Классный час на тему ??н?р ?айлау яуаплы эш
Иҫке Собханғол дөйөм белем биреү мәктәбенең
Яңы Усман филиалы
Класс сәғәте
«Һөнәр һайлау - яуаплы эш»
Үткәрҙе: 5 синыф етәксеһе
Мазитова Гүзәл Наил ҡыҙы
Яңы Усман
2016
Класс сәғәте
Тема: «Һөнәр һайлау - яуаплы эш»
Һуңғы йылдарҙа Рәсәй хеҙмәт баҙарында шундай күренеш күҙгә сағыла: бер яҡтан, сәнәғәттә эшселәр етешмәй, икенсе яҡтан, юғары белемле йәш белгестәрҙең 16% -ы эшһеҙ. Белгестәр быны йәштәрҙең дөрөҫ һөнәр һайламауынан килә тип аңлата. Беҙҙең бурысыбыҙ – уҡыусыларға бөгөнгө көндә талап ителгән һөнәрҙәр һайларға ярҙам итеү.
Маҡсат: 1) Уҡыусыларҙың һөнәр һайлауҙа йүнәлеш биреү һәм һөнәр һайлауҙың яуаплы эш икәнен аңлатыу;
2) уҡыусылдарҙы төрлө һөнәрҙәр тураһында мәғлүмәт эҙләүҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу;
3) хеҙмәткә ыңғай ҡараш, белем алыуға ынтылыш тәрбиәләү
Бурыстар: 1) Уҡыусыларҙың һөнәр өлкәһендәге белемдәрен киңәйтеү;
2) Уҡыусыларға үҙҙәрен яҡшыраҡ аңларға ярҙам итеү
1-се слайд: Һөнәр һайлау – яуаплы эш
Класс етәксеһенең инеш һүҙе: Уҡыусылар, донъяла бөтәһе шул хәтле һөнәр бар. Иң мөһиме: үҙ юлыңды һайлағанда яңылышмаҫҡа. Сөнки кешенең артабанғы йәшәү рәүеше, ҡыҙыҡһыныуҙары, бәхете, һаулығы, етеш тормошо уның дөрөҫ һөнәр һайлауынан тора. Һөнәр һайлап, кеше үҙ тормошон үҙе төҙөй тип бушҡа әйтмәйҙәр.
2-се слайд: Донъяла 55 мең тирәһе һөнәр бар
Әңгәмә:
-Нимә ул һөнәр, вазифа, квалификация?
Уҡыусыларҙың фекерҙәре3-сө слайд:
•Һөнәр-кешенең хеҙмәте, эше, уға йәшәү һәм үҫешеү өсөн ярҙам итеүсе сара•Вазифа- ойошмала кешенең биләгән урыны
•Квалификация- Һөнәри оҫталыҡты күрһәтеүсе сараПРАКТИК ӨЛӨШ .Миҫалға һөнәрҙәр килтереү.
Ғалимдар кешеләргә еңелерәк булһын өсөн, һөнәрҙәрҙе 5 төргә бүлеп ҡарайҙар.
Кеше-тәбиғәтКеше- техника
Кеше-кешеКеше – тамғаКеше-сәнғәтсә фекерХәҙер һеҙ 5 төркөмгә бүленеп , бирелгән төркөмдәргә күберәк миҫалдар килтерегеҙ5-се слайд буйынса тикшереү•Супервайзер –бизнес өлкәһендә, дәүләт эшмәкәрлегендә, ғилми, мәғариф институттарында административ вазифа биләүсе кеше•Провизор-дарыуҙарҙы етештереүсе, һаҡлаусы, һатыусы белгес•Веб-дизайнер – интернет-сайттар төҙөүсе белгес•Маркетолог – сауҙа өлкәһендә тауарҙарҙың һорау менән файҙаланыныу өйрәнеүсе белгес•Эколог- тәбиғәтте һаҡлаусы белгес•Имиджмейкер – берәй образдың тышҡы ҡиәфәтен бартыҡҡа килтереүсе кеше, ул идеяларға тап булырға тейеш•Менеджер- предприятиеларҙа бөтә эште ойоштороусы
Класс етәксеһе: Ә борон һөнәрҙәрҙе икенсе төрлө төркөмләгәндәр. Уҡытыусы, табип, экономист һөнәрҙәре XVIII быуатта иң кәрәкле тип һаналғандар. Билдәле тарихсы һәм дәүләт эшмәкәре В.Н.Татищев XVIII быуатта уҡ һөнәрҙәрҙе түбәндәгесә төркөмләргә тәҡдим иткән:
-кәрәкле фәндәр-белем, һаулыҡ өлкәләре, экономика, хоҡуҡ-файҙалы фәндәр-ауыл хужалығы, биология, физика, математика
-зарарлы, зыянлы фәндәр- сихырлау-күңел асыусы фәндәр- әҙәбиәт һәм сәнғәт «ИҢ КӘРӘКЛЕ ҺӨНӘРҘӘР» буйынса төркөмдәр менән эшКласс етәксеһе: Уҡыусылар, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, әгәр һөт заводтары һөт етештереүҙе өс тапҡыр арттырһа һәм бөтә магазиндар һөт, ҡаймаҡ, йогурт менән тулһа нимә булыр ине?( Быларҙы һатыуы бик ауыр булыр ине, улар боҙолор ине. Тимәк кемдеңдер хеҙмәте әрәм була, аҡса, төшөм юғала)
Шулай уҡ хеҙмәт баҙарында ла, әгәр ниндәйҙер белгестәрҙе күпләп әҙерләһәләр, улар эш таба алмаясаҡтар, һәм эшһеҙлек барлыҡҡа киләсәк. Ваҡыты-ваҡыты менән ҡайһы бер һөнәрҙәр бик кәрәкле булһа, ҡайһылары бөтөнләй кәрәкмәй башлай. Был заманға бәйле.
Хәҙер мин һеҙгә төркөмдәргә бүленеп шул һөнәрҙәрҙе яҙыуығыҙҙы һорайым.
1-се төркөм “Иң модалы һөнәрҙәр”
2-се төркөм “ Һәр саҡ кәрәкле һөнәрҙәр”
3-cө төркөм “Иң онотолған һөнәрҙәр”
4-се төркөм “Иң ҡыйыу һөнәрҙәр”
Яҡынса һөнәрҙәрҙең бирелеше:
“Иң модалы һөнәрҙәр” менеджер, веб-дизайнер, программист, спикер, эколог, нефтсе…
“ Һәр саҡ кәрәкле һөнәрҙәр” табип, уҡытыусы, төҙөүсе, парикмахер, ашнаҡсы, бухгалтер, икмәк бешереүсе…
“Иң онотолған һөнәрҙәр” ат ҡараусы, торбасы, ямщик…
“Иң ҡыйыу һөнәрҙәр” пожарник, шахтер, летчик-һынаусы, ҡотҡарыусы, космонавт…
Әлбиттә, бында бөтә һөнәрҙәр ҙә түгел. Алдан әйтеп киткәнемсә, улар донъяла меңләп. Ләкин һөнәр һайлағанда беҙ бөтә донъяға түгел, ә үҙебеҙ йәшәгән йәмғиәткә , илгә ҡарап һайларға тейешбеҙ.
ПРОБЛЕМАЛЫ СИТУАЦИЯ «КЕМ ҺАЙЛАРҒА ТЕЙЕШ? »
Класс етәксеһе: Һөнәр һайлау буйынса хеҙмәттәр яҙған ғалим оҙаҡ йылдар буйы мәктәптә эшләгән һәм мәктәпте тамамлап киткән уҡыусыларының артабанғы яҙмышы менән ҡыҙыҡһынған. Уларға гел бер һорауҙы биргән: «Үҙеңдең һайлаған һөнәрең менән ризаһыңмы?» Һәр өсөнсө яуап ҡайтарыусы үҙенең яңылышыуын әйткән, һә икенсеһе бик риза булмауын, әгәр мөмкин булһа, икенсе һөнәр һайлар инем, тип әйткән. Нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн шул хәтлем йәштәр һөнәр һайлауҙа яңылышалар?
Уҡыусыларҙың яҡынса яуаптары:
-Ата-әсәләрҙең баҫымы-мода артынан ҡыуыу-компания өсөн һайлайҙар-кино геройҙарына оҡшарға тырышаларБыл һөнәр тураһында бер нимә лә белмәйҙәрӘ һеҙ нисек уйлайһығыҙ, нисек дөрөҫ һөнәр һайларға?
ҠЫҪҠА ЛЕКЦИЯ «ҺӨНӘР ҺАЙЛАУ ФОРМУЛАҺЫ»
Һөнәр һайлағанда иң уңышлыһы ошо формуланы ҡулланыу“теләйем”-миңә нимә оҡшай, күңелгә нимә яҡын“булдыра алам”-нимә минең ҡулымдан килә“кәрәк”-йәмғиәт, ил өсөн кәрәкле нимәОшо төшөнсәләргә ҡарап һөнәр һайлаһағыҙ, яңылышмаҫһығыҙ.
8-се слайд. Һөнәр һайлауҙың төп ҡағиҙәләре•«теләйем»
•Һиңә нимә менән ҡыҙыҡһыныу оҡшай?
•Көн һайын ниндәй эш менән шөғөлләнергә теләр инең?
•Һиңә ниндәй һөнәрҙәр оҡшай?
•«булдыра алам»
•Үҙеңдең һәләттәрең тураһында беләһеңме?
•Һин һайлаясаҡ һөнәр эйәһенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын беләһеңме?
•Был һөнәрҙе башҡарырға һинең һәләтең һәм физик мөмкинселектәрең бармы?
•«кәрәк»
•Һин һайлаған һөнәр буйынса эш табып буламы?
ҮҘЕҢДЕ БЕЛӘҺЕҢМЕ?
Класс етәксеһе: Дөрөҫ һөнәр һайлау өсөн иң беренсе үҙеңде яҡшыраҡ аңларға, өйрәнергә кәрәк. Мин һеҙгә һорауҙар тәҡдим итәм.
Кәңәш. Үҙегеҙҙе аңлауы ауыр булһа, мәктәп психологына мөрәжәғәт итергә була. Үҙеңде ситтән күҙәтеп ҡара, теләктәреңде, тойғоларыңды аңларға тырыш. Түбәндәге һорауҙарға ихлас яуап ҡайтарырға тырыш.
-Минең ниндәй һәләттәрем бар?
-Ниндәй китаптар уҡырға яратам?
-Ниндәй фәндәр оҡшай?
-Нимә тураһында хыялланам?
-Минең кәйефем ниндәй?
-Үҙемдә нимә оҡшай һәм нимәне үҙгәртергә тырышам?
-Мин нимә менән шөғөлләнергә яратам?
-Мин эшләргә яратаммы?
-Мин йыш икеләнәмме?
-Оялыу, үкенеү тойғоларын кисерәмме?
-Мин кешенән көнләшәмме?
УҠЫУСЫЛАРҘЫҢ ҮҘАЛЛЫЛЫҒЫН БИЛДӘЛӘҮСЕ ДИАГНОСТИКА
1.Ике варианттың береһен һайлау өсө миңә ярҙам кәрәкмәй.
2. Ниндәй эште генә башҡарһам да үҙемә генә ышанам.
3. Проблемалы ситуация булһа, мин һәр саҡ сисеү юлын табам.
4. Ҡаршылыҡтар мине ҡатыраҡ итә.
5. Бөтә эштә лә үҙеңә генә ышанырға кәрәк.
6. Бөтә эштә лә мин анализлайым.
7. Уҡыуҙағы уңыштар өсөн үҙемә
8. Ныҡышмалылыҡ – минең төп һыҙатым.
9. Яуаплы эш мине ҡыҙыҡһындыра.
10. Бөтә эште лә мин аҙағына еткерәм.
11. Бер нимә килеп сыҡмаһа, мин ҡулымды төшөрмәйем.
12. Ярыштарҙа, конкурстарҙа ҡатнашыу оҡшай13. Үҙемә ҡарата мин бик талапсанмын.
14. Бөгөнгө эште бер ҡасан да иртәгәгә ҡалдырмайым.
15. Буш ваҡытта кроссвордтар сисергә яратам.
16. Әгәр мөмкинселек булһа, мин үҙемдең фекеремде әйтергә тырышам.
17. Әҙәр мин үҙемдең дөрөҫ юлда икәнемде белһәм, икеләнмәйем.
18. Мин һәр эшкә ижади һыҙаттар индерергә тырышам.
19. Мине дуҫтарым ихтыярлы кеше тип һанай.
20. Минең эшемә ҡыҫылғандарын яратмайым.
21. Уңышһыҙлыҡтар мине ҡурҡытмай.
22. Мин үҙ юлымдан тайпылмайым.
Яуаптар№яуап№яуап№яуап№яуап161116
271217
381318
491419
5101520
Һәр һорау тапҡырына «+» «-» тамғаһы ҡуйып сығырға кәрәк.
Һөҙөмтәләр: Әгәр уҡыусы 15-20 «+»ала икән, был уның юғары һәләтлелеген күрһәтә, бөтә эштәрен уңышлы башҡарып сыға ала.
Әгәр 7-14 икән, һәләтлелегенең уртаса кимәлдә икәнен күрһәтә. Был уҡыусы бөтә эштәрҙе лә үҙе генә башҡара алмай, уға дуҫтарының, туғандарының ярҙамы кәрәк. Ул ауыр минуттарҙа миңә ярҙам итәсәктәр тип ышана.
ЙОМҒАҠЛАУ ӘҢГӘМӘҺЕ
“Үҙеңде табыу” тигән төшөнсәне нисек аңлайһығыҙ?
Класс етәксеһе: Һөнәр һайлау-кеше тормошондағы иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе. Мин һеҙгә күңелегеҙгә ятҡан һөнәрҙәр һайлап, илебеҙгә кәрәкле кешеләр булыуығыҙҙы теләйем.