Конспект внеклассного мероприятия Прощание с азбукойна башкирском языке
Әлифба байрамы
Уҡытыусы.Ҡәҙерле ата-әсәләр! Ҡунаҡтар!Ҡәҙерле уҡыусылар!Бөгөн беҙҙә ҙур байрам -1се класс уҡыусылары үҙҙәренең яҡын дуҫы –Әлифба менән хушлашырға йыйылдылар.Хәҙер инде улар Әлифбалағы бөтә һүҙҙәрҙе ,һөйләмдәрҙе ,бәләкәй генә хикәйәләрҙе уҡырға һәм һөйләргә,дәфтәргә матур итеп яҙырға өйрәнделәр.
Ҡәҙерле балалар!Һеҙҙе Әлифбаны уңышлы тамамлауығыҙ менән ҡотлайым.Киләсәктә лә шулай тырышып уҡығыҙ.Белем иленең юғары баҫҡысына күтәрелегеҙ!
Ҡәҙерле ата-әсәләр!Бөгөн һеҙҙең өсөн дә ҙур байрам.Балаларығыҙ өлгәшкән уңыштарҙа һеҙҙең өлөшөгөҙ ҙур.Әлифба байрамы менән һеҙҙе,
ҡәҙерле ата-әсәләр!
Ә хәҙер,балалар,әлифбаны уҡыу осоронда нимәгә өйрәнгәнебеҙҙе күрһәтәйек.
Балаларҙың сығышы.Хор менән “Теләк”шиғырын һөйләү:
Башланып китте уҡыуҙар
“А”тигән хәреф менән.
Атайҙарыбыҙ ҙа беҙҙең
Башланған ана шунан.
“Я”тигән һуңғы хәрефкә
Барып еттек беҙ бер саҡ,
Бөтә серҙәрен һөйләргә
Асылды беҙгә китап.
Ильнар ҡулына Әлифба тотоп алға сыға һәм шиғыр һөйләй:
Белдем Әлифба-
Телдең асҡысы,
Белем иленең
Тәүге баҫҡысы.
Баҫҡысҡа баҫып,
Юғары менәм,
Фән нигеҙенең
Серҙәрен беләм.
Өйрәтәләр мәктәптәрҙә
1.Ҡәләм тотоп ҡулдарға, хәрефтәрҙе яҙырға
Өйрәтәләр мәктәптәрҙә,мәктәптәрҙә
Ҡабатларға,бүлергә, бәләкәстәрҙе һөйөргә
Өйрәтәләр мәктәптәрҙә,мәктәптәрҙә
2.Бишкә биште ҡушырға, ижектән һүҙ яһарға
Өйрәтәләр мәктәптәрҙә,мәктәптәрҙә
Белер өсөн бик күпте, яратырға китапты
Өйрәтәләр мәктәптәрҙә,мәктәптәрҙә
3.Таңдар нисек атҡанын, Ҡояш нисек батҡанын
Аңлаталар мәктәптәрҙә,мәктәптәрҙә
Табырға утрауҙарҙы, бейек-бейек тауҙарҙы
Өйрәтәләр мәктәптәрҙә,мәктәптәрҙә
4.Өтөр менән нөктәне, Ҡасан ҡайҙа ҡуйырға
Өйрәтәләр мәктәптәрҙә,мәктәптәрҙә
Дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә, Һуҙылһын тип ғүмергә
Өйрәтәләр мәктәптәрҙә,мәктәптәрҙә
Уҡытыусы.1 Сентябрь көнөн хәтергә төшөрәйек әле.Ул көндө беҙ тәүге тапҡыр мәктәпкә килдек.Уҡый ҙа ,яҙа ла белмәй инек әле.Ә хәҙер беҙ белем иленеңберенсе баҫҡысына күтәрелдек.Әлифбаның бөтә !ө хәрефен дә таныйбыҙ,шул хәрефтәрҙән ижек,ижектәрҙән һүҙ,һүҙҙәрҙән хикәйәләр төҙөй беләбеҙ.Әкиәттәрҙе,хикәйәләрҙе шыма,тасуири уҡый алабыҙ.
Зинира.Беренсе сентябрь көнө
Мәктәпкә башлап килдек.
Ярты йыл ваҡыт үтмәне,
Уҡып,яҙырға белдек.
Ильяс.Әлифба,Әлифба,
Беренсе битеңде
Асҡан көн хәтерҙә
Ҙур байрам шикелле.
Азалия.Хәҙер ,әсәй,ҙур үҫтем,
Уҡый-яҙа беләмен.
Әлифбаның биттәрен
Ятҡа һөйләп бирәмен.
ДианаНиндәй күңелле
Хәреф белеүе.
Шул хәрефтәрҙән
Һүҙҙәр төҙөүе.
Радмир.Ҡыҙыҡ әкиәтте
Уҡыуы рәхәт.
Рәхмәт ,Әлифба!
(хор менән)
Һиңә ҙур рәхмәт!
Эльмира.Беҙҙе уҡырға өйрәтеүҙә күп көс түгеүсе беренсе уҡытыусыбыҙға һәм ата-әсәләребеҙгә(хор менән) ҙур рәхмәт!(Балалар ата-әсәләргә бүләктәр тапшыралар)
Исламоратова Альбина башҡарыуында «Лирик бейеү»
Альбина.Кем зирәк,кем тапҡыр икән,
Һынап ҡарайыҡ,әйҙәгеҙ.
Һеҙ яуаптарҙы табығыҙ,
Беҙ йомаҡтар әйтәбеҙ.
(Йомаҡтар сисеү)
Яһана-яһана кеүек,
Яһанып килгән кейәү кеүек.
(Төлкө).
Йылына ике тапҡыр тунын алмаштыра.
(Ҡуян).
Энәһе бар- тегә алмай.
(Терпе).
Кескәй генә күҙҙәре,
Мороно оҙон бигерәк.
Уның исемен әйтеү өсөн
Өс кенә хәреф кәрәк.
(Фил).
Аяҡһыҙ- ҡулһыҙ атлап йөрөй.
(Йылан).
Кәкре егет алтын ҡаҙый.
(Йомран).
Ер аҫтында ҡара һыйыр он тарта.
(Ирлән).
Уҡытыусы.Ә хәҙер”Һорайым уйнап ҡына,яуап бир уйлап ҡына”уйынын уйнайбыҙ.Таҡталағы сәскәнең таждары артында һорауҙар яҙылған.Бер уҡыусы сығып уҡый,ә һеҙ яуап бирәһегеҙ.
1.Кәзә 7 йәш тулғас ни эшләй?(һ се йәшкә китә )
2.Һыйыр ниңә ята?(ултыра алмағанға)
3.Ҡаҙ ниңә йөҙә?(һыуҙан атлай алмағанға)
4.Ҡаҙ һыуҙан сыҡҡас ни эшләй?(ярға баҫа)
5.Машинаның ниндәй тәгәрмәсе әйләнмәй?(запас)
6.Ҡара бесәй ҡасан өйгә инә ала?(ишек асыҡ булғанда)
“Кире-мире”уйыны.(Балалар уҡытыусы әйткәндең киреһен әйтәләр)
Аҡ-ҡара;бейек-тәпәш;бөгөн-иртәгә;ҙур-бәләкәй;йыуан-нәҙек;матур-насар;шыма-ҡытыршы;көн-төн.
Уҡытыусы.Ә ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?(мәҡәлдәр әйттереү)
Уҡыу - энә менән ҡойо ҡаҙыу.
Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан.
Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ.
Егәрленең ҡулы етәү.
Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.
Кемдең арбаһына ултырһаң, шуның йырын йырларһың.
Кем эшләмәй ,шул ашамай.
Сит ерҙә солтан булғансы,үҙ ереңдә олтан бул.
Бөгөнгө эшеңде иртәгәгә ҡалдырма.
Йөҙ һум аҡсаң булғансы,йөҙ дуҫың булһын.
Ҡулың оҫта булһын,һүҙең ҡыҫҡа булһын.
Почтальон(инә).1-се класс уҡыусылары бындамы?Һеҙгә хат алыр килдем.
Уҡытыусы(хатты асып уҡый).
“Ҡәҙерле балалар! Һеҙҙе Әлифба байрамы менән ҡотлайым!Мине лә уҡырға онотмағыҙ.Мин һеҙгә уҡыу өсөн һөйләмдәр ебәрәм.Сәләм менән “Аҡбуҙат”
1)Салауат Юлаев-башҡорт халыҡ батыры.
2)Беҙ тыныслыҡ теләйбеҙ!
3)Минең Ватаным киң.
4)Тышта йомшаҡ ҡар яуа.
5)Ҡыҙҙар коньки шыуалар.
6)Шамил матур яҙа.
7)Ҡуян кишер ярата.
8)Азат журнал уҡый.
“Мин үҙемде яратам”йырын башҡарыу
Уҡытыусы. Балалар,һеҙҙе уҡырға һәм яҙырға кем өйрәтте?Әйҙәгеҙ Әлифбаны байрамға саҡырайыҡ.
Уҡыусылар.(хор менән)Ҡәҙерле Әлифба, байрамға рәхим ит!
Әлифба.Һаумыһығыҙ,дуҫтарым
Ҡәҙерле ҡунаҡтарым!
Ильяс. Әлифба,һин барлыҡ фәндәрҙең
Белем асҡысы
Һин ҡәҙерле,
туған телемдең алтын баҫҡысы.
Азалия Иң яҡын дуҫтарың
Булдыҡ гел беҙ һинең
Һәр хәреф йылмайып
Әйтте үҙ исемен.
Диана Һәм улар бик матур
Һүҙҙәргә әйләнде
Һүҙ төҙөп уҡыуы
Ҡыҙыҡ һәм күңелле.
Ильнар. Әлифбабыҙ тамам булды
Беҙ йыйылдыҡ байрамға.
Шатлығыбыҙ эскә һыймай
Нисек һеҙгә һөйләргә.
Радмир Әлифба,Әлифба
Китәһең бит инде.
Йыр итеп йырлайбыҙ
Иң һуңғы битеңде.
“Әлифба” йырын башҡарыу.
1.Эй,Әлифбам,һин тәүге фәндәрҙең
Тәүге баҫҡысы
Һин ҡәҙерле,
Һин- туған телемдең алтын асҡысы
Уҡырға ла өйрәттең
Яҙырға ла өйрәттең
Һин ҡәҙерле,
Һин –туған телемдең алтын баҫҡысы
2.Эй,Әлифбам,һин ҡулымда
Балҡыйһың нәҡ нур булып
Һәр баланы ҙур бәхеткә
Илтеүсе аҡ юл булып.
Әлифба.Кем ҡайһы хәрефте
Бигерәк оҡшатты
Йә,әйтепбирегеҙ
Асмайса китапты.
Эльмира А тора иң элек
Алфавит башында.
А тигәс, күңелем
Гел алға ашҡына.
Альбина А-ны бик маҡтайһың,
Әллә У йәмһеҙме?
Уҡы,- ти ул беҙгә,
Уйла,- ти һәр һүҙҙе.
Ильнар Ә менән башланған
Һүҙҙәр ҙә ниндәй күп.
Күп һүҙҙәр араһында
Балҡый ул ынйы кеүек.
Зинира
Э менән ш-ны ҡушып,
Уҡыйһың һин эште.
Эш менән һин дуҫ булһаң,
Бирер мул емеште.
Әлифба.
Инде һеҙ беләһегеҙ,
Һәр хәреф кәрәкле
Уҡыусылар (хор менән)
Әлифба, уларҙы
Беҙгә һин өйрәттең.
Әлифба,китәһең,
Килмәҫһең бынан һуң.
Әммә һин ғүмергә
Күңелдә ҡалаһың
Ильяс .Мин был китапты яраттым
Хәрефтәрен өйрәндем.
Ғорур әйтәм:уҡый беләм,
Таң ҡалдырып һәр кемде,
Шуға күрә әйтәм уға
Рәхмәт һиңә,Әлифба
Әлифба.Рәхмәт,балалар!Мине бөтә уҡыусылар ҙа уҡый беләләр икән.Тырышып уҡығыҙ,өлкәндәрҙе тыңлағыҙ,китапты,мәктәпте һәм туған телегеҙҙе яратығыҙ!Үҙемә алмашҡа Туған телде ебәрәм.Хушығыҙ!
Уҡыусылар (хор менән) Рәхмәт,һиңә Әлифба!
Ҡыҙҙар башҡарыуында бейеү
Уҡытыусы.Әйҙәгеҙ,балалар,Туған телде тиҙерәк килеүен һорап,
саҡырайыҡ.
Уҡыусылар (хор менән) Туған тел,бик һағындыҡ,тиҙерәк кил!
Туған тел(инә).
Һаумыһығыҙ,шатбалалар,
Уйнап туймай торғандар,
Эштә етеҙ, ә уҡыуҙа
Берҙәм план ҡорғандар
Һеҙ көткәнде белдем мин
Шуға ашҡынып килдем мин
Алыҫ-алыҫ ерҙәрҙән.
Алып килдем һеҙгә мин-
Ҡыҙыҡ-ҡыҙыҡ әкиәттәр,
Төрлө-төрлө хикәйәләр,
Матур-матур шиғырҙар, Дәртле ,күңелле йырҙар
Яһана-яһана кеүек,
Яһанып килгән кейәү кеүек.
Йылына ике тапҡыр тунын алмаштыра.
Энәһе бар- тегә алмай.
Кескәй генә күҙҙәре,
Мороно оҙон бигерәк.
Уның исемен әйтеү өсөн
Өс кенә хәреф кәрәк.
Аяҡһыҙ- ҡулһыҙ атлап йөрөй.
Кәкре егет алтын ҡаҙый.
Ер аҫтында ҡара һыйыр он тарта.
Үҙе бик көр генәлер,
Һабанһыҙ ер һөрәлер
Һаҡалы бар, аҡылы юҡ
1)Салауат Юлаев-башҡорт халыҡ батыры.
2)Беҙ тыныслыҡ теләйбеҙ!
3)Минең Ватаным киң.
4)Тышта йомшаҡ ҡар яуа.
5)Ҡыҙҙар коньки шыуалар.
6)Шамил матур яҙа.
7)Ҡуян кишер ярата.
8)Азат журнал уҡый.