Урок по башкирскому языку на тему Г?з?л ?ф?м — баш ?алам. Сифат (6 класс)
Тема: Гүзәл Өфөм - баш ҡалам. Сифат.
Маҡсат:1.Башҡортостандың баш ҡалаһы тураһында мәғлүмәтте арттырыу;һөйләү телмәрен үҫтереү;
2.сифат темаһын нығытыу;
3.тыуған илебеҙгә,баш ҡалабыҙға һөйөү,хөрмәт тәрбиәләү.
Йыһаҙлау: мультимедиа проекторы, һүрәттәр.
Дәрес барышы.
1.Ойоштороу мәле.
Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн уҡыусылар! Мин һеҙҙе күреүемә бик шатмын!
Бөгөнгө беҙҙә ябай дәрес түгел. Беҙ һеҙҙең белән сәйәхәткә сығабыҙ. Сәйәхәт ҡыҙыҡлы, күңелле уҙһын өсөн һеҙҙең актив һәм тырыш булыуығыҙ һорала.
2. Психологик инеш.
Ҡайҙа сәйәхәткә сыҡҡаныбыҙҙы белер өсөн мин һеҙгә йыр тыңларға тәҡдим итәм.
Йыр. Матур Өфө ҡалаһы.
Тимәк, уҡыусылар беҙ ҡайҙа сәйәхәткә барабыҙ инде?
Дөрөҫ, республикабыҙҙың баш ҡалаһы – Өфөгә!
3. Төп өлөш.
Һәм бөгөнгө дәрестең темаһы “Гүзәл Өфөм – баш ҡалам” тип атала.
Һәр сәйәхәт ниндәй ҙә булһа транспорт һайлауҙан башлана. Беҙ сәйәхәткә тылсымлы поезға ултырып барабыҙ. Ә уға ултырыр өсөн тылсымлы һүҙҙәр әйтергә кәрәк. Әйҙәгеҙ уларҙы уҡыйыҡ һәм хәрәкәттәр яһап сәйәхәтте башлайбыҙ. Донъя буйлап сәйәхәткә Сы-ға-йыҡ!
Баш ҡалабыҙ Өфөгө Ба- ра-йыҡ!
Өфөлә өйҙәр бейек О-шо-лай!
Ҡыҙҙар матур бейейҙәр О-шо-лай!
Малайҙар көслө батыр О-шо-лай!
Бигерәк күңелле беҙгә О-шо-лай!
Хөрмәтле сәйәхәтселәр, бына беҙ һеҙҙең менән “Өфө”туҡталышына килеп еттек. Тик бындағы биремдәрҙе үтәмәй ары китеп булмай.
Дәфтәрҙәрҙе асып число, теманы яҙыу. Китап менән эш.
Өфө.
2626360115887500Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы. Ул тау башында ултыра. Өфө эргәһендә Ағиҙелгә Ҡариҙел, Дим йылғалары ҡушыла. Өфө – ҙур һәм матур ҡала. Унда һәйкәлдәр, парктар, театрҙар, кинотеатрҙар бар. Өфө театрҙарында башҡортса һәм башҡорт телдәрҙә спектаклдәр ҡуйыла.
Уҡытыусы уҡый
Һүҙлек эше:
баш ҡала- столица,
тау башында – на горе
һәйкәл – памятник
ҡуйыла – ставятся
үҙ аллы уҡыу
Сылбырлап, тәржемә итеп барыу
-Башҡортостандың баш ҡалаһы нисек атала?
-Ул ҡайҙа урынлашҡан?
-Өфө эргәһендә Ағиҙелгә ниндәй йылғалар ҡушыла?
-Өфө ниндәй ҡала?
-Унда нимәләр бар?
Сифаттар булған һөйләмде табып күсереп яҙыу.
Беҙгә тағы ла Өфө тураһында өҫтәп …. сығыш яһай. Нимәләр белдек?
Афарин!
412242061341000Ә хәҙер сәйәхәтте дауам итәбеҙ. Алдағы туҡталышҡа килеп еттек. Был туҡталышта һеҙҙең тапҡырлғыҙ, зирәклегеҙ һынала. Бирелгән ребусты сисергә кәрәк. “ С=Һ k=к ,, .. фтǝ.
Һәйкәлдәр” һүҙе килеп сыҡты
Өфөлә ниндәй һәйкәлдәр бар? Улар тураһында … һөйләп китә. Нимәләр белдек?
4. Ял минуты.
236791533337500Дәрес башында “Матур Өфө ҡалаһы” тигән йыр тыңлағайныҡ. Өфөнөң гүзәллегенә һоҡланып уға бағышланған йырҙар бик күп, бына тағы бер йыр тыңлап алайыҡ. Йыр ”Өфө йүкәләре”
Ял итеп алдыҡ.
Артабан ҡуҙғалайыҡ. Алдағы туҡталыштың исемен белер өсөн шаян йомаҡтарҙы сисергә кәрәк.
Урманда бар, ҡырҙа юҡ
Мунсала бар өйҙә юҡ.
Аҫта бар, өҫтә бар, уртала юҡ.
Өфөнөң уртаһында нимә тора?
Тәҙрә башында нимә тора?
Афарин! Йомаҡтарҙы систек, туҡталыштың исемен беләбеҙ. Нисек атала? “Театрҙар ” туҡталышы. Беҙгә театрҙар тураһында … һөйләй. Нимәләр белдек?
Сәйәхәтте дауам итәйек. Киләһе туҡталыштың исемен белер өсөн биремдәрҙе үтәргә кәрәк.
Исемдәрҙән сифаттар эшләргә, ике һөйләм төҙөп яҙырға:
Ҡояш
Ямғыр
Сәскә
Таш
Еләк
Тәм
Афарин! Туҡталыштың исеме сыҡты. “Музейҙар”. Улар тураһында беҙгә…һөйләп китә.
Нимәләр белдек?
Уҡыусылар тағы бер туҡталыш ҡалды. Уның исемен белер өсөн бирелгән һүҙҙәрҙән һәйләмдәр төҙөргә кәрәк.
Йылы, килде, көҙ, көтөп алған.
Ямғыр, яуа, тышта, һыуыҡ.
Ағастарҙан, япраҡтар, ҡойола, һары, ҡыҙыл.
Афарин! Туҡталыштың исемелә килеп сыҡты. “Уҡыу йорттары” ниндәй уҡыу йорттары булғанлығы тураһында беҙгә… һөйләй. Нимәләр белдек?
5.Йомғаҡлау.
Уҡыусылар бөгөнгө сәйәхәтебеҙҙең һуңғы туҡталышы ине. Сәйәхәтебеҙ тамам. Ул һеҙгә оҡшанымы? Ҡайҙарҙа булдыҡ? Нимәләр белдек? Ниндәй эштәр эшләнек?
6.Баһалау.
Актив ҡатнашҡан уҡыусыларға бишле билдәләрен ҡуям.
7.Өй эше.
Өфө тураһында проект эшләргә.