: Баш?орт теле д?рест?ренд? у?ыусылар?ы? ???лек байлы?ын ??тере??? электрон д?реслект?р?е? роле.


Тема: Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын үҫтереүҙә электрон дәреслектәрҙең роле.
Слайдтар “ИКТ”
Хәйерле көн, хөрмәтле коллегалар!
Бөгөнгө көндә мәғлүмәти коммуникацион технологиялар яҡшы үҫешкән, көндән-көн яңырып тора. Беҙ, уҡытыусылар, һәр яңылыҡты үҙләштереп, эшебеҙҙә ҡулланырға тырышабыҙ. Был йәһәттән мәғариф министрлығы ла ярҙам күрһәтә.
Бөгөнгө оҫталыҡ класымдың темаһы: Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын үҫтереүҙә электрон дәреслектәрҙең роле.
Маҡсаты: Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын үҫтереүҙә электрон дәреслектәрҙе дөрөҫ һәм эффектлы ҡулланыу.
Башҡорт теленә өйрәтеүҙә иң кәрәкле эштәрҙең береһе – һүҙлек запасын даими тулыландырыу һәм һүҙҙәрҙең телмәрҙә әүҙем ҡулланылышын күрһәтеү. Бала, аралашырлыҡ һүҙлек запасы тупламай тороп, һөйләшергә өйрәнә алмай.
Рус мәктәптәре өсөн сығарылған электрон дәреслектәр дәрестә балаларҙың белемен, һүҙ байлығын арттырыуға, дөрөҫ һөйләү күнекмәләрен булдырыуға ярҙам итә. Уларҙы яңы һүҙҙәр үткәндә лә, тикшереү йәки ҡабатлауҙар ойошторғанда ла ҡулланыу уңайлы.
Ә хәҙер 3-сө класс миҫалында ҡайһы бер эш төрҙәрен ҡарап китәйек.
Мәҫәлән, Йыл миҙгелдәре бүлеге
Электрон дәреслек дәрес темаһына ярашлы видеояҙма күрһәтеү, аудиояҙма тыңлатыу, йә кәрәк ваҡытта һүҙлекте асып ҡарау мөмкинлеге бирә. Яуаптарҙы уҡыусыларға асып күрһәтергә һәм тикшертергә була.
12-се дәрестәге 4-се күнегеүҙе асайыҡ.
Ошо һүҙҙәрҙе уҡығыҙ. Йыл миҙгелдәре темаһына тап килгәндәрен әйтегеҙ.
Уҡыусылар әйтә, уҡытыусы курсор ярҙамында килтереп ҡуя. Яуап дөрөҫ булһа, һүҙҙәр яҙыла, ә дөрөҫ булмаһа, улар ҡабул ителмәй.
15-се дәрестең 7-се күнегеүе. Уҡыусылар башта бирелгән таблицанан кейем һәм аяҡ кейемдәре исемдәрен табалар. Яуаптар тикшерелә.
Хәҙер ошо таблицаға ҡарап һүҙҙәрҙе яҙығыҙ. Кем күберәк һүҙҙәр тапты?
Әйҙәгеҙ яуапты асып ҡарайыҡ.
Был эш төрөн дәрес аҙағында үткәрергә мөмкин.
18-се дәрестең 3-сө күнегеүен асып ҡарайыҡ. Уҡыусыларға эш аңлатыла. Бер уҡыусы компьютер янына килә. Өйҙә башҡарған эштәрен һанап, курсор ярҙамында күрһәтә бара. Һәр бала компьютер менән эшләп ҡарарға теләй. Эш барышында улар һөйләмдәрҙе уҡый һәм хәтерҙә ҡалдыра.
Тағы бер ҡыҙыҡлы эш төрө. Ул 19-сы дәрестең 3-сө күнегеүе. Бер баланың тыуған көнөнә меню төҙөргә тәҡдим ителә. Уҡыусы аш-һыу исемдәрен әйтә. Уҡытыусы курсор ярҙамында күсерә бара һәм уҡыусылар экранда һөҙөмтәне күрә. Был эште бер нисә тапҡыр ҡабатларға була.
21-се дәрестең 1-се күнегеүенә иғтибар итегеҙ. Бында әкиәт бирелгән. Әкиәтте уҡып, текст буйынса эшләгәндән һуң, рефлексия өлөшөндә электрон дәреслек менән эшләйбеҙ. Балаларҙың яуабына тап килгән һөйләмдәрҙе уҡытыусы билдәләй. Яуап дөрөҫ булһа, Йәшел төҫ, дөрөҫ булмаһа, ҡыҙыл төҫ асыла.
Оҡшаш эш төрө 22 – се дәрестә лә бирелгән.
25-се дәрестең 5 – се күнегеүе.
Башҡортостандың ете мөғжизәһен һанап сығығыҙ. Ә хәҙер экранға иғтибар итәйек. Бында һүҙҙәр генә бирелмәгән, уларҙың һүрәттәре лә бар.
Быларҙан тыш бирелгән һүҙҙәр буйынса һөйләмдәр төҙөү, тексты редакторлау, һәм башҡа эштәр башҡарып була. Шулай уҡ балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү мәлендә лә электрон дәреслектәрҙе әүҙем ҡулланырға була. Компьютер менән эш иткәндә уҡыусынан төплө белем генә түгел, ә үҙ эшенә аңлы ҡараш, тулыһынса аңлатма биреү, логик фекерләү, сағыштыра белеү талап ителә. Компьютерҙы дәрестә ҡулланыу уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, предметҡа ҡарата һөйөү тәрбиәләп кенә ҡалмай, ә уға төплө белем бирергә лә, тирә-яҡты танып белергә, логик фекерләүҙе үҫтерергә лә ярҙам итә.
Электрон дәреслектәр ҡулланғанда шуны ла иҫтән сығармайыҡ. Компьютер менән эш 1-4 кластарҙа – 10 минуттан, 7-9 кластарҙа – 15 минуттан, 10-11 кластарҙа 20 минуттан артып китергә тейеш түгел.
Башҡорт теле дәрестәрендә электрон дәреслектәр ҡулланыу минең эшемде күпкә еңеләйтә. Тик шуны ла онотмаҫҡа кәрәк: уҡытыусы методик яҡтан һығылмалы, логик яҡтан үҫешкән , ижади эҙләнеү һәләтенә эйә булырға тейеш. Шундай осраҡта ғына уңышҡа өлгәшергә мөмкин.