Рабочая программа 9 класса по башкирской литературе
Аңлатма яҙыу
Башҡорт әҙәбиәтенән 9-сы класҡа 2014-2015 уҡыу йылына эш программаһы түбәндәге документтар нигеҙендә төҙөлдө.
Норматив документтар:
Бирелгән башҡорт теленән эщ программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителде. 9-сы класс өсөн башҡорт әҙәбиәтенән 2014-2015 уҡыу йылындағы эш программаһы авторҙары М. Ғ. Ғималова, Ғ Б. Хөсәйенов, А. Байғарин нигеҙендә төҙөлдө. Дәреслектең авторы- Ғ Б. Хөсәйенов, Өфө:Китап, 2006
Региональ кимәлдәге документтар:
“Башкортостандың мәғариф законы” ( 29.12.2007 N 515-з, от 28.02.2008 N 540-з)
Белем биреү учреждениеһы кимәлендәге документтар
Башҡортостан Республикаһы Белорет районы муниципаль район хакимиәте Шығай ауылы белем биреү мәктәбе муниципаль мәғариф бюджет учреждениеһының башҡорт кластары өсөн төп белем биреү программаһы (бойороҡ № 43, 20.05.2011 йыл.)
Программа кимәле: базис
Шығай урта мәктәбенең уҡытыу планы (бойороҡ №84, 28.08.2014 йыл).
9-сы класта башҡорт әҙәбиәтендә өйрәнеү һәм уҡыу процесында социаль тәжрибә туплау уҡыу программаһы нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Аҙнаһына 2 сәғәт, йылына 70 сәғәт өйрәнелә.
Туған әҙәбиәт курсы башҡорт әҙәбиәте тарихынан,иң күренекле яҙыусыларҙың ижадын өйрәнеп системалы белем биреүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Әҙәбиәт тәрәнәйтелеп өйрәнелә.Шулай уҡ әҙәби-теоретик төшөнсәләрҙең күләме,телмәр үҫтереү дәрестәре, ятлау һәм кластан тыш уҡыу өсөн әҫәрҙәр исемлеге күрһәтелгән,әҙәбиәтебеҙ үҫешенә ҙур өлөш индергән күренекле яҙыусылар һәм уларҙың әҫәрҙәре индерелгән.
9-сы класҡа тематик планды үрҙә күрһәтелгән программа һәм дәреслектәргә таянып төҙөлдө. Шулай уҡ ҡайһы бер темаларға сәғәт һаны икенсе темаларҙан алып өҫтәлде. Был бөтә үҙгәрештәр уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү,әҫәрҙәрҙе, темаларҙы яҡшыраҡ үҙләштереү маҡсатынан сығып эшләнде.
Маҡсат һәм бурыстар.
Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡытыусы уҡыусыларҙың художестволы әҙәбиәт менән ҡыҙыҡһыныуҙарын, китап һөйөү һәм уның менән эш итә белеү, әҙәби әҫәрҙе үҙ аллы аңлай, баһалай белеү күнекмәләрен үҫтереү өҫтөндә айырыуса ныҡлы эш алып барырға тейеш. Уҡыусының тормош, әҙәбиәт, образдарҙан сығып кешеләр хаҡында үҙ аллы фекерләүен үҫтереүгә әһәмиәт биреү бик мөһим. Уҡытыусы әҙәбиәт дәрестәрендә ерле материалға иғтибар бүлеүҙе маҡсат итеп алырға тейеш. Уҡыусыларҙы үҙҙәренең тыуған ауылы, районы тарихын, яҡын тирәләге ер - һыу атамаларын белергә, танылған яҡташтарының тормош юлы, ижады менән таныштырыу мотлаҡ. Был йәһәттән сәсәндәр ижады менән таныштырыу, йырсыларҙың ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу бик отошло буласаҡ.
Бөгөн мәктәптә белем биреүҙең стратегик йүнәлеше уның йөкмәткеһен, уҡытыу методтарын яңыртыу, шул нигеҙҙә яңы сифат һөҙөмтәләренә өлгәшеү бурыстарын ҡуя. Белем биреүҙә сифаттарҙың методологияһын билдәләү – балаларҙы ҡатмарлы һәм бер туҡтауһыҙ үҙгәреп торған донъяла ориентирлаша белергә булып тора.
Был талаптар әҙәбиәт уҡытыуға бигерәк тә ныҡ ҡағыла, сөнки ул мәктәптә уҡытылған фәндәрҙең араһында иң үҙенсәлекле һәм ҙур иғтибар талап иткән фәндәрҙең береһе булып тора.
Предметҡа дөйөм ҡылыҡһырлама.
Әҙәбиәт һүҙ сәнғәтенең бер төрө булараҡ тормошто художестволы образдар аша сағылдыра, тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы эмоциональ буяуҙарҙа һүрәтләй, шуға күрә ул кешенең эстетик тойғоһона ла тәҫьир яһай.
Әҙәби әҫәрҙе аңлау, ҡабул итеү конкрет образдарҙы күреү, тойоу, уларҙың үҙ – ара мөнәсәбәтен, әһәмиәтен, уларға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде билдәләү ярҙамында алып барыла.
Уҡытыусы уҡыусыларҙы әҫәрҙә сағылдырылған хистәр менән тулҡынландыра белергә, әҫәрҙәге уй һәм хистәрҙе уларҙың бөтә йөрәге менән ҡабул итеүҙәренә ирешергә тейеш. Художестволы әҫәрҙе өйрәнеүҙең һәр бер этабында яҙыусы ижад иткән образ һәм картиналарҙы уҡыусының йәнле, эмоциональ ҡабул итеүе мөһим. Күргәҙмәлелек ҡулланыу, тормош тәжрибәһенә бәйләп уҡытыу мотлаҡ.
Әҙәбиәт дәресе математика, химия кеүек башҡа фәндәрҙән айырмалы рәүештә ҡағиҙәләр, логик төшөнсәләр менән генә эш итмәй, ә кешенең тойғоһона йоғонто яһау юлы менән алып барыла.
Дәрестә әҫәрҙе тасуири итеп уҡып сығыу бик мөһим, сөнки тасуири уҡыу әҫәрҙең нәфислеген тойорға, эстетик ләззәт алырға мөмкинлек бирә.
Инеш дәрестәрҙә уҡыусылар яҙыусының биографияһы, тарихи һәм әҙәби теоретик мәғлүмәттәр менән таныша. Әҫәргә анализ яһау процесында уның проблемаларын, идея- художество ҡиммәттәрен аса. Анализ үҙ сиратында, әҫәрҙең үҙенсәлектәренә бәйле рәүештә күп төрлө була.
Әҙәбиәт дәрестәренә йомғаҡлау дәрестәре үткәреүгә ҙур иғтибар бүлергә кәрәк.
Кластан тыш уҡыу дәрестәре лә бик мөһим урынды алып тора, улар уҡыусының аң даирәһен киңәйтеүгә, мәҙәни кимәлен үҫтереүгә булышлыҡ итә
Предметтың йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө
Әҙәбиәт уҡытыу алдына ҡуйылған яңы талаптарға нигеҙләнеү уҡытыуҙың йөкмәткеһен шул талаптарға ярашлы итеп үҙгәртеүҙән: яңы программалар һәм дәреслектәр төҙөүҙән башлана.
Программаға индерегән яңы исемдәр, яңы әҫәрҙәр халыҡ тормошоноң үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡында тарихи дөрөҫлөктө аяҡҡа баҫтырыу маҡсатын ҡуя.Урта мәктәптәр өсөн төҙөлгән программаларҙы уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен, белем кимәлдәрен иҫәпкә алыу нигеҙендә 3 этапҡа бүлеп ҡарарға мөмкин.
Башланғыс кластарҙа белем һәм күнекмәләр биреү аңлатмалы уҡыу аша алып барыла. Был кластарҙа әҙәби әҫәрҙәрҙе һәм фәнни темаларға яҙылған мәҡәләләрҙе өйрәнеү процесында төп иғтибар уҡыусыларҙың аңлы уҡыусы, уҡығанды һөйләү күнекмәләрен үҫтерергә, әҙәби текстар ярҙамында тәрбиә биреү, белемдәрен киңәйтеү маҡсаттарына йүнәлтелә.
Әҙәбиәт уҡытыуҙың икенсе этабы – V-VIII кластарҙа белем һәм тәрбиә биреү айырым әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәтеү һәм әҙәбиәт ғилеме ( лексика, фразеология ) буйынса элементар мәғлүмәт системаһы үҙләштереү юлы менән алып барыла. Урта мәктәптәрҙең IX-XI кластарында әҙәбиәт тарихы үҙләштерелә. Уҡытыуҙың урта звеноһы ( V-VI ) кластар программаһында әҙәби әҫәрҙәр тематик принципта, VII-VIII кластарҙа тарихи хронологик тәртиптә урынлаштырыла. V-VI кластар программаһына ингән әҫәрҙәр уҡыусыларҙың уратып алған тормош тураһында мәғлүммәтәрен байыта, тормошто аңларға өйрәтә, эстетик зауығын өйрәтә. VII класта әҙәбиәт уҡытыу халыҡ ижадының йырҙар, сеңләүҙәр темаһы менән башланып, С.Юлаев, М.Ғафури, М.Ғафури, Ш.Бабич, Д.Юлтый, Һ.Дәүләтшина, М. Ниғмәти ижадттарын үҙ эсенә ала.
VIII класта халыҡ ижадының « Ҡобайыр » темаһы ҙур ғына урын алып тора.
Әҙәбиәтте өйрәнеү Ш.Әминев, Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең “ Ҡөрьән ” китабы хаҡында белешмә биреүҙән башлана, тарихилыҡ принцибын томошҡа ашырыуға ҙур әһәмиәткә эйә булған Ғ.Ибраһимовтың « Ер » поэмаһы, «Ҡаһым түрә » әҫәрҙәрен өйрәнеү күҙ уңында тотолған. Әҙәбиәттең һуңыраҡ осорҙо саығлдырған Р.Ниғмәти, М.Кәрим, Н.Мусин әҫәрҙәрен өйрәнгәндән һуң Р.Ғарипов, Б.Бикбай, Т.Ғиниәтуллин, Р.Назаров, Ҡ.Аралбаев, Ф. Туғыҙбаева ижадтарын өйрәнеү юлы менән бөгөнгө әҙәбиәттең төп һәм мөһим үҙенсәлектәрен ҡарау мөмкинлеге тыуған.
Тәбиғәт лирикаһына ингән әҫәрҙәрҙе көҙгө, яҙғы, ҡышҡы, йәйге тәбиғәт миҙгелдәре, художниктар яҙған картиналар, музыкаль әҫәрҙәр менән сығыштырып өйрәнергә мөмкинлек бирә; уҡыусыларҙы тәбиғәтте күҙәтә, күҙәткәнде тасуирлай белергә, шул уҡ темаға яҙылған яҙылған башҡа әҫәрҙәр менән сағыштырырға һәм дөйөмләштереүҙәр яһарға өйрәтә, уларҙың ассоциатив хәтерҙәрен, образлы фекерләүҙәрен үҫтерә.
V-VIII класс уҡыусылары, әҫәрҙәрҙе уҡып, уларҙың идея йөкмәткеһен һәм художество үҙенсәлектәрен үҙләштереү менән бергә, әҙәбиәт теорияһы буйынса ла белем ала.
V-VI кластарҙа уҡыусылар поэтик тел һәм художестволы форманың айырым үҙенсәлектәре өҫтөндә практик күҙәтеүҙәр алып бара. VII-VIII кластарҙа әҙәбиәт теорияһынан белем киңерәк күләмдә бирелә.
Мәктәптәр алдына алдына ҡуйылған яңы талаптар нигеҙендә программаларҙа яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә иғтибар көсәйтелгән.
Һөйләү һәм яҙма телмәр үҫтереү буйынса һорауҙарға ҡыҫҡаса һәм тулы яуап бирә белеү, үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмэ-эҙлекле, дөрөҫ, асыҡ итеп һөйләй һәм яҙа белеү, һүҙлек менән эшләү, әҫәрҙең йөкмәткеһенә һәм яҙма эштәргә план төҙөү, әҙәби изложение, инша яҙыу һәм башҡа төрлө ижади эштәр башҡарыу бирелгән.
Мәктәпте тормошҡа яҡынайтыу бурысынан сығып, ижади характерҙағы эштәргә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҙ иптәштәре, ауыл, ҡала хеҙмәтсәндәре араһында сығыш яһай белеүҙәренә, тасуири уҡыу, ятҡа һөйләү оҫталыҡтарын үҫтереүгә иғтибарҙы көсәйтеү күҙ уңында тотола.
Программала класта өйрәнеү өсөн индерелгән әҫәрҙәрҙән башҡа кластан тыш уҡыу өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр исемлеге лә бирелә.
Программала ятлау өсөн әҫәрҙәр исемлеге лә тәҡдим ителә. Был әҫәрҙәр уҡыусыларҙың тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү өсөн мөһим. Исемлек шиғыр һәм проза әҫәрҙәренән өҙөктәр ятлатыуға иғтибарҙы көсәйтеү, ятланған текстарҙы дәрестә әҫәрҙе анализлағанда цитата итеп килтерә белеү күнекмәләрен үҫтереү, шуның менән телмәрҙе байытыуҙы күҙ уңында тота.
IX-XI кластарҙағы башҡорт әҙәбиәте курсы башҡорт әҙәбиәте тарихынан, иң күренекле яҙыусылар ижадынан системалы белем бирергә, халҡыбыҙҙың әҙәби-рухи хазиналарын эҙмә-эҙлекле күҙ алдына баҫтырырға һәм уҡыусыны юғары интеллектлы, матур зауыҡлы кеше итеп тәрбиәләшергә бурыслы.
Юғары кластар өсөн башҡорт әҙәбиәте программаһы ошо яҡтарҙы иҫәпкә ала. Әҙәбиәт IX-XI кластарҙа әҙәбиәт тарихы курсы рәүешендә хронологик тәртиптә өйрәнелә. Ул IX класта «Һүҙ сәнғәтенең башы фольклорҙа» булыуы хаҡында төшөнсә биреүҙән һәм бшҡорт халыҡ ижадын система рәүешендә өйрәнеүҙән башлап, халыҡ ҡобайырҙары «Урал батыр», «Аҡбуҙат», «Иҙеүкәй менән Мораҙым»ды күҙәтеүҙәр менән асыла. Артабан боронғо башҡорт әҙәбиәтенең айырым үрнәктәре – яҙма ҡомартҡылар, йырау һәм сәсәндәр ижады, тарихи осорҙар буйынса ҡыҫҡаса күҙәтеүҙәр, С.Юлаев, М.Өмөтбаев, М.Аҡмулла, М.Ғафури, Р.Фәхретдин, С.Яҡшығолов, Ш.Бабач кеүек күренекле яҙыусылар тормошо һәм ижады өйрәнелә.
X класта әҙәбиәт курсы Октябрь революцияһынан һуң совет әҙәбиәте осорон, 20-40-сы йылдар әҙәби хәрәкәтен күҙәтеүҙе, шул осорҙоң киң билдәле яҙыусылар ижадын өйрәнеүҙе күҙ уңында тотһа, XI класта Бөйөк Ватан һуғышынан һуңғы йылдарҙан алып бөгөнгө көндәргсә хәҙерге әҙәбиәт, хәҙерге күренекле әҙиптәребеҙ ижадын өйрәнеүҙе үҙ эсенә ала.
9 –сы кластарҙа әҙәбиәт курсы башҡорт яҙыусыларының белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән иң әһәмиәтле әҫәрҙәрен әҙәби – тарихи планда өйрәнеү принцибына нигеҙләнә.
Кластан тыш уҡылған әҫәрҙәр дәрестә үтелгән әҫәрҙәр менән тығыҙ бәйләнештә анализлана һәм уҡыусыларҙың ижади һәләтлелектәрен, активлыҡтарын үҫтереүгә хеҙмәт итә.
Инеш. Мәҙәниәт системаһында әҙәбиәт. Сәнғәт менән бәйләнеше. Художестволы әҙәбиәт һәм фән. Художестволы әҙәбиәт – һүҙ сәнғәте. Әҙәбиәттең ижтимағи һәм эстетик тәрбиә биреүҙәге әһәмиәте. Әҙәбиәттең тормош менән бәйләнеше, халыҡсанлығы. Башҡорт әҙәбиәте- халыҡ тормошоноң элекке замандарҙан алып хәҙерге көнгә тиклем художестволы сағылыу формаһы. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. Уның иде-эстетик йүнәлеше. Халыҡ ижады. Башҡорт халыҡ ижады буйынса 7-8 класстарҙа алған белемдәрҙе ҡыҫҡаса ҡабатлау. Йыр, таҡмаҡ, легенда, ҡобайыр, әкиәт жанрҙарын иҫкә төшөрөү. Халыҡ ижады (фольклор) тураһында дөйөм төшөнсә. Халыҡ ижады һәм яҙма әҙәбиәт. Улар араһындағы уртаҡлыҡ һәм айырма. Фольклор әҫәрҙәренең тыуыу һәм йәшәү рәүеше. Фольклорҙың әһәмиәте. Фольклорҙа халыҡ педагогикаһының сағылышы. Ауыҙ-тел ижадының яҙма әҙәбиәт үҫешендәге роле. ашҡорт халыҡ ижады. Уның традицион жанрҙары. Иң боронғо жанр ҡарыһүҙҙәр (мифтар). Башҡорт ҡарыһүҙҙәре тураһындағы ҡыҫҡаса мәғлүмәт.
Йола поэзияһы. Уларҙың башҡорт халыҡ йолаһына бәле төрлө төрҙәре. Халыҡтың художестволы аңы үҫешендә йырҙарҙың һәм бәйеттәрҙең тотҡан урыны. Уларҙа халыҡтың поэтик тарихының һәм рухи донъяһының сағылышы.
Халыҡ ижадының сәсмә формалары: әкиәттәр, легендалар, риүәйәттәр, көләмәстәр. Уларҙың халыҡ фантазияһын сағылдырыуҙарҙы, жанр үҙенсәлектәре.
Халыҡтың афористик жанры: мәҡәлдәр, йомаҡтар, әйтемдәр. Халыҡ педагогикаһы. Халыҡ хәтере һәм традицион халыҡ институты төшөнсәһе.
Хәҙерге башҡорт фольклоры һәм уның үҫеш тенденциялары. Йыр жанрының киң үҫеш алыуы. Профессиональ сәнғәттә халыҡ йыры.
Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар. Халыҡ ижады эпик әҫәрҙәренең иң боронғо жанрҙары улыу яғынан ҡобайырҙар. Уларҙың жанр үҙенсәлектәре: йөкмәткенең киңлеге, образдарҙың мөһабәтлеге, тауирлауҙарҙың гиперболаға бай булыуы, хикәйәләүҙең эҙмә-эҙлеге. Ҡобайырҙа фантастика. Боронғо кешеләргә хас донъяға ҡараштың, тормош фәлсәфәһенең сағылышы.
Ҡобайырҙың жанр формалары һәм төркөмдәре. Тыуған ил тураһындағы ҡобайырҙар. Батырҙар тураһында ҡобайырҙар. Тормош-көнкүреш ҡобайырҙары. Ҡобайыр шиғыры.
“Урал батыр” эпосы. Уның боронғолоғо, мифологик нигеҙе. Төп идеяһы- халыҡ бәхете хаҡында тәбиғәттең стихиялы көстәренә ҡаршы көрәште данлау. Кешенең бөйөклөгө, тәбиғәт менән халыҡтың үлемһеҙлеге темаһының сағылышы. Халыҡ фәлсәфәһе. Боронғо йолаларҙа халыҡ педагогиһының үҙенсәлекле һүрәтләнеше. Самрау батша иле һәм халыҡтың ижтимағи идеалы. Әҫәрҙә фантастика һәм реаллек. Урал батыр образында халыҡтың идеалы сағылышы.
Урал һәм Шүлгән образдары. Ҡобайырҙың художество үҙенсәлектәре. “Урал батыр” эпосының боронғо донъя мәҙәниәтендә тотҡан урыны.
Иҙеүкәй менән Мораҙым эпосы.
Тарих һәм халыҡ эпосы. Әҫәрҙә нуғай осоро тарихының сағылыш дәрәжәһе. Азатлыҡты яҡлап хандарға ҡаршы көрәш темаһы. Иҙеүкәй образы. Уның йөҙөндә халыҡ үҙенең батырын, ил башлығын күрергә теләүе. Иҙеүкәй менән Мораҙым – ата менән ул мөнәсәбәте, батырлыҡ традициялары. Һабрау – башҡорт халыҡ йырауы. Уның аҡһаҡаллығы. Ватансылыҡ тойғоһо. Туҡтамыш хан. Хандар, әмирҙәр араһына тәхет өсөн тартыш, янъял. Аҡһаҡ Тимер яуы. Бының эпос сюжетында бирелеш рәүеше.
Эпостың поэтик үҙенсәлектәре. Ҡырҡыу хәл-ваҡиғалар һәм мажаралылыҡ. Әҫәрҙең композициһы. Теле һәм стиле.
Боронғонан алып 18 быуат аҙағына тиклемге башҡорт әҙәбиәте (4 сәғәт).
Синыфтан тыш уҡыу өсөн: “Башҡорт әҙәбиәте тарихының (1990) 1-се томынан “Шәжәрәләр”, “Тәуарихтар” бүлектрәе менән таныштырырға.
Боронғо әҙәбиәт. Боронғо төркиҙәр һәм уртаҡ төрки әҙәбиәт. Руник төрки ташъяҙмалар. Мәхмүт Ҡашҡари һүҙлеге. Ундағы йыр, дастан, мәҡәл үрнәктәре. “Ҡотадгу белек” дастаны. Уғыҙнамә, Ҡорҡут-ата хикәйәттәре. Башҡорт версиялары.
Башҡортостанда боронғо ҡулъяҙма әҙәбиәт. Әҫәрҙең ҡулъяҙма рәүешендә тарҡалыуы. Китап күсереүсе оҫталар.
Боронғо әҙәбиәт әҫәрҙәренең “Ҡисса-и Йософ”, “Буҙъегет” поэмалары. Уларҙың иде-тематик йөкмәткеһе һәм художестволы үҙенсәлектәре. Авторҙары тураһында. Поэмаларҙың ҡулъяҙма көйө таралыуы. Баҫмалары. Башҡорт халыҡ варианттары.
Урта быуат әҙәби ҡомартҡылары.
Урта быуаттар төрки әҙәбиәтенең Көнсығыш классик әҙәбиәте менән бәйләнеше. Коб, Сәйф Сараи, Хәрәзми, Хисам Кәтиб дастандары. Уларҙың идея –тематик йөкмәткеһе, тел-стиль, поэтик үҙенсәлектәре.
18 быуатта Башҡортостанда азатлыҡ өсөн көрәш һәм уның ауыҙ-тел, яҙма әҙәбиәттә сағылышы. Халыҡ публицистикаһы. Батыршаның батшаға яҙған хаты.
Халыҡ ижады сюжеттарынан файҙаланып яҙылған ҡулъяҙма әҫәрҙәр (“Ҡуҙыйкүрпәс”).
Башҡорт әҙәбиәтендә артабанғы дастансылыҡ традициялары ( “Бәхтиәрнамә, “Бузегет”). Сәйәхәтнамә жанры.
Йырауҙар һәм сәсәндәр ижады
Синыфтан тыш уҡыу өсөн: “Башҡорт әҙәбиәте тарихы”ның 1-се томынан “Йырауҙар” бүлеге менән танышырға.
Башҡорт халҡының һүҙ оҫталары йырауҙар һәм сәсәндәрҙең йәмәғәт тормошонда тотҡан урындары. Уларҙың халыҡ шиғырҙары, педагогы, тарихсыһы, ил-йорт аҡһаҡалы булыуы. Һабрау, Асан Ҡайғы, Ҡаҙтуған йырауҙар. Уларҙың тормошо һәм ижады тураһында айырым мәғлүмәттәр, риүәйәттәр. Был йырауҙарға һүҙ оҫталығы һәм музыкаллек һәләттәренең берләшеүе.
Сәсәнлек сәнғәте. Сәсәндәрҙең ыраусылыҡ традициларын дауам итеү. Исемдәре билдәле һәм әҫәрҙәре хәҙергәсә һаҡланған сәсәндәр.
Ҡобағош сәсән. Уның тормошо һәм ижады хаҡында мәғлүмәттәр. “Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне” шиғри әйтелеше.
Ҡарас сәсән. Тормошо тураһында риүәйәт. “Аҡша батыр менән әйешкәне ” әйтеше.
Ерәнсә сәсән. Тормошо һәм ижады. “Ерәнсә сәсәндең Әбелхайыр ханға әйткәне” әҫәренең идея-эстетик асылы. Рәнсә сәсән исеме менән таралған көләмәстәр.
Байыҡ сәсән. Биографияһы. Ижади эшмәкәрлеге. Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтешкәне. Сәсәндең йәш Салауатҡа һамаҡлап әйткәне. Байыҡ сәсн ижадының халыҡсанлығы, идея юғарылығы. Художество көсө.
Буранбай-Йәркәй сәсән. Томошо һәм ижады. Ҡурайсылыҡ һөнәре һәм үҙе сығарған йырҙары.
Ишмөхәмәт сәсән. Бографияһы. Ижады.
Ғәбит сәсән. Ишмөхәмәт сәсәндең шәкерте. Эпик жанрҙан торған бай репертуары.
Сәсәндәр ижадында фольклор һәм әҙәбиәт традицияларының сағылышы.
С.Юлаев.
“Яу”, “Уҡ”, “Егеткә”, “Һандуғас”, “Зөләйха” шиғырҙары. “Салауат телмәре”.
Синыфтан тыш уҡыу өсөн: Салауат (Өфө, 1983) китабынан Р.Игнатьев, Ф. Нефедов, С.Злобин әҫәрҙәре.
Салауат Юлаев тураһында 8 синыфта үткәнде ҡыҫҡаса ҡабатлау. “Тыуған илем”, “Уралым” шиғырҙарын иҫкә төшөрөү.
Салауат Юлаевтың тормошо һәм яу тураһында һөйләүгә күсерҙән алда 1773-177 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы хаҡында тарих дәресе буйынса үткән материалды хәтергә төшөрөү.
Салауаттың тормошо һәм яҙмышы. Салауат- башҡорт халҡының легендар батыры һәм сәсән шағиры. Уның шиғырҙарының һаҡланыу тарихы.
Әҫәрҙәренең тематикаһы һәм идея йүнәлеше. Тыуған тәбиғәтте һөйөү, азатлыҡ өсөн көрәш, батырлыҡ, кешелелек. Шиғырҙарының поэтик үҙенсәлектәре.
Салауат ижадында яҙма поэзия һәм фольклор традицияларының берләшеүе.
“Салауат телмәре” йәки “Бүгәсәүгә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып” тигән ҡобайыр. Уның идея йөкмәткеһе. Салауаттың йырҙары.
Башҡорт фольклорында, художестволы әҙәбиәтендә һәм сәнғәтендә Салауат образы. Рус совет әҙәбиәтендә Салауат образын күрһәткән әҫәрҙәр.
Әҙәбиәт теорияһы. Тарихи шәхес һәм әҙәби герой. Прототип. Тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр.
18 быуат әҙәбиәтендәге йүнәлештәр.
Әҙәбиәттәге ике йүнәлеш. Халыҡсан әҙәби йүнәлеш. Динни-рухани йүнәлеш. Динни-рухани йүнәлештең электән килгән тамырҙары. Уның тарихи, социаль ерлеге. Суфыйсылыҡтың был осорҙағы сағылышы. Уның күренекле вәкилдәре. Поэтикалағы традиционлыҡ, поэтик ҡанундар.
Т.Ялсығол-әл-Башҡорди.
Тормошо. Сәйәхәттәре. Мәҙәни һәм әҙәби эшмәкәрлеге. “Рисаләи Ғәзизә “ китабы. Мәҙрәсәләрҙә йҡыу дәреслеге урынына ҡулланылышы. Китаптың дидактизмы. Жанр формалары.
Тарихнамәи Болғар әҫәре. Тәуарих жанры традициларында ижад ителеше. Тарихи-әҙәби үҙенсәлектрәе. Әй ырыуы шәжәрәһе тарихтың берҙәм өлөшө булып ҡушылыуы.
Ғәбдрәхим Усман.
Тормош юлы. Башҡортостандағы ғүмере. Эшмәкәрлеге. Уның тураһында Р.Фәхретдин.
Әҙәби ижады. Ғәүариф эз-заман, Китабы Мөһиммат эз-заман йыйынтыҡтары. Уларҙың тематикаһы, мәғрифәтсел рухы, жанрҙары, поэтик хосусиәттәре. Дидактик поэзия традициялары. Мәдхиә, мәрҫиә жанрҙары. Тәржемә әҫәрҙәре.
Ғ.Усман ижадының башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан роле һәм урыны. Уның традицияһын дауам итеүселәр.
19 быуат әҙәбиәте.
19 быуаттың беренсе яртыһында ижтимағи тормош һәм мәҙәниәт. Халыҡсан ижад йүнәлеше. Мәҙрәсәләр. Уларҙағы дини һәм донъяуи күренештәр.
Суфый шағирҙар. Улар ижадында дини һәм донъяуи мотивтар. Рухани поэзия. 19 быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостанда мәҙәниәт һәм әҙәбиәт. Мәғариф эшенең торошо. Мәғрифәтселек хәрәкәте. Башҡорт халҡы араһынан ғалимдарҙың күтәрелеп сығыуы (М.Биксурин, С.Күкләше, .Иванов).
Башҡортостан һәм рус яҙыусылары. Башҡорт фольклорын йыйыуҙа рус әҙиптәре һәм ғалимдары (Р.Игнатьев, С.Рыбаков, Ф.Нефедов, М.Лиссиевскиҙарҙың хеҙмәттәрен ҡылыҡһырлау).
А.Пушкиндың Пугачев ихтилалы тарихы һәм Капитан ҡыҙы әҫәрҙәрендә башҡорт халҡының тарихының фажиғәле һәм азатлыҡ көрәше биттәре сағылышы. Л.Толстойҙың Ильяс, Кешегә күпме ер кәрәк әҫәрҙәрендә ашҡорт халҡы тормошо кәүҙәләнеше. Был әҫәрҙәрҙә яҙыусының донъяға ҡарашы. М.Салтыков-Щедрин тураһында үткән материалдар менән бәйләү.
Н.Крашенинниковтың тормошо һәм ижадына характеристика. Үлем сәйәләре, Әсә хикәәләре.
19 быуаттың икенсе яртыһында башҡорт әҙәбиәтенең нығына барыуы.
Реалистик поэзияһының күтәрелеше. Проза әҫәрҙәре. Драматурги башланғыстары.
Ғ.Соҡорой.
Тормош юлы. Шәжәрәһе. Уның поэтик яҙмаһы. Тәуарихи олгари әҫәре. Шиғырҙары.
М.Аҡмулла.
“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк”, “Шиһабетдин Мәржәни мәрҫиәһе”, “Минең ятҡан урыным- зиндан”, “Инсафлыҡ”, “Мәжлесенә ҡарай ғына”, “Нәсихәт”.
Тормошо һәм ижад юлы. Бала һәм үҫмер сағы: мәҙрәсә йылдары. Аҡмулла башҡорттар, ҡаҙаҡтар араһында. Китаптары: Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе (1892) һ.б. Аҡмулланың автобиографик әҫәрҙәре. Туҡһанбай ауылында Аҡмулла музеы.
Халыҡты мәғрифәткә өндәү, феодал иҫкелеккә, дини фанатизмға ҡаршы көрәш. Аҡмулла поэзияһының төп идея йөкмәткеһе. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк шиғыры”. Ижадында халыҡ педагогикаһының сағылышы.
Уның шиғырҙарында социаль мотивтар. Йәмғиәттәге ғәҙелһеҙлектәрҙе тәнҡитләү. Шағирҙың сатираһы. Шиғырҙарҙың иде-эстетик көсө.
Аҡмулла- халыҡсан шағир, шиғыр оҫтаһы. Ижадындағы ике поэтик башланғыс- Көнсығыштың классик поэзияһы һәм башҡорт, ҡаҙаҡ фольклоры традициялары. Аҡмулланың сәсәнлек һәләте. Ҡобайыр стилендәге шиғырҙары (Бәхет, Аттың ниһен маҡтайһың, Нәсихәт).
“Ҡәнәғәт”, “Донъя”, “Тиһеңме” шиғырҙарында мраль-этик проблемалар. Сәсндәр, аҡындар менән һүҙ ярышы. Поэтик жанрҙары.
Шағир һәм поэзияның ижтимағи бурысы тураһында Аҡмулла.
Аҡмулланың ҡаҙаҡ, татар поэзияһы уҫешенә йоғонтоһо.
Аҡмулла образының әҙәбиәттә һәм сәнғәттә яҙылышы.
М.Өмөтбаев.
“Йомран иле”, “Ҡайыш менән йүкә”, “Үткән заманда ашҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы”, “Башҡорттар”.
Синыфтан тыш уҡыу өсөн: М.Өмөтбаев. “Йәдкәр” китабынан “Шиғырҙар “бүлеге.
Тормошо, ғилми, әҙәби һәм ижтимағи эшмәкәрлеге. Старшина булып эшләүе. Халыҡ ходатаы. Әдкәр китабы. Өмөтбаев хаҡында рус матбуғаты. Тыуғкн ауылы Ибраһимда М.Өмөтбаев музейы.
М.Өмөтбаев мәғрифәтсе һәм шағир. Рус телен һәм мәҙәниәтен ныҡлап үҙләштергән эшмәкәр. Башҡортостандың тарихы, этнографияһы, фольклоры буынса хеҙәттәре. Өмөтбаев- тәржемәсе. А.Пушкиндың “Баҡсаһарай фонтаны” әҫәрен беренсе булып тәржемә итеүе.
Шиғырҙарының тематикаһы. Поэтик эшләнеше. Башҡорт әмғиәте тормошон сағылдырыу яғынан “Йомран иле” шиғыры. “Үткән заманда башҡорт ҡыҙҙарының оҙатылыуы” шиғырының этнографик белем биреү яғынан әһәмиәте.
“Ҡайын илә Йүкә” мәҫәле. Әҫәрҙең идея-художество ҡиммәте. Ҡайын һәм Йүкә образдарының аллегорик мәғәнәһе.
Лирик шиғырҙары.
М.Өмөтбаевтың тарихиэтнографик хеҙмәттәре. “Башҡорттар” мәҡәләһе. М.Өмөтбаев ижады ткраһында ғалимдар һәм яҙыусылар.
Р.Фәхретдин.
“Сәлимә”, “Әсмә”.
Синыфтан тыш уҡыу өсөн: Башҡорт әҙәбиәте. 20 быуат башы. 2-се китап (1984). Р.Фәхретдин.. Сәлимә.
Тормошо. Мәҙрәсәлә уҡыты, уҡытыуы. Дини эшмәкәрлеге: имам, ҡаҙый, мөфтөй. Журналист. “Шура” журналы мөхәррире. Мәғариф өлкәһендәге эшмәкәрлеге.
Р.Фәхретдин- мәғрифәтсе. Балалар һәм ололар өсөн яҙған нәсихәт китаптары. Ғилә тәрбиәһе, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләренә арналған йыйынтыҡтары. Уларҙа сағылған мәғрифәтселек ҡараштары. Халыҡ педпгогикаһы.
“Аҫар” исемле китаптар серияһы. Башҡорт һәм татарҙар араһынан сыҡҡан уҡымышлылар, дин әһелдәре хаҡында био-биографик белешмә хеҙмәт булыуы.
Башҡорт әҙиптәренең (Т.Ялсығол, Ғ.Усман, ә.Ҡарғалы, Һ.Сәлихов, Ғ.Соҡорой, аҡмулла һ.б.) тормошо һәм ижадтары тураһында мәғлүмәттәр.
Р.Фәхретдин- тарихсы. Уның хеҙмәттәрендә ашҡортостан, башҡорт халҡы тарихының сағылышы. Ул энциклопедист ғалим.
“Сәлимә” повесы. Уҡымышлы ҡыҙ Сәлимә образы. Авторҙың мәғрифәтселек ҡараштарының һүрәтләнеше. Повестың сюжеты, бүтән образдары. Теле һәм стиле. “Әсмә” повесы. Әҫәрҙең идеяүэстетик йөкмәткеһе. Ыңғай образдары (Әсмә, Ғәбәс мулла). Кире образдар. Иҫкелек менән яңылыҡ көрәше. Мәғрифәтселек ҡараштарының тәрәнерәк бирелеше.
Повестың жанр үҙенсәлектәре. Сюжеттағы детектив элементтар. Теле һәм стиле.
Әҙәби әҫәрҙәренең, ғилми хеҙмәттәренең башҡорт мәҙәниәте һәм фәне өлкәһендәге урыны, әһәмиәте.
20 быуат башында әҙәбиәт.
Синыфтан тыш уҡыу өсөн: Башҡорт әҙәбиәте. 20 быуат башы. 1-се китап (Рефолюцион поэзия өлгөләре), -се китап. Проза.
20 быуат башында Рәсәйҙә һәм уның бер өлөшө булған ашҡортостанда ижтимағи фекер үҫеше, әҙәби хәрәкәт.
Башҡортостанда милли матбуғаттың тыуыуы. Поэзия, проза жанрҙарының үҫеше. Драматургияның күтәрелеше (Ф.Туйкин, Ғ.Ниязаев пьесалары).
Мәғрифәтселек реализмынан тәнҡитле реализмға күсеү. Романтизм күренештәре. Халыҡсан, демократик рухлы яҙыусыларҙың майҙанға сығыуы: З.Һади, С.Яҡшығолов, Ф.Сөләймәнов, А.Таһиров, Д.Юлтый, Ш.Бабич.
С.Яҡшығолов.
“Башҡорт ағаларыма хитап”, “Дим буйы”.
Тормошо. Данлы, абруйлы нәҫел-ырыуы. Мәҙрәсәлә уҡыу йылдары. 1904 йыл рус-япон һуғышында ҡатнашыуы. Ауылда имам, мәҙрәсәлә мөҙәрис, мөғәллим булып эшләүе.
Йәшләй әҙәбиәт менән мауығыуҙары. Матбуғатта баҫылған тәүге шиғырҙары. “Урал” гәзитендә сыҡҡан “Яҙ килеүе” шиғырының символик мәғәнәһе.
“Башҡорт хәлдәре” (1911), “Дим буйы” (1912) тигән шиғырҙар йыйынтыҡтары. Унда шағирҙың 1905-1907-се йылдарҙағы революцияны шатланып ҡаршылауы, ҙур өмөттәренең сағылышы. Башҡорттарҙың хәле, ер мәсьәләләр, мәғрифәт эше тураһында уйланыуҙары.
“Башҡорт ағаларыма хитап” шиғыры. Туған халҡының ваымһыҙлығы, наҙанлығы хаҡында борсолоуы. Шағирҙың мәғрифәтселек ҡараштары. Был осорҙа башҡорт әҙәиәтендәге хитап жанры традицияларының дауам итеүе. “Дим буйы” шиғыры. Туған тәбиғәттән, башҡорттарҙы ерҙәренән яҙҙырыуға ҡаршы мотивтар.
Шағир поэзияһында башҡорт халҡының боронғо тормошон һәм хәҙерге хәлен тасуирлау үҙенсәлектәре. Поэзияһындағы төрлө жанрҙар. Мәҫәлдәр. Рус поэзияһы өлгөләренән өйрәнеүе.
Ф.Сөләймәнов
“Башҡорт моңо”, “Тимербай ҡурайсы”.
Тормош юлы. Даусан, батыр ата-бабалары. Мәктәп, мәҙрәсәләрҙә уҡыу йылдары. Мөғәллимдәр мәктәбен тамамлауы. Башҡортостанда, Ҡаҙағстанда мөғәллимлек эше.
1917 ылда башҡорт азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыуы. Башҡорт хөкүмәте органдарында эшләүе.
1920 йыда Урта Азиялға, аҙаҡ сит илдәргә эмирацияға китеүе. Көнбайыш Европа илдәрендә, 1925 йылдан Төркиәлә йәшәүе, Стамбул, Анкара институттарында һәм университетында уҡытыуы, фәнни эш менән шөғөлләнеүе.
Әҙәби ижады. Шиғырҙарындағы милли тойғолар (“Йәйләүҙе һағынғанда”, “Батыр” һ.б.).
“Башҡорт моңо” шиғыры. Туған халҡының ауыр яҙмышы хаҡында уйланыуҙары. Башҡорттарҙың тарихы һәм 20 быуат башындағы тормошо тураһындағы хикәйәләре: “Башҡорт йәйләүендә”, “Ил өсөн”, “Ҡасҡын”, “Үләт” һ.б. фольклорҙан килгән мотивтар. Романтик элементтар.
“Тимербай ҡурайсы” хикәйәһе. Тимербайҙың аяныслы яҙмышы. Уның аша башҡорт халҡы яҙмышына ишара яһау. Пессимистик уй-тойғоларҙың мәбәбе. Халыҡ һәләкәттән ҡотолор өсөн хәрәкәтләнергә, үҙ азатлығы өсөн көрәшергә тейеш тигән идеяның бүтән хикәйәләрендә ҡуйылышы (“Ил өсөн” һ.б.).
“Салауат батыр” пьесаһының ошо азатлыҡ идеяһын ҡуйыуы һәм башҡорт хәрәкәттәрен һүрәтләү йүнәлешендә әһәмиәте.
Милли батырыбыҙ образын сәхнәгә сығарған тәүге пьеса булараҡ әһәмиәте. Уның артабанғы традициялары.
Ф.Сөләймәнов- А.Инандың әҙәби-ғилми мираҫының халыҡ-ара әһәмиәте.
М.Ғафури.
“Себер тимер юлы йәки милләттең хәле”, “1906 йылдан 1907 йылға васыят”, “1907 йылдың яуабы”, “Бөтһөн һуғыш!”, “Икмәк”, “Ант”, “Аждаһа”, “”Бир ҡулыңды”, “Шағирҙың алтын приискыһында”.
Синыфтан тыш уҡыу өсөн: “Хәтерҙән сыҡмай торған кеше”- Мәстүрә Фәйзуллина иҫтәлеге. “Ғафуриҙан өсөнсө хат”- уласаҡ тормош юлдашы Зөһрәгә яҙған хаттары. (М.Ғафури. Әҫәрҙәр 4 том, Өфө, 1980).
Тормошо. Елемгә ынтылышы. Троицк, Ҡазан, Өфө мәҙрәсәләрендә белем алыуы. Бөтә тормошо, эшсәнлеге Башҡортостанда үтә. Ижади эшмәкәрлегенә 1924 йылда 20 йыл тулыу байрамы. Уға башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелеүе.
Башланғыс ижады, унда мәғрифәтселек иделарының сағылышы. (“Себер тимер юлы...”).
Тәүге хикәйәләрендә ала һәм ауыл ярлыларының фәҡир тормошон реалистик сағылдырыу (“Фәҡирлектә үткән тереклек”).
1905 йылғы революцияға шағирҙың синфи, идеологик көрәш күҙлегенән ҡарауы. “1906 йылдан 1907 йылға васыят”, “1907 йылдың яуабы” шиғырҙарында азатлыҡты данлау, батшалыҡты ҡолатырға саҡырыуы.
1907-1910 ылдарындағы ижадында социаль тигеҙһеҙлекте күрһәтеүе, мәҫәл жанрына мөрәжәғәт итеүе ( “Энә менән еп”, “Һарыҡты кем ашаған?”
Беренсе донъ һуғышы йылдарындағы ижадының төп идея мотивтары: һуғышҡа ҡаршы өндәү, ирек өсөн көрәшергә саҡырыу (“Ул кем?”, “Көс”, “Бөтһөн һуғыш!..”).
Октябрь революцияһы, граждандар һуғышы йылдарындағы ижадының совет идеологияһы менән һуғарылыуы. “Хөрриәт иртәһе”, “Инҡилап”, “Аждаһа”, “Ант” шиғырҙарында революцины данлауы, яңы йәмғиәт ҡоролошон яҡларға саҡырыуы.
Егерменсе йылдарҙағы ижадында хеҙмәт темаһы һәм яңы кеше образы. “Бир ҡулыңды”, “Гөлдәр баҡсаһында”, “Яңы көстәргә” шиғырҙарында хеҙмәт кешеһен данлау, яңы тормошто төҙөү пафосы.
М.Ғафуриҙың милли опера тыуҙырыу өлкәһендәге тәүге аҙымдары. (1926-1930 йылдарҙа, С.Ғәбәши, Ғ.Әлмөхәмәтов, Виноградов менән берлектә “Эшсе ” операһын яҙыуы).
Проза әҫәрҙәре, “Ҡара йөҙҙәр”, “Тормош баҫҡыстары” повестарында үткән тормошто киҫкен идеологик көрәш күҙлегенән һүрәтләү.
“Шағирҙың алтын приискаһында” повесы, уның автобиографик характерҙағы әҫәр булыуы. Повеста иҫке йәмғиәт шарттарында йәшәгән эшселәрҙең, шәкерттәрҙең ауыр тормошон сағылдырыу. Әҫәрҙең образдар системаһы. Зиннәт, Мәжит, Фәйзулла, Шакир, Лотфулла кеүек шәкерттәрҙең белемгә ынтылышы, ауырлыҡтар алдында баш эймәүе. Сәлим, Сибғәт бабайҙар, ҡарауылсы ҡарт, ат башы ҙурлығы алтын тапҡан башҡорт эшсеһе, ҡаҙаҡ геттәре образдары. Ауыр тормошо һөҙөмтәһендә һаулыҡтары ҡаҡшаған, физик яҡтан зәғифләнгән эшселәрҙең рухи ныҡлығын, киң һәм саф күңелле кешеләр булыуын асыу.
Прииск хужалары Закир һәм Шакир Рәмиевтар, управляющийҙар, штейгерҙарҙың тупаҫлығы, эрелеге, кешеләп ғүмере менән иҫәпләшмәй байлыҡ артынан ҡыуыуҙары.
Әҫәрҙә синфи көрәш юлы менән генә эшселәрҙең үҙ хоҡуҡтарын яулап алыуы мөмкин, тигән иде үткәрелеүе.
Повестың композицион үҙенсәлектәре, сюжеты, контраст алымының уңышлы ҡулланыуы. Тел- стиль сараларының байлығы.
Әҙәбиәт теорияһы. Әҫәрҙең композицияһы һәм сюжеты. Образды асыусы саралар (портрет, автор характеристикаһы, телмәр характеристикаһы). Художество методы. Реализм, тәнҡитле реализм хаҡында ҡабатлау.
Ш.Бабич.
“Халҡым өсөн”, “Кем өсөн?”, “Бе минут”, “Көрәшеп үткән ғүмереңде”, “Көтәм”, “Йәшәһен эшселәр!”, “Ҡурайҡайға”, “Башҡортостан”, “Салауат батыр”, “Көтмәҫтән”, “Яҙғы йыр”, “Башҡорт халҡына хитап”, “Беҙ”.
Синыфтан тыш уҡыу өсөн: Ш.Бабич. Беҙ үҙебеҙ- башҡорттар (1994).
Ш.Бабичтың тормошо һәм ижад юлы. Ғәлиә мәҙрәсәһендә уҡыуы. Мөғәллимлеге, ижтимағи, журналистик эшмәкәрлеге. 1917 йылда башҡорттарҙың азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушылып китеүе.
1914-1915 йылдарҙағы поэзияһы. Социаль тигеҙһеҙлектән зарланыу.
Шағирҙың программаһы әһәмиәтендәге “Халҡым өсөн, “Кем өсөн?” шиғырҙары, “Ярлы, меҫкен, ҡыҙғаныс” халыҡҡа теләктәшлек күрһәтеү яғынан “Бай һәм ярлы” шиғыры.
Ш.Бабич- романтик. “Бер минут”, “Әйҙә, милләт”, “Көрәшеп үткәр ҡыҫҡа ғүмереңде” шиғырҙарының төп идея мотивтары- халыҡты аң-елемле итеү теләге менән, уны тиҙҙән яҡты тормошло итеп күреү идеалы менән яныу. Шағир поэзияһында романтизм.
Һуғыш осоронда шағирҙың күңел төшөнлөгө күренештәре (“Аптыраған минуттар”, “Әйҙә, күңелем”).
Ш.Бабич- сатирик. Уның революцияға тиклем яҙылған сатирик әҫәрҙәренән “Ҡандала” балладаһы, “Ғазазил” поэмаһы һәм художество формаһы.
Февраль революцияһынан һуңғы поэзияһы. Иҙелгән башғорт халҡына тиҙҙән аҡ көндәр тыуыуына ышаныу (“Көтәм”), революцион эшселәргә дан йырлау (“Йәшәһен, эшселәр!”), Ш.Бабичтың Башҡортостан, уның үткәндәре, бөгөнгөһө һәм киләсәге тураһындағы шиғырҙары (“Башҡортостан”), “Салауат батыр”, “Көтмәҫтән”, “Яҙғы йыр”). “Башҡорт халҡына көйлө хитап”, “”Беҙ” әҫәрҙәре.
Ш.Бабич-шиғыр оҫтаһы. Поэзияһының төп үҙенсәлектәре: халыҡсанлыҡ, тәрән мәғәнәлек, юғары художестволылыҡ, поэтик теленең, шиғыр төҙөлөшөнөң ябайлығы һәм еңеллеге.
Уҡыусылар түбәндәгеләрҙе белергә тейеш:
-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын ,исемен,мәғәнәһен;
-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең төп темаһын,композицион үҙенсәлектәрен;
-өйрәнелгән әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаларҙы һәм геройҙарын;
-әҙәби процесс, художестволы әҙәбиәттең теле,тип,прототип,роман-эпопея,лирик герой,тема кеүек төшөнсәләрҙе;
-драматик һәм лиро-эпик әҫәрҙәрҙең характерлы үҙенсәлектәрен;
-ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең текстарын.
1-се төр күнекмәләр:
-яҙыусы һүрәтләгән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;
-өйрәнелгән әҫәрҙең эпизодтарын айырып күрһәтә белеү;
-әҫәр геройҙарын ҡылыҡһырлай,бер-береһе менән сағыштыра белеү;
-телдең өйрәнелгән һүрәтләү сараларын билдәләй белеү;
-эпик һәм лирик ,лиро-эпик,драматик әҫәрҙәрҙе ҡыҫҡаса анализлай белеү;
-художестволы,фәнни,публицистик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;
-проблемалы һорауҙар ҡуя белеү һәм яуап эҙләү;
2-се төр күнекмәләр:
-төрлө стилдәге текстарҙы дөрөҫ,етеҙ итеп ҡысҡырып уҡыу;
-художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;
-әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен ҡыҫҡартып һөйләп биреү(телдән йәки яҙма);
-өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки фекер йөрөтөү характерындағы инша төҙөү;
-әҫәрҙәргә план төҙөү.
-һүҙлектәр менән эш итеү;
-төрлө темаларға әңгәмә алып барыу,текстар төҙөү;
-бирелгән темаларға эҙләнеү эштәре алып барыу,конспекттар төҙөү,сығыштар яһау;
-әҙәби,сәнғәт әҫәрҙәренә яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү.
Материаль-техник ҡулланмалар.
телевизор;
видеомагнитофон;
магнитофон;
мультимедиапроектор;
электрон таҡта
Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген баһалау:
“5” Етеҙ, шыма уҡыу һәм уҡылған әҫәр буйынса һорауҙарға дөрөҫ, тулы яуап бирелә, әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыу, образдарға ҡылыҡһырлама биреү, һүҙлектәр менән эшләй белеү, әҫәрҙең авторын портреттан таныу
“4” Етеҙ, шыма уҡыу һәм уҡылған әҫәр буйынса һорауҙарға дөрөҫ, ләкин тулы булмаған яуап бирелә, әҫәрҙең идея-тематикаһы асылып етмәй, образдарға ҡылыҡһырлама етә бирелмәй.
“3” Бик яй, хаталы уҡыу һәм уҡылған әҫәр буйынса һорауҙарға дөрөҫ, булмаған яуап бирелә, әҫәрҙең идея-тематикаһы асылып етмәй, образдарға ҡылыҡһырлама етә бирелмәй.
“2” Бик яй, хаталы уҡыу, уҡығанды һөйләй белмәү һәм уҡылған әҫәр буйынса һорауҙарға дөрөҫ булмаған яуап бирелә, әҫәрҙең идея-тематикаһы асылмай, образдарға ҡылыҡһырлама етә бирелмәй.
Белем биреүҙә файҙаланылған әсбаптар һәм методик ҡулланмалар:
Башҡорт теле (5-9) һәм әҙәбиәтенән 5-11) тест һорауҙары.И.Ә.Шарапов.Өфө-2006
Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу.Уҡытыусылар өсөн
ҡулланма.М.И.Баһаутдинова,Г.Н.Йәғәфәрова,Өфө,Китап,2009.
3. Башҡорт теле һәм туған әҙәбиәт дәрестәрен үҙ-ара бәйләнештә уҡытыу.М.Б.Юлмөхәмәтов, Өфө-2008
4. Башҡорт теле,башҡорт әҙәбиәте .Электрон дәреслектәр.7-9,10-11, педколледждар өсөн.
5.Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы.Б.Б.Ғафаров.Өфө,Китап,2008
№ Темалар Сәғәттәр Үткәреү ваҡыты Әҙәбиәт теорияһы Практик эштәр Күргәҙмәлек
1 Инеш. Художестволы әҙәбиәт 1 3.09 Әҙәби мираҫ, образлылыҡ, образ төшөнсәләре Художестволы әҙәбиәт һәм фән. Художестволы әҙәбиәт- һүҙ сәнғәте. Әҙәбиәттең тормош менән бәйләнеше, халыҡсанлығы. Башҡорт әҙәбиәте- халыҡ тормошоноң элекке замандарҙан алып хәҙерге көнгә тиклем художестволы сағылыу формаһы.Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. Ә,ХарисовК.Әхмәтйәнов китаптары
2 Халыҡ ижады 1 5.09 Халыҡ ижады/фольклор/тураһында төшөнсә. Халыҡ ижады һәм яҙма әҙәбиәт. Улар араһындағы уртаҡлыҡ һәм айырма. Фольклор әҫәрҙәренең тыуыу һәм йәшәү рәүеше. Фольклорҙың әһәмиәте. 3 Башҡорт халыҡ ижады. Традицион жанрҙар. 1 9.09 Йырҙар, бәйеттәр, гипербола, халыҡ прозаһы Йола поэзияһы, бәйеттәр, йырҙар, уларҙа халыҡтың поэтик тарихы һәм рухи донъһының сағылышы. БХИ/1-2/ том
4 Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар 1 13.09 Эпос жанры Героик эпостар. Тыуған ил, батырҙар тураһында, тормош-көнкүреш эпостары. Ҡобайыр шиғыры. Газета-журналдарҙан материалдар
5 Халыҡ ижадының сәсмә формалары 1 16.09 Әкиәттәр, легендалар, риүәйәттәр. Афористик жанрҙар. Мәҡәл, әйтем, йомаҡтар, көләмәстәр жанры. 6 “Урал батыр” эпосы 1 20.09 Ҙур ҡобайырҙар, героик эпос. Йөкмәткеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә фантастика һәм реаллек. 7 Үлем һәм үлемһеҙлек 1 23.09 Йәшәү, үлем, үлемһеҙлек хаҡында төшөндөрөү. Кешенең бөйөклөгө, тәбиғәт менән халыҡтың үлемһеҙлеге. 8 Урал һәм Шүлгән образдары 1 27.09 Поэтик образ, сағыштырыу, параллелизм. Образдарға характеристика. Эпостан һүрәтләү саралары өҫтөндә эш. Ҡобайырҙың художество үҙенсәлектәре. Әҫәргә тулы анализ. Инша/өйгә/. “Урал батыр” эпосы буйынса инша яҙырға/ темалар айырым бирелә Һүрәттәр, “Йәшлек” гәзите
91011 “Иҙеүкәй менән Мораҙым” эпосы.Иҙеүкәй,Мораҙым, Һабрау, Сәсән образдары 2
1 30.09
3.10
7.10 Әҫәрҙә Нуғай осоро тарихының сағылышы. Хандарға ҡаршы көрәш темаһы Иҙеүкәй менән Мораҙым- ата менән ул мөнәсәбәте, батырлыҡ традициялары. Туҡтамыш хан, Аҡһаҡ Тимер яуы. 121314 Боронғо һәм урта быуат әҙәбиәте.Боронғо төркиҙәр һәм төрки әҙәбиәт.Болғар осоро әҙәбиәте. 111 14.10
18.10
21.10 Дастан, хикәйәт Боронғо төркиҙәр тарихы Орхон-Енисей яҙмалары. Башҡорт әҙәбиәт тарихының осорҙарға бүлеү/6 төргә/. “Ҡотадғу белек”, “Уғыҙнамә”, “Ҡорҡот ата” хикәйәт.Боронғо ҡулъяҙма әҙәбиәтенә дөйөм ҡараш.Ҡол Ғәли “Ҡиссаи-Йософ” поэмаһы. Идея-эстетик яҡтан әһәмиәте. Башҡорт әҙәбиәте тарихы1 том.
15 Урта быуаттар әҙәбиәте.16-18 быуаттар әҙәбиәте. 1 25.10 ДастанТәүарих “Хөсрәү Вә Ширин”, “Мөхәббәтнамә”, “Жөмжөмә солтан” дастандарының һаҡланып ҡалыуы. 16 Сәсәндәр ижады 1 28.10 Һабрау, Асан Ҡайғы йырауҙар. Сәсәнлек сәнғәте. 1718 Байыҡ, Буранбай-Йәркәй сәсәндәр.Йыраусылар, сәсәндәр ижады. 11 11.11
15.11 Ҡобағош, Ҡарас, Ерәнсә, Байыҡ, Буранбай-Йәркәй, Ишмөхәмәт, Ғәбит сәсәндәр тормош юлы һәм ижады менән танышыу. 19 Инша. Яҡшылыҡты һөйөр ул, илдең зарын һөйләр ул. Бейгә ҡаршы ут булған- сәсән булмай, кем булһын? 1 18.11 Сәсәндәр ижады менән бәйләп, яҡшылыҡ һәм яманлыҡҡа ҡаршы инша яҙыу. Сәсәндәрҙең роле. 20
Салауат Юлаев тормошо һәм ижады.
1 22.11 Тарихи шәхес һәм әҙәби герой, ҡобайыр С.Юлаевтың тормош юлы. Крәҫтиәндәр һуғышы. Уның шиғырҙарын өйрәнеү, әҫәрҙәренең тематикаһы һәм идея йүнәлеше. С.Юлаевҡа бәйле материалдар.С.Злбоин, М.Иҙелбаев,
21
Халыҡ ижадында, әҙәбиәттә, сәнғәттә
Салауат образы. 1 25.11
Салауат телмәре. Уның идея тематикаһы.
В.Сидоров китаптары
2223 Инша. Салауат- халыҡ батыры.
2 26.11
2.12 Үткән темаларҙы дөйөмләштереп инша яҙыу. Бер нисә план бирелә. Шул план буйынса инша яҙҙырыу. 24 Тест һорауҙарына яуаптар. 1 3.12 Үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү, белемдәрен тикшереү.
25 18 быуат әҙәбиәтендә йүнәлештәр. 1 9.12 Әҙәби йүнәлештәр: халыҡсан әҙәби йүнәлеш. Дини-рухани йүнәлеш.Суфыйсылыҡтың был осорҙағы сағылышы. Таблица Ғ.Ҡунафин 19 б. Яртыһында башҡорт әҙәбиәте, 1988
26 Тажетдин Ялсығол Әл-Башҡорди 1 10.12 Рисалә, тәүарих Тажетдин Ялсығоловтың тормош юлы һәм ижады. “Рисалә Ғәзизә” китабы. Мәҙрәсәләрҙә уҡыу әсбабы булыуы. “Тарихнамә Болғар” әҫәре. Болғар осорона күҙәтеү, үҙенең тамырҙары Ҡол Ғәлигә барып тоташыуы. Ә.Харисов Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы
27 Ғәбдрәхим Усман 1 16.12 Мәдхиә, мәрҫиә, ғәзәл, назым Тормош юлы һәм ижад юлы. Р.Фәхретдиновтың яҙған фекерҙәре. “Ғәуариф- әз заман”, “Китабы мөһиммәт әз-заман” китаптары. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 1 том.
28 19 быуат әҙәбиәте.Һибәтулла Салихов. 1 17.12 19 быуат яртыһында ижтимағи тормош, мәҙрәсәләр. Дини һәм донъяуи күренештәр. Суфый шағирҙар ижады. Башҡортостан һәм рус яҙыусылары менән танышыу. “Мәжмәғел әдәп” йыйынтығы. 29 Ғәли Соҡорой 1 23.12 Ғәли Соҡорой тормошо, ижады, шәжәрәһе. “Тәуарихи Болгария” әҫәре. Ғ.Соҡорой “Шәм яҡтыһы” 1995
30 Мифтахетдин АҡмуллаТормош һәм ижад юлы 1 24.12 Мәрҫиә Тормош юлы, бала, үҫмер саҡтары. “Дамелла Шиһабетдин мәржәни мәрҫиәһе” Портреты, китаптары, хеҙмәттәре
31 Аҡмулла шиғырҙары 30.12 Сағыштырыу, поэтик афоризмдар “Инсафлыҡ”, “Тиһеңме?”, “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк” шиғырҙарын ятларға М.Аҡмулла.
Шиғырҙар, 1984
32 Аҡмулла шиғырҙарының поэтик үҙенсәлектәре 1 20.01 Сәсәндәр, аҡындар менән һүҙ ярышы. Уның ҡаҙаҡ, татар поэзияһындағы үҫеше. Китаптары
33 Аҡмулланың әҙәбиәттәр тарихындағы роле. 1 21.01 Аҡмулланың әҙәбиәттәр тарихындағы роле. 34 Синыфтан тыш уҡыу. Аҡмулла. Шиғырҙар/1981/.Ә.Вилданов Яҡтылыҡ йырсыһы. 1 27.01 Аҡмулла образының әҙәбиәттә һәм сәнғәттә сағылышы. 35 Инша. Аҡмулла- “Яҡтылыҡ йырсыһы”. 1 28.01 Аҡмулла ижады буйынса инша яҙыу 36 М.Өмөтбаевтың тормошо. 1 3.02 Мәғрифәтсенең тормошо тураһында мәғлүмәттәр биреү Портреты
37 М.Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу эшмәкәрлеге 1 4.02 Башҡорт ижтимағи һәм фәнни фекерен әйтеү Китаптары
38 М.Өмөтбаевтың әҙәби эшмәкәрлеге 1 10.02 Лирик шиғыр Шиғырҙарының идея йөкмәткеләрен асыу 39 “Йәдкәр” китабы 1 11.02 Шиғырҙарына анализ яһау Китабы
40 Риза Фәхретдиновтың тормош һәм ижад юлы 1 17.02 Оло шәхестең ижады аша әҙәбиәткә һөйөү уятыу Портрет китаптары
41 Р. Фәхретдиновтың ғилми-ағартыу эшмәкәрлеге 1 18.02 Мәғрифәтселек идеялары Күп яҡлы эшмәкәрлеге менән танышыу Китаптары
42 Р. Фәхретдиновтың әҙәби эшмәкәрлеге 1 24.02 “Сәлимә” әҫәрҙәре менән танышыу Хеҙмәттәре
43 Мәғрифәтселәр ижады 1 25.02 Повесть Был тема буйынса уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү 44
45 Инша. Егерменсе быуаттағы башҡорт мәғрифәтселәре һәм уларҙың эшмәкәрлеге. 2 3.03
4.03 Мәғрифәтселәрҙең ижады буйынса инша яҙыу 46 Иншаларға анализ яһау. Хаталар өҫтөндә эш 1 10.03 Уҡыусыларға инша яҙыу алымдарын һәм үҙенсәлектәрен төшөндөрөү 47 Тест. Мәғрифәтселәр ижады 1 11.03 Һорауҙарға яуап алыу 48 Егерменсе быуат башында әҙәбиәт. 1 16.03 Мәғрифәтселек реализмы Был тарихи осорға байҡау яһау 49 С.Яҡшығоловтың тормошо һәм ижады 1 18.03 Тормошо менән таныштырыу Портреты
50 С.Яҡшығоловтың ижадын өйрәнеү 1 1.04 Поэтик мираҫ С.Яҡшығоловтың поэтик мираҫы өлгөләре менән таныштырыу Хрестоматия
51 Ф.Сөләймәновтың тормош һәм ижад юлы 1 7.04 Оло шәхескә һөйөү тәрбиәләү Ф.Сөләймәнов тураһында мәҡәләләр
52 Ф.Сөләймәновтың әҙәби эшмәкәрлеге 1 8.04 Хикәйәт Ф.Сөләймәновтың әҙәби эшмәкәрлегенә анализ яһау Газета-журналдар
53 “Салауат батыр” драмаһы 1 14.04 Драма 54 Ф.Сөләймәновтың ғилми эшмәкәрлеге 1 15.04 Уҡыусыларҙың фекерләүен һәм һөйөү телмәрен үҫтереү 55 М.Ғафуриҙың тормош һәм ижад юлы 1 21.04 Иҫтәлектәр Шағирҙың тормошо һәм ижады аша әҙәбиәткә һөйөү тәрбиәләү Таблица, китаптар
56
М.Ғафуриҙың 1917
йылға тиклемге ижады. 1 22.04 Повесть Шул осорҙағы әһәмиәте тураһында аңлатыу.
Әҫәрҙәр йыйынтығы.
57 М.Ғафуриҙың 1917 йылдан һуңғы әҫәрҙәре 1 28.04 Әҫәрҙәрҙең әҙәбиәттә тотҡан урынын асыҡлау Китаптары
58 “Тормош баҫҡыстары” повесы 1 29.04 Повесть Әҫәренең йөкмәткеһе менән таныштырыу Китабы
5960 “Шағирҙың алтын приискыһында” повесы 2 5.05
6.05
Йөкмәткеһен үҙләштереү китабы
61 “Фәҡирлектә үткән тереклек” әҫәре 1 12.05 Һөйләү телмәрен үҫтереү 62 Әҫәрҙең композициһы. Сюжет. Художество методы. 1 13.05 Сюжет композиция Әҙәбиәт теорияһы буйынса төшөнсәләрҙе үҙләштереү Таблица
63 М.Ғафуриҙың ижады буйынса инша 1 19.05 Уҡыусыларҙың белем кимәлен тикшереү 64 Ш.Бабичтың тормош юлы һәм ижады. 1 20.05 Ғилми әҙәбиәт Шағирҙың ижады менән таныштырыу Портреты. Документаль фильм
65 Ш.Бабичтың башланғыс һәм 1914-1916 йылдарҙағы ижады 1 21.05 Был осорҙағы ижадына анализ яһау Китаптар, ғилми хеҙмәттәре
66 Ш.Бабичтың февраль революцияһынан һуң яҙған әҫәрҙәре 1 22.05 Яҙыусы әҫәрҙәренә анализ яһау китаптары
67 “Ғазазил” әҫәрҙәре 1 23.05 Сатирик әҫәрҙәр Йөкмәткеһен үҙләштереү Китабы
“Ҡандала ” әҫәре Һөйләү күнекмәләрен үҫтереү хрестоматия
68 Әҙәбиәт теориһы. Шиғыр төҙөлөшө 1 24.05 Ш.Бабич шиғырҙарына таянып, шиғыр төҙөлөшөн күрһәтеү 69 Ш.Бабич ижады буйынса үҙ аллы эш 1 25.05 Ҡабатлау.