Д?рес интеллектуаль уйын Алтын тирм?
Интеллектуаль уйын « Алтын тирмә”Маҡсат: Мостай Кәрим ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу;
Яҙыусыға, уның әҫәрҙәренә, телебеҙгә, илебеҙгә ихтирам, һөйөү тойғоһо тәрбиәләү;
Уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү.
Уйын барышы.
Алып барыусы: Хөрмәтле ҡатнашыусылар, ҡунаҡтар, һеҙҙе студияла күреүебеҙгә шатбыҙ. Бөгөн беҙҙең бәйгелә ике команда ҡатнаша:
“Ҡурай” командаһы- 8 а класы уҡыусылары;
“ Салауат” командаһы- 8 б класы уҡыусылары.
Алып барыусы:- Әйҙәгеҙ, һәр команда менән танышып, уларҙы тыңлап үтәйек.
Һүҙ беренсе командаға бирелә.
( Капитан үҙ командаһы менән таныштыра)
-Беҙҙең девиз:
Белем –терәк, һүҙ –таяныс беҙгә.
Алып барыусы : - Икенсе командаға һүҙ бирәйек.
Капитан үҙ командаһы менән таныштыра.
-Беҙҙең девиз:
Баҫҡыстар буйлап бергә, атларбыҙ бергә – бергә.
Алып барыусы :- Рәхмәт. Бөгөн уйыныбыҙҙы бөйөк башҡорт халыҡ шағиры , яҙыусы, драматург, публицист, граждан һәм яугир, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, күп хәрби һәм хеҙмәт ордендары һәм миҙалдары кавалеры, күренекле йәмәғәт эшмәкәре Мостай Кәримгә бағышлайбыҙ.
Әйҙәгеҙ, уйынды башлайыҡ.
1 тур.
а)Мостай Кәрим нисәнсе йылда тыуған?
(1920, 1941, 1919)
б) ) М.Кәрим ниндәй районда тыуған?
( Ишембай, Салауат, Шишмә)
2 тур.
а) М.Кәримдең тыуған ауылы.
( Келәш, Туғыҙбай, Тәкәй)
б)Мостай Кәримдең ысын исеме кем?
( Мостафа, Мостабай, Мостаҡа)Ниндәй һүҙ төшөп ҡалған?
3 тур.
а)Мостай Кәримдең беренсе шиғыры ниндәй гәзиттә баҫыла башлаған?
(“Йәншишмә” , “Йәш төҙөүсе”, “Йәшлек” )
б)М.Кәрим нисәнсе кластан яҙа башлаған?
(3, 6, 9)
4 тур.
а)Эйе, япраҡ, шул ҡайындың
Бер япрағы ни бары,
Ә ҡайыны-------- Рәсәй,
Шундай йәшел, юғары.
Ниндәй һүҙ төшөп ҡалған? ( Ҙур, матур, бөйөк)
б)М.Кәримдең ҡыҙының һәм улының исемдәре нисек?
( Илгиз һәм Әлфиә, Әлфиә һәм Илдар,Илгиз һәм Лилиә)
Алып барыусы: - Әйҙәгеҙ, ял итеп алайыҡ. М.Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәренән сәхнәләштерелгән өҙөк тәҡдим итәбеҙ.
5 тур.
а)Йәмил менән Оксана ниндәй әҫәр геройҙары?
(«Оҙон- оҙаҡ бала саҡ”, “Айгөл иле”, “Беҙҙең өйҙөң йәме”)
б)Йомаҡты сисегеҙ -Ҡалаһы бар, кешеһе юҡ, йылғаһы бар, һыуы юҡ?
(китап, карта, умарта)
6 тур.
а)«Эй инәлде сыйырсыҡ, эй иланы. Тик Әлфиә уның телен аңламаны. Ҡулына услап өйгә йүгерҙе. »
Был өҙөк М.Кәримдең ҡайһы әҫәренән?
(“Ярлыҡау”, “Әлфиә хикәйәләре”, “Айгөл иле”)
б)) Ниндәй һүҙ төшөп ҡалған?
Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына,-
Башҡортостан шул картала
Бер ......... саҡлы.
(арба,япраҡ,ат)
7 тур.
а) “Мин һеңлемдең һүҙҙәрен аңламайым. Нисек инде ул ике әсәй булһын, ти? Мин беләм инде – донъяла бөтә кешеләрҙең дә атаһы ла , әсәһе лә берәр генә була. Өләсәйем үҙе шулай тип әйтте. Мин Оксана иламаһа ярар ине тип, ҡурҡып киттем.”
Был өҙөк ҡайһы әҫәрҙән?
(«Мәңгелек урман”, “ Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”)
б)Нисәнсе йылда М. Кәримгә һәйкәл асыла?
( 2009, 2005, 2013)
Алып барыусы: Уйыныбыҙ тамам.Бөтәгеҙ лә ҙур рәхмәт! Ҡатнашыусыларға бүләктәр тапшырабыҙ (Бүләктәр тапшырыу).
6 класс уҡыусыһы Лилиә Малакаева башҡарыуында М. Кәрим һүҙҙәренә яҙылған йыр тәҡдим итәбеҙ.