Выступление на мастер-классе по башкирскому языку Уйын технологиялары


Һаумыһығыҙ ҡәҙерле коллегалар, жюри ағзалары! Мин, Хәмиҙуллина Ольга Юрий ҡыҙы, бөгөн үҙемдең педагогик тәжрибәм менән уртаҡлашып һеҙҙең алдығыҙҙа “Башҡорт теле дәрестәрендә балаларҙың телмәрҙәрен үҫтереү өсөн уйын технологияһын ҡулланыу” тигән темаға оҫталыҡ дәресе әҙерләп килдем.
Белеүебеҙсә, уҡытыу ул – баланы белем алыу эшсәнлегенә өйрәтеү. Ә белем алыу эшендә уҡыусы ябай тыңлаусы ғына түгел, әүҙем ҡатнашыусы ла ул. Быға ирешеү өсөн уҡытыусынан предметҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу, дәресте төрлөләндереп ебәреү, эшкә ижади яҡын килеү талап ителә. Ошо шарттарҙы үтәү өсөн дәрестәрҙә төрлө алымдар ҡулланыу мөһим.
Уҡыу процессын интенсивлаштырыуҙың, телгә өйрәтеүҙең иң уңыщлы алымдарының араһында уйын технологияһы төп урынды алып тора. Уйын – уҡыу процессын балаларға күңелле һәм эшлекле рәүештә телде өйрәтеүгә ҙур этәргес биреүсе сара. Уйын алымдарына таянған дәрес ялыҡтырғыс, мәжбүри процесстан ҡотҡара һәм ләззәт, йәм табып уҡыуға әйләнә.
Әлбиттә был теманы өйрәнгәндә, миңә күп кенә әҙәбиәт уҡып сығырға тура килде. Мәҫәлән, Даниил Борисович Эльконин, Лев Семёнович Выго́тский, Леонид Владимирович Занков кеүек психологтарҙың, Ви́ктор Фёдорович Шата́лов, Евгений Николаевич Ильин кеүек уҡытыусыларҙың эштәре менән таныштым. Үҙебеҙҙең ғалимдарыбыҙға килгәндә инде, Мирас Хамзович Иҙелбаевтың “Хәҙерге заман технологиялары һәм яңылыҡлы дәрестәр”, Миңлехана Ишмөхәмәт ҡыҙы Баһауетдинова һәм Гөлназ Наза ҡыҙы  Йәғәфәрованың “Башҡорт телен һәм  әҙәбиәтен заманса уҡытыу” һәм башҡа эштәрҙе ентекләп өйрәнеп, журнал-гәзиттәрҙе уҡып сыҡтым. Әлбиттә “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналында күп кенә мәғлюмәт табып була. Ә инде дәрескә әҙерләнгәндә Эльза Юрисовна Толомбаеваның “Уйна, көл, башҡорт телен яҡшы бел” тигән брошюраһы ярҙамға килә.
Яҡшы итеп ойошторолған уйын уҡыусыларҙан маҡсатҡа ирешеү, уйын процессында килеп тыуған ҡаршылыҡтарҙы еңеү өсөн ныҡышмалыҡ, татыулыҡ һәм башҡа төрлө көсөргәнешлектәр талап итә.
Башҡорт теле дәрестәрендә уйындарҙы файҙаланыу түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙы күҙ уңында тота:
Уҡыусыларҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү, белем, оҫталыҡ, күнекмәләрҙе практикала ҡулланыу;
Дөйөм уҡыу оҫталығы һәм күнекмәләрен үҫтереү;
Хеҙмәт күнекмәләрен арттырыу.
Тәрбиәүи маҡсаттар: уҙаллылыҡ, ихтыяр көсөн, хеҙмәттәшлек, коллектив тойғоһо, аралашыусанлыҡ тәрбиәләү.
Үҫтереүсе маҡсаттар: иғтибарҙы, хәтерҙе, телмәрҙе, фекерләүҙе, фантазияны, ижади һәләтте үҫтереү.
Ошо маҡсаттарҙан сығып, мин башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу өсөн Людмила Валентиновна Петрановскаяның классификацияһын урынлы тип таптым.
Уҡыу уйындары. Был төр уйындарҙы ауыр материалды иҫтә ҡалдырырға кәрәк булғанда ҡулланыу эффектлы. Уҡыу уйындарына фонетик, лексик, грамматик уйындар инә.
Әйтәйек икенсе класста башҡорт теленең өн-хәрефтәрен үткән саҡта фонетик уйындар ҡулланырға була, мәҫәлән: “Мин ниндәй өн уйланым”
Бөрө, Өфө, өкө, көс, өс.
Әсәй, сәскә, Әлфиә, әтәс, мәктәп.
Ағай, юйғыс, йылға, ҡарға.
“Һүҙҙәрҙе таны”:
бл , ҡбҡ, ҡрғ, ҡл (А) (Бала,ҡабаҡ,ҡарға, ҡала.)
Тр,рк,лш,трл,км (Ө) (төр, өрөк, өлөш, төрлө, өкөм)
Брс,ҡрс,ҡрт,блт (О) (борос, ҡорос, ҡорот, болот)
Тс, сй, ҡлм,брс (Ә) (әтәс, әсәй, ҡәләм, бәрәс)
“Хәреф-йомаҡтар”, был уйынды инде 3-4 класстарҙа өндәрҙе ҡабатлағанда бирергә була.
Кешелә бар – хайуанда юҡ,
Күлдә бар – йылғала юҡ.
Тауҙа бар – ерҙә юҡ,
Һыуҙа бар – өйҙә юҡ.
Һыйырҙа бар – кешелә юҡ,
Һарыҡта бар – эттә юҡ.
Лексик уйындар: “Кем күберәк һүҙ төҙөр” ( Ҡарлуғас)
Был уйында ике командаға бүленеп эшләргә мөмкин.
“Мин башлайым, һин дауам ит...”
Ҡыяр – йәшел, ......
Алма – ҡыҙыл......
Лимон – һары,......
“Ижектәрҙән һүҙҙәр төҙө”.
Ба(тыр) ма. Баҡ(са)н
Бут(ҡа)... Тор(ба)...
Бал(та)... Ал(ҡа)...
Ҡу(ян)... Туп(һа)...
Ке(ше)... Бе(сәй)...
Комбинаторлы уйындар. Һүҙ менән эш итә торған киң билдәле уйындар: кроссвордтар, чайнвордтар, ребус, башватҡыстар һ.б. был төр уйындар уҡыусыларҙың тиҙ варианттар табыуын талап итә һәм балаларҙың һүҙ байлығын әүҙемләштерә. Мәҫәлән, “Дөрөҫ парын тап!”
Эт һөт бирә
Әтәс йорт һаҡлай
Һыйыр йомортҡа һала
Тауыҡ уята
Ат йөк ташый
Шарадалар, Ребустар ҙа был уйын төрөнә инә.
Бер өлөшө, ай-һай,әсе,
Икенсеһе төҫ була...
Бергә ҡушып, ҡороп ҡуйғас,
Ҡуян эләгеп ҡуя.
(тоҙ+ аҡ = тоҙаҡ)
Һандарҙан һүҙҙәр төҙөү:
6Н – алтын 5ЕК – бишек
К3 – көс 100 Өк– йөҙөк
Т10 – тун Б6 – балтырған
Аналитик уйындар. Бындай уйындар уҡыусыларҙың аналитик һәм логик фекерләүен үҫтереүгә, уларҙың факт һәм законлыҡтарҙы үҙ аллы анализлап,уртаҡ һәм айырмалы яҡтарын табыу һәләттәрен үҫтереүгә нигеҙләнгән.
Мәҫәлән, “Пропорция” уйыны, ҡапма-ҡаршы мәғәнәле парлы һүҙҙәр табыу.
Аҡ-ҡара – ут-һыу
Һуғыш-үлем – тыныслыҡ-йәшәү
Кеше-аҙыҡ – машина-бензин
Тамсы-диңгеҙ – һүҙ-текст
“Рәттәге хәрефтәрҙе дауам ит”. Был хәрефтәр мәғәнәһе буйынса һүҙҙәр сылбырының беренсе хәрефтәре.
Б, И, Ө,.....
Алма, Банан, Виноград, Груша, Дыня, Еләк,
Контекслы уйындар. Уҡыусыларҙың иғтибарын, мәғәнәле, бәйләнешле телмәр төҙөү күнекмәләрен үҫтереүгә йүнәлтелгән уйындар. Уйындың маҡсаты булып тексты аңлау, мәғәнәһе буйынса төшөп ҡалған һүҙҙәр йәки һүҙбәйләнештәрҙе табыу, йә булмаһа текст төҙөү булырға мөмкин.
Мин мәҫәлән дәрестә уйын-минуттары үткәргән ваҡытта, төрлө матбуғат биттәренән дүрт юллыҡ шиғырҙы таҡтаға яҙам. Рифмалашҡан хәрефтәрен төшөрөп ҡалдырам. Балалар үҙҙәре уйлап табырға тейештәр.
Ер йөҙөндә йәйрәп ятҡан
Иң гүзәл ил – беҙҙең Рәсәй.
Ватанды һайлап алмайҙар,
Бүләк итә уны әсәй.
Һәм киреһенсә бирергә мөмкин:
...........................
............тауының
............................
.............ауылым.
Дәрескә һайланған уйындарҙы методик яҡтан дөрөҫ итеп үткәреү бик әһәмиәтле. Уйындарға ҡуйылған төп талаптарҙы түбәндәгесә биләләргә мөмкин:
•Уйындар бөтөһе өсөн дә аңлайышлы, ҡыҙыҡ булырға һәм балаларҙа ыңғай хистәр тыуҙырырға тейеш.
•Уйында ҡатнашыусыларҙың күберәк, ҡарап ултырыусыларҙың мөмкин тиклем әҙерәк булыуы һәйбәт.
•Уйынға ярыш характерын биреп, уҡыусыларҙың дәртләндереп ебәреү кәрәк.
•Уҡыусыларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн матур аксессуарҙар, предмет-ҡулланмалар булдырыу мөһим.
•Уйын һуңында уның һөҙөмтәләрен тикшереп, уҡыусыларҙың уңыштарын билдәләп үтеү мотлаҡ.
Ижади уйындар. Ижади уйындар уҡыусыларҙың фантазияһына нигеҙләнә. Был уйындарҙың үҙенсәлеге булып төрлө шарттарҙа бәйләнешле һәм йор һүҙле текст төҙөү тора.
Тексҡа ҡарап К хәрефенә башланған һүҙҙәрҙе әйт.
Мәҫәлән, был ижади уйын төрөн әкиәтте сәхнәләштергәндә бирергә була. Әйтәйек, шул уҡ Шалҡан әкиәтен алғанда ла, классты бер нисә төркөмгә бүлеп, әкиәтте традицион рәүештә түгел, ә һәр төркөмгә әкиәтте төрлө жанрҙарҙа ҡуйырға тәғдим итәһең. Мәҫәлән, бер төркөмгә – комедия, икенсеһенә – трагедия, өсөнсөһөнә – мюзикл формаһында....һәм башҡа. Балаларға был бик ҡыҙыҡ.
Дәрестә уйын технологияларын ҡулланғанда һынамыштар, көйлө минуттар, башҡорт халыҡ йырҙарын, мәҡәл-әйтемдәрен ҡулланыу уҡыусыларҙа халыҡ ижадына һөйөү тәрбиәләй.
Мәҡәл-әйтемдәр буйынса әңгәмәне төркөмдәрҙә уйын рәүешендә үткәрергә мөмкин. Уҡытыусы мәҡәлдең яртыһын, ә уҡыусылар төркөмө ярышып мәҡәлдең ҡалған яртыһын әйтәләр.
Мәҫәлән:
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ
Тырышҡан - ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан
Ялҡаулыҡ - хурлыҡ, тырышлыҡ ҙурлыҡ
Ҡалған эшкә ҡар яуа
Яҡшы һүҙ- йән аҙығы
Ололарға кесе бул, кеселәргә оло бул
Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара
Батыр бер үлер, ҡурҡаҡ мең үлер
Таҡталағы таблицаға ҡарап, мәҡәлде уҡып ҡарағыҙ.
Фразеологизмдарҙы үткәндә, уларҙы ҡыҙыҡлы һүрәттәр аша бирһәң, әһәмиәтлерәк булыр.
Шулай итеп, башҡорт теле дәрестәрендә уйындарҙы файҙаланыу уҡыусының шәхес булараҡ үҫешенә булышлыҡ итә, эшлекле мәғлүмәт менән алмашырға, билдәләнгән ҡағиҙәләрҙе үтәүгә өйрәтә. Дәрестә ҡатмарлы ҡағиҙәле һәм ғәҙел уйындар ҡулланыу уҡыусыларҙа тормошта кәрәк булған реаль тәжрибәне бирә, ниндәйҙер ҡағиҙәләргә буйһоноп йәшәргә, аныҡ итеп үҙ фекерен әйтергә, иптәштәрен тыңларға өйрәтә.