Внеклассное мероприятие на башкирском языке Б?пес туйы


Бәпес туйы.
-Хөрмәтле ҡунаҡтар ,уҡыусылар
Беҙҙең мәктәптә инде күп кенәйылдар халыҡ йолларын тергеҙеү буйынса төрлөсаралар –ткәрелә.Үткән уҡву йылдарындаҠарға бутҡаһы, Өләсәйем һандығы, Килен төшөрөү,Ҡыу юлы,күрһәтеүйолалары үткәрелде.Бөгөн беҙ һеҙгә Бәпес туйын күрһәтергә уйлайбыҙ.Үткәргән йолаларҙың дауамы була инде, төшөргән киленебеҙҙең бәпесе...
Кеше тормошонда иң беренсе туй бишек туйы бит инде.Был туйҙың үҙенең йола байрамдары булған борон.
1.Бәпес туйы.
2.Еп сәйе.
3.Исем туйы.
4.Бишек туйы.
5.Теш сәйе.
6.Тәпәй сәйе.
7.Һырға туйы.
Был байрамдарҙа махсус ризыҡ бешерелә, әйтәйек, бутҡа, бауырһаҡ,ҡоймаҡ, һәм башҡа май еҫе сыҡҡан ризыҡтар.
Бутҡа бик күп бөртөктәрҙән тора, шуға күрә уны әҙерләң,ырыулы,нәҫелле булыуҙы ырымлай.Әбейҙәр һөйләүенсә ,ҡоймаҡ әруахтартарҙы ашатыр өсөн кәрәк. Мәҫәлән, икейомаараһында мотлаҡ май еҫе сығарыу кәрәк, сөнки ошо ике аралайортҡа әруаҡтаркилепөлөшөмөт итә. Май еҫе сығармаһаң, хәйер бирмәһәң, улар илап, аҡһап китә һәм аҙаҡ юлбаҫарға әүерелә икән.
Ата –бабаларыбыҙ балаларын халыҡ традицияларына таянып тәрбиәләгәндәр.Әйтәйек, ата кеше сабый тыуғас , бишекте үҙенең кендеге юғарылығында элгән.Был бейеклектә бөтә кешеләрҙең дә биополеһы йөрөй. Кешенең тубығынан түбәндә биополеһы булмай. Баланы бишектән алғас Ҡулдарында тотоп йөрөткәндәр. Аҡыл йәһәтенән тиҙерәк үҫешһен өсөн, баланы йышыраҡ һикертеп, уйнатып алырға кәрәк.
Бишек йырҙары, теләк-һамаҡтарға ла ҙур мәғәнә һалынған.
Бала тыуғас, сәңгелдәккә һалалар.Әсәһе сәңгелдәк йырын йырлай. Баланың тыныс йоҡлауын, һау-сәләмәт, бәхетле булыуын теләй. Бишек йыры әсәнең саф һөйөүен дә, изге теләген дә,өмөтөн дә аңлата.
Бишек йырҙары бала ҡарау,үҫтереү,уға өгөт нәсихәт биреү элек –электән ҡатын –ҡыҙҙың донъяға ҡарашы,аҡыллы тәжрибәһе, матурлыҡты, изгелекте тоя күрә белеүгә бәйле. Әсә үҙенең кисерештәрен, хистәрен, теләктәрен йырҙарына ҡушып,йырлаған. Әсәләр поэзияһы барлыҡҡа килгән.Улар малайҙарға өйҙә ярҙамсы, ата терәге булыуҙы, ҡыҙҙарға бәхет ,аҡыллы ,матур кейәүгә барыуҙы юрайҙар.
Бала тыуғанға ҡырҡ көн булғансы өйҙә баланы яңғыҙ ҡалдырмайҙар.Әгәр ҡалдырһаң, эргәһенә ҡайсы һалалар.уны шулай итеп яман күҙҙәрҙән ҡурсалайҙар.
Күҙ теймәһен тип маңлайына ҡором һөрткәндәр, хәҙер буяҡ һөртәләр, беләгенә ҡыҙыл еп , мәрйен бәйләйҙәр.
Сәңгелдәктә ир бала ятһа, уҙа бөркөт тырнағы элгәндәр, ҡыҙ бала ятһа, ҡауырһын ҡуйғандар. Бының ҙур мәғәнәһе бар егеттәрҙең көслө ,ҡыйыу булыуын, ҡыҙ баланың һылыу булыуын һәм ваҡыты еткәс, үҙ ояһын табып, ҡанатланып осоп китеүен теләгәндәр.
Инеш ҡобайыр.
-Бер тигәс тә ни яман
Иленә һынау килгән саҡта
Берләшмәгән шул яман.
-Ике тигәс тә ни яман
-Ирек өсөн көрәшкәндә
-икеләнһәң ,шул яман
-Биш тигәс тә ни яман
Ҡурсаҡ кеүек өй эсендә
Бишек булмау , шул яман
Сәхнә асыла,Ҡарт өләсәй бәпес бәүетеп ултыра. Бишек йырын йырлай.эргәһендә 5-6 йәштәрҙәге бала.
-Әлли –бәлли итергә
Ал бишеге бар уның
Илағанда тирбәтергә
Өләсәһе бар уның
Әлли бәлли итер ул
Мәктәпкә лә китер ул
Тырышып һабаҡ уҡыһа
Ғалим булып китер ул
-Эй ғүмер тигәнең...үтәһең дә ғүмер , ай үтәһең... тигәндәй.өлкән улымдыңоло малайына килен төшөрөп, хоҙай миңә өсөнсө быуын ейәндәремде лә күрергә насип иткән, аллаға шөкөр, мин тағы бишек тирбәтеп ултырам. Эй алла , хәтер тигәнен,килен мейескә икмәк тығырға ҡушҡайны ла баһа онотоп торам.
-Бисмилләһир рахманир рәхим Уңып беш,тулып беш, ҡабарып беш Балалар килер,туғандар килер, ағай -эне килер,
Иҫән ашарға насип итһәң,
Минең ҡулым түгел Ғәйшә Фатима ҡулы.
Кендек инәһе килеп инә,ейәсәрен эйәртеп.
-Әле шәпмеһегеҙ ,әхирәт?
Әйҙүк ,әхирәт,түрҙән ,ҡалай маҡтап йөрөйһөгөҙ,фатихаң киң булһын(Бейем)
-Эйе,амин, мәжлестәр ҡотло булһын,кәңәштәрҡушылһын,(Әхирәт)
-Исем ататырға булғанһығыҙ икән шул,бик мәслихәт, бала тынысланып ҡала ул.(Оло бейем)
-Эйе, улым, үҙенең иптәшен дә саҡырҙы, бергә уйнап үҫтеләр, Чечняла булып ҡайттылар.Беҙҙә ҡыҙ,уларҙың малайҙары тыуҙы, әхирәт, һин ул баланың да кендек инәһелер әле.
-Эйе мин күп кенә балаларҙың кендек инәһе инде ул.Бәхет-тәүфиҡтәре менән килһендәр индә донъяға.Бала тыуғас ул килмәгән кеше ҡалмай.Барыһы ла күстәнәс менән киләләр ул ҡоймаҡ, ул ҡыҫтыбай, бауырһаҡ тағы әллә нимәләр...
Бала мыжый. Өләсәй бала бәүетә.
Аллаһыу, аллаһыу,
Кәзәләрҙе тауға ҡыу,тауға ҡыу
Тауҙан ҡайтһа, һыуға ҡыу, һыуға ҡыу
Һыуҙан ҡайтһа һау ҙа ҡуй,һау ҙа ҡуй
Бәпесебеҙ йоҡлаһын, сәскә башы мыртлаһын.
(Әхирәт)
-Минең ҡыҙым да бәпес йоҡлата белә ул.йәле ,ҡыҙым,йырлап күрһәт.
“Йоҡларға,йоҡларға “(Муса Сиражи һүҙҙәре , Р.Сәхәүетдинова музыкаһы)
Бейемдең ейәнсәре.
-Ә мин шиғыр беләм.
«Бәпес»(Факиһа Туғыҙбаева)
Алып ҡайттыҡ беҙ бәпес,
Бәпес бәләкәс кенә.
Төнө буйы илай ул
Түгел көләкәс кенә.
«Табып алдыҡ ти атай, -
Уны ҡоҙоҡ төбөнән.
Шулай илаҡ икәнен
кем белгән һуң кем белгән?
Илаҡ ҡына булһа ла
Табылһа ла ҡоҙоҡтан
Беҙҙең күрше Азамат
Бәпескә эй ҡыҙыҡҡан
Бирмәйем Азаматҡа
Берәү генә үҙемә
Апай ,-тиеп әйтергәҠарап тора күҙемә.
-Эй, ҡайһылай оҫта!(кендек инәһе)(бәпес күстәнәсе өләшелә балаларға)
Тиҙәйткес .(Өләсәй) -Ә тиҙәйткес беләһегеҙме?
(кендек инәһе) –Әйҙәгеҙ ,өйрәнәйек әле.
Мейес башында биш бесәй
Биш бесәйҙең биш башы
Биш бесәйҙең биш башына
Емерелмәһен мейес башы
(Йәш бейем килеп инә)
-Эй кендек инәйебеҙ ҙә килеп еткәникән,һауҙынамыәхирәтапай,хәл әхүәлең нисек?
(кендек инәһе)
-Аллаға шөкөр,килен,бына ҡыҙыл еп менән ҡортбаш алып килдем, кеше –маҙар йыйылып бөткәнсе бәпестең башлығына тегеп,ебен ҡулына тағып ҡуй әле, күҙ тейә күрмәһен.
(Йәш бейем)
-Эйе шул,былай ҙа илап тора әле,килендең апаһы килгән ыңғайына яратҡан ине ,ахырыһы, шуның күҙе тейҙе, к-лдәк итәгенән һүрентеһен урланым әле, үҙе түрбашта саҡта төтәтә һалайым әле.
Ҡара күҙҙҙән ,һоро күҙҙән,
Зәңгәр күҙҙән ,көф-ф,көф ф!
Ҡайҙан килдең ,шунда кит
Күҙең ҡара ҡаҙан аҫтына
Күҙең ҡара ҡаҙан аҫтына
Тфү,көф-ф!
(Cәңгелдәк тирәләй төтәтә)
(Мулла ,хужалар килеп инә,Ултырышалар)
(Мулла)
-Бөгөн бик ҡыуаныслы көн, сөнки бөгөн бер көндә донъяға килгән ике сабыйға исем ҡушыу байрамына йыйылғанбыҙ, йола буйынса элек –электән ир балаға атаһы,ҡыҙ балаға өләсәһе исем һайлаған.ниндәй исем таптытығыҙ?
-1-се дуҫ(бала ятҡан яҫтыҡ эргәһенә ултыра)
-Был малай кәләш эҙләргә килгәнуның исеме Мостафа,
Буласаҡ кәләшенә күрһәтмәҫ яфа.
Өләсәй
-Әҡлимә исемле ҡыҙ бала , беләгемде талдыра,
Үҙе биләүҙә генә булһа ла
Күп егеттәрҙе хайран ҡалдыра
(һамаҡлап өләсәһе ҡыҙ баланы мулла янындағы яҫтыҡҡа ҡиблаға ҡаратып һала.
Мулла
-Ата әсәңә шәфҡәтле бул,
Олоға кесе бул,
Кесегә оло бул,
Уң ҡолағыңа –аҙан
Һул ҡолағыңа –исем!
Мулла тәүҙә береһенә,унан икенсеһенә аҙан уҡып,уң ҡолағына, шунан һуң һул ҡолағына 3 тапҡыр исемен әйтә.
-Бик хуп!
-Бик мәслихәт!
Мулла .
Атын мин бирҙем,йәшен алла бирһен
Балаға исем ҡуштыҡ-
Донъя гиҙәһе генә ҡалды.
(Ҡунаҡ)
-Эйе бик тә шәп, матур исемдәр һайлағанһығыҙ.Беҙҙең ата бабаларыбыҙ ҙа элек мәғәнәле исемдәр ҡушалар ине,шул ғәҙәтте ташламауығыҙҙы хуплайым, ҡалғандарға ла ошо теләгемде теләйем.Исем-есеменә тап килергә тейеш.Ер –һыуға ,тәбиғәткә бәйләп : Айһылыу, Көнһылыу, Урал, тип,тыумыштан миңле булһа Минлебикә, Миңлеғәле, Миңлегөл тип, атаһына иш булһын өсөн Ишбирҙе, Иштуған, Ишбулды тип ҡушҡандар. Бына исем ҡушҡанда ошоларҙы иҫтә тотһағыҙ һеҙгә рәхмәтем сикһеҙ булыр ине,йәш быуын!
-Исем ябай ғына атама түгел.Уға киләсәккә өмөт бағлаған , ата –әсәһенең һөйөүе һалынған .
Бала
-Мин- Илнур
Илде нурлап толрһон өсөн
Илнур тип атағандар
Илен –ерен данлағанды
Борондан маҡтағандар
Бала
-Мин Илдар
Атам ҡушҡан атым Илдар
Мин һөйөсе илемде
Исемемә тап төшөрмәй ,
Өйрәнәм туған телде.
Бала
Мин-Урал
Уралдай батыр булырмын
Илем хаҡын һаҡлармын
Атам –әсәмде тыңлармын
Матур йырҙар йырлармын.
Бала
-
- Мин –Ләйсән,
Ләйсән ямғыр булып яуа
Сарсаған күңелдәргә
Рәхмәт ата –әсәйемә
Матур исем биргәнгә.
Бала
Мин-Лилиә,
Аҡ сәскәләй наҙлы мин
Оялсанмын аҙ ғына
Шундай матур исем өсөн
Рәхмәт , ата-әсәй,һиңә.
Бала
Мин- Зөһрә,
Аҙашҡанға юл күрһәтә
Таңдарҙа яҡты йондоҙ
Шул йондоҙҙай яҡтыртырмын
Аҙашҡандарҙың юлын.
Бала
Мин-Гөлшат,
Гөл –сәскәләр минең илем
Батшаһы мин гөлдәрҙең
Сәскәләр үҫтерер өсөн
Көн дә һыуҙар һибәмен.
Ҡайһылай матур исемдәре.Беҙҙең бәпәйҙәр ҙә хәҙер исемле булды инде(йәш бейем)
Өләсәй
Эйе лә ,кил әле үҙемә,Әҡлимә ҡыҙым. (баланы алып һикертә)
Балаһы бар –наҙы бар,
Бер ай һынлы ҡыҙы бар
Йылтыр-йылтыр күҙе бар,
Бөтә кеше ҡыҙығыр
Тфү- тфү,тфү икән,
Ай һынлы түгел икән.
Кендек инәһе : Икенсе баланы алып һөйә.
-Балаһы бар наҙы бар
Бер уҫлаптай улы бар,
Йылтыр –йылтыр күҙе бар
Әҙәм төҫлө һыны бар,
Тфү-тфү-тфү икән
Маҡтар ере юҡ икән.
(Ҡунаҡтар баланы ҡотлай)
(Оло өләсәй)
-Минән ейәнсәремә бүләккә юрған бүләк итәм.Бәхетле бул,балаҡай.
ҺАП-ҺАП минең ҡулым түгел
Ғәйшә-Фатима ҡулы
Олоно оло тиең
Кесене кесе тиең
Ҡартты күреп ҡаҡырма ,
Кесене күреп баҡырма
Атаны атам тиң,
Ананы анам тиң
Олонан кесе , кесенән оло була бел
Иҙел күрмәй итек сисмә
һабырлы, түҙемле бул,
Йәшел япраҡ им булһын
Игелек аҡылҡайың
Ҡарыйҙарға тиң булһын.
(кендек инәһе)
-Оҙон ғүмерле бул. Һеҙгә бүләккә ойоҡбаш бәйләнем.
Ун алты йәш ун алтын
Менер өсөн –тай бирҙең
Ун ете йәш- йөҙ алтын
атыр өсөн уҡ бирҙең
Ун һигеҙ йәш-һум алтын
Яурыныма ҡош бирҙең
Ун туғыҙ йәш –мең алтын
Ҡуйынымы ҡыҙ бирҙең тип Мостафа кәләш алып , һеҙ ҙә ,алла бирһә, бала-саҙалы булып ултырығыҙ.
(Йәш бейем)
-Ҡартаһы менән беҙҙән- карауат
Ата –әсәгеҙгә терәк,ярҙамсы булығыҙ.
(Башҡалар ҙа теләктәр теләп ,бүләк һалалар)
Мулла.
Йома,изге көн,ҡайһылай сауаплы булдығыҙ бына туғандар,йәштәр, бәлки, бик белеп тә етмәйҙер, йома көндө кем ҙурлаһа , йәннәттәргә тура китәр. Ә йома көндә нимә эшләргә кәрәк һәм нимә эшләргә ярамай әле ул.
Иҙән йыуырға ярамай
-Эш эшләргә ярамай
Кер йыуырға ярамай
Бер –берең менән әрләшергә , ирешергә ярамай.
Хәйер бирергә кәрәк.
Таҙа йөрөргә, аҡ күлдәк , аҡ яулыҡ ябынып хәйер бирергә,
Тырнаҡтар киҫелгән булһын.
Изге эштәр генә эшләргә кәрәк.
Мулла -Дөрөҫ яуап.
( Яусы инә).
-Һауғыналармы ҡунаҡтар! Ике батырҙың , ике дуҫтың ҡыуаныстарын уртаҡлашырға мин дә йүгерҙем, ҡотло булһын сабыйҙар ! Ике йән дуҫ бер –береһен маҡтап , ҡунаҡлашып яталар икән, ә Маянһылыу менән Ҡуҙыйкүрпәстең аталары ни эшләгәндәр әле?
Ике атай бер –береһенә ҡарашып көлөшә.
-Беҙҙә ҡайыш баулы ҡарсыға бар.
-Беҙҙә ебәк буйлы тутыйғош бар
(Яусы) –Бишектәге тутыйғоштоң ҡолағын
Ҡарсығанан тешләтеү йолаһы бар.
-Рөхсәттер бит.
(Рөхсәт, рөхсәт,- ти атайҙар)
Яусы –Әсәйҙәр ни әйтер?
1-се әсә
-Салауат кеүек үҫер ул,
Үҫкәс батыр булыр ул
Салауат кеүек етеҙ булыр,
Салауат кеүек йырсы булыр,
Алтын туптай осоп йөрөр
Әҡлимә тигән һылыуҙы
Кәләшлеккә көтөп йөрөр.
2-се әсә
-Ҡыҙым ,ҡыҙым ҡыҙ кеше
Ҡыҙыма килер йөҙ кеше.
Йөҙ кешегә бирмәмен
Үҫеп еткәс алып китер
Мостафа тигән бер кеше.
( Малай ҡыҙ баланың ҡолағын тешләгәс, ҡыҙ бала илап ебәрә, ҡурҡышынан малай ҙа илай)
-Һай маладис егет!
-Кәләш һинеке хәҙер
Мулла
-Ен-пәрей, шайтан алыштырмаһын өсөнсәңгелдәккә бысаҡ, йә ҡайсы һалып йөрөгөҙ.
-Эйе,эйе шулайтырбыҙ.
(Сәңгелдәккә һалып бишек йыры йырлайҙар) Өләсәй менән кендек инәһе.
-Әлли бәлли итәр ул
Йоҡоларға китәр ул
Бәү-бәү итеп күҙ йомоп
Тирләп , йоҡлап китәр ул.
Шул арала әсәйҙәр бәпес бүләге тараталар.
Байрам сәйенә рәхим итегеҙ.
1.“Батмус бейеүе»
Батмус менән ашамлыҡтар сығаралар ҙа ултырышалар.
2.Йыр. Әсәйҙең доғалары.
Р.Миңнуллин һүҙҙәре,И .Закиров музыкаһы.