Сочинение на тему “?ис ва?ытта былы??ан ир у?а алма?, Ир у?ма?а, ?ис ва?ытта ил у?а алма?.”


Республиканский конкурс, посвященный Дню Республики Башкортостан и Году российского кино “Пою мою республику”
Сочинение на тему:
“Һис ваҡытта былыҡҡан ир уңа алмаҫ,
Ир уңмаһа, һис ваҡытта ил уңа алмаҫ.”
(185 лет со дня рождения Мифтахетдина Акмуллы, башкирского поэта-просветителя)
Выполнила: Балагутдинова Альмира, ученица 9 “Б” класса муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения средняя общеобразовательная школа № 2 с. Верхние Татышлы Муниципального района Татышлинский район Республики Башкортостан
Руководитель:
учитель башкирского языка и литературы
Муллаярова Эльвира Рифовна
Верхние Татышлы
2016
Башҡортостан Республикаһы көнө һәм Рәсәй киноһы йылына
арналған “Республикама дан йырлайым” конкурсына
“Һис ваҡытта былыҡҡан ир уңа алмаҫ,
Ир уңмаһа, һис ваҡытта ил уңа алмаҫ.”
(Мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың
тыуыуына 185 йыл)
Инша

Башҡарҙы:
БашҡортостанРеспубликаһы Тәтешле районы муниципаль районы Үрге Тәтешле ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының 9-сы “Б” класы уҡыусыһы Бәләғетдинова Әлмирә.

Етәксе:
башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Муллаярова Эльвира Риф ҡыҙы
Үрге Тәтешле
2016
“Һис ваҡытта былыҡҡан ир уңа алмаҫ,
Ир уңмаһа, һис ваҡытта ил уңа алмаҫ.”
(Мәғрифәтсе-шағир Мифтахетдин Аҡмулланың
тыуыуына 185 йыл)
Һәр халыҡтың шундай улдары һәм ҡыҙҙары була, уларҙы шул халыҡтың вәкилдәре үҙ төбәктәрендә, үҙ илендә генә түгел, бәлки, сит мәмләкәттәрҙә лә, башҡа ҡитғаларҙа ла ғорурлыҡ тойғоһо менән телгә ала, уларға таянып, башҡалар кеүек үк, тыуған ере һәм халҡы, уның үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡында һис кенә лә кәмһенмәй һәм тартынмай һүҙ әйтә ала. Бына шуға ла уларҙы, әгәр ҙә шундай сағыштырыу урынлы булһа, туған халҡының ер йөҙөндәге үҙенсәлекле бер “танытмаһы”, башҡа мәмләкәттәрҙәге “визит карточкаһы” тип нарыҡлап булыр ине. Башҡорт халҡының тарихы бындай шәхестәргә шаҡтай бай: Салауат Юлаев, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Шәйехзада Бабич, Зәки Вәлиди, Таһир Күсимов, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева һәм башҡалар. Халҡымдың арҙаҡлы улы Мифтахетдин Аҡмулла ла, һис шикһеҙ, ана шундай шәхестәр рәтендә оло ихтирам тойғоһо менән телгә алыуға, туған халҡының ғына түгел, бәлки, күп кенә ҡәрҙәш халыҡтарҙың да ихлас һөйөүенә лайыҡ ижади эшмәкәрҙәрҙең береһе.
Аҡмулла - ХIХ быуат башҡорт әҙәбиәтендә иң билдәле мәғрифәтсе шағирҙарҙың береһе. Ул башҡорт ерлегендә генә күтәрелеп сыҡҡан шағир түгел. Башҡорттар араһында башҡортса шиғыр, ҡобайыр әйткән, ҡаҙаҡтар араһында өләң сығарған. Башҡорттар уны сәсән телле шағир итеп һанаған, ҡаҙаҡтар аҡын итеп таныған. Аҡмулланың “башҡорттарым!” тип өндәшеүе лә, “ҡаҙағым!” тиеүе лә берҙәй тәбиғи яңғырай.
Мифтахетдин Аҡмулланың үҙе иҫән саҡта бер генә китабы – “Даменла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе” донъя күрә. Шағир вафат булғандан һуң, уның бер нисә йыйынтығы Ҡазанда, Алматыла баҫылып сыға. 1981 йылда Өфөлә бер ни тиклем тулы шиғырҙар китабы нәшер ителә.
Шағирҙың көрәш ҡоралы – үткер теле. Үҙе әйтмешләй, уның “тура һүҙе – берәүгә им, берәүгә ыу” – ағыу ул.Ҡай саҡ Аҡмулла ҡыйыу – ҡыйыу һорауҙар ҙа ҡуя:
Йыһанда тоғролоҡ менән хаҡлыҡ
Һаман шулай иҙелерме, тапалырмы?
Ватылғас таш йөрәклек, аҡһөйәклек,
Фәҡир халыҡтар ҙа бер шатланырмы?!
(“Булырмы!..”)
Бына шундай һорау, иҫкәртеүҙәр шағир поэзияһында тәрән яңғыраш ала.
Мәғрифәтсе шағир ир-аттарҙы көслө итеп күрергә теләй. Ҡайберҙәренең әҙер нәмәләр, еңел эштәр көткәненә аптырай. Рухи һәм физик яҡтан көслө буған ирҙәр күп булһа ил дә көслө булыр ине, ти.
Һис ваҡытта былыҡҡан ир уңа алмаҫ,
Ир уңмаһа, һис ваҡытта ил уңа алмаҫ.
Күктән рәхмәт ямғыры яумайынса,
Һис ваҡытта үлән үҫеп, ер уңа алмаҫ…
Аҡмулланың был юлдары бөгөнгө көн проблемаһы менән тиң. Күптәр еңел тормошта йәшәргә теләй. Юҡ бар нәмәнән ауырлыҡ күреп аптырап ҡала. Күҙ алдыма туған ауылыбыҙ кешеләре тормошо пәйҙә булды. Ҡыуанысҡа, беҙҙә егәрле ир-аттар йәшәй. Үҙемдең атайым Бәләғәтдинов Илдус Фәнғәт улы Бәҙрәш ауылын бәләкәй тип торманы, үҙ эшен асты. Ул бәләкәй саҡтан ауырлыҡтар күреп үҫкән. Шуға ла, кешеләргә эш булһын, йәшәү күңелле булһын тип тырыша. Ауылдаштар менән урман киҫәләр, яңы үҫентеләр ултырталар, таҡта, буралар әҙерләйҙәр. Ул, етәксе булараҡ, эште төгәл һәм тиҙ ойоштора. Ғорурланам атайым һәм ул башҡарған эштәр менән! Аҡмулла ла үҙ ижадында тырышып йәшәргә, әҙер менән ҡәнәғәтләнмәҫкә саҡырған бит:
Һауаланма атаңдың байлығына,
Ололанма йөҙөңдөң айлығына.
Атаңдың байлығы – төшкән ҡырау тик,
Йөҙөңдөң айлығы – ялған буяу тик.
(“Һауаланма”)
Йәки бына тағы бер миҫал:
Айғырҙан ябыу һалма, яллы икән тиеп,
Яманға, ҡулың һонма, маллы икән тип,
Ҡарсығаның балаһы типмәй төшмәҫ,
Яҡшы ташлап китәме, ярлы икән тип?
(“Моңло егет зарын әйтер...”)
Бөйөк шәхес башҡорт шиғырының камиллаша барыуына үҙенең ижади өлөшөн ҡушты. Уны милли тематика, милли формалар менән байыҡтырышты.
“Аҡыл” шиғырында кешенең аҡылын данлай, уны баһаларға саҡыра, кешенең ниндәй дәрәжәлә булыуға ҡарамаҫтан, аҡылға эйә булыуҙы өҫтөн ҡуя:
Мәртәбәне тапҡандар ауға эләгәләр,
Нәсихәт ҡылһаң, күнмәй, ҡарышалар.
Алға ынтылып йөрөгәндә бәхет тапһа,
Тиңмен тигән юлдашын таба алмайҙыр,-
тип яҙа.
“Дуҫлыҡ” шиғырында шағир ихласлыҡты, дуҫтың ышаныслы булыуын, тышы матур, эсе насар булмаһын, бай булмаһа ла ярай, эстән көнләшеп йөрөй торған булмаһын, тип өйрәтә.
Был күренештәр хәҙерге тормошта ла осрай. Яҡшыны ҙурлап һүҙ әйтмәҫ, яманды хурлап һүҙ әйтмәҫ, түрәләргә ялағайланып йөрөүсе, әгәр ауыр хәлгә ҡалһа, уны ташлаусы “кешеләр” мең төрлө һөйләп отолмаҫ, өҫтән ойотоп йөрөгәндәр быуатта ла бөтмәгәндәр.
Донъяһы тар булһа булһын, күкрәге тар булмаһын,
Бар көнөндә дуҫ булып, тарлыҡҡа ташламаһын,
Бер ваҡытта хәжәт булып, боҙоҡ, зәғиф булмаһын, -
тигән фекерҙе үткәрә. Дуҫың яман яғын эҙләп, ике йөҙлө, әшәке булмаһын, ваҡ-төйәк ғәйебенә күҙ һалмаҫҡа, ғәфү итергә, тышҡы яҡтан башҡа булһа булһын, ләкин күңеле башҡа булмаһын, ти. Ниндәй матур, ниндәй яҡшы, иҫ китмәле шиғырҙар...
Йылдар үтһә лә был һүҙҙәр бөгөнгө тормошҡа ҡағыла. Баҙар иҡтисады заманында бындай кешеләрҙе күп осратырға тура килә. Бигерәк тә йәштәр, дин әһелдәре араһында ла тел майлап йөрөүселәр юҡ түгел...
Аҡмулла поэзияһы тормошҡа яҡынайтыу, ҡеүәт биреү менән яңы әҙәбиәткә нигеҙ һалышҡан ҙур поэзия. Башҡорт шиғриәтен бейеклеккә күтәрешкән. Халҡыбыҙҙың байлығына әүерелгән шиғриәт ул!
Аҡмулланың юбилей йылында, уның “Нәсихәттәр”ен таныусылар тағы артыр, “Аҡмулла булған ерҙә әҙәп булыр”. Быуаттарҙан быуаттарға исеме яңғырап торор, сөнки милләтем балаларын үҙ арбаһында хаҡ юлға төшөрөүсе бит ул, Аҡмулла!