3%D0%BE+%D0%B3%D0%B5%D0%BD%D0%B5%D1%80%D0%B0%D0%BB%D0%B0+%D0%A2%D0%B0%D0%B3%D0%B8%D1%80%D0%B0+%D0%9A%D1%83%D1%81%D0%B8%D0%BC%D0%BE%D0%B2%D0%B0&newwindow=1&es_sm=93&biw=911&bih=445&tbm=isch&imgil=WKv7ikyjidlnWM%253A%253BdXoLeSSaAExb1M%253Bhttp%25253A%25252F%25252Fwww.bashinform.ru%25252Fnews%25252F779527-v-bashkirii-syn-frontovika-velikoy-otechestvennoy-voyny-poluchil-za-ottsa-nagradu-spustya-70-let%25252F&source=iu&pf=m&fir=WKv7ikyjidlnWM%253A%252CdXoLeSSaAExb1M%252C_&usg=__2xiTFo58IBN1RRI9fYo0oo1Fgd8%3D"
2 дн. назад