А?мулланы? тормош юлы буйынса д?рес-уйын А?мулла-я?тылы? йырсы?ы


Башҡортостан Республикаһы Борай районы муниципаль районының урта дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеһы 3-сө һанлы Борай ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
Мифтахетдин Аҡмулла ижадына арналған дәрес-уйын
Аҡмулла – яҡтылыҡ йырсыһы
Маҡсаттар: Аҡмулла ижады буйынса белемдәрҙе киңәйтеү, күренекле шәхес менән ғорурланыу тойғоһо уятыу. Бәйләнешле һөйләү телмәре үҫтереү. Әхлаҡи яҡтан  таҙа кешеләр, аң-белемгә ынтылыш тәрбиәләү.
Йыһазлау: портрет, альбом, китаптарҙан күргәҙмә, рефераттар, интерактив таҡта, компьютер
Дәрес барышы
1.Ойоштороу мәле.
(интерактив таҡтала шиғыр, алдан билдәләнгән уҡыусы уҡый)
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!
Илтифат ит: уҡыуҙалыр шәрафәттәр,
Яһиллектән килә ятыр ҙур афәттәр.
Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр,
Юҡтыр унда әүлиәлек, кәрамәттәр.
Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,
Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.
Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң,
Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр.
Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай,
Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.
Белемлелек — арыҫландан көслө батыр,
Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.
-Һаумыһығыҙ уҡыусылар! Һеҙ әлеге генә шиғыр тыңлап үттегеҙ, был шиғырҙың авторы кем? Шиғыр нимә тураһында?
(Яуаптар тыңлап үтеү)
Ҡәҙерле уҡыусылар, бөгөн беҙ Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлына һәм ижадына ҡыҫҡаса байҡау яһарбыҙ. Уның тормош юлы һәм ижады менән яҡыныраҡ танышырбыҙ. Викторина һорауҙарына яуап бирербеҙ.
-М. Аҡмулла XIX быуатта йәшәгән атаҡлы шағир – мәғрифәтсе. Шағирҙең тыуған ауылы Туҡһанбай Дим йылғаһының үтә матур еренә урынлашҡан. Уның тыуған ауылында йорт-музейы бар.
(видео ҡарап үтеү)
-Аҡмулланың шиғырҙары бөгөнгө көндә лә актуаль булып тора, улар беҙҙе әхлаҡи яҡтан тәрбиәләй, белемгә өндәй. Шуның өсөн беҙ уларҙы өйрәнергә һәм белергә тейешбеҙ.
2.Төп өлөш.
Дәрестең девизы:
Бик йәштән үк ата йортон
Мәжбүр булдың ташларға,
Халыҡтар араһына сығып,
Яңы тормош башларға.
Эй, Аҡмулла, Аҡмулла,
Сәсән телле бер мулла.
Яһилға һин дау  мулла,
Халҡыңа һин аҡ мулла. (Ф. Рәхимғолова).
-Шиғыр өҫтөндә эш башҡарыу.
- Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән сығыш тыңлап үтәйек. (бер уҡыусы рефераты менән сығыш яһай, уға һорауҙар биреү)
- Ә хәҙер инде викторина һорауҙарына яуап бирәйек. Был һорауҙарға яуап биреп, М. Аҡмулла ижады буйынса алған белемдәрегеҙҙе күрһәтерһегеҙ тип ышанам. Дөрөҫ яуаптарға жетондар биреләсәк.
Аҙаҡтан, уйын бөткәс, жетондарҙы һанап еңеүселәрҙе билдәләйәсәкбеҙ.
Һорауҙар:
1.М. Аҡмулла нисәнсе йылдарҙа йәшәгән? (1831-1895).
2.Ул ниндәй мәҙрәсәләрҙә белем алған? (Туҡһанбайҙа, Мәнәүеҙтамаҡта, Әнәстә, Стәрлебашта, Троицкиҙа).
3.Ни өсөн уны Аҡмулла тип атайҙар? (Ҡаҙаҡтар уға тура һүҙлелеге, уҡымышлылығы өсөн Аҡмулла исемен бирәләр).
4.Әҙиптең ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ? (“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Минең ятҡан урыным – зиндан”, “Нәсихәттәр”, “Бәхет”, “Тиһеңме?”, “Донъя”, “Көн”, “Көҙ” һ.б.).
5.Аҡмулла ҡайҙа ерләнгән? (Миәс ҡалаһында).
5.“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырынан бер өҙөк һөйләгеҙ.
6.Аҡмулла премияһы лауреаттары кемдәр? (Р.Шәкүр, Ә. Вәхитов, З.Басыров, Р.Сәхәүетдинова, З. Исмәғилев, Р. Солтангәрәева).
7.Аҡмулланың исемен мәңгеләштереү өсөн республикала нимәләр эшләнгән? (1981 йылда Туҡһанбай ауылында М. Аҡмулла музейы асылды, 1980 йылда Миәкә район Советы ҡарары менән М. Аҡмулла исемендәге премия булдырылды, “Башҡортостан” киностудияһы “Аҡмулла” тигән документаль фильм төшөрҙө, З. Исмәғилев И. Дилмөхәмәтов либреттоһын “Аҡмулла” опера яҙҙы).
8.Өфөләге ҡайһы уҡыу йорто Аҡмулла исемен йөрөтә? (Өфөлә, БДПУ)
9.Ҡазаҡтар араһында Аҡмулла кем булып эшләй?(уҡытыусы)
10.Атаһының исеме (Камалетдин)
11.Әсәһенең исеме (Бибигөлсөм)
- Ә хәҙер жетондарҙы һанап, еңеүсене билдәләйек.
3. Дәресте йомғаҡлау.

«Нәсихәттәр» шиғыры
Иң әүүәл кәрәк нәмә — иман, тигән,Ахирәт эштәренә инан, тигән."Хоҙай, кисер!" — тигән менән эш бөтмәйҙер,"Иман шарты"н өйрәнмәһә — Иван, тигән.Икенсе ҡиммәт нәмә — күңел, тигән,Күңеле боҙоҡ әҙәмдән төңөл, тигән.Боҙоҡҡа ер өҫтөнән аҫты артыҡ,Булмаһа күңел таҙа — күмел, тигән.Өсөнсө ҡиммәт нәмә — аҡыл, тигән,Аҡылһыҙҙа тәүфиҡ яғы таҡыр, тигән.Аҙ эшкә асыуланып, динен боҙор,Иманын көфөрлөккә һатыр, тигән.Дүртенсе ҡиммәт нәмә — шөкөр, тигән,Ниғмәткә шөкөрһөҙлөк — көфөр, тигән.Ятҡан ерҙән: "Хоҙай, кисер", тигән — хурлыҡ,Сәбәп эҙләп, төҙ юл менән йүгер, тигән.Бишенсе ҡиммәт нәмә — әҙәп, тигән,Әҙәп тигән — мөхәббәткә сәбәп, тигән.Көфөрлөк әҙәплелә тормағандай,Әҙәпһеҙҙә иман тороу ғәжәп, тигән.Алтынсы ҡиммәт нәмә — сабыр, тигән,Сабыр кеше моратын табыр, тигән.Һәр эштә сабырһыҙҙың төбә — хурлыҡ,Сабырһыҙлыҡ башҡа бәлә һалыр, тигән.Етенсе ҡиммәт нәмә — ихлас, тигән*,Ихласһыҙҙың эше ҡабул булмаҫ, тигән.Аҡыллылар ошо һүҙҙе белһә кәрәк:Иман, аҡыл, әҙәп, ихлас — юлдаш, тигән.Алдыбыҙҙан киткәне юҡ хәүеф-хәтәр,Был халыҡ, белә тороп, ғафил ятар.Ғәфләттән уяныу юҡ, оялыу юҡ,Каруандар үтеп ятыр ҡатар-ҡатар.Ғибрәттәр күҙ алдында — күреп ятыр,Ҡулы менән ҡанса әҙәмде күмеп ятыр.
-«Нәсихәттәр»шиғырын тыңлау. Был шиғырҙа кешегә хас ниндәй сифаттар күрһәтелә? Уларҙың һәр береһенең мәғәнә үҙенсәлеген тормоштан алынған миҫалдар менән аңлатығыҙ. Уларҙы таҡтала сәскә формаһында күрһәтеү.
-Уҡыусылар, бөгөнгө дәрестән һеҙ үҙегеҙгә кәрәкле мәғлүмәттәр, фәһем алғанһығыҙҙыр тип уйлайым. Уйыныбыҙҙы һеҙ ятлаған М. Аҡмулла шиғырҙарын һөйләү менән тамамлайыҡ.( уҡыусылар алдан бирелгән шиғырҙарҙарҙы һөйләйҙәр)
-Беҙҙең дәрес ошоноң менән тамам. Һау булығыҙ, уҡыусылар!