Разработка сценария Сы?лай ?ы??ырау мо?о


Сыңлай ҡыңғырау моңо
(Сығарылыш кисәһе сценарийы)
Мәктәп етәксеһе байрамды асып, 9-сы һәм 11-се класс уҡыусыларын саҡыра. Улар теҙелеп баҫа. Гимн яңғырай. Килгән ҡунаҡтарҙың ҡотлау һүҙе.
Алия. Ете ҡанатлы йондоҙ Етегән булыр күктә,
Аҙашмаҫҡа төнөн юлдарҙа маяҡ ул юлаусыға.
Алина. Ете ҡат ерҙең серҙәрен асып бирер мәғрифәт,
Белем үрҙәрен яуларға тырышлыҡ һәм дәрт кәрәк.
Аделина. Өс һаны ла, туғандар, төшөп ҡалғандан түгел,
Өстән башҡа тормош та әллә ни ҡыҙыҡ түгел.
Илшат. Ете быуынға тиклем белеү кәрәк ырыуың,
Ҡайҙа барып тоташҡан нәҫел-нәсәп тамырың.
Вәлиә. Ныҡлы була өс таған дауылдарҙа, елдәрҙә,
Ауырлыҡтар еңел була күтәрергә иңдәрҙә.
Лиана. Ете башлы аждаһа әкиәттә генә була,
Әммә шуны еңер батырлыҡ тормошта ярап ҡала.
Олеся. Аҙнаның ете көнө йылдар яһай айҙарҙан,
Һис кенә лә кәм түгел елеп сапҡан тайҙарҙан.
Регина. Әкиәттә лә өс батыр өсәү йәнәшә барыр,
Өс һынауҙы үтәй-үтәй, үҙенә юлдар ярыр.
Илһөйәр.Ете төҫө йәйғорҙоң балҡып тора күктәрҙә,
Бар донъяның матурлығы һыйған ошо төҫтәргә.
Роберт. Донъя мөғжизәһен әйт әле, улар ҙа етәү, имеш,
Һәр кемебеҙ шуларҙы танып - белергә тейеш.
Аделина. Кешелек донъяһын да өс һаны тотоп тора:
Үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәк алда тора.
Алина. Ете юл саттарында ҡалыу ҙа ғәжәп түгел,
Дөрөҫ кенә йүнәлеште һайлау ҙа еңел түгел.
Алия. Суртан әмере буйынса йәшәп булмай донъяла,
Ете тирең сыҡҡансы кәрәк көсөң һалырға.
Вәлиә. Өй ҡыйығы өсмөйөш, шулай булырға тейеш,
Өсмөйөшләп эшләгәс, ныҡлы торорға тейеш.
Илһөйәр. Ете йәштән мәктәпкә юҡҡа ғына төшмәйҙәр,
Ерҙә йәшәү серҙәрен шунан башлап эҙләйҙәр.
Регина. Өскә тиклем һанайҙар һалдаттар атлағанда,
Теүәл була аҙымдар шулай тип һанағанда.
Лиана. Бына ниндәй әкәмәт ете һанына бәйле,
Ете ятып төштәргә, бер кермәҫ тип әйт әле.
Аделина. Өс һаны һуң өс һаны, ҡайһылай ҙа хикмәтле,
Күпме унда көс-ғәйрәт, иҫкенәйең китмәле.
Алина. Ниңә әле өс тә ете тип тәмләп һөйләйбеҙ әле,
Шуларҙан башҡа әллә бүтән һандар бөткәнме?
Аделина. Һис кенә лә улай түгел, һандарҙың ни сиге юҡ,
Ғәйеп бары уҡыусылар һанында - йәшерерҙәй сере юҡ.
Алина. Берсә ете, берсә туғыҙ, сер өҫтөнә тағы сер,
Әллә йомаҡ ҡоябыҙ, аңламайым барыбер.
Алия. Аңламаҫлыҡ һис ни юҡ, йомаҡ түгел – ып-ысын,
Туғыҙ класты тамамлай ете уҡыусы бөгөн. (Барыһы ла алға сығып күренә)
Аделина. Өс әхирәт, өс таған – бәхетлеләр беҙ бөгөн,
Ун беренсе класты тамамлап сыҡҡан өсөн. (Барыһы ла алға сығып күренә)
Алина. Бына хәҙер төшөндөм етенең мәғәнәһен,
Һиҙеп торам байрамдың да иң төп сәбәпсеһен.
Вәлиә. Байрамдың да ниндәйе бит: иҫтә ҡала торғаны,
Яңғырай мәктәбемдә бөгөн
дәртле ҡыңғырау сыңы. (Бергәләп)
Дәртле музыка
Алия. Мәктәптә үтә кешенең матур ғүмер йылдары,
Һәр көн дәрескә әйҙәй еҙ ҡыңғырау моңдары.
Алина. Кескәй генә балаларҙы мәктәп яйлап үҫтерә,
Фән тауына үрләтеп, донъя серен өйрәтә.
Илһөйәр. Дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә, изгелек-мәрхәмәткә,
Уңған, тырыш булырға өйрәтәләр мәктәптә.
Аделина. Күңелдәрҙе тартып, саҡырып тора, ябай ғына ауыл мәктәбе,
Фатихаһын бирҙе ҙур тормошҡа, беҙгә булды белем Мәккәһе.
Алия. Серле лә ул, олпат та, яғымлы ла, тыуған йортом кеүек яҡын да,
Дәртләндереп һөйҙө арҡамдан гел, көс тә бирҙе, кәңәш, аҡыл да.
Алина. Киләсәккә уй-хыялдар мәктәбемдә тәүләп яралған,
Ҡанатланып унда, күпме ҡошсоҡ ил өҫтөнә осоп таралған.
Илһөйәр. Һиҙелмәй ҙә үтеп киткән мәктәптәге йылдарым,
Кескәй генә баланан ҡайһылай ҙур кеше булдым.
Вәлиә. Бер класта уҡыныҡ малайҙар, ҡыҙҙар бергә,
Бергә үткән шул йылдар иҫтә ҡалыр ғүмергә.
Лиана. Иҫтә ҡалыр ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс дәрестәр,
Ялан-ҡырға сәйәхәт, гөрләп үткән кисәләр.
Олеся. Белем бирҙе мәктәбем, тәртипкә лә күндерҙе,
Хеҙмәтенә күрә хөрмәте, тип аңыбыҙға һеңдерҙе.
Илшат. Ана шулай үҫтерҙе, кеше итте мәктәбем,
Күңелемдән ташып сыға тик рәхмәт һүҙҙәрем.
Йыр “Мәктәбем”.
Аделина. Мәктәбе булғас инде, уҡытыусыһыҙ булмай торған,
Остаз тиеп ҙурлана уҡытыусы борондан.
Алия. Тәүге уҡытыусы һәр саҡ хәтерҙә ҡала торған,
Рәхмәт һүҙҙәрен уҡыусы уға еткерә торған.
Алина. Уҡытыусы эше еңел түгел, иң ауыры һөнәрҙең,
Тик сыҙамлылар ошо эшкә бағышлайҙар үҙҙәрен.
Вәлиә. Дауам итәйек әле уҡытыусы хаҡында һүҙҙе,
Бына нисек итеп хөрмәтләйбеҙ беҙ һеҙҙе.
Аделина. Рәхмәт һүҙебеҙ иң тәүҙә беренсе уҡытыусыларыбыҙ ______________ һеҙгә,
Ҙур кешеләр инде беҙ, рәхмәт кенә яуһын һеҙгә.
Алия. Нисек итеп туған телдә дөрөҫ итеп һөйләргә,
Нисек итеп иншаларҙы матур итеп яҙырға,
Бик тырышып өйрәтте Рәмилә апабыҙ беҙгә,
Ихлас күңелдән ҙур рәхмәт һеҙгә.
Алина. Рус теле серҙәренә яйлап-яйлап төшөндөк,
Пушкин, Горький, Чеховты уҡып, ана, нисек һөйөндөк.
Әминә апабыҙ, Ғәлиә апабыҙ, рәхмәт һеҙгә,
Беҙ бит һеҙҙән бик уңдыҡ.
Илһөйәр. Математика – иң яратҡан фәнебеҙ,
Тырышабыҙ бар көскә, еткәнсе хәлгенәбеҙ.
Өлгө алабыҙ һеҙҙән, Мөнирә һәм Зилә апабыҙ,
Рәхмәт тиеп, һеҙгә сәләмдәр оҙатабыҙ.
Вәлиә. Географ та үҙе, бер ҡараһаң биолог,
Кәрәк икән тарихсы, була ала филолог.
Күп яҡлы белемгә Рәмзилә апабыҙ эйә,
Мең тапҡыр рәхмәт тә әҙ булыр кеүек һиңә.
Лиана. Физиканы белмәйенсә, тормошта йәшәп ҡара,
Һәр нәмәнең әтнәкәһе ерҙең тартыу көсөнән тора.
Ышанмаһаң ни, ана, Ильяс абыйҙан һора.
Рәхмәт һүҙебеҙ һеҙгә ҡоштарҙай осоп бара.
Олеся. Физкультура була тиһәң, ҡысҡырабыҙ “Ура!” тип,
Тәндәребеҙ яҙабыҙ, алабыҙ ялдар итеп,
Фәнис абыйыбыҙҙы ҡуябыҙ үрнәк итеп.
Регина. Инглиз теле лә яҡын туған телебеҙ кеүек.
Өйрәнәбеҙ тырышып кәрәге булыр тиеп.
Айгөл апабыҙ – өлгө, иң яҡын кәңәшсебеҙ,
Йөрәк түренән сыға рәхмәт һүҙҙәребеҙ.
Аделина. Барығыҙ ҙа ҡәҙерле, изгеләрҙән-изге һеҙ,
Беҙҙең өсөн йән атҡан, мәрхәмәтле кеше һеҙ.
Йыр аша яңғырай һеҙгә рәхмәт һүҙебеҙ.
Йыр “Уҡытыусыма”.
Уҡытыусыларҙың ҡотлау һүҙҙәре.
Аделина. Беҙҙең уңыштарыбыҙға кемдәр ихлас шатлана,
Беҙҙең өсөн борсолоп, кемдәр ул хафалана?
Барыһы бергә. Әлбиттә, улар – ғәзиз ата-әсәләр.
Алия. Кемдәр беҙгә бәхет теләй, тәрбиәгә өйрәтә,
Донъя көтөү серҙәрен кемдәр ул төшөндөрә?
Барыһы бергә. Әлбиттә, улар – изге ата-әсәләр.
Алина. Кемдәр әҙер беҙҙең өсөн утҡа-һыуға керергә,
Киләсәген балаһының матур итеп күрергә.
Барыһы бергә. Әлбиттә, улар – мәрхәмәтле ата-әсәләр.
Вәлиә. Кемдәр беҙгә серҙәштәр, кемдәр беҙгә теләктәш,
Кемдәр беҙгә кәңәшсе, ҡай сағында хеҙмәттәш?
Барыһы бергә. Әлбиттә, улар – беҙҙең ата-әсәләр.
Лиана. Ата-әсә ҡылған изгелекте баһаларлыҡ үлсәм юҡ,
Рәхмәт тиеүҙән башҡа аңлатырлыҡ һүҙҙәр юҡ.
Барыһы бергә. Рәхмәт һеҙгә, ата-әсәләр!
Йыр “Иң гүзәл кеше икәнһегеҙ”.
Ата-әсәләрҙе ҡотлау. Уларҙың яуап һүҙҙәре.
Алия. Кемдер мәктәп тамамлай, кемдер уҡырға төшә,
Шулай ҡоролған донъя, шулай булырға тейеш.
Аделина. Мәктәп эсендә тормош гөрләп барырға тейеш,
Кескәй малайҙар, ҡыҙҙар белем алырға тейеш.
Алина. Мәктәптә уҡыған кеше тәртипле булырға тейеш,
Өлкәндәрҙе хөрмәтләп, тыйнаҡ булырға тейеш.
Вәлиә. Мәктәбебеҙ киләсәге һеҙҙең ҡулдарҙа, дуҫтар!
Мәктәбебеҙ данына лайыҡ булығыҙ, дуҫтар!
Илһөйәр. Ялҡаулыҡ - яман, уңған булығыҙ.
Олеся. Юғалып ҡалмағыҙ, ҡыйыу булығыҙ.
Лиана. Белемһеҙ булмай, тырышып уҡығыҙ.
Алия. Ваҡыт тиҙ үтә, ҡәҙерен белегеҙ.
Йыр “Мәктәптә өйрәтәләр”.
Кескәйҙәргә бүләктәр тапшырыу.
Вальс.
Аделина. Йылдар буйы сыңланы, тынманы ҡыңғырау моңо,
Күңелдәргә яҡын да, яғымлы ла һәр сыңы.
Алия. Сыңлай тағы ҡыңғырау, бөгөн ул сағыуыраҡ,
Дәртлерәк тә һымаҡ,әллә бер аҙ һағышлыраҡ.
Алина. Сыңлай ҡыңғырау бөгөн, саҡырып алға табан,
Ҙур тормошҡа әйҙәй ул бәхетле бала саҡтан.
Аделина. Сыңла һин, ҡыңғырау, тағы дәртлерәк итеп,
Хәйерле юлдар телә, бәхетле булығыҙ тиеп.
Ҡыңғырау сыңлай. Сығарылыш кластары уҡыусылары кескәй балаларҙы етәкләп мәктәпкә керә.