Урок по башкирскому языку на тему Сифат.


Тема: Сифат. Ҡурай моңо.
Маҡсат: - Сифат темаһын һәм сифатҡа ҡарата һүҙҙәрҙе үҙләштереү.
 Ҡурай һәм мәшһүр ҡурайсылар тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү.
 Фекерләү һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү.
 Башҡорт теле дәресенә ҡарата һөйөү уятыу,Башҡортостанға,уның шәхестәренә ҡарата йылы ҡараш уятыу.
Йыһаҙландырыу: ҡурайсылар портреты, ТСО (ҡурай моңо булған диск)
Дәрес барышы
 Ойоштороу моменты.
Иҫәнләшеү.
Дежур отчеты
 Орфоэпик күнегеү
Әйҙәгеҙ әле дәрес алдынан тел шымартып алайыҡ. (Башҡорт теленә хас өндәрҙе дөрөҫ үҙләштереү)
Ҡурайҙы мин яҡшы беләм
Ағайым уйнай гелән.
Бейетеп тә, йырлатып та
Була ул ҡурай менән.
 Уҡытыусы уҡый
 Сылбырлап уҡыу
 Бер уҡыусы уҡып сыға
 Бергәләп уҡып сығыу.
Ниндәй  музыкаль ҡорал тураһында һүҙ бара? (ҡурай). Ул ҡайҙа үҫә? (Башҡортостанда). Ә һеҙ Башҡортостан тураһында нимәләр беләһегеҙ икән? Белемегеҙҙе тикшереп ҡарайыҡ,ошо кроссвордты тултырһаҡ бөгөнгө темабыҙҙы белербеҙ.
С А Л А У А Т
А Ғ И Ҙ Е Л Ө Ф Ө Ҡ У Р А Й Б А Ш Ҡ О Р Т  Башҡорт халҡының милли геройы
 Башҡортостандың иң ҙур йылғаһының береһе.
 Башҡортостандың-баш ҡалаһы
 Башҡорт халҡының милли музыкаль ҡоралы
 Республиканың төп халҡы
III.  Яңы тема
Тимәк дәресебеҙҙең темаһы ниндәй? (Сифат) Нимә ул сифат? (Прилагательное) Ниндәй һорауҙарға яуап булып килә? НИНДӘЙ? КАЙҺЫ? (какой?который?) Исемдең нимәһен белдереп килергә мөмкин (характерын,формаһын,тәмен,күләмен,материалын)
Таҡталағы һүҙбәйләнештәргә ҡарағыҙ.
1.Хороший уҡыусы- яҡшы уҡыусы
2.холодный день- һыуыҡ көн
3.круглый стол-түңәрәк өҫтәл
4.вкусный бал- тәмле бал
5.большой мәктәп-ҙәр мәктәп (Тәржемә итеп таҡтаға яҙып ҡуйырға)
IV. Ял минуты
V.  Ә хәҙер уҡыусылар мин һеҙгә һөйләмдәр уҡыйым, ә һеҙ тәржемә итегеҙ.
1. Моя мама красивая (Минең әсәйем матур)
Красивая-матур
2. Я учусь в красивой школе (Мин матур мәктәптә уҡыйым) красивой- матур
3. Мне купили красивое платье (Миңә матур күлдәк һатып алдылар) красивое- матур
Әйҙәгеҙ сифаттарҙы билдәләйек. Рус теле менән сағыштырып ҡарайыҡ. Ниндәй үҙгәрештәр бар? (уҡыусыларҙың яуабы). Әйе,дөрөс, урыҫ телендә сифаттар һан,килеш менән үҙгәрә. Ә башҡорт телендә үҙгәрмәй. Һөйләмдәрҙе дәфтәргә яҙып ҡуяйыҡ. Дәфтәрҙәрҙе астыҡ числоны,теманы яҙып ҡуйығыҙ.
V. Китап менән эш
Ә хәҙер китаптарығыҙҙы асығыҙ. (23-сө бит) ҡағиҙәне тиҙ генә күҙ йөгөртөп уҡып сығығыҙ. (магнитофон- ҡурай моңо яңгырай).Уҡысылар һеҙ әле ниндәй моң ишетәһегеҙ? Әйҙәгеҙ әле иҫкә төшөрөп китәйек нимә ул ҡурай?
Ҡурай- башҡорт халҡыныңмилли уйын ҡоралы һәм дәүләт флағында төп эмблемаһы. Ҡурайҙың нисә тажы күрһәтелгән? (7). Ә кем белә нисәнсе йылдың,ниндәй айында Башҡортостандың гербы ҡабул ителә? (1993 йылдың 12 октябрендә).Ә рассамын кем белә? (Фазлетдин Ислахов). Беҙҙең Башҡортостанда бик күп мәшһүрҡурайсылар бар.47-се күнегеүҙе табығыҙ. Был тексты уҡып сыҡһаҡ ниндәй ҡурайсылар булыуын белербеҙ.
Текст өҫтөндә эш.
1.Уҡытыусы уҡый
2.Үҙ аллы уҡыу
3.Һүҙлек эше: мәшһүр- известный
Атҡаҙанған- заслуженный
Сит илдәр-зарубежные страны
Сығыш яһаған-выступал
4. Сылбыр буйынса уҡыу,тәржемә итеү
VI. Йомғаҡлау  Тимәк беҙ бөгөн һеҙҙең менән нимәләр белдек инде? Ниндәй ҡурайсылар ижады менән таныштыҡ?
VII. Өй эше. 23-сө бит 46-сы күнегеү
VIII.Баһалау. Һау булығыҙ!