Р?ми ?ариповты? ?абантур?ай ши?ыры


Тема: Рәми Ғариповтың «Һабантурғай» шиғыры.
Маҡсат: Рәми Ғариповтың тормош юлы һәм ижады буйынса белемдәрҙе тәрәнәйтеү.
Бурыстар:
Белем биреүсе: Р.Ғариповтың ижады буйынса белемдәрҙе нығытыу һәм системаға һалыу, ҡоштар тураһында һөйләшеп яңы һүҙҙәрҙе, лексик төшөнсәләрҙе үҙләштереү, омоноим, синонимдарҙы ҡабатлау.
Үҫтереүсе: уҡыусыларҙың тасуири уҡыу күнекмәһен камиилаштырыу, һүҙлек запасын байытыу, хәтерҙе нығытыу, тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү.
Тәрбиәүи: әҙәбиәтте өйрәнеүгә, поэзияға ҡыҙыҡһындырыу, Р.Ғариповтың ижады менән ғорурланыу тойғоһо уятыу, тәбиғәткә, ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Дәрес  төрө: яңы материал менән танышыу дәресе.
Уҡытыу методы: проблемалы уҡытыу, тәнҡитле фекерләүҙе үҫтереү, проект алымдары.
Уҡытыу алымдары: әңгәмә, һорау-яуаптар, сығыш яһау, дәфтәрҙә эш, һүҙлек менән эш, тәржемә итеү, тасуири уҡыу, ИКТ ҡулланыу.
Предмет буйынса һөҙөмтәләр: тема буйынса яңы һүҙҙәрҙе, төшөнсәләрҙе үҙләштереү, системалаштырыу, омоним, синонимдарҙы ҡабатлау, тасуири уҡырға өйрәнеү.
Метапредмет буйынса һөҙөмтәләр: дәрестә ҡуйылған маҡсатты аңлау, уны тормошҡа ашырырға тырышыу, дәреслектән кәрәкле мәғлүмәтте таба белеү, яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, уҡыған әҫәрҙе тормош менән бәйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү, үҙ белемеңде баһалау.
Шәхси һөҙөмтәләр: тәбиғәттең матурлығын күрә, тоя белергә өйрәнеү, ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш булдырыу.
Предмет - ара бәйләнеш: әҙәбиәт, тел, халыҡ ижады, мәҙәниәт, зоология, музыка.
Принциптар: системалылыҡ, эҙмә-эҙлелек, теория һәм практика берлеге, индивидуаль.
Яңы термин-төшөнсәләр: сәйәхәт, сәйәхәт итеү, һабантурғай, һабансы.
Ҡулланылған сығанаҡтар:
- Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2012.
-
Йыһазландырыу: компьютер, дәреслек, индивидуаль карточкалар, һүҙлектәр.

Дәрестең киңәйтелгән план-конспекты
1.Психологик инеш. Психологик кәйеф шарттары булдырыу(слайд 1).
-Һаумыһығыҙ!
-Һаумыһығыҙ! Һаумы әле!
Ниндәй йылы һүҙ икән!
Һәр күңелде иретерлек,
Һәр кемгә лә үҙ икән! (М.Дилмөхәмәтов)
(уҡыусылар экрандан уҡый)
Фонетик-артикуляцион күнегеү. Тиҙәйткестәр (слайд 2).
1.Таҡта ҡаҡма, ҡапҡа ҡаҡ!
Ҡапҡа ҡаҡма, тотҡа ҡаҡ.
2.Һалҡын һыулы Һаҡмарҙа һайрай һары һандуғас.
2. Дәрестең темаһын асыҡлау. Проблемалы ситуация тыуҙырыу.
- Уҡыусылар, беҙ башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә нимәләр эшләйбеҙ. Ошо һүрәттәрҙе ҡарап, һөйләмдәр төҙөп әйтегеҙ (слайд 3). Эйе, бөгөн дә беҙ башҡортса әҫәрҙәр уҡырбыҙ, күнегеүҙәр эшләрбеҙ, яҙырбыҙ, һорауҙарға яуап бирербеҙ. Тағы ла беҙҙе бер эш көтә. Һүрәттәргә ҡарап нимә эшләрбеҙ икәнлеген әйтегеҙ (слайд 4).
-Дөрөҫ, бөгөн беҙҙе сәйәхәт көтә. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресендә беҙ ниндәй, кемдең иленә сәйәхәт итә алабыҙ? Анаграмманан ошо һорауға яуап табайыҡ: МИРӘ АҒИРВОП.
3.Дәрестең маҡсатын һәм бурыстарын билдәләү.
-Беҙ бөгөн Рәми иленә, Рәми Ғарипов донъяһына сәйәхәт итербеҙ.
Рәми Ғарипов һеҙгә танышмы? Уның тураһында нимәләр беләһегеҙ? Ошо таблицала билдәләйек. Шағир тураһында нимә белергә теләйһегеҙ? Икенсе графаға яҙып ҡуяйыҡ. («Беләм – беләһем килә - белдем» таблицаһын тултырыу).
Беләм Беләһем килә Белдем
-Шулай итеп, беҙ Рәми Ғарипов тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеп, нығытып системаға һалырбыҙ, яңы шиғыры менән танышырбыҙ.
Ә сәйәхәт итер өсөн нимә кәрәк? Йомаҡты табып, әйтәйек.
Уғы әйләнә тегендә, бында,
Төнъяҡ-көнъяҡты күрһәтә беҙгә (компас).
-Беҙҙең «компас»ыбыҙ бик серле (ЛСМ-ды күрһәтеү), уның сере нимәлә икәнлеген, дәрес һуңында әйтербеҙ.

4. Үтелгәнде ҡабатлау. Белемдәрҙе актуалләштереү. Логик-мәғәнәүи модель төҙөү.
- К-1. Кем?
Бында беҙ кем ул Рәми Ғарипов һорауына яуап биреп, яуаптарҙы ошо уҡта билдәләп үтергә тейешбеҙ.
Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов  - күренекле башҡорт шағиры, тәржемәсе һәм журналист, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты. 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
(Бер уҡыусы уҡый, яуаптар координатала билдәләнә).
К-2. Ҡайҙа?
Р.Ғарипов ҡайҙа тыуған, йәшәгән, уҡыған? Кем белә?
Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов Башҡортостандың Салауат районы Арҡауыл ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуа. Һуғыш бөтөүҙең икенсе йылында тыуған ауылында етенсе класты тамамлағас, ул Өфөгә килеп 9-сы башҡорт мәктәбенә уҡырға инә, шул мәктәп янындағы интернатта тәрбиәләнә. Урта мәктәпте тамамлап сыҡҡас, Башҡортостан Яҙыусылар союзы тәҡдиме буйынса, М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтына уҡырға керә. (уҡыусы уҡып үтә). (Координатала Салауат р-ны, Өфө, Мәскәү һүҙҙәре билдәләнә).
К-3. Ҡасан?
Ул ҡасан тыуған, вафат булған, беренсе китабы нисәнсе йылда сыҡҡан?
(12.02.1932 й. - тыуған, 1954 й. – тәүге китабы, 20.02.1977 й. – үлгән)
Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә тыуған.  Әҙәбиәт институтында диплом эше булған тәүге китабы — “Йүрүҙән” исемле шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда донъяға сыҡҡан. Рәми Ғарипов 1977 йылда Өфөлә вафат булған.
К-4. Нимә?
Шағир булараҡ Р.Ғарипов нимәләр ижад иткән, нимәләр эшләгән?
(Координатала шиғыр, поэма, ҡобайыр, йыр һүҙҙәре билдәләнә).
Рәми Ғарипов бик күп шиғырҙар, ҡобайырҙар һәм бер нисә поэма авторы. Уның ҡайһы бер шиғырҙары йыр булараҡ билдәле. Р.Ғарипов һүҙҙәренә яҙылған йырҙар: “Таңғы йыр”, “Минең йондоҙом”, “Сыңрау торна”, “Үтте лә китте йәшлегем”, “Кәкүк”, “Салауат батыр”, “Йыуаса”, “Аға һыуҙар”.
Ял минуты:
Балалар, балалар
Урам буйлап баралар.
Һикереп тә алалар,
Йүгереп тә алалар,
Сүкәйеп тә алалар,
Һаман алға баралар.
Дәрестең яңы темаһын үҙләштереү.
-Уҡыусылар, 5-се координатала эш башлар алдынан, беҙ үтелгән темаларҙы иҫкә төшөрөп үтәйек? Үткән дәрестә ниндәй әҫәрҙәр уҡыныҡ? Улар нимә тураһында ине?
- Эйе, тәбиғәттең иң сихри йыл миҙгеле – яҙ башланды. Яҙын бөтә тәбиғәт уяна, яңы үлән сыға, шуға ла боронғолар Яңы йылды яҙын билдәләгәндәр. Бына бөгөн 21 март – Нәүрүз байрамы, астрономик календарь буйынса Яңы йыл. Башҡортостанда ҡыш 20 ноябрҙән 20 мартҡа тиклем һуҙыла, бөгөн яҙ башлана тип иҫәпләнә.
- Яҙҙың үҙенсәлектәрен һанап сығығыҙ. Ниндәй ҡоштар беҙгә килә? Һеҙ уларҙы нисек ҡаршы алаһығыҙ?
- Иң беренсе ҡара ҡарғалар килә, Мәсәғүттә быйыл ҡара ҡарғалар 5-6 март килде. Һуңыраҡ сыйырсыҡтар, башҡа ҡоштар ҡайта.
- Хәҙер ребусты сисеп, яҙын осоп ҡайта торған ҡоштоң исемен әйтегеҙ (слайд 8).

Грамматик теманы ҡабатлау:
-«Һабантурғай» һүҙе нисек яһалған? Нисә тамыр? Бындай һүҙҙәр нисек атала? Миҫалдар килтерегеҙ?
Һабантурғай тураһында һөйләү, әңгәмә ҡороу (слайд 9).
-Һабантурғай турғайҙан ҙур түгел ҡошсоҡ, үҙенең моңло тауышы менән күптәрҙе арбай. Ялан, болон, баҫыуҙарҙа йәшәй, төрлө бөжәктәр, үлән емештәре менән туҡлана. Улар күсмә ҡоштар, иң беренсе булып, ҡар иреп бөтмәҫ үк, ата һабантурғайҙар осоп килә, йәшәргә ер һайлай, шунан инә һабантурғайҙар күренә башлай. Йыл яҡшы булһа, ике тапҡыр бала сығаралар. Ике аҙна эсендә ҡошсоҡтары сыға, тәүҙә һуҡыр була. Осорға белмәһәләр ҙә, 10 көндән ояларҙан китәләр: оҙон үлән араһында йәшәйҙәр, ата-әсәһе ҡарай, ашата. Ә бына моңло итеп тик ата һабантурғай ғына һайрай икән.
К-5. «Һабантурғай».
-Ҡоштар тураһында бик күп шиғырҙар, әҫәрҙәр бар. Бөгөн беҙ дәрестә Р.Ғариповтың «Һабантурғай» шиғырын уҡырбыҙ. (Таҡтала 5-се координата асыла, һабантурғай ниндәй ҡош икәнлеген шиғыр юлдары менән билдәләнә).
«Һабантурғай» шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү өҫтөндә эштәр:
а) Һүҙлек эше (слайд 10):
һабантурғай – жаворонок
һабансы – игенсе, земледелец
уҡтай – как стрела
туптай – как мяч
уттай – как огонь
б) Проблемалы һорау ҡуйыу: Шиғырҙы уҡып, һабантурғай нимәгә ҡыуана? һорауына яуап бирербеҙ.
в) Төрлө алымдар менән шиғырҙы уҡыу. Уҡытыусының шиғырҙы яттан һөйләүе, уҡыусыларҙың үҙ аллы, һуңынан «сылбырлап» уҡыуы, тасуири уҡыу конкрусы ойоштороу.
г) Һорауҙарға яуап биреү, йөкмәткеһен аңлатыу, үҙләштереү, һ.б. Шиғырҙан омонимдарҙы табыу (яҙ, күк). Һайрай, нурлай һүҙҙәренә синонимдар яҙырға (һүҙлектәр менән практик эш).
д) Релаксация.
Хәҙер ял итеп алайыҡ, һабантурғай моңон тыңлайыҡ. Уңайлы итеп ултырабыҙ, күҙҙәрҙе йомабыҙ, йәй көндәрен иҫкә төшөрәбеҙ!
(Ҡулланылған сығанаҡ: https://www.youtube.com/watch?v=obKTlGU0yEA)
ж) Шиғыр буйынса һығымта:
- Ҡоштар – беҙҙең ҡанатлы дуҫтар тип юҡҡа әйтмәгәндәр, сөнки улар күпме зарарлы бөжәктәрҙе юҡ итә, үҙҙәренең моңло тауыштары менән беҙҙе ҡыуандыра! Шуға ла уларға ҡарата һаҡсыл ҡарашта булырға кәрәк? Нисек була ул һаҡсыл ҡараш? (уҡыусылар аңлата).
6. Телмәр үҫтереү өсөн күнегеүҙәр һәм практик эштәр башҡарыу.
К-6. Кем? нимә? тураһында.
Шулай итеп Р.Ғарипов нимә тураһында яҙған? Кемгә арнаған үҙенең ижадын? (яуаптарҙы координатала билдәләү).
К-7. Ниндәй?
-Р.Ғарипов ниндәй шиғырҙар яҙған? (синонимдар һүҙлегенән ҡарап яҙыу, координатала билдәләү)
К-8. Нисек?
Башҡортостандың халыҡ шағиры тураһында хәтер нисек һаҡлана? Уның исеме менән беҙҙең республикала нимәләр бәйле?
Хәтер (ҡулланылған сығанаҡ: https://ba.wikipedia.org/wiki):
-Рәми Ғарипов тамамлаған 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты 1994 йылдан уның исемен йөрөтә.
-Шағирҙың тыуған төбәгендә - Салауат районының Арҡауыл ауылында-уның йорт-музейы асылған, уның алдына әҙиптең бюсы ҡуйылған (слайд 11).
-1994 йылда Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тарафынан Рәми Ғарипов исемендәге премия ла булдырылған (слайд 12).
-Халыҡ шағиры исемендәге премия шулай уҡ уның тыуған яғы -  HYPERLINK "https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%A1%D0%B0%D0%BB%D0%B0%D1%83%D0%B0%D1%82_%D1%80%D0%B0%D0%B9%D0%BE%D0%BD%D1%8B" \o "Салауат районы" Салауат районында ла бар, уны 1997 йылдан башлап район хакимиәте һәм райондың«Йүрүҙән» газете биш йылға бер тапшыра.
-«Минең Рәми» бөтә Рәсәй шиғри марафоны уҙғарыла.
- HYPERLINK "https://ba.wikipedia.org/wiki/%D0%91%D0%B0%D1%88%D2%A1%D0%BE%D1%80%D1%82%D0%BE%D1%81%D1%82%D0%B0%D0%BD" \o "Башҡортостан" Башҡортостан йәштәре интернетта флешмоб ойоштора. Унда ҡатнашырға теләгән һәр кем шағирҙың яратҡан шиғырын яттан һөйләп, видеоға төшөрөп «Бәйләнештә» селтәренә һала..
(гимназия, йорт-музей, премия, марафон, флешмоб һүҙҙәрен координатала билдәләү).
7.Дәресте йомғаҡлау.
-Хәҙер беҙҙең «компас»-та логик бәйләнеш булдырырға кәрәк (уҡытыусы күрһәтә, уҡыусылар билдәләй). Беҙҙең «компас»-тың сере нимәлә булды? Эйе, «компас»-тың сере - белем, беҙ уның ярҙамында Рәми Ғариповтың ижадына сәйәхәт ҡылып, белем алдыҡ!
-Шулай итеп, Рәми Ғарипов тураһында нимәләр белдегеҙ? Ошо таблицала билдәләйек. («Беләм – беләһем килә - белдем» таблицаһын тултырыу).
Беләм Беләһем килә Белдем
8.Рефлексия. Уҡыусыларҙы баһалау.
Һөйләмдәрҙе дауам итеп, йә тултырып әйтегеҙ (слайд 13):
- Мин бөгөн дәрестә …. белдем.
Мин … аңланым.
Миңә … оҡшаны.
Ошо белемдәрҙе …. ҡуллана алам.
-Бөгөн дәрестәге эшегеҙ өсөн үҙегеҙгә ниндәй билдә ҡуйыр инегеҙ? (уҡыусылар баһа ҡуйылған карточкаларҙы күрһәтә). Мин дә һеҙҙең менән килешәм, актив ҡатнашыусыларға «5»-ле һәм әҙерәк тырышырға кәрәк уҡыусыларға «4»-ле билдәһе ҡуям!
9. Дөйөм һығымта эшләү. Өйгә эш буйынса инструктаж үткәреү: шиғырҙы ятлау (бөтәһенә лә), һүрәт эшләү, хикәйә төҙөү, һ.б.(теләк буйынса). Һау булығыҙ, уңыштар һеҙгә!
Өҫтәлмә эштәр
Р.Ғариповтың «ТУҒАН ТЕЛ» шиғырын беҙ ятланыҡ. Бында ошо шиғырҙың юлдары буталған, тәртипкә килтереп һөйләгеҙ.Йыямын да — йәнле ынйыларҙанБал ҡортондай ынйы йыямын,Мин халҡымдың сәскә күңеленән
Хуш еҫле бер кәрәҙ ҡоямын.Кәм күрер тик уны кәм күңел!..Көслө лә ул, бай ҙа, яғымлы ла,Бер телдән дә телем кәм түгел —
Шуға ла мин беләм тел ҡәҙерен:
Иле юҡтың ғына теле юҡ!Халҡым теле минең — хаҡлыҡ теле,Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,Унан башҡа минең илем юҡ;Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
Йөрәгендә халҡы булмағандыңУнан башҡа минең халҡым юҡ,
Әсәм теле минең — сәсән теле,
2.Р.Ғариповтың тормошо һәм ижады буйынса тест һорауҙарына яуап бирегеҙ.
А Б В
1 Р.Ғарипов ҡайҙа тыуған? Салауат ауылында Салауат районында Салауат ҡалаһында
2 Р.Ғарипов ҡасан тыуған? 1932 йылдың 12 февралендә 1932 йылдың 30 февралендә 1937 йылдың 12 февралендә
3 Р.Ғарипов ҡайҙа белем ала? Стәрлетамаҡта Санкт-Петербургта Мәскәүҙә
4 Шағирҙың тәүге китабы нисек атала? «Алырымҡош менән бирмәмҡош» «Йүрүҙән» «Минең антологиям»
5 Р.Ғариповтың исеме нимә менән бәйле? гимназия театр университет