Конспект урока башкирского языка. Ф.Ш.Сынбулатова. 3 класс. ?ушма ?????р.


Башҡорт теле. 3 класс. Ф.Ш. Сынбулатова.
Тема: Ҡушма һүҙҙәр. Уларҙың яһалышы.
Шәхси сифаттар өлкәһендәге үҫеш: ябай тәбиғәт күренештәренә иғтибарлы булып, тәбиғәттең ҡабатланмаҫ матурлығын, хозурлығын күрергә, уға ҡарата һаҡсыл ҡарашта булырға өйрәнеү, тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләү, боронғо кеше исемдәре менән танышыу һәм кәрәкле мәғлүмәт сығанаҡтары менән тнышыу;
Метапредмет өлкәһендәге үҫеш: эште шартына ҡарап эҙмә-эҙлекле үтәү; дөрөҫлөгөн тикшереү, баһалау; әңгәмәсеңде тыңлай белеү, дөрөҫ йүнәлештә эш итеү, ҡушылғанды эшләй белеү.
Предмет өлкәһендәге үҫеш: күҙәтеүҙәр, сағыштырыуҙар һөҙөмтәһендә ҡушма һүҙҙәрҙең ябай һәм яһалма һүҙҙәрҙән айырмаһын билдәләү; күмәкләп ҡушма һүҙҙәргә дөйөм төшөнсә биреү; ике һүҙ ҡушылып, бер нәмәнең атамаһы булып йөрөгән ҡушма һүҙҙәрҙең яһалыу юлдарын анализлау, һығымта яһау; һүҙлек запасын байытыу, телмәр үҫтереү өҫтөндә эшләү.
Йыһазландырыу: интерактив таҡта, карточкалар, аңлатмалы һүҙлектәр, Таңһылыу Күсимованың «Башҡорт исемдәре» китабы, Башҡортостандың ҡыҫҡаса энциклопедияһы, смайликтар, сигнал карточкалары
Дәрес барышы
Психологик комфорт булдырыу.
Сәләмләү. Яҡшы кәйеф булдырыу.
Һаумыһығыҙ, балалар,- тип
Үҙ телемдә өндәшәм.
Телемдең бар нескәлеген
Һәр дәрестә өләшәм.
Бөгөнгө башҡорт теле дәресен мин уҡытасаҡмын. Таныш булайыҡ: мин – Айһылыу Зинур ҡыҙы булам.
Ә хәҙер әйҙәгеҙ экранға күҙ һалайыҡ, бергәләшеп уҡыйыҡ. Слайд 2.
Хәйерле иртә, күҙҙәр,
Һеҙ уяндығыҙмы? (күҙҙәрҙе һыйпау)
Хәйерле иртә, ҡулдар, (ҡулдарҙы һыйпау)
Һеҙ уяндығыҙмы? (сәпәкәй итеү)
Хәйерле иртә, аяҡтар, (һыйпау)
Һеҙ уяндығыҙмы? (тыпырҙау)
Хәйерле иртә,ҡояш,мин уяндым! (ҡулдарҙы ҡояшҡа һуҙыу)
- Әле ниндәй миҙгел?
-Ҡыш миҙгеле һеҙгә нимәһе менән оҡшай?һ.б Эйе, ҡыш һыуыҡ, аҡ, матур миҙгел .
-Беҙ ҙә бөгөн һеҙҙең менән аҡ һәм саф уйҙар, һәйбәт теләктәр менән дәресте башлайыҡ.
-Кәйефтәрегеҙ нисек? (смайликтар)
2. Уңыш ситуацияһы ойоштороу. Дөрөҫ ултырыу ҡағиҙәләре.
а) Матур яҙыу минуты
Егерменсе ғинуар.
Класта эш.
Ҡҡ
Ҡарһылыу боҙбармаҡ ҡарабойҙай
ер, менән, бөтә, ҡапланған, ҡар. Һөйләм төҙөү. Баш киҫәктәрен табыу. Тикшереү .
Слайд 3.
б) Һүрәтле диктант яҙыу.
- Предметтарҙың исемдәрен яҙ.
аҡҡош, ҡыҙылтүш, ташбаҡа, көнбағыш, ҡыҫала. Слайд 4-8.
Тикшереү. Слайд 9.
Ҡәләм менән тамырҙарын билдәләйек.
Был ниндәй һүҙҙәр? Ни өсөн? Иҫбатла.
Был һүҙҙәр нисек яһалған?
Ҡағиҙәне иҫкә төшөрәйек. Слайд 10.
3.Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.
а) Дәреслектәге 1-cе күнегеү. 7 бит.
Персонаждарҙың һөйләшеүен уҡытыу. Ҡушма һүҙҙәрҙең яһалыу юлдарын күҙәтеү.
Слайд 11.
алъяпҡыс, ата-әсә, Йәнбикә, аръяҡ, матур-матур, Байтимер, бирьяҡ, һауыт-һаба, Гөлбикә, ҡулъяулыҡ, йүгерә- йүгерә, арлы-бирле, көньяҡ,ташкүмер,көнбағыш, бишбармаҡ
Һүҙлек эше: бишбармаҡ (Аңлатмалы һүҙлек )
Был ниндәй һүҙҙәр тип атала? Ни өсөн? Иҫбатла.
Тимәк бөгөнгө дәрестең дә темаһы нисек атала тип уйлайһығыҙ? (Ҡушма һүҙҙәр. Уларҙың яһалышы.) Слайд 12.
Дәрескә ниндәй маҡсат ҡуябыҙ? Нимәгә өйрәнербеҙ? Слайд 13
б)Ҡушма һүҙҙәрҙе төркөмләү. Яһалыштарын күҙәтеү.Слайд 14-17.
4. Ял минуты.
5.Уҡыу мәсьәләһен хәл итеү.
а) Парҙар менән эш (карточкаларҙа)
Ҡушма һүҙ төҙөп яҙ һәм уның нимә атамаһы булыуын бер һүҙ менән генә яҙып ҡуй.
алма+ағас, күмер+тау, биш+бармаҡ, аҡ+бай
_______________________________________________________________________
Ҡушма һүҙ төҙөп яҙ һәм уның нимә атамаһы булыуын бер һүҙ менән генә яҙып ҡуй.
стәрле+тамаҡ, аш+хана, аҡ+тырнаҡ, боҙ+бармаҡ
_______________________________________________________________________
Ҡушма һүҙ төҙөп яҙ һәм уның нимә атамаһы булыуын бер һүҙ менән генә яҙып ҡуй.
ҡул+тамға, аҡ+иҙел, һары+бай, көн+байыш
_______________________________________________________________________
Тикшереү. Һығымта яһатыу. Слайд 18.
Ике һүҙҙән яһалып, бер нәмәнең атамаһы булып йөрөгән ҡушма һүҙҙәр ҡушып яҙыла.
б) Дәреслек менән эш. 2-се күнегеү. 8 бит.
Тексты уҡытыу. Боронғо исемдәрҙе күсереп яҙыу.
в) Таңһылыу Күсимованың «Башҡорт исемдәре» китабы менән таныштырыу. Был китапта бик матур мәғәнәле башҡорт исемдәре бар. Исемдәрҙең нимәне аңлатҡаны яҙылған.
- Һеҙҙең класта кемдәрҙең исемдәре ҡушма һүҙҙән тора?
«Корреспондент” уйыны. Өлкәндәрҙән боронғо исемдәр һорашыу.
6. Ғәмәли мәсьәләләрҙе хәл итеү.
а)Төркөмдәрҙә эш.3 төркөм.
«Һүҙҙәр төҙө» уйыны.
көн тау
һабан грамм
бил бай
Ишем сығыш
Тора бау
кило һылыу
Гөл туй
Ҡар йөҙөм
Тикшереү. Һығымта.
б) Өйрәнелгән ҡағиҙә буйынса һүҙҙәр уйлатыу.
в)« Һүҙҙең яртыһын әйт” уйыны
(Ваҡыт булһа, 3- cө күнегеү)
7. Өйгә эш. 6 йәки 4-cе күнегеү. Аңлатыу.
8. Рефлексив анализ. Баһалау.
Дәрестә маҡсатҡа өлгәштекме? Слайдты ҡабат ҡарау.Дәрестә бөтәһе лә аңлашылдымы? Сигнал карточкалары күрһәтәләр.Баһалар ҡуйыу.
Дәрес тамам. Барығыҙға ла рәхмәт.