Баш?орт теле 6 класс. Баш?ортостан йыл?алары, к?лд?ре. Сифат тема?ын ?абатлау


Башҡорт теле. 6 класс
Тема: Башҡортостандың йылғалары, күлдәре. Сифат темаһын ҡабатлау.
Маҡсат:
1. Башҡортостандың йылғалары, күлдәре буйынса тема менән таныштырыу, Сифат темаһын ҡабатлау; 2.Уҡыусыларҙы материалды системалаштырырға өйрәтеү; коммуникатив һәләттәрен үҫтереү, тыңлау һәләттәрен (аудирование) камиллаштырыу; уҡыусыларҙы проект эшенә әҙерләү. 3.Башҡортостан тәбиғәтенә ҡарата һоҡланыу һәм һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; уҡыусыларҙа экологик мәҙәниәтте формалаштырыу.
Йыһазландырыу: дәреслек, мультимедиа проекторы, мультимедиа презентацияһы, компьютер.
Дәрес барышыI.Ойоштороу мәле .-Һаумыһығыҙ!
II. Белемдәрҙе актуалләштереү, темаға сығыу.
Артикуляцион күнегеү. (экранда)
Бөтә нәмә беҙҙең өсөн:
Урман, күлдәр, сәхрәләр…
Беҙҙең өсөн үҫә ерҙә
Мең-мең төрлө сәскәләр.
уҡытыусының уҡыуы; бергәләп уҡыу; сылбырлап уҡыу.
3.Дәрестең темаһын әйтеү, маҡсатын аңлатыу.
Һорауҙарға яуап биреү:
Был шиғырҙа нимә тураһында әйтелгән? (тәбиғәт) Дөрөҫ. Үткән дәрестәрҙә беҙ Башҡортостандың тәбиғәте тураһында һөйләштек.
Беҙҙең тәбиғәтебеҙ ниндәй? (матур, һоҡландырғыс, ғорур) 
Башҡортостанда нимәләр бар? (йылғалар, тауҙар, урмандар, хайуандар) 
Һеҙ тәбиғәтте яратаһығыҙмы? Айырыуса йәй көндәрендә сәхрәгә сығырға, ял итергә, йылғала йә күлдә һыу инергә, балыҡ ҡармаҡларға.
Уның йылғалары, күлдәре тураһында нимәләр әйтә алаһығыҙ?
Бөгөнгө дәрестә республикабыҙҙың йылғалары, күлдәре тураһында һөйләшербеҙ.
III. Төп өлөш.
Дәфтәрҙәргә число, теманы яҙыу.
Матур яҙыу: Ү,ү хәрефтәре, улар менә ижек һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр төҙөү.
2 һөйләм төҙөп яҙып ҡуйығыҙ. Мин йәй көнө Ҡандракүлдә һыу инәм. Күлдең һыуы таҙа, йылы.
Грамматик материалды ҡабатлау.
Аҫтарына һыҙылған һүҙҙәргә иғтибар итегеҙ. Был һүҙҙәргә ниндәй һорау ҡуйып була?
Нимә ул сифат?
Сифаттың дәрәжәләрен һанап сығығыҙ. Таҙа, йылы һүҙҙәрен дәрәжә менән үҙгәртеү.
Башҡотостандың йылғалары, күлдәре тураһында һөйләшеү.
Һүҙлек эше.
иң ҡиммәтле
тормош
йылға
күл
оҙонлоғо
киңлеге
тәрәнлеге
майҙаны
тәшкил итә
ҡоя –








– самый дорогой
жизнь
река
озеро
длина
ширина
глубина
площадь
составляет
впадает
Республикабыҙҙың йылғалары, күлдәре тураһында презентация ҡарау, мәғлүмәтте иҫтә ҡалдырыу.
Йылға һәм күлдәрҙең исемдәрен яҙып алыу.
Йылғалар: Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим, Әй, Һаҡмар, Йүрүҙән, Нөгөш, Стәрле, Ашҡаҙар, Егән, Еҙем, Ҡариҙел, Дим, Инйәр, Сөн, Урал (Яйыҡ), Өсән.
Күлдәр: Асылыкүл, Ҡандракүл, Аҡкүл, Өргөн, Ҡарағайҙы, Оло Асыуҙы, Оҙонкүл, Яҡтыкүл, Сыбаркүл, Яугүл, Мулдаҡ, Атауҙы, Талҡаҫ, Упҡанкүл, Ҡалҡан, Сыбаркүл, Суртан күле.
“Күл” һүҙе булған мәҡәлдәр бирелгән.
Күл тамсынан йыйыла. Из крошек - кучка, из капли – море.
Тамсы тамып, күл яһай, тин йыйылып, һум яһай.  По капельке – море, по зернышку – ворох.
Тамсы тама-тама – күл була.  С миру по нитке – голому рубашка.Күленә ҡарап ҡамышы. Какова береста, таков и короб.
Ил төкөрһә, күл булыр. Мир плюнет – море будет.
Тәрбиә эше.
Бына күпме йылғалар, күлдәр бар Башҡортостаныбыҙҙа. Йылға һәм күлдәр иҫ киткес матур. Улар эргәһенә барғы килеп тора.
Шулай ҙа һуңғы йылдарҙа беҙ икенсе күренештәр менән йыш осрашабыҙ. Ҡарайыҡ әле (слайд). Нимәләр күрәбеҙ? (яуаптар)
Ә һеҙ тәбиғәткә нисек ярҙам итәһегеҙ? Нимә эшләй алаһығыҙ?
Экологик өмәләргә сығабыҙ, йылға – шишмәләрҙе, яр буйҙарын сүп-сарҙан таҙартабыҙ, ағас ултыртабыҙ, сүп-сарҙы тейешле урындарға ташлайбыҙ, ҡыш көнө ҡоштарға ярҙам күрһәтәбеҙ.
Ҡәҙерле балалар!
Йылға-күлдәребеҙҙе һаҡлайыҡ, һыуға сүп-сар, быяла ватыҡтары ташламағыҙ! Ял итергә барһағыҙ, яр буйҙарын йыйыштырығыҙ, үҙегеҙҙән һуң да таҙа ҡалдырығыҙ!
IV. Рефлексия. Тимәк, бөгөн беҙ нимәләр тураһында һөйләштек?
Улар тураһында нимәләр белдек?
Дәрестә нимәләр ҡыҙыҡ булды?
Беҙ ниндәй уйҙа ҡалабыҙ?
V. Өй эше:
41-се бит, 106-сы күнегеү, һөйләргә өйрәнергә.
44-се бит, 113-сө күнегеү, яҙып эшләргә.
Ҡандракүл, Өсән йылғалары тураһында проект эше эшләргә.
VI. Дәресте йомғаҡлау. Баһалау.