Музыка эшм?к?рлегенд? с?л?м?тлек технологияларын ?улланыутема?ына мастер-класс
“Музыка эшмәкәрлегендә сәләмәтлек технологияларын ҡулланыу” темаһына
мастер- класс
Инеш һүҙ.
Балаларҙың һаулығын нығытыу һәм һаҡлап ҡалыу- беҙҙең йәмғиәтебеҙҙең төп мәсъәләһе ул. Ә музыка эшмәкәрлегендә сәләмәтлек технологияларын ҡулланыу яңы йүнәлештәрҙең береһе тип һанайым. Музыка эшмәкәрлегендә мин һаулыҡ нығытыу өсөн төрлө ҡулланмалар индерергә тырышам. Әйҙәгеҙ беҙ уларҙың төрҙәрен ҡарап үтәйек.
Тын алыу күнекмәләре
Әйтелеш (артикуляция) күнекмәләре
Йырлау
Логоритмика (өн уйындары)
Психогимнастика
Үҙ-үҙеңә массаж
Төҫ терапеяһы
Тын алыу күнекмәләре иң беренсе балаларҙы дөрөҫ итеп тын алырға өйрәтә. Был күнекмәләр берҙән тауышты үҫтерә һәм төрлө ауырыуҙарҙан һаҡлап ҡала.
Йырлау.
Йырлау ул һаулыҡ һаҡлау өсөн бик кәрәкле шөғөл. Йырлаған саҡта беҙ күңел күтәрелгәнен тоябыҙ, ә тауыш ярҙамында бар организмды һауыҡтырырға була. Йырлау төрлө стресстарҙан ҡотолоу сараһы ла булып тора. Ғалимдар иҫбатлауынса, кеше йырлаған ваҡытта, уның мейеһендә эндорфин исемле матдә бүленеп сыға. Шуға күрә лә кеше ҡыуаныс, шатлыҡ, тыныслыҡ тойғоһон кисерә ала, беҙ йыр аша үҙебеҙҙең хис- тойғоларҙы белдерә алабыҙ. Йыр ярҙамында беҙ үпкәне тәртипкә килә, ҡан әйләнеше һәйбәтләнә,бит тиреһе яҡшыра, кәүҙә матурайа, дикция һәм телмәр үҫешә, хатта тотлоғоу кеүек деффектта бөтөргә мөмкин. Кеше һөйләшкәндә, йә иһә йырлағанда тауыш тибрәлеп сыға,ошо тибрәлеү кеше организмына бик ыңғай йоғонто яһай. Сөнки тауыш тибрәлгәндә беҙҙең әйткән һәр хәреф өҫтәлмә тон- обертондар ярҙамында оҙатылып бара. Бына ошо обертондар баш һөйәгенә, баш мейеһенә үтеп инеп, кешенең иммунитет системаһын яҡшырта. Шуға күрә лә йырламаған бала, йырлаған балаға ҡарағанда йыш ауырый.
Ә ҡайһы бер һуҙынҡы хәрефтәр беҙҙең организмды кәрәкмәгән матдәләрҙән ҡотҡара. Мәҫәлән:
А- йөрәкте, үпкәне дауалай, организмдағы кәрәкле туҡымаларҙы кислород менән тәъмин итә.
И- күҙҙәр, ҡолаҡтар ауыртҡанда ярҙам итә, тын алыуҙы яҡшырта һәм йөрәк эшмәкәрлегенә ҙур йоғонто яһай.
О- йүтәлдән, бронхиттан, трахиттан, үпкә ауырыуҙарынан, туберкулездан ҡотҡара.
У- тын юлдарын, бөйөр эшмәкәрлеген яҡшырта, тамаҡ ауыртыуҙы бөтөрә.
Ы- ишетеүҙе һәм тын алыуҙы яҡшырта.
Тартынҡы хәрефтәр:
В, Н,М- мейе эшмәкәрлеген яҡшырта.
К, Щ- ҡолаҡтар ауыртҡанда ярҙам итә.
Х- насар энергиянан ҡотолдора.
С- эсәк, йөрәк, ҡан тамыры ауырыуҙарынан дауалай.
Өндәр:
ОМ- ҡан баҫымын төшөрә, ҡурҡыуҙан дауалай.
УХ,ОХ,АХ- насар энергияны сығара.
Логоритмика , йә иһә өн уйындары.
Беҙҙең тормош билдәле бер ритмға бойһона. Көндө төн алмаштыра, яҙ артынан йәй килә. Беҙҙең организмда йөрәк, үпкә, мейе төрлө ритмда эшләй. Ә музыкаль ритм ул оҙон һәм ҡыҫҡа аҙымдарҙан тора. Әгәр баланың телмәре үҫешмәгән булһа, уның ритм һиҙемлелеге лә аҫҡай. Шуға күрә лә ритм һиҙемлелелеген үҫтерһәк, телмәр ҙә үҫешә, ул артабан балаға шиғыр ятлап алыу һәләтлелеген үҫтерә һәм баланың интеллектуаль һәләттәре үҫешә.
Психогимнастика.
Эмоциональ көсөргәнешлекте сисә, кәйефте күтәрә.
“Йыл миҙгелдәре” слайд ҡарау.
Үҙ- үҙеңә массаж яһау.
Үҙ- үҙеңде һыйпап алыу ауырыу кешегә генә түгел, һау кешегә лә бик файҙалы.Һыйпау, ҡул менән тейеп алыу ярҙамында беҙ йөрәккә, бөйөргә, бауыр, ашҡаҙанға һәм башҡа ағзаларға ыңғай сигналдар ебәрәбеҙ. Массаж үҙәк нервы системаһын яҡшырта, кәйефте күтәрә һәм үҙеңде яҡшы хис итергә ярҙам итә.
Төҫ терапеяһы.
Беҙ тормошта көн дә төрлө төҫтө күрәбеҙ. Кешегә төҫтәр төрлөсә йоғонто яһай. Бөтә кешегә лә бер генә рецепт юҡ, һәр кем үҙенә генә хас төҫтәрҙе һайларға тейеш. Был турала беҙ аҙағыраҡ айырым туҡталып үтербеҙ.
Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандарттарының өҫтөнлөклө йүнәлеше булып шәхесте бөтә яҡлап үҫтереү тора. Иң беренсе беҙҙең алда Стандарт балаларҙың физик һәм психик яҡтан һаулыҡтарын нығытыу мәсъәләһен ҡуя.
Шуға күрә лә мин йыр- бейеү түңәрәгенә йөрөгән балаларҙың һаулығын нығытыуҙы төп мәсъәлә тип һанайым,кескәйҙәрҙең психо- физик үҫешен тәъмин итеп, шәхси сифаттар тәрбиәләргә тырышам.
Йыр- бейеү түңәрәге эшмәкәрлегендә яңы йүнәлештәрҙең береһе сәләмәтлек технологияларын ҡулланыуҙы хуп күрәм һәм һаулыҡ нығытыу өсөн төрлө ҡулланмалар индерергә тырышам.
Федераль дәүләт белем биреү стандарттарына ярашлы белем биреү программаһының40 %- ын төбәк компоненты алыу сәбәпле мин эшмәкәрлекте саф башҡорт телендә алып барам.
Мин һеҙгә үҙемдең эшемдең бер өлөшөн ҡарарға тәҡдим итәм.
Практик эш.
Музыка етәксеһе:
Әйҙәгеҙ балалар килгән ҡунаҡтар менән һаулыҡ һорашып алайыҡ та, бер- беребеҙҙе сәләмләп алайыҡ.
Балалар йырлай:
Уң яғымда дуҫым бар
Һул яғымда дуҫым бар
Бир ҡулыңды дуҫҡайым
Сәләмәт бул көн һайын.
Уң яғымда дуҫым бар
Һул яғымда дуҫым бар
Беҙ шатлыҡ таратабыҙ
Йырларға яратабыҙ.
Музыка етәксеһе:
Бына кәйефтәр күтәрелдеме? Әйҙәгеҙ беҙ үҙебеҙҙең яҡшы кәйефебеҙ менән бүлешәйек! Ризаһығыҙмы? Улай булғас беҙ һеҙҙең менән урманға барайыҡ һәм ундағы йәнлектәргә үҙебеҙҙең кәйефтәрҙе бүләк итәйек! Әйҙәгеҙ бер- беребеҙҙе юлда юғалтмаҫ өсөн ныҡ итеп тотонайыҡ та атлап барайыҡ.
Күнегеү
“Ҙур һәм бәләкәй аҙымдар”
Ҙур аҙымдар
Юлдан атлайҙар
Тып-тып-тып, тып-тып-тып.
Бәләкәй аҙымдар
Юлдан йүгерәләр
Тып-тып-тып-тып-тып
Тып-тып-тып-тып-тып.
Музыка етәксеһе:
Бына бер туғайға килеп тә еттек,беҙҙе унда нимәләр ҡаршылай икән. Ҡарағыҙ әле күпме матур сәскәләр үҫә икән бында, килегеҙ яҡыныраҡ сәскәләрҙе еҫкәп, урман еҫен тойоп ҡалайыҡ .
Тын алыуға күнекмәләр.
Сәскә.
Яйлап ҡына сәскә еҫкәгән кеүек тын алабыҙ һәм тынды сығарабыҙ.
Сәскәләр өҫтөндә нимәләр осоп йөрөй ул? Эйе, бал ҡорттары. Әйҙәгеҙ бал ҡорттарын ҡыуып алайыҡ, беҙҙе сағып ҡуймаһындар.
Бал ҡорто.
Тәрән итеп тын алабыҙ ҙа, тынды ҡапыл ғына , бал ҡортон ҡыуған шикелле,сығарабыҙ
Аттар кешнәгән тауыш ишетелә.
Ҡарағыҙ әле, балалар. Анауында ғына аттар үлән ашап йөрөйҙәр, беҙ ҙә ат булып уйнап алайыҡ әле.
Аттар.
Тәрән итеп тын алабыҙ һәм тынды аттар кеүек пырылдатып, ирендәрҙе ҡалтыратып сығарабыҙ.
Музыка етәксеһе:
Ә бында , балалар, ҡурай үҫеп ултыра.
Ҡурай тураһында беҙ нимәләр беләбеҙ?
(Яуаптар)
Ҡурай тураһында беҙ йыр күнекмәһен беләбеҙ, әйҙәгеҙ йырлап алайыҡ.
Һай туғай, туғай,туғай
Туғайҙа уйнай ҡурай
Серле ҡурайға ҡушылып
Беҙҙең балалар йырлай.
Һай, ҡурай, ҡурай, ҡурай
Бигерәк моңло уйнай
Һинең йырыңды тыңлап
Күңелем һаман туймай.
Музыка етәксеһе:
Килә торғас беҙ бер һаҙлыҡҡа килеп еткәнбеҙ. Унда ниндәй йәнлектәр йәшәй икән? (Яуаптар)
Әйҙәгеҙ мин һеҙгә шул баҡа тураһында һөйләйем, ә һеҙ бергәләп һүҙҙәргә ярашлы хәрәкәттәрҙе эшләп уйнап алайыҡ.
“Баҡа” –йотҡолоҡ өсөн күнегеү.
Йәшел баҡа иртәнсәк
Ҡояш менән уянған
Уянғас та кирелгән (киреләбеҙ)
Тәмле итеп иҫәнәгән. (иҫәнәйбеҙ)
Унан инде ярға сығып
Йәшел үлән ашаған (сәпелдәгән тауыш сығарабыҙ)
Артынан һыу ҙа эскән. (төкөрөктө йотабыҙ)
Төнбойоҡҡа ултырып
Күңелле йыр йырлаған.
Баҡ-баҡ- баҡ (баҡа шикелле тауыштарҙы ҡалтыратып сығарабыҙ)
Тормошома мин бик шат! (сәпәкәйләйбеҙ)
Музыка етәксеһе:
Ҡарағыҙ әле, балалар, беҙҙең янға Төлкө лә килеп еткән. Әйҙәгеҙ беҙ уның менән бергәләп массаж яһап алайыҡ.
“Төлкөкәй” массаж.
Хәйерле көндәр теләп
Төлкө ҡаршыға килгән
Йылмаяйыҡ тиҙерәк (бер- беребеҙгә йылмаябыҙ)
Булһын уға күңеллерәк. (сәпәкәйләбеҙ)
Маңлайҙы беҙ һыйпайыҡ (маңлайҙы һыйпайбыҙ)
Танауҙы, елкәләрҙе (танауҙы, елкәне һыйпайбыҙ)
Ҡулдарҙы, бармаҡтарҙы (ҡулды, бармаҡтарҙы һыйпайбыҙ)
Ә унан сикәләрҙе. (сикәне һыйпайбыҙ)
Устарҙы йылытайыҡ (устарҙы ышҡыйбыҙ)
Тиҙерәк, йәһәтерәк
Ә хәҙер сәпәкәйләйек (сәпәкәйләйбеҙ)
Көслөрәк, күңеллерәк.
Һаулыҡты беҙ һаҡлайбыҙ
Ҡолаҡтарҙы һыйпайбыҙ (ҡолаҡтарҙы һыйпайбыҙ)
Йылмаяйыҡ тағы ла (йылмаябыҙ)
Һау булайыҡ барыбыҙ ҙа.
Музыка етәксеһе:
Беҙҙең алда йылға ағып ята, әйҙәгеҙ балыҡ ҡармаҡлап алайыҡ. Тик ҡармаҡлауҙың үҙ ҡағиҙәһе бар. Ултырайыҡ түңәрәккә,бына таяҡтар һеҙгә, ике тапҡыр һуғабыҙ ҙа, уң яҡтағы күршегә таяҡтарҙы бирәбеҙ. Уйын бөткәнсә шулай дауа итәбеҙ.
“Балыҡ” уйыны.
Балыҡ мә- таяҡтар менән һуғабыҙ
Һиңә селәү- таяҡтарҙы күршегә бирәбеҙ
Әҙерәк- һуғабыҙ
Ҡабып ҡара- таяҡтарҙы күршегә бирәбеҙ
Балыҡсы- таяҡтар менән һуғабыҙ
Һин һорама- таяҡтарҙы күршегә бирәбеҙ
Ҡапҡым килмәй- таяҡтар менән һуғабыҙ
Ҡармаҡҡа- таяҡтарҙы күршегә бирәбеҙ
Балыҡ ҡармаҡлап күҙҙәр талып китте, әйҙәгеҙ күҙҙәргә күнекмә эшләп алайыҡ.
-Ҡояш менән болоттар йәшенмәк уйнаған.
Күҙҙәр менән уң яҡҡа, һул яҡҡа, аҫҡа, өҫкә ҡарайбыҙ.
-Болоттар йөрөй торғас ҡояштан бөтөнләй йәшенгән.
Күҙҙәрҙе йомабыҙ.
- Болоттар йәшенгәс ҡояш бар нурҙарын ергә һипкән.
Күҙҙәрҙе сылт- сылт йомоп алабыҙ.
Музыка етәксеһе ҡуян, төлкө, айыу маскалары таратып сыға.
Әйҙәгеҙ, балалар, беҙ ҙә урмандағы йәнлектәр булып музыка ҡоралдарында уйнап алайыҡ.
Иртә менән урманда
Ҡуян һуға барабанда
(Ҡуян барабанда уйнай, ҡалғандар яраҡлы хәрәкәттәр эшләйҙәр)
Был тауышҡа өңөнән
Килеп сыҡҡан айыу ҙа
Тотонған ул шалтырмаҡта
Рәхәтләнеп уйнарға.
(Айыу шалтырмаҡта уйнай, ҡалғандар яраҡлы хәрәкәттәр эшләйҙәр)
Ялбыр ҡойроҡ төлкө лә
Килеп етте урманға
Сүкештәр менән һуғып
Тотондо ул уйнарға.
(Төлкө сүкештәр менән һуға, ҡалғандар яраҡлы хәрәкәттәр эшләйҙәр)
Шул саҡ беҙҙең яланда
Ямғыр яуа башланы.
Тәүҙә әкрен генә (яйлап ҡына сәпәкәйләйбеҙ)
Унан нығыраҡ ҡойҙо (көслө итеп сәпәкәйләйбеҙ)
Күктә йәшен йәшнәне( бергә аяҡтар менән тыпырлайбыҙ, ҡулдар менән сәпәкәйләйбеҙ)
Бар йәнлектәр йәшенде.
Балалар, ямғырға һыуланмаҫ борон беҙ ҙә баҡсабыҙға ҡайта һалайыҡ. Ҡайтҡанда беҙ автобусҡа ултырайыҡ. Әйҙәгеҙ урындар алығыҙ ҙа, тәҙрәнән матур тәбиғәтте күҙәтә-күҙәтә ҡайтырбыҙ.
Ултырғыстарға ултырышалар, төҫ терапеяһы күрһәтелә.
Ҡыҙыл төҫ- аҙ ҡанлылыҡ менән яфаланған кешеләргә бик файҙалы, был төҫ ҡандың составын яҡшырта икән.
Ҡыҙғылт- һары төҫ- кешене физик һәм аҡыл яғынан үҫтерә, ябыҡ кешеләргә был төҫкә күберәк ҡараға тәҡдим ителә. Аппетитты асыу өсөн ҡыҙғылт- һары тәрилкәләрҙән ашарға кәрәк.
Һары төҫ- интеллектты, кешене ижад яғынан үҫтерә, үҙ-үҙенә түбән баһа биргән кешеләргә тәҡдим ителә.
Йәшел төҫ -кешене тынысландыра.
Аҡһыл күк төҫ -хыялға бирелергә ярҙам итә, тамаҡ ауыртыуҙан һәм юғары ҡан баҫымынан дауалай.
Күк төҫ -кешенең уйлау һәләтен үҫтерә, ҡурҡыуҙан ярҙам итә.
Зәңгәр төҫ- алдан һиҙемләүҙе, күрәҙәселекте, талантты аса, был төҫкә күп ҡарарға ярамай, кеше ысын тормошҡа булған бәйләнеште юғалтыуы мөмкин.
Музыка етәксеһе:
Бына ҡайтып та еттек, һеҙгә сәйәхәт оҡшанымы? Кемгә нимә оҡшаны?
Башҡортостан Республикаһы Хәйбулла районы муниципаль район Аҡъяр ауылы
“Йэйғор” балалар баҡсаһы- баланы үҫтереү үҙәге муниципаль автономиялы мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы