Разработка классного часа на тему Мостай К?рим: “И? ?ур б?хет т?, б?хет?е?лек т? ним?н?ндер башлана”


МОБУ СОШ №10
“Центр образования”
Абсахова Эльвира Зуфаровна
учитель башкирского языка и литературы
Тема: Мостай Кәрим: “Иң ҙур бәхет тә, бәхетһеҙлек тә нимәнәндер башлана” (6 –сы класта класс сәғәте)
Маҡсат: 1. Уҡыусыларҙың фекерләй белеү ҡеүәһен үҫтереү. 2. Башҡарған эштәренә анализ яһай белергә өйрәтеү. 3. Кешеләргә ҡарата иғтибарлылыҡ, ихтирамлылыҡ тәрбиәләү.
Ойоштороу
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Кәйефегеҙ нисек? Мәктәпкә ниндәй теләктәр менән килдегеҙ?
Инеш
Слайдта кемде күрәһегеҙ?
Уның тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ?
Яҙылған һүҙҙәрҙе нисек аңлайһығыҙ?
“Иң ҙур бәхет тә, бәхетһеҙлек тә нимәнәндер башлана”
Төп өлөш
А) Бәхет һәм бәхетһеҙлек тураһында әңгәмә
“Бәхет” һүҙен нисек аңлайһығыҙ?
Һеҙҙеңсә нимә ул бәхет?

Нимә ул бәхетһеҙлек?

Алда М. Кәримдең һүҙҙәрен уҡып киттек. Уларға әйләнеп ҡайтайыҡ.
“Иң ҙур бәхет тә, бәхетһеҙлек тә нимәнәндер башлана”.
Б) М. Кәримдең “Өс таған” әҫәре буйынса фекер алышыу
Бәхет нимәнән башлана икән?
М. Кәримдең “Өс таған” повесының геройҙарын иҫкә төшөрәйек.
Кемдәр улар?
Бәхетле минуттарын һанап китәйек.
Был бәхеткә нимә килтерҙе ул геройҙы?
Бәхетһеҙлек нимәнән башлана икән?
Шул уҡ повесть геройҙарының бәхетһеҙ минуттарын һанап китәйек. Был бәхетһеҙлеккә нимә килтерҙе ул геройҙы?

Тормошоғоҙҙа булған бәхетле минуттарҙы иҫкә төшөрөп яҙығыҙ.
Бәхеткә ирешеү өсөн нимә эшләгәйнегеҙ?
№ Бәхетле минуттар Бәхеткә ирешеү юлдары
1 “5” билдәһе алдым Өйгә бирелгән эште тулыһынса башҡарҙым
Дәрестә актив ҡатнаштым
Уҡытыусыны иғтибар менән тыңлап ултырҙым
2 …
3 …
Ауыр минуттарығыҙҙы иҫкә төшөрөгөҙ.
Бәхетһеҙлеккә нимә килтерҙе?
В) “Эскеселек, тәмәке тартыу, наркомания – бәхетһеҙлек” темаһына уйланыуҙар
Йомғаҡлау
“Иң ҙур бәхет тә, бәхетһеҙлек тә нимәнәндер башлана” тигән ил ағаһы Мостай Кәрим. Быға бик күп миҫалдар килтерҙек.
Шулай итеп, бәхетле булыу өсөн нимәлер эшләргә кәрәкме икән?
Нимә эшләргә?
Ниндәй булырға?
Ҡулланылған әҙәбиәт
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте. 5 кл. Авт.: Хажин В. И., Вилданов Ә. Х., Өфө - 2008.
Ф. Мырҙаҡаев “Фәһемле фекерҙәр донъяһында”, Өфө: Планета. – 2010
Буров, А.И., Квятковский Е.В. Проблемы эстетического развития личности школьника. – М.: Педагогика, 1987.
http://kulturarb.ru/ba/personru.wikipedia.org›Мустай Карим