Азат Абдуллинды? «Ун ?с?нс? председатель» драма?ы буйынса д?рес-х?к?м.
Тема: Азат Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» драмаһы буйынса дәрес-хөкөм.
Маҡсат:
Әҫәрҙең идея – тематик йөкмәткеһен асыу, актуаллеген билдәләү.
Әҫәрҙең әхлаҡи актуаллеген асыу.
Уҡыусыларҙы әҫәргә ҡарата үҙ фекерен әйтергә өйрәтеү, нимә яҡшы, нимә насар икәндн танырға һәм баһа бирергә өйрәтеү.
Йыһазландырыу:
яҙыусының портреты, китаптары, әҫәр буйынса һүрәттәр, йыр, карточкала шиғырҙар.
Дәреслек:
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: урта мәктәптең 11-се классы өсөн дәреслек; А.Абдуллиндың «Йөрәккә сәнселгән аңлауҙар»; «Башҡортостан уҡытыусыһы».
Ойоштороу мәле.
Һаумыһығыҙ! Кәйефтәр нисек? Дәресте башлайыҡ. Хәҙер йырҙы тыңлайбыҙ. Бигерәктә 1 рәт. Йырҙың йөкмәткеһен аңларға тырышығыҙ.
1 рәт, был йыр нимә тураһында? Унда кем данлана һәм ни өсөн уға йыр арнала? Ниндәй тойғо уятты?
- Был бик шатлыҡлы йыр. Сөнки иген үҫтереүсе, икмәк үҫтереүсе маҡтала. Уның эше лә яҡшы бара, шулай уҡ тормошо ла һәйбәт.
2 рәт, Һеҙҙең алда шиғыр ята. Уны иғтибар менән уҡып сығығыҙ һәм телдән һүрәт төшөрөргә әҙерләнегеҙ.
Ауылҡайым – шиңмәҫ гөлдәр иле,
Ниндәй йәмле һинең йәйҙәрең.
Сәскәләр уяна, күңелдәр ҡыуана,
Ерҙең йәмләй иген ҡырҙарың.
Киң баҫыуҙар, йырға тиң баҫыуҙар,
Ауылымдың иркен ҡырҙары.
Шунда эшләй, шунда йәшәй
Алтын ҡуллы улдары.
Күҙ алдыгыҙға нимә килә? Шиғыр буйынса кем ниндәй шиғыр төшөрөр ине?
Әйе, был шиғырҙа ла, йырҙа ла ауыл кешеләре – игенселәр, икмәк үҫтереүселәр данлана. Улар эшсән, тырыш, тормоштары бай, улар ҡәнәғәт. Беҙ уҡыған А.Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» драмаһында ла бына ошондай ауыл тормошо һүрәтләнә. «Ҡыҙыл нур» колхозы үҙенең күршеләренән 12 йылға алға киткән. Колхозсылар үҙ эштәрен белеп, тырышып башҡара. Колхозды председатель Морат Сәғәҙиев етәкләй. Ә бит Сәғәҙиевҡа тиклем был колхоз район буйынса иң артта ҡалған ине. Морат Сәғәҙиев ошо ауылда тыуған. Ә бындағы «Ҡыҙыл нур» колхозын да уның атаһы Гәрәй Сәғәҙиев башлап ойошторған. Тик һуғышта һәләк булып ҡалған. Ошонан һуң колхоздағы председателдәр бер-бер алмашына. Йәштәр ҡалаға киткән, колхоз көрсөккә бата. Ни эшлэргэ? Ауыл кешеләре ҡалала обкомда эшләп йөрөгән Морат Сәғәҙиевты ауылға ҡайтыуын үтенеп һорайҙар. Һәм М.Сәғәҙиев ауылға ун өсөнсө председатель булып ҡайта.
- Йүләрһең, һин, йүләр, шундай Ҡур урынды ташлап китәләрме һуң? 12 председатель эшләй алмағанда, булдыра алырһыңмы? – ти ҡайһы бер ауылдаштары.
- Ысынлап та, башта еңел булмай Сәғәҙиевҡа.
Сөнки: ( таҡтала яҙыла)
Колхоздыҙ бурысы күпКешеләр эшкә йөрөмәй
Эш хаҡы түләнмәй, колхоздың аҡсаһы юҡ.
Ауыл ташландыҡ хәлдә.
Шунан, Морат С. Күп уйлана. – Нисек көсөктән сығырға? (таҡтала яҙыла):
Ниҙәр эшләйҙәр һуң улар?
Колхоз нисек аяҡҡа баҫа?
Ни сәбәпле уларҙы бының өсөн хөкөм итләр?
Ошо һорауҙарға беҙ бөгөн яуап табырға тейешбеҙ. Ә уның өсөн әйҙәгеҙ суд залына инәйек. (суд башлана)
- Суд бөттө. Хәҙер беҙ кире уҡыусылар. Әҫәргә баһа биреп китәйек.
- Халыҡтың тормошон яҡшыртыу өсөн ниндәй эш урындары асыла?
- Ни өсөн һуң хөкөм ителә, ғәйебе бармы?
- Колхоз председателе Сәғәҙиев, әҫәрҙә һүрәтләнеүенсә, бөтә яҡлап хеҙмәт кешеһе. Ул, беренсе сиратта, колхозсыларының мул тормошта йәшәүе өсөн тырыша. Сәғәҙиев материаль муллыҡ артынан ҡыуыусы түгел. Ул кешеләрҙең рухи донъяһының да бай былыуы өсөн ынтыла. «Сәскә һәм йырҙарҙы үҙенеке тип һанаған халыҡ – бай халыҡ,» - ти ул. Колхоз ветерандарын йылы яҡҡа ебәрә, һ.б. Председатель бында ла аңлы эш итә: былар барыһы ла кешеләр өсөн, уларҙың матур йәшәүе өсөн.
- А.Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» драмаһы Башҡортостанда ғына билдәле түгел, хата Мәскәү, Петербург театрҙарында сәхнәләштерелә. Был әҫәрҙе халыҡ яратып ҡабул итте.
- А.Абдуллиндың «Ун өсөнсө председатель» дың дауамы итеп «Һуңғы уҙаман» тигән драмаһын яҙған. Бында Сәғәҙиев төрмәлә 4 йыл ултырып сыға һәм туп-тура үҙенең тыуған ауылына ҡайта. Һәм бында ул нимә күрә? Колхоз элекке кеүек гөрләп тормай, ә киреһенсә, көндән көн шиңә бара. Колхоз председателе Якупов түрәләргә ярайым тип күпләп бүләктәр бирә. Һәм ауылдаштары Сәғәҙиевҡа кире председатель булырға өгөтләй. Оҙаҡ өгөтләйҙәр уны һәм ул ризалашыр тип ышанып ҡалабыҙ.
- Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, беҙҙең ауылда йәки эргэ тирәләге ауылдарҙа Сәғәҙиев кеүек кешеләр бармы?
- Һеҙ үҙегеҙ, Сәғәҙиев кеүек булла алырһығыҙмы? Мин, мәҫәлән, уйлайым, һеҙҙең арала Сәғәҙиев кеүек кешеләр бар тип. Мәҫәлән, беҙҙең ауылда умартасалыҡ менән шөғөлләнеп булмаймы? Балыҡ үрсетергә мөмкин. Хәҙерге ваҡытта, йәштәргә күпме мөмкинселектәр бар, күпме юлдар «асыҡ». Ә тик һеҙгә, ғөмүмәм, йәштәргә нимә эшләргә кәрәк? Белем алырға кәрәк, кешеләр менән эш итеү, контактҡа инеү белергә кәрәк. Һин дә маҡсаттар ҡуйып, шул маҡсаттарға ирешергә кәрәк.
Йомғаҡлау: Ошоноң менән беҙҙең дәрес тамам. Ышанам, әйтелгән һүҙҙәргә һеҙ «ҡолаҡ һалғанығыҙ» тип. Уңыштар һеҙгә!
Ошондай билдәләр ҡуям:..
ϴйгә эш: уҡып килергә. Һау булығыҙ!