Классный час на тему ??н?р ?айлау-яуаплы эш
Красноусол башҡорт гимназия-интернаты
Һөнәр һайлау-яуаплы эш.
Асыҡ тәрбиә сәғәте
Сәйәхова Лилиә
Зәйнетдин ҡыҙы
1-се категориялы
тәрбиәсе.
2016 йыл.
Тема: Һөнәр һайлау-яуаплы эш.
Маҡсат: Уҡыусыларға һөнәр һайлауҙа юнәлеш биреү; уларҙы һөнәр һайлауҙың яуаплы эш икәненә төшөндөрөү; хеҙмәткә һәм хеҙмәт кешеһенә хөрмәт тәрбиәләү.
Йыһазлау. Мультимедиа проекторы булған компьютер, интерактив таҡта, һөнәр төрҙәре яҙылған таблицалар, мәҡәлдәр, бөйөк кешеләрҙәң хеҙмәт, эш тураһында әйткән һүҙҙәре.
Дәрес барышы.
Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусылар!
Беҙ бөгөн “һөнәр һайлау-яуаплы эш” тигән темаға бағышланған тәрбиә сәғәтенә йыйылдыҡ.
1-се слайд. Хеҙмәт тураһында шиғырҙар уҡыу.
1)Эш менән генә кеше донъяла шат һәм шәп тора,
Эш кешенең кешелеген дә,дәрәжәһен дә арттыра.
М.Ғафури.
2)Арымай-талмай эшләгәндә һәр теләккә ирешелә
Яҡшы көндәр, ҙур бәхеттәр эшләгәнлектән килә.
М.Ғафури.
3) Ҡыҫҡа ғына был ғүмерҙең
ҡәҙерен бел һин.
Был һүҙҙәрҙе ҡолағыңа ныҡлап
эл һин:
Кескәй йәштән ең һыҙғанып
эшкә күн һин,
Тормошоңдо хеҙмәт йәме менән
күм һин.
Сәйфи Ҡудаш.
Уҡыусылар, ни өсөн дәресте ошо шиғыр юлдары менән башланыҡ?
Беҙ бөгөн дәрестә эш йәки хеҙмәт тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Икенсе төрлө әйткәндә, беҙ бөгөн һөнәрҙәр тураһында һүҙ алып барырбыҙ.
-Был дәрес файҙалы булыр тип уйлайым, сөнки һеҙҙең алда хәҙерҙән үк «Киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға?»тигән һорау тора, һәм ҡайһы берҙәрегеҙ 9-сы синыфтан уҡ инде үҙенең һайлаған һөнәре буйынса уҡырға китәсәк.
Бөгөнгө тормош дәрәжәһе-кешенең тырыш хеҙмәт емеше. Хеҙмәт кешене кеше иткән. Кешене туйҙырыусы, кейендереүсе- һөнәр. Донъяла меңләгән һөнәр бар. Ә нимә һуң ул һөнәр? Уҡыусыларҙың яуаптары.
Ҡул көсө менән ниндәй ҙә булһа эшләнмәләр яһау, етештереү өсөн махсус күнекмә талап итә торған эш, кәсеп. Ниндәй ҙә булһа өлкәгә ҡараған белгес, профессия, шөғөл. Мәҫәлән, табип, уҡытыусы, тәрбиәсе, актер һөнәре һ.б.
-Уҡыусылар, ниндәй һөнәрҙәр тураһында ишетеп, күреп, уҡып беләһегеҙ? Яуаптар: балта оҫтаһы, тимерсе, эретеп йәбештереүсе, аш бешереүсе һ.б. Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ: профессия менән һөнәр араһында айырма бармы?
Яуаптар. Бар тип уйлайбыҙ. Ниндәй ҙә булһа профессия алыу өсөн махсус уҡыу мәжбүри, ә һөнәрҙәрҙең ҡайһы берҙәрен уҡымайынса ла үҙләштереп була, әйтәйек, әбейҙән, бабайҙан, атайҙан һ.б. өйрәнеп.
Һөнәр һайлау- кеше тормошонда иң әһәмиәтле мәсьәләләрҙең береһе. Заман үҙгәрә барған һайын, тормош яңы һөнәрҙәр талап итә. Ғүмерлек һөнәрҙе һайлау, әлбиттә бик ауыр эш. Был хаҡта 14-15 йәштән үк уйлана башларға кәрәк.
Беҙ беләбеҙ : һөнәрҙәр күп һәм улар 5 төркөмгә бүленә.
Профессияларҙың төркөмдәргә бүленеше
Кеше-тәбиғәт
Кеше-сәнғәт образы
504444095253958589127000037623751270100152018912701006089651524000
Кеше-техника
Кеше-кеше
Кеше-тамғалар системаһы
53873405060954063365668020294894051562001644015515620443865553720
Тракторсы, зоотехник, агроном, балыҡ үрсетеүсе һ.б. транспорт йөрөтөүсе, токарь, диспетчер, инженер һ.б. Һатыусы, табип, уҡытыусы, аш бешереүсе һ.б. Кассир, хисапсы, тәржемәсе, программасы һ.б. Парикмахер, фотограф, тегеүсе, рәссам, яҙыусы һ.б.
Анкета һорауҙары буйынса эш, нәтижәләр менән таныштырыу.
Һеҙ нисек уйлайһығыҙ: хәҙер нисә төрлө һөнәр бар? Һуңғы йылдарҙағы статистика мәғлүмәттәре буйынса һеҙ башҡара алырлыҡ 40 мең төр һөнәр булыуы билдәле.
Заманса һөнәрҙәр (Слайд)
Ҡайһы бер һөнәрҙәр тураһында беҙҙең ишеткәнебеҙҙә булмаҫҡа мөмкин. Мәҫәлән, әйтеп ҡарағыҙ әле, кем һуң ул актуарий?
Актуарий- ул кеше ғүмерен оҙаҡ ваҡытҡа страховкалау өлкәһендә эшләүсе белгес.
-Титестерҙың кем икәнен беләһегеҙме?
Титестер- сәйҙең сифатын билдәләүсе (дегустациялаусы)- һирәк осрай торған һөнәрҙәрҙең береһе. Ул сәйҙең сортын, сифатын, уның «тыуған ерен» билдәләй.
Рецепшонист-клиенттарҙы ҡаршылай, шәхси мәғлүмәттерҙе яҙып ала; килгән хаттарҙы, телефондан шалтырыусыларҙы теркәп бара.
Таныш һөнәрҙәр тураһында уҡыусыларҙың сығыштары. Уҡытыусы, табип, инженер, архитектор.
Тимәк,уҡыусылар, һөнәрҙәр бик күп.
Ерҙә һәр кешенең ниндәй ҙә булһа яҡты эҙе, кәрәкле эше ҡалырға тейеш. Мәҡәлдәр ҙә һөнәр белгән һәр кешегә тура килә. Мәҡәлдәр( Слайд).
Тырышҡан- табыр, ташҡа ҡаҙаҡ ҡағыр.
Хеҙмәтле кеше- хөрмәтле кеше.
Хеҙмәте барҙың хөрмәте бар.
Эше барҙың ашы бар.
Һөнәрле үлмәҫ, һөнәрһеҙ көн күрмәҫ.
Дәресебеҙҙе йомғаҡлап, уҡыусылар, ошо теләктәремде еткерәм.
Киләсәгең тураһында уйлағанда, үҙеңә оҡшаған, холҡоңа, мөмкинлегеңә, сәләмәтлегеңә тура килә торған һөнәрҙе һайларға тырышығыҙ. Яратҡан хеҙмәтең булыу- ҙур бәхет. Был бәхет һеҙҙе ситләтеп үтмәһен, илгә-көнгә яраҡлы, кәрәкле булып йәшәгеҙ.