Рабочая программа по родному(башкирскому)языку и литературе 5-9 класс.


Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
«Средняя общеобразовательная школа №12»
городского округа город Октябрьский Республики Башкортостан
Рассмотрено
на заседании
ПК «Родные языки»
Руководитель кафедры
________ Аминова А.Д.
Протокол № 7 от 20.06.2016 г. Согласовано
Зам. директора по УР
________Галиева О.В.
«21» июня 2016 г.
Протокол МС
№ 7 от 21.06.2016 г. Утверждаю
Директор МБОУ СОШ №12
_________Малова Е.И.
«__» июня 2016 г.
Приказ №___от______ г.
Рабочая программа
основного общего образования
по родному (башкирскому) языку и литературе
на 2016/2017 учебный год
Составитель: Харисова Гульнара Марсовна

Пояснительная записка
Рабочая программа учебного предмета « Башкирский язык и литература» составлена в соответствии со следующими нормативно-правовыми документами:
Федеральный закон «Об образовании в Российской Федерации» в ред. Федеральных законов № 273 ФЗ от 29 декабря 2012 года;
Закон Российской Федерации «О языках народов Российской Федерации»,
Федеральный государственный образовательный стандарт основного общего образования,утверденный приказом Министерства образования и науки Российской Федерации от 17.12.2010 № 1897 (с изменениями,утвержденными приказом Министерства образования и науки Российский Федерации от 29.12.2014 № 1644)
Федеральный перечень учебников, утвержденный приказом Министерства образования и науки Российской Федерации от 31 марта 2014 года №253 «Об утверждении федерального перечня учебников,рекомендуемых к использованию при реализации имеющих государственную аккредитацию образовательных программ начального общего,основного общего,среднего общего образования».
Постановление Главного государственного санитарного врача РФ от 29 декабря 2010г. №189 «Об утвердении СанПин 2.4.2.2821-10 «Санитарно-эпидемологические требования к условиям и организации обучения в общеобразовательных учреждениях»
Закон «Об образовании в Республике Башкортостан» № 696-з от 01.07.2013 г.,
Приказ МО РБ от 29.04.2015 г. № 905 «О рекомендуемых базисном учебном плане и примерных учебных планах для образовательных учреждений Республики Башкортостан на 2015-2016 учебный год»;
Основная образовательная программа основного общего образования МБОУ СОШ №12 (утверждена приказом директора МБОУ СОШ №12 от 31.08.2015г. № 230);
Авторская программа по башкирскому языку для учащихся I – XI классов школ с русским языком обучения. Составители: Габитова З.М.., Усманова М.Г. – Ижевск, издательство «КнигоГрад» , 2008.
Устав МБОУ СОШ № 12;
Положение МБОУ СОШ №12 о рабочей программе начального общего и основного общего образования по ФГОС;
Учебный план МБОУ СОШ № 12;
Годовой календарный учебный график МБОУ СОШ №12
Планируемые резуьтаты освоения учебного предмета
Изучение предметной области "Родной(башкирский) язык и литература" должно обеспечить:
воспитание ценностного отношения к родному языку и родной литературе как хранителю культуры, включение в культурно-языковое поле своего народа;
приобщение к литературному наследию своего народа;
формирование причастности к свершениям и традициям своего народа, осознание исторической преемственности поколений, своей ответственности за сохранение культуры народа;
обогащение активного и потенциального словарного запаса, развитие у обучающихся культуры владения родным языком во всей полноте его функциональных возможностей в соответствии с нормами устной и письменной речи, правилами речевого этикета;
получение знаний о родном языке как системе и как развивающемся явлении, о его уровнях и единицах, о закономерностях его функционирования, освоение базовых понятий лингвистики, формирование аналитических умений в отношении языковых единиц и текстов разных функционально-смысловых типов и жанров.
Предметные результаты изучения предметной области "Родной(башкирский) язык и литература" должны отражать:
Родной язык:
совершенствование видов речевой деятельности (аудирования, чтения, говорения и письма), обеспечивающих эффективное взаимодействие с окружающими людьми в ситуациях формального и неформального межличностного и межкультурного общения;
понимание определяющей роли языка в развитии интеллектуальных и творческих способностей личности в процессе образования и самообразования;
использование коммуникативно-эстетических возможностей родного языка;
расширение и систематизацию научных знаний о родном языке; осознание взаимосвязи его уровней и единиц; освоение базовых понятий лингвистики, основных единиц и грамматических категорий родного языка;
формирование навыков проведения различных видов анализа слова (фонетического, морфемного, словообразовательного, лексического, морфологического), синтаксического анализа словосочетания и предложения, а также многоаспектного анализа текста;
обогащение активного и потенциального словарного запаса, расширение объема используемых в речи грамматических средств для свободного выражения мыслей и чувств на родном языке адекватно ситуации и стилю общения;
овладение основными стилистическими ресурсами лексики и фразеологии родного языка, основными нормами родного языка (орфоэпическими, лексическими, грамматическими, орфографическими, пунктуационными), нормами речевого этикета; приобретение опыта их использования в речевой практике при создании устных и письменных высказываний; стремление к речевому самосовершенствованию;
7)формирование ответственности за языковую культуру как общечеловеческую ценность.
Родная литература:
осознание значимости чтения и изучения родной литературы для своего дальнейшего развития; формирование потребности в систематическом чтении как средстве познания мира и себя в этом мире, гармонизации отношений человека и общества, многоаспектного диалога;
понимание родной литературы как одной из основных национально-культурных ценностей народа, как особого способа познания жизни;
обеспечение культурной самоидентификации, осознание коммуникативно-эстетических возможностей родного языка на основе изучения выдающихся произведений культуры своего народа, российской и мировой культуры;
воспитание квалифицированного читателя со сформированным эстетическим вкусом, способного аргументировать свое мнение и оформлять его словесно в устных и письменных высказываниях разных жанров, создавать развернутые высказывания аналитического и интерпретирующего характера, участвовать в обсуждении прочитанного, сознательно планировать свое досуговое чтение;
развитие способности понимать литературные художественные произведения, отражающие разные этнокультурные традиции;
овладение процедурами смыслового и эстетического анализа текста на основе понимания принципиальных отличий литературного художественного текста от научного, делового, публицистического и т.п., формирование умений воспринимать, анализировать, критически оценивать и интерпретировать прочитанное, осознавать художественную картину жизни, отраженную в литературном произведении, на уровне не только эмоционального восприятия, но и интеллектуального осмысления.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
5-се класс
Көҙ - 6 сәғәт.
С. Муллабаев. Шатлыҡлы иртә. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу.
Б. Бикбай. Туған тел. Р. Ғарипов. Туған тел. Шиғырҙарҙа туған телде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә. М. Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы. А. Йәғәфәрова. Яҡшылыҡ. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу.
Әминбәк (башҡорт халыҡ әкиәте). Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр.
Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Р. Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары (поэманан өҙөк). Ф. Рәхимғолова. Мин – Башҡортостандан. Ә. Вахитов. Аҡһаҡал аманаты.
«Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү. Н. Иҙелбай. Дүрт миҙгел. Б. Ноғоманов. Йәйбикә менән Көҙбикә. Әҫәрҙәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу. Шиғырҙарҙы тасуириуҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү.
Тыуган ер. Д. Бураҡаев. Урал тауҙары. Тыуған ер (ҡобайыр). «Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү.
А. Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар (әкиәт). Ф. Иҫәнғолов. Хәмит күпере. Р. Ғарипов. Алма. Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әкиәттәрҙең һәм хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү
Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Башҡорт телендәге к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү, фонетик күнегеүҙәр эшләү.
Башҡорт телендә сингармонизм. Башҡорт телендә сингармонизм, уҡыусыларҙы уларҙың төрҙәре менән таныштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Башҡорт телендә ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу.
Р. Ғарипов. Алма. Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әкиәттәрҙең һәм хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Н. Әминева. Тыуган ер. Д. Бураҡаев. Урал тауҙары. Тыуған ер (ҡобайыр). Т. Ғәниева. Уралиә тигән ил (әкиәт).
Р. Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары (поэманан өҙөк). Ф. Рәхимғолова. Мин – Башҡортостандан. Ә. Вахитов. Аҡһаҡал аманаты.
«Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү.
А. Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар (әкиәт). Ф. Мөхәмәтйәнов. Ҡыҙыҡ һүҙ. Ф. Иҫәнғолов. Хәмит күпере. Р. Ғарипов. Алма. Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әкиәттәрҙең һәм хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.
Ҡыш.- 15 сәғәт.
С. Әлибаев. Ҡыш. Н. Мусин. Ҡоралайҙар. В. Әхмәҙиев. Ҡышҡы урманда. Ҡ. Даян. Шыршы. М. Кәрим. Ҡыш бабай бәләкәй саҡта. Шиғырҙарҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.
Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре. Баҫымдың һуңғы ижеккә төшөүе һәм ялғау ҡушҡан һайын күсә барыуы. Башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән һуңғы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге баҫымды сағыштырыу.
Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. «Аҡъял батыр», «Ҡамыр батыр» әкиәттәре. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Таҡмаҡтар. Йырҙар.Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү.
Р. Солтангәрәев. Эшләп ашаһаң. З. Биишева. Йәшәү – хеҙмәт. «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәте. Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау.
Д. Бүләков. Яралы китап. Ғ. Рамазанов. Ағайым хаты. М. кәрим. Дан кәпәс түгел. Н. Мусин. Атайымдың өс һәнәге. Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү. Хикәйә тураһында төшөнсә.
Синонимдар. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы.
Ә. Әминев. Әсикмәк. Ф. Мөхәмәтйәнов. Әсәйем ҡулы. Әсә йөрәге (ҡобайыр). Ғ. Аллаяров. Таҫтамал. К. Кинйәбулатова. Әсә күңеле. Әҫәр-ҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү.
Яҙ килә. - 7 сәғәт.
Р. Назаров. Яҙ килә. З. Хисмәтуллин. Сыйырсыҡ. С. Әлибаев. Яҙҙы кем килтергән?
Р. Ғарипов. Һабантурғай йыры.Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Яҙ тураһында әңгәмә үткәреү, ижади эштәр башҡарыу. Йәнләндереү тураһында төшөнсә.
«Айыу менән бал ҡорттары» башҡорт халыҡ әкиәте. Б. Ноғоманов. Ҡарһылыу менән Яҙһылыу. Ғ. Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт. Әҫәрҙәр-ҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әкиәт геройҙарының эштәрен барлау. Ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәт.
Фразеологик берәмектәр, парлы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу.
М. Кәрим. «Өс таған» повесынан өҙөктәр. Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү.
Башҡорт телендәге к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү, фонетик күнегеүҙәр эшләү.
Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү.
Башҡорт телендә сингармонизм. Башҡорт телендә сингармонизм, уҡыусыларҙы уларҙың төрҙәре менән таныштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
А. Игебаев. Еңеү көнө. К. Мәргән. Ҡурайсының үлеме. Р. Ниғмәти. Еңеүселәргә дан. В. Исхаҡов. Миҙал һәм малай.Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Шағирҙарҙың был иҫтәлекле тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен, ватансылыҡ тойғоларының сағылышын күҙәтеү, Еңеү көнө, Бөйөк ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмәләр ойоштороу, ижади эштәр башҡарыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү.
Р. Назаров. Тракторсы йыры. З. Хисмәтуллин. Урман ҡунағы. С. Агиш. Турыҡай. М. Ғафури. Һарыҡты кем ашаған? Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Үҙ һөнәреңә, хеҙмәткә һөйөү, ил, халыҡ, киләсәк алдында бурыс төшөнсәләре тураһында фекер алышыу. Сәсмә әҫәрҙәрҙе тасуири итеп уҡыу үҙенсәлектәренә төшөнөү. Мәҫәл мәғәнәһенә төшөнөү, йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәреү менән һөйләп өйрәнеү. Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, образдарға характеристика биреү.
Аллегория һәм мәҫәл тураһында төшөнсә.
Йәй. - 7 сәғәт.
С. Муллабаев. Йомарт йәй. Б. Рафиҡов. Йондоҙ һанаусы малай. М. Кәрим. Ап-аҡ мөғжизә. Шиғырҙа йәйге тәбиғәттең тасуирланыуы. Үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү, яҙма эштәр эшләү. Башҡорт теле буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыуға, тексты интонация менән уҡыуға күнегеүҙәр.
6-сы класс
Йырым минең- Башҡортостан. – 1 сәғәт.
З. Биишева.” Башҡортостан”. Р. Ғарипов. “Дан һиңә, Дан Башҡортостан”. С. Ярмуллин. “Башҡорт аты”. Башҡорт теле буйынса алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Башҡорт әҙәби теле, уның нормалары тураһында төшөнсә биреү.
Уҙған ғүмер- ҡалған хәтер. – 1 сәғәт.
Ә. Усманов “ Башҡорттарҙың ғәскәри хеҙмәте”(өҙөк). “Ҡолой кантон” (Башҡорт халыҡ йыры). Ғ. Хөсәйенов. “Рудасы Исмәғил Тасим улы“(повестан өҙөктәр). Һүҙ төркөмдәре турһында төшөнсә.Үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре. Исем.
Ил һаҡлап, азатлыҡ даулап. – 3 cәғәт.
Ә. Бейеш. “Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ өсөн көрәше”. Б. Рафиҡов.” Һөйәнтүш фажиғәһе”. Башҡорт халыҡ йыры «Тәфтиләү». Ғ. Хөсәйенов. “Алдар батыр ҡиссаһы”. Степан Злобин. “Салауат Юлаев”. Ғ. Ибраһимов. “Кинйә “(романдан өҙөк). “Төньяҡ Амурҙары”. “Рус- француз һуғышы бәйете”.Һүрәтләү саралары. Исемдәрҙең һан, эйәлек, килеш һәм хәбәрлек категориялары менән үҙгрешенең үҙенсәлектәрен, ялғауҙарының фонетик варианттарының ҡулланышын практик күҙәтеү күнегеүҙәре. Бәйет тураһында төшөнсә.
Башҡорт Автономияһы өсөн көрәш. – 2 сәғәт.
Әхмәтзәки Вәлиди Туған. “Башҡорт ҡоролтайы”. Ш. Бабич. “Башҡорт халҡына көйлө хитап “(өҙөктәр). Р. Солтангәрәев. “Осто бөркөт”. Хитап тураһында төшөнсә. Сифат. Сифат дәрәжәләре. Дәрәжә формаларының яһалышы.
Уралып ятҡан уралтау. – 1сәғәт.
Башҡорт халыҡ йыры “ Урал”. Б. Бикбай. “Урал”. “Уралтау”. Исем сифат.Исем буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатла, дөйөмләштереү.
Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын. – 3 сәғәт.
Башҡортостан йылғалары тураһында белешмә. Башҡорт халыҡ йыры «Йәмле Ағиҙел буйҙары». Р. Бикбаев.” Һыуһаным һыуҙар бирегеҙ”. Башҡорт халыҡ йыры «Йәмле Дим буйы». «Ағиҙел менән Яйыҡ» риүәйәте. Риүәйәт тураһында төшөнсә. Тамыр, яһалма, ҡушма сифаттар.
Тау башында балҡый бер ҡала. – 1 сәғәт.
Р.Янбулатова “Гүзәл Өфөм – баш ҡалам”(йыр). А. Камалов. “Боронғо башҡорт ҡалалары”. Минең тыуған ҡалам.
Башҡорт йолалары. - 1 сәғәт.
А. Ҡобағошов. “Ҡарға бутҡаһы тәмлеме”? “Т. Ҡарамышева.” Кәкүк сәйе”. Башҡорт йолалары тураһында белешмә. Һүҙҙәр һәм һүҙбәйләнештәр.
Башҡорт аштары. – 1 сәғәт.
Ҡ. Даян. “Башҡорт ҡымыҙы”. М. Өмөтбаев.” Башҡорт ҡорото”. Н. Сафин. “Бишбармаҡ”. Башҡорт халҡының милли аштары тураһында белешмә. Сифаттарҙың үҙгәреше.Башҡорт һәм рус телендәге оҡшаш һәм айырмалы яҡтарҙы билдәләү. Сифат темаһын ҡабатлау.Хат яҙырға өйрәтеү.
Әсәм теле- сәсән теле – 1 сәғәт.
Башҡорт теле(белешмә). З. Биишева. “Башҡорт теле”. Башҡорт халыҡ әкиәте «Яҡшы һүҙ- йән аҙығы». Ә. Вахитов.” Һүҙ хаҡында баллада.” Р. Назаров. “Япраҡ”. Алмаш.Төп үҙенсәлектәре. Рус телендәге алмаштар менән сағыштырыу, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Килтерелгән текстарҙан алмаштарҙы табыу.
Башҡорттар китте һуғышҡа – 1 сәғәт.
Я. Хамматов.” Башҡорттар китте һуғышҡа…” Ҡ. Даян. “Шайморатов генерал” (йыр). Ж. Кейекбаев. “Зөбәй Үтәғолов”. Ә. Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә”(өҙөк). Ә. Бикчәнтәев. “Нисә йәш һиңә комиссар?”. Алмаштарҙың башҡорт телендә мәғәнә үҙенсәлектәрее, төркөмсәлере, телмәрҙә ҡулланыу.
Башҡорт ауыҙ-тел ижады – 4 сәғәт.
Башҡорт халыҡ әкиәттәре (белешмә). «Аҡъял батыр» башҡорт халыҡ әкиәте. «Алдар менән шайтан» башҡорт халыҡ әкиәте. Тормош- көнкүреш әкиәттәре. «Ҡурай» башҡорт халыҡ йыры. «Ҡурай моңо» әкиәте. Йомаҡтар. Алмаш төркөмсәләрен ҡабатлау. Һандар. Ябай һәм ҡушма һандар. Һандардарҙың телмәрҙә ҡулланылышы.
Боронғо әҙәби ҡомартҡыларыбыҙ -- 3 сәғәт.
М. Аҡмулла. Нәсихәттәр. Сәсәндәр ижады. Ҡармасан менән Сәрмәсән.С. Юлаев. Бүгәсәүгә ҡушылып, ир- батырға ҡуш булып…
Һандар. Фонетик күнегеүҙәр. Һан төркөмсәләре. Һандарҙың яҙылышы. Цифрҙар менән яҙылған һандарҙы уҡыу һәм яҙыу күнекмәләрен үткәреү.
Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, яҙыусылары. – 5 сәғәт.
Халыҡ шағирҙарының тормош юлы менән танышыу, ижадтарына ҡыҫҡаса күҙәтеү яһау, уларҙың башҡорт әҙәбиәте тарихында урыны тураһында фекер алышыу. Биография һәм автобиография тураһында төшөнсә биреү. Р. Ниғмәти.” Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”. З. Биишева. “Кәмһетелгәндәр “(өҙөк). Р. Ғарипов.” Аманат”. Н. Мусин. “Күҙ йәше”.Р. Бикбаев. “Халҡыма хат”. Ә. Атнабаев.” Салауат менән һөйләшеү”.
Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ.- 3 сәғәт.
Ҡ. Аралбай. “Дуҫлыҡ һәйкәле”. М. Кәрим. “Беҙҙең өйҙөң йәме”. Ҡунаҡ килде. А. Кузнецов. “Салауаттан һорау алыу”. Картина менән эш. Әҙәбиәт теорияһы буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү. Тел буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.

7-се класс
Теле барҙың-иле бар - 7 сәғәт.
Әкиәттәр тураһында түбән кластарҙа үткәнде иҫкә төшөрөү. Тематик яҡтан әкиәттәрҙең төркөмдәре: тормош-көнкүреш, тылсымлы, батырҙар һәм хайуандар тураһындағы әкиәттәр.Хайуандар тураһындағы әкиәттәр. «Етем төлкө», Тылсымлы әкиәттәр. «Алтын алма», Тормош-көнкүреш әкиәттәре «Алтын тамсы», Әкиәттәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү. Исемдәр биреп, план төҙөргә өйрәтеү.Әҙәбиәт теорияһы.Эпитет, гипербола, аллегория төшөнсәләрен ҡабатлау.
Сифаттарҙы, алмаштарҙы ҡабатлау.
Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү. Уларҙың тематик бүленеше, оҡшаш һәм айырмалы яктары. Ер-һыу, ырыу-ҡәбилә тарихы: «Етегән йондоҙ», «Ай менән Зөһрә».
Ҡылымдарҙың затлы һәм затһыҙ, барлык-юҡлык формалары. Ҡылымдарҙың күләм һәм йүнәлеш категориялары менән практик таныштырыу күнегеүҙәре. Төп йүнәлештән башҡа ҡылым йүнәлештәренең айырым ялғауҙары булыуын күрһәтеү.
Ҡылымдарҙың затлы формаларының үҙенсәлектәрен: һан, зат, заман менән үҙгәрешен асыҡлау, уларҙы рус теленә тәржемә итеү күнегеүҙәрен эшләтеү.
Йыр тураһында төшөнсә. Боронғо һәм хәҙерге йырҙар. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар. Йырҙарҙа көй һәм моңдоң әһәмиәте. Тематикаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың төркөмдәргә бүленеше. Халыҡтың рухи тормошонда йырҙың роле. Тарихи һәм лирик йырҙар. Тарихи йырҙар («Эскадрон», «Урал»). Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһында («Йәйләүек»). Ҡасҡындар тураһында («Буранбай», «Бейеш»). Кантон башлыҡтары тураһында («Тәфтиләү», «Ҡолой кантон»). Ҡатын-кыҙҙар яҙмышы тураһында («Зөлхизә», «Ғилмияза»). Таҡмаҡтар тураһында төшөнсә. Бейеү таҡмаҡтары. Уйын таҡмаҡтары. Таҡмаҡтарҙың башҡарылыу үҙенсәлектәре, уларҙың йырҙарҙан айырмаһы. Ҡылым һөйкәлештәре. Хәбәр, бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары.
Алтын көҙ - 2 сәғәт.
М.Тажи «Алтын көҙ», Ф.Рәхимғолова «Көҙ» шиғырҙарында көҙгө тәбиғәттең, көҙ билдәләренең һүрәтләнеше.
Әҙәбиәт теорияһы: Поэтик телдәге һүрәтләү сараларын ҡабатлау. Метафора тураһында төшөнсә.
М.Ғафури. «Ҡыр ҡаҙы» хикәйәһенең идея-тематик йөкмәткеһе. Малайҙың һәм уның атаһының ҡыр ҡаҙына ҡарата мөнәсәбәте. Хикәйәлә ҡоштарға, хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм ярҙам итеү мотивы. Кеше һәм тәбиғәт темаһына әңгәмә үткәреү.
Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының эш ҡушыуҙы, бойороуҙы белдереүе, яһалышы, һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡта йәки юҡлыҡта килеүе.
Уҡыу - белем шишмәһе - 2 сәғәт.
Раил Байбулатов. «Нурлы күҙҙәр». Н.Мусин. «Тайғаҡ баҫма». Әҫәрҙәрҙә дуҫлыҡ, тырышлыҡ, тоғролоҡ, намыҫлылыҡ һәм әхлаҡ проблемаларының сағылышы. Хәмзә һәм уҡытыусы, һуғыш ветераны Уғатар ағай образдары. Рәхмәт менән Әсҡәт дуҫлығы. Рәхмәткә хас сифаттар. Хәмзәнең ҡылығын баһалау.
Теләк һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше.
Дуҫлыҡта – берҙәмлек – 2 сәғәт.
Б.Бикбай. «Рус теле», Р.Сафин. «Дуҫлыҡ», Ш.Бикҡол. «Дуҫлыҡ», М. Кәрим. «Миләш». Был шиғырҙарҙа дуҫлыҡты данлау. Ысын дуҫлыҡты баһалау. Рус һәм башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡҡа һоҡланыу, ғорурланыу тәрбиәләү.
Р.Байбулатов. «Һарыбай». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда дуҫлыҡтың сағылышы. Төп геройҙарҙың характерҙарына хас сифаттар.
Ә.Бикчәнтәев. «Бакенщиктар илаҡ булмай». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда батырлыҡтың сағылышы. Ата һәм ул образдары. Шарт һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше.
Хеҙмәте юҡтың - хөрмәте юҡ - 3 сәғәт.
М.Ғафури. «Гөлдәр баҡсаһында» шиғырында эшсәнлек, дуҫлыҡ һәм дошманлыҡтың ҡапма-ҡаршы һүрәтләнеүе.
М.Ямалетдинов. «Ураҡ өҫтө» шиғырында ураҡ ваҡытында иген урыусы комбайнерҙың хеҙмәте. Уйылдан образы.
Ж.Кейекбаев. «Оморҙаҡ бабай». Хикәйәнең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Оморҙаҡ бабай образына хас сифаттар.
Ҡылымдарҙың затһыҙ формалары: сифат ҡылым, хәл ҡылым, исем ҡылым, уртаҡ ҡылым. Уларҙың зат, һан менән үҙгәрмәүе.
Исем ҡылымда ҡылымлыҡ билдәләре: барлыҡ - юҡлыҡ, ҡылым күләмдәре һәм йүнәлештәре ялғауҙарын ҡабул итә алыуы.
Исемлек билдәләре: килеш, һан, эйәлек категориялары менән үҙгәреүе.
Исем ҡылымдарҙың исемгә күсеүе. Исем ҡылымдарҙы рус теленә тәржемә итеү.
Ж.Кейекбаев. «Туғандар һәм таныштар» романынан өҙөк. Өҙөктөң йөкмәткеһен үҙләштереү. Төп образдарға характеристика биреү.Һорауҙарға яуаптар биреү, план төҙөп, уның буйынса һөйләү. Башҡорт халҡының йылҡысылыҡ, солоҡсолоҡ һөнәрҙәре тураһында әңгәмә ойоштороу, яҙма эштәр башҡарыу.
Әҙәбиәт теорияһы: Герой тураһында төшөнсә.
Уртаҡ ҡылым, уның мәғәнәһе, яһалышы, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәреше. Рус телендәге уртаҡ ҡылымдың башҡорт теленә төрлө ҡылым формалары менән тәржемә ителеү мөмкинлектәрен миҫалдарҙа күҙәтеү. Киреһенсә, башҡорт телендәге уртаҡ ҡылым рус теленә төрлө ҡылымдар менән тәржемә ителә алыуын практик эштәр үтәлешендә асыҡлау.
Башҡорт телендә уртаҡ ҡылымдарҙың икенсе бер ҡылымдарҙы асыҡлап килеүе ихтимал: бирешмәҫкә тырыша, күрергә теләй һ.б.
Уртаҡ ҡылымдан һуң ярай, ярамай, тейеш, тейеш түгел, кәрәк, мөмкин модаль һүҙҙәре килеп, төрлө модаль мәғәнәләр белдерә алыуын практик күҙәтеү, уларҙы рус теленә тәржемә итеү.
Башҡортостан-ғәзиз ерем - 2 сәғәт.
Ә.Үтәбай. «Башҡортостан» шиғырында лирик геройҙың кисерештәрендә Башҡортостан, Тыуған ил образы. А.Игебаев. «Онотманым һине, ауылым» шиғырында хистәр байлығы, тыуған ерҙең күңелгә яҡын булыуын еткереү.
Сифат ҡылым, унда бер үк ваҡытта сифатлыҡ һәм ҡылымлыҡ мәғәнәһенең булыуы, йәғни предметтың, заттың билдәһен уның эше, хәрәкәте буйынса белдереүе. Сифат ҡылымдың заман менән үҙгәреүе. Хәҙерге заман сифат ҡылымдың ике төрө, ябай һәм ҡушма формалары, менән практик таныштырыу, уларҙың барлыҡта йәки юҡлыҡта тора алыуы.
Үткән заман сифат ҡылым, уның яһалышы, барлыҡта, юҡлыкта килә алыуы. Киләсәк заман сифат ҡылым, уның яһалышы, төрҙәре, мәғәнәләре. Сифат ҡылымдарҙың исемләшеүе, был осраҡта исемдәргә хас категориялар менән үҙгәреүе. Рус теленән айырмалы рәүештә, башҡорт телендә исем алдында килеүсе сифат ҡылымдарҙың һан, эйәлек, килеш ялғауҙарнын ҡабул итмәүе.
Исем ҡылым, уның эш, хәл һәм хәрәкәттең исемен атауы, яһалышы.
М. Кәрим. «Ҡайын япрағы тураһында» Шиғырҙа ҡайын һәм япраҡ образы. Башҡортостандың данлы тарихының сағылышы.
Ап-аҡ карҙар яуа - 3 сәғәт.
К.Кинйәбулатова. «Һаумы, аҡ ҡыш!», Ш.Бикколов. «Урман», Ә.Әхмәт-Хужа. «Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай!», Г.Ғәлиева. «Ҡарһылыу». Шиғырҙарҙа ҡыш миҙгеленең, тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше.
Хәл ҡылым, уларҙың яһалышы, мәғәнәләре, төрҙәре, үҙенсәлектәре. Хәл ҡылымдар процестың билдәһен белдереүҙәре менән рәүештәргә оҡшай, ә уларҙың барлыҡ-юҡлыҡ, күләм, йүнәлеш ялғауҙары ҡабул итеүе - ҡылымлыҡ билдәләре. Хәл ҡылымдарҙың ҡулланышы һәм дөрөҫ яҙылышы.
Ә.ӘҺлиуллин. «Биҙәкле сана». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Боронғо сана яһау һөнәренең сағылышы. Имаметдин ҡарттың һөнәре, халыҡ араһындағы абруйы. Әҫәрҙә дуҫлыҡ, татыулык мотивы.
Ҡылым төркөмсәләренең рус теленә тәржемә ителеү үҙенсәлектәрен практик эштәр башҡарғанда күҙәтеү, уларҙы тәржемә итеү күнекмәләрен үҫтереү.
Ҡылымдарҙы дөйөмләштереп кабатлау.
Ил намыҫы - ир күңелөндә - 5 сәғәт.
Р.Шәкүр. «Һаҡта тора илдең улдары» шиғырында Тыуған илде, тыныслыҡты һаҡлаусы ил улдары образдары.
Ф.Акбулатова. «Атай икмәге» хикәйәһе. Йөкмәткене үҙләштереү. Әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышының һүрәтләнеше.
Рәүештәр. Уларҙың мәғәнәләре.
В.Исхаков. «Кеше күңеле - тәрән даръя». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Исеменең мәғәнәһен асыҡлау. Һуғыш осоронда тылда халыҡтың тормошо һәм эшсәнлеге.
Рәүеш төркөмсәләре: төп рәүештәр, ваҡыт рәүештәре, урын рәүештәре, оҡшатыу-сағыштырыу рәүештәре, күләм-дәрәжә рәүештәре, сәбәп-максат рәүештәре тураһында төшөнсә.
А.Баһуманов. «Ҡайҙа һин генерал?». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткәһен үҙләштереү. Проблемаларына, образдарына характеристика биреү. План төҙөп, план буйынса һөйләргә өйрәнеү.
Рәүештәрҙең яһалышы: тамыр, яһалма, ҡушма рәүештәр. Дәрәжәләре. Рәүештәрҙеңтелмәрҙә ҡулланылышы.
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр - 2 сәғәт.
Г.Юнысова «Әсәйҙәр байрамы», «Йырлайым әсәйҙәр тураһында» (йыр). Ф.Мөхәмәтдинов «Әсәйем ҡулы» шиғырҙарҙын һәм йырҙы тасуири уҡыу. Әсәйҙәр изгелегенең, бөйөклөгөнөң сағылышы.
Ф.Иҫәнолов. «Бер ҡаҙаҡ май». Әҫәрҙә әсә һәм бала араһындағы мөнәсәбәтте баһалау.
Ә.Бикчәнтәев. «Яраланған бүре күҙҙәре». Әҫәрҙә әсәнөң ҡыҙын үҙаллы тормошҡа әҙерләүе. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһөн үҙләштереү. Һорауҙарға яуап биреү, план төҙөп һөйләргә өйрәнеү.
Г.Яҡупова. «Әсәйҙәр ниңә ҡартая?», «Мейес әбей».
Әсә менән бала, ейән менән өләсәй мөнәсәбәттәрө тураһында әңгәмә ойоштороу.
Теркәүестәр. Уларҙың һөйләм киҫәктәрен һәм ҡушма һөйләмдә ябай һөйләмдәрҙе бәйләп йөрөүе. Теркәүестәрҙең төркөмсәләре: теҙеү һәм эйәртеү теркәүестәре, уларҙың телмәрҙәгө ҡулланышын күҙәтеү.
Теркәүес һүҙҙәр: парлы һәм яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр, уларҙың һөйләмдәрҙе һәм һөйләм киҫәктәрен бәйләүе күрһәтеү алмаштары менән белдерелә, яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр: һорау һәм күрһәтеү алмаштары менән белдерелгән парлы теркәүес һүҙҙәр.
Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.
Эх, күңелле яҙ килә! - 3 сәғәт.
Р.Ниғмәти. «Яҙ килде, яҙ!» шиғырында яҙ килеү менән тәбиғәттең уяныуының, яҙғы эштәр башланыуының һүрәтләнеше. Р.Ғариповтың «Һабантурғай» шиғырында яҙ килтереүсе һабантурғай образы. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, төп идеяларын асыу.
Һ.Дәүләтшина. «Айбикә» повесы (өҙөк). Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда азатлыҡ өсөн көрәштең, ҡатын-ҡыҙҙың рухи үҫешенең һүрәтләнеше. Ауыл кешеһе йәшәйешенең сағылышы. Образдарға характеристика.
Бәйләүестәр. Уларҙың эйәреүсе киҫәк менән эйәртеүсе киҫәкте, эйәрсән һөйләм менән баш һөйләм араһындағы бәйләнеште барлыҡҡа килтереүе. Бәйләүестәрҙең төркөмсәләре, мәғәнәләре. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәте. Синоним бәйләүестәрҙе ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.
Бәйләүестәрҙең килештәргә мөнәсәбәте: 1) исемдәрҙең төп килештә, ә алмаштарҙың эйәлек килештә килеүен талап итеүсе бәйләүестәр; 2) исемдәрҙең төбәү килешен талап итеүсе бәйләүестәр; 3) исемдәрҙең сығанаҡ килештә тороуын талап итеүсе бәйләүестәр.
Тел - тере шишмә - 2 сәғәт.
Ҡ.Аралбай. «Башҡорт тел», Ғ. Байбурин. «Тыуған илемә» шиғырҙарында туған телгә, илгә, халыҡҡа ихтирам һәм дан йырланыуы.
М.Кәрим. «Оҙон-оҙак бала саҡ» повесы (өҙөк). Идея-тематик йөкмәкеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре. Оло инәй, Кендек образдарына яҙма характеристика.
Киҫәксәләр. Уларҙың айырым һүҙгә йәки һөйләмгә ниндәй булһа ла мәғәнә төҫмөрләнеше биреүсе ярҙамсы һүҙ булыуы тураһында төшенсә. Киҫәксәләрҙең төркөмсәләре, уларҙың дөрөҫ яҙылышы, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.
Йәмле йәй - 2сәғәт.
М.Ғафури. «Болон» шиғырында йәйге болон матурлығының тасуирланыуы.
Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдә хәбәр булып килеүе, шулай уҡ һөйләмгә төрлө модаллек мәғәнәләрен биреүгә лә хеҙмәт итеүе, дөрөҫ яҙылышы.
Х.Назар. «Йәйге йәшен». Әҫәрҙә йәйге тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше.
Ымлыҡтар. Уларҙың кешеләрҙең хис-тойғоһон, теләк-ынтылыштарын белдереүе. Ымлыҡ төрҙәре, телмәрҙәге әһәмиәте, дөрөҫ яҙылышы. Ымлыҡтарҙың яңы һүҙҙәр яһауҙа нигеҙ булыуы.
С.Әлибай. «Ямғыр теләү» шиғырында ямғыр теләүҙең һүрәтләнеше.
Н.Игеҙйәнова. «Өйөрөлмәк» әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙы баһалау. Әҫәрҙең төп идеяһын һәм образдарын асыу.
8- се класс
Әмир Моратов,Рауил Бикбаев, Мәхмүт Уразаев. - 1 сәғәт.
“Башҡортлоҡ”,“Бөтә донъя башҡорттары ,берләшегеҙ ”,“Башҡортостан сәләме” шиғырҙары. Идея –тематик йөкмәткеһен асыу.
Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Ҡобайырҙар ,әйтештәр. - 2 сәғәт.
Башҡорт халыҡ ижадының эпик жанры булараҡ-ҡобайыр.Ҡобайырҙарҙа тыуған ерҙе һәм уның азатлығы өсөн көрәшкән батырҙарҙы данлау.
“Бейек тауҙың үлгәне”.,“Ил тигәндең кеме юҡ,”“Бер тигәс тә ни яман”ҡобайырҙарында йәш быуынды тәрбиәләү,халыҡтың аҡылы һәм тормошо тураһындағы философияның сағылышы.
Ҡобайырҙарҙың художество үҙенсәлектәре. “Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтеше”ндә феодаль йәмғиәтендәге синфи көрәштең сағылышы.
Ҡобайыр,әйтеш тураһында белешмә биреү.Ябай һөйләм синтаксисы һәм пунктуация.
Һүҙ һәм һөйләм,һүҙбәйләнеш,уларҙың яһалышы һәм төҙөлөшө.Ҡушма һүҙ һәм һүҙбәйләнеш,уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһы.
Шафиҡ Әминев –Тамъяни. - 4 сәғәт.
Биографик белешмә.Шиғырҙарының идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Авторҙың Тыуған илде һаҡлағанир-егеттәрҙе данлауы,ер-һыуҙы Уралдың матур тәбиғәтен тасуирлауы.
Һөйләмдә һүҙҙәр бәйләнеше; теҙмә,эйәртеүле бәйләнеш,уларҙы барлыҡҡа килтереүсе саралар.Эйәртеүсе бәйләнештең төрҙәре:ярашыу, башҡарылыу,йәнәшәлек,һөйкәлеү.
Ғәли Ибраһимов. - 2 сәғәт.
“Кинйә”романының йөкмәткеһе менән танышыу.Өҙөктә һүрәтләнгән осорға характеристика.Халыҡ образының бирелеше.Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.Уларҙы баш киҫәктәрҙе асыҡлап,уға эйәреп килеүе.Аныҡлаусылар,уларҙың бирелеше,исем менән бирелгән һөйләмдә киҫәккә ҡарауы.Аныҡлаусы һәм аныҡланыусы һүҙ.Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар.Тиң булмаған аныҡлаусыларҙың предметтарҙы,заттарҙы төрлө яҡлап асыҡлауы,өҫтәлмәлектәр,уларҙың үҙенсәлектәре.
Баязит Бикбай. - 1 сәғәт.
Яҙыусының биографияһы. “Ер”поэмаһынан өҙөк уҡыу,идея-тематик йөкмәткеһен асыу.Әҫәрҙә күтәрелгән ер,азатлыҡ,көрәш темалары.
“Ҡаһым түрә”драмаһының йөкмәткеһе.Өҙөктөң идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү.Төп образдарға характеристика биреү.
Драма ,хәтирә жанры тураһында төшөнсә.
Тултырыусылар,уларҙың ҡылым менән белдерелгән һөйләм киҫәгенә ҡарауы.Тура һәм ситләтелгәнтултырыусылар.Билдәле һәм билдәһеҙ тура тултырыусылар.
Ғәлимов Сәләм.-3 сәғәт.
Биографик белешмә..“Шоңҡар”поэмаһының идея-тематик йөкмәткеһен асыу. Төп образдарға характеристика. Поэманың тел-стиль үҙенсәлектәре.Хәлдәр,уларҙың төрҙәре.Урын,ваҡыт.маҡсат,сәбәп хәлдәре.Грамматик бүленеше,төҙөлөшө һәм мәғәнәләре.
Зәйнәб Биишева. - 3 сәғәт. Яҙыусының биографияһы.Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһе.унда күтәрелгән төп проблемалар.Һөнәрсе менән Өйрәнсек образдары.Күләм-дәрәжә,рәүеш,шарт,кире хәлдәр.Уларҙың грамматик бүленеше,төҙөлөшө,мәғәнәләре.
Мостай Кәрим. -1 сәғәт.
“Үлмәҫбай” поэмаһы,шиғырҙары. Яҙыусының биографияһы. “Үлмәҫбай” поэмаһында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт яугирҙарының батырлыҡтарын кәүҙәләндереү.Поэманың идея-тематик йөкмәткеһе.Поэмала халыҡ ижады алымдарын оҫта файҙаланыу.Шиғыр һәм поэма араһындағы оҡшаш һәм айырмалы яҡтарҙы аңлатыу.
Лиро-эпик поэмаға төшөнсә.
Ноғман Мусин. - 5 сәғәт.
“Йыртҡыс тиреһе”повесының идея-темаһын,төп прблемаһын асыу.Һолтанбайҙың фажиғәле яҙмышын тасуирлау.Әҫәрҙә һүрәтләнгән хәҙерге замандың.йәмғиәттең төп һыҙаттарын асыҡлау.
Тиң киҫәкле һөйләмдәр.Тиң киҫәктәр тураһында төшөнсә,уларҙың һөйләмдә бер үк һүҙгә ҡарауы,бер һорауға яуап булыуы.Тиң киҫәктәр эргәһендәге тыныш билдәләре. Тиң киҫәктәр эргәһендәге дөйөмләштереүсе һүҙҙәр.Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.Берсоставлы һөйләмдәрҙең төрҙәре;билдәлеэйәле һөйләмдәр,билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр,эйәһеҙ һөйләмдәр.атама һөйләмдәр.
Тулы һәм кәм һөйләмдәр.Мәғәнәне тулы асыҡлау өсөн кәрәк булған киҫәктәренең һөйләмдә бирелеүе.
Рәми Ғарипов. - 3 сәғәт.
Биографик белешмә. «Урал йөрәге» шиғырында Башҡортостан образының образлы сағылышы.Башҡорт халҡының азатлыҡ өсөн көрәше.Шиғырҙа халыҡтар дуҫлығы темаһы. «Аманат»шиғыры.
Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре.Айырымланыу тураһында төшөнсә.Башҡорт телендә аныҡлаусыларҙың айырымланыуы.
Хәлдәрҙең айырымланыуы. Хәл әйтемдәренең айырымланыуы.
11. Ғайса Хөсәйенов. - 1сәғәт.
«Һуңғы тарпан»әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү.Хикәйәттең төп проблемаһын асыу.Кейек-хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Өҫтәлмәлектәрҙең айырымланыуы Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәр эргәһендә тынышбилдәләре.
Рауил Бикбаев. - 2 сәғәт.
Шиғырҙарын тасури уҡыу,идея-тематик йөкмәткеләрен үҙләштереү.Халыҡ яҙмышы,дуҫлыҡ проблемалары.
Өндәш һүҙҙәр,улар эргәһендә тыныш билдәләре.
Талха Ғиниәтуллин. - 2 сәғәт.
«Мәтрүшкә еҫе»,«Әсә һәм бала»әҫәрҙәренең йөкмәткеһен үҙләштереү. «Мәтрүшкә еҫе» әҫәрендә саф күңелле кешеләрҙе тасуирлау.Хәбибулла образына характеристика. «Әсә һәм бала»әҫәрҙәрендә әсә һәм бала образдары,уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәренең сағылышы.
Инеш һүҙҙәр,һүҙбәйләнештәр,уларҙыңһөйләмдәге уй-фекергә һөйләүсенең мөнәсәбәтен белдереүе,йыйнаҡ һәм тарҡау була алыуы.
Назар Нәжми.- 2 сәғәт.
«Башҡортостан»,«Аҡ шишмә»шиғырҙарының йөкмәткеһе менән танышыу.Уларҙа Башҡортостан,Тыуған ергә оло һөйөүҙең тасуирланыуы.Шиғырҙарҙа лирик герой образы.
Инеш һүҙ һәм һөйләмдәр.Телмәр авторының үҙ фекеренә ҡарата мөнәсәбәтен төп һөйләм эсенә ингән айырым һөйләм менән белдереүе.Инеш Һөйләмдәрҙең төп һөйләмдән өтөр,һыҙыҡ һәм йәйәләр менән айырылыуы.
Һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Фаҡиһа Туғыҙбаева. -1 сәғәт.
Ринат Камал. Хәсән Назар .- 2 сәғәт.
“Таня- Таңһылыу” әҫәрен уҡыу,уның йөкмәткеһен үҙләштереү,темаһын, идеяһын билдәләү, проблемаларын асыҡлау. Таня-Таңһылыу,Петрик образдарына тулы анализ биреү. “Башҡортостан- минең баш йортом”, “ Аҡҡа табыныу”, “Дауа” шиғыр-ҙары.Башҡортостандың поэтик образын тыуҙырыу,уның ҙурлығын, байлығын,тәбиғәттең гүзәллеген данлау мотивтары. Китап хаҡында хикәйәт.
Китап тураһында халыҡ фекере. Башҡорт китабы.
Башҡорт теленән бөтә йыл буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
9-сы класс
Башҡорт халыҡ ижады. - 8 сәғәт.
Һүҙлек менән эш. Эпоста күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡ-этик проблемалар. Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә биреү, һөйләм төрҙәрен, тыныш билдәләрен үҙләштереү.
Боронғо әҙәби ҡомартҡылар.- 11 сәғәт.
Боронғо төрки әҙәбиәтенән үрнәктәр.М.Ҡашғари. Й.Баласағуни “Ҡутатғу билиг”, “Ҡорҡот ата”, “Уғыҙнамә” хикәйәте.Башҡортостанда боронғо ҡулъяҙма әҙәбиәт. Ҡол Ғәли “Ҡисса и Йософ” поэмаһы.Ҡотб “Хөсрәү вә Ширин”, Хәрәзми “Мөхәббәтнамә”, Сәйф Сараи “Гөлөстан бит төрки”, “Буҙегет”, Батыршаның батшаға яҙған хаты.
Морфология,синтаксис буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү.Урта быуат ҡомартҡылары.
Ҡотобтоң “Хөсрәү вә Ширин” поэмаһының ҡыҫҡаса йөкмәткеһе.
Ҡотобтоң “Хөсрәү вә Ширин” поэмаһының ҡыҫҡаса йөкмәткеһе.
Һөйләмдәргә синтаксик анализ яһауСәйф Сараиҙың “Гөлөстан бит-төрки” поэмаһы. Хәрәзми. Мөхәббәтнамә.
Хөсәм Кәтибтең “Жөмжөмә Солтан” әҫәре тураһында. 67-68 бит Республикабыҙҙың тарихынан. Милли-колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәш.
Хәл һөйләмдәр. Ваҡыт һөйләм.
Юрматы ырыуы шәжәрәһе. Үҫәргән ырыуы шәжәрәһе.Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыу сәбәптәре. Шәжәрә тураһында төшөнсә. Шәжәрәләрҙең идея-тематик йөкмәткеһе.
Ҡыҙыйкүрпәс менән Маянһылыу.Йырауҙар.Һабрау йырау тураһында мәғлүмәт. Асан Ҡайғы, Ҡаҙтуған йырауҙар.
Сәсәндәр ижады. – 3 сәғәт.
Сәсәндәр ижады тураһында белешмә. Әҫәрҙәрҙең төп идеяһы, образдар системаһы, сағыштырмаса характеристика. Әйтеш тураһында төшөнсә.
Салауат Юлаев. – 3сәғәт.
Яугир-шағирҙың тормошо һәм яҙмышы. Салауат – яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының тематикаһы һәм проблематикаһы. Тыуған ил, тәбиғәт, мөхәббәт, азатлыҡ һәм батырлыҡ тураһындағы шиғырҙары. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр тураһында төшөнсә. Урын һөйләм. Рәүеш һөйләм.
Тажетдин Ялсығол.-– 2 сәғәт.
Тарихи шәхес һәм әҙәби герой. Рисалә-и Ғәзизә. Тарихнамә-и болғар. Ғәбдерәхим Усман. Мөһиммәт әз-заман.
М. Аҡмулла. – 2сәғәт.
М.Аҡмулланың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге. Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.
Ризаитдин Фәхретдин. - 2 сәғәт.
Биографик белешмә. Философик лирика. Тәбиғәт лирикаһы. Шиғыр-ҡобайырҙар.
Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә.
Мәжит Ғафури. – 1 сәғәт.
Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Әҫәрҙәрендә социаль тигеҙһеҙлекте, ғәҙелһеҙлекте фашлау. Художество методы, художество образ тураһында төшөнсә. Рәшит Нурмөхәммәтовтың картинаһы буйынса эш. Һыҙыҡ, нөктәле өтөр, ике нөктәнең ҡуйылыу осраҡтары.
Ш.Бабич. – 3 сәғәт.
Шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында белешмә. Башҡортостан, азатлыҡ өсөн көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт темаһы. Йәйәләр һәм тырнаҡтар ҡуйылыу осраҡтары. Синтаксис һәм пунктуация буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү һәм системаға һалыу.

Тематик план (5 класс)
Бүлек темаһы Сәғәттәр һаны
Көҙ. 6 сәғәт
Ҡыш 15 сәғәт
Яҙ килә 7 сәғәт
Яҙ килә 7 сәғәт
Тематик план (6 класс)
Бүлек темаһы Сәғәттәр һаны
Йырым минең - Башҡортостан. 1сәғәт
Уҙған ғүмер- ҡалған хәтер. 1сәғәт
Ил һаҡлап, азатлыҡ даулап 3 сәғәт
Төньяҡ амурҙары. 2 сәғәт
Башҡорт автономияһы өсөн көрәш 3 сәғәт
Уралып ятҡан Уралтау 1 сәғәт
Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын 3 сәғәт
Тау башында балҡый бер ҡала 1 сәғәт
Башҡорт йолалары 1 сәғәт
Башҡорт аштары 1 сәғәт
Әсәм теле- сәсән теле 1сәғәт
Башҡорттар китте һуғышҡа 1 сәғәт
Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады 4 сәғәт
Боронғо әҙәби ҡомартҡыларыбыҙ 3 сәғәт
Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, яҙыусылары 5 сәғәт
Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ 3сәғәт
Тематик план (7 класс)
Бүлек темаһы Сәғәттәр һаны
Теле барҙың-иле бар 7 сәғәт
Алтын көҙ 2 сәғәт
Уҡыу-белем шишмәһе 2 сәғәт
Дуҫлыҡта-берҙәмлек 2 сәғәт
Хеҙмәт төбө-хөрмәт 3 сәғәт
Башҡортостан-ғәзиз ерем 2 сәғәт
Ап-аҡ ҡарҙар яуа 3 сәғәт
Ил намыҫы-ир күңелендә 5 сәғәт
Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр 2 сәғәт
Эх,күңелле яҙ килә 3 сәғәт
Тел-тере шишмә 2 сәғәт
Йәмле йәй 2 сәғәт
Тематик план ( 8 класс)
Бүлек темаһы Сәғәттәр һаны
Әмир Моратов,Рауил Бикбаев, Мәхмүт Уразаев. 1сәғәт
Ҡобайырҙар ,әйтештәр 2 сәғәт
Шафиҡ Әминев-Тамъяни 4сәғәт
Ғәлимйән Ибраһимов 2 сәғәт
Баязит Бикбай. 1сәғәт
Ғәлимов Сәләм 3сәғәт
Зәйнәб Биишева. 3 сәғәт
Мостай Кәрим 1сәғәт
Ноғман Мусин 5сәғәт
Рәми Ғарипов 3 сәғәт
Ғайса Хөсәйенов 1 сәғәт
Рауил Бикбай 2 сәғәт
Талха Ғиниәтуллин 2 сәғәт
Назар Нәжми 2 сәғәт
Фаҡиһа Туғыҙбаева 1 сәғәт
Ринат Камал ,Хәсән Назар 2 сәғәт
Тематик план ( 9 класс)
Бүлек темаһы Сәғәттәр һаны
Ҡушма һөйләм синтаксисы. Башҡорт халыҡ ижады 8 сәғәт
Боронғо әҙәби ҡомартҡылар 11 сәғәт
Сәсәндәр ижады 3 сәғәт
Салауат Юлаев 3 сәғәт
Тажетдин Ялсығол 2 сәғәт
Мифтахетдин Аҡмулла 2 сәғәт
Ризаитдин Фәхретдин 2 сәғәт
Мәжит Ғафури 1 сәғәт
Шәйехзада Бабич 3 сәғәт