Разработка урока башкирской литературы на тему Айг?лд?? тормош ?аба?тары


Ҡырмыҫҡалы районы муниципаль районы мәғариф бүлеге
Прибельский ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе
муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының филиалы
Бишауыл -Уңғар урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Айгөлдөң тормош һабаҡтары
/Мостай Кәримдең “Айгөл иле” драмаһы буйынса
7-се класта башҡорт әҙәбиәтенән дәрес өлгөһө/


Уҡытыусы – Рим Риф улы Исхаҡов
2014 йыл
Дәрестең маҡсаты. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү; уҡыусыларҙың фекерләүен, тасуири уҡыу, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү; яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, тоғролоҡ һәм хыянат, мөхәббәт һәм мәкер тураһында әңгәмә ойоштороу; тормоштоң матурлығын аңларға өйрәтеү.
Йыһазландырыу. М. Кәримдең портреты, М. Кәрим әҫәрҙәренең икенсе томы (Пьесалар), Т. Килмөхәмәтовтың “Драматургия һәм драматургтар”, “Халыҡсанлыҡ көсө” китаптары, Башҡорт дәүләт академия драма театры буклеттары, проектор.
I. Ойоштороу.
Уҡытыусы. Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәримдең “Айгөл иле” романтик драмаһының йөкмәткеһе менән танышбыҙ инде. Белеүегеҙсә, Бөйөк Ватан һуғышы тамамланып, ун йылдан ашыу ваҡыт үткәндән һуңғы ваҡиғалар Башҡортостандың Күсәрбай тигән ауылында бара. Дәһшәтле яу мәлдәре күптән инде тынған: бомбалар шартламай, снарядтар ярылмай, пулялар атылмай, кешеләр яраланмай. Әммә тән яралары булмаһа ла (булғандары инде күптән уңалған), йән яралары, күңел яралары һис кенә лә уңалмай ҙа, юйылмай ҙа. Хәтерләгеҙ әле, Айгөл дә тыныс түгел, Зөлхәбирә лә, уның әхирәттәре лә күңел ғазабы кисерә, Йәғәфәрҙең дә күңеленә йән өшөткөс мәлдәрҙең шауҡымы таш булып ултырған, Ҡәҙерйән Ябағаев та күпме йылдар үтеүгә ҡарамаҫтан, үҙенә урын таба алмай. Ошондай күңел яраларының сәбәбен ҡайҙан эҙләргә икән? Нисек уйлайһығыҙ?
Уҡыусылар.
Быға һуғыш ғәйепле. Һуғыш Айгөлдө әсәһенән айыра.
Һуғыш Зөлхәбирәне сит-ят тарафтарҙа төпләнергә дусар итә.
Әхирәттәр һуғыш осороноң бар михнәтен кисерә, күңелдәрен таштай итә.
Йәғәфәр ҙә һуғыштан бер аяғын ҡалдырып ҡайта.
Ҡәҙерйән Ябағаев һуғышта ҡатнашмай, әммә сарфыуы тейгәндер инде.
Уҡытыусы. Килешәм һеҙҙең менән. Әммә ғәйепте бары тик һуғышҡа ғына япһарып ҡалдырһаҡ, уй-фекеребеҙ теүәл булыр инеме икән? Әйҙәгеҙ әле, драмалағы хәл-ваҡиғаларға, ҡатнашыусыларға яңынан байҡау яһап алайыҡ. Фекерҙәребеҙҙе, ҡараштарыбыҙҙы бер нәмәгә йүнәлдерәйек тә, һүҙебеҙ темаһын “Айгөлдөң тормош һабаҡтары” тип атайыҡ.
II. Төп өлөш.
Уҡытыусы. Уҡыусылар, күҙ алдына килтерәйек: Айгөл – 17 йәшлек ҡыҙыҡай. Уға ихласлыҡ хас. Ышаныусан. Күңелендә тик матурлыҡ, изгелек кенә. Әйләнә-тирәләге кешеләр ҙә бары тик шулай ғыналыр тип уйлай ул. Әммә яңылыша. Сөнки әле уның тормош тәжрибәһе юҡ. Драмала һүрәтләнгән бер нисә ваҡиға, унда ҡатнашыусы кешеләр Айгөлдөң күҙен аса. Ҡыҙыҡай үҙе өсөн бер ни тиклем һабаҡ ала. Уны донъяға икенсерәк күҙ менән ҡарарға мәжбүр итеүсе образдарҙы тағы бер һанап сығайыҡ әле.
Уҡыусылар.
-Айгөлдөң әсәһе Зөлхәбирә. Әсәнең әхирәттәре - Зәлифә, Гөлсирә, Банат, Миңлекәй.
-Айгөлдөң бабаһы Йәғәфәр Моратшин. Берәҙәк Ҡәҙерйән Ябағаев.
-Илдар Ғаянов, Ричард Галин.
-Синьор Карло Пиккио.
Уҡытыусы. Һүҙҙе әсәнән башлайыҡ. Шулай итеп, Айгөл әсәһе менән 13 йылдан һуң осраша. Шул мәлдә Айгөл күңелендә ниндәй ҡапма-ҡаршылыҡлы уйҙар тартҡылаша?
Уҡыусылар.
-Зөлхәбирә - Айгөлдөң әсәһе. Әсә – иң ҡәҙерле кеше. Айгөл ошо хәҡиҡәткә тағы ла нығыраҡ инана.
-Күңелендә әсәһе менән Италияға китергәме, әллә китмәҫкәме тигән уйҙар көрәшә.
Уҡытыусы. Әсәһе иң ҡәҙерле кешеһе булғас, ниңә Айгөл Италияға китеүҙән баш тарта һуң?
Уҡыусылар.
-Айгөл әсәһен ярата, әммә Тыуған ил тигән тойғо ла бар. Әсәһе ни ҡәҙәр яҡын булмаһын, Айгөлгә Тыуған ерен, яҡындарын ташлап китеүе ҡыйын.
-Бында уның дуҫтары, бабаһы, ере, һыуы, һауаһы. Уларҙан башҡа йәшәүе ҡыйын булыр ине Айгөлгә.
Уҡытыусы. Яҙыусының Айгөлдө Италияға “ебәрмәүендә” ниндәй юғары тойғо һиҙемләнә?
Уҡыусылар. Илһөйәрлек рухы ап-асыҡ сағылыш таба.
Уҡытыусы. Шулай итеп, Айгөлдөң алған һабағын нисек әйтербеҙ?
Уҡыусылар. Сит ерҙәрҙе нисек кенә маҡтамаһындар, үҙ илеңдән айырылырға ярамай. Үҙ илең – алтын бишек, ти халыҡ әйтеме.
Уҡытыусы. Дөрөҫ әйтәһегеҙ. Хәҙер инде Йәғәфәр бабаһына иғтибарыбыҙҙы йүнәлтәйек. Уның яҙмышы Айгөлгә ниндәй һабаҡ бирә икән?
Уҡыусылар.
-Йәғәфәр – утты-һыуҙы кискән кеше.
-Дуҫ тип иҫәпләгән кешеһенең ҡурҡаҡлығы арҡаһында тормош михнәттәрен байтаҡ татый. Шулай ҙа рухын төшөрмәй, башын эймәй, меҫкенләнеп, намыҫын юғалтмай.
-Ул – тура һүҙле кеше, үҙ иленең, халҡының тоғро улы. Йәғәфәр – патриот шәхес.
-Ул дәрәжәле, йылы урындарға бер ҡасан да атлығып тормаған. Уға ябайлыҡ хас.
Уҡытыусы. Йәғәфәрҙең Ҡәҙерйән Ябағаев менән диалогына шаһит булыу Айгөлдөң ысынбарлыҡҡа күҙҙәрен аса. Үҫмер ҡыҙ үҙенә оло һабаҡ ала. Минең фекерҙе дауам итегеҙ әле.
Уҡыусылар.
-Донъяла йәшәгәндә кемгәлер ышыҡланып түгел, үҙ-үҙең булып, үҙ юлың менән йәшәргә кәрәклеккә төшөнә Айгөл.
-Дуҫ тигәнеңдең дошман да булып ҡуйыуы ихтималлығын аңлай ҡыҙыҡай. Донъяла йәшәгәндә уяуыраҡ булыу һис артыҡ түгел, сөнки кешенең төрлөһө бар, тигән һығымта эшләй Айгөл.
Уҡытыусы. Бының менән дә килешербеҙ. Ошо фекерҙәребеҙҙе Ҡәҙерйән Ябағаев миҫалында ла дауам итергә мөмкин. Уға хас сифаттарҙы билдәләп үтәйек әле.
Уҡыусылар.
-Ҡәҙерйән - үҙ йәнен генә уйлап, үҙе өсөн генә йәшәүсе ҡурҡаҡ, бахыр йән. Йәғәфәрҙең нахаҡҡа хөкөм ителеп, яҙмышы яраланыуы уның намыҫында.
-Йылдар үткәс, намыҫы уяна ла, тик унан кемгә файҙа. Хәйер, был осраҡта ла әле ул үҙен генә ҡайғырта. Ғүмеренең аҙағынаса Ҡәҙерйән меҫкен булып ҡала.
Уҡытыусы. Шулай итеп, Айгөл Ҡәҙерйән Ябағаевтан ниндәй һабаҡ ала?
Уҡыусылар.
-Үҙ йәнен генә ҡайғыртып йәшәгән кешеләр ҡурҡыныс икәнен хәтер һандығына индереп ҡуя Айгөл.
-Ҡәҙерйән кеүек аҫтыртын дуҫ күренеп торған дошмандан хәүефлерәк, тигән һығымта ла яһайҙыр.
Уҡытыусы. Илдар Ғаянов, Ричард Галин, Карло Пиккио кеүек образдар Айгөлдөң донъяға ҡарашы формалашыуына ниндәй йоғонто яһауҙарына ла туҡталып китәйек. Шунһыҙ Айгөлдөң тормош һабаҡтарын байҡауыбыҙ тулы булмаҫ ине.
Уҡыусылар.
-Илдар Ғаяновтың осрауынан Айгөл донъяның тик аҡлыҡтан-сафлыҡтан, һөйөү-һөйөлөүҙән тормауына төшөнә. Ике йөҙлөлөк, мәкер, хыянат тигән нәмәләрҙең дә йәнәш кенә йөрөүенә күҙе асыла.
-Ричард Галин – ысын дуҫ өлгөһө. Донъяла йәшәгәндә шундай тоғро, ихлас, ярҙамсыл, ябай дуҫтарға таянырға кәрәк тигән ҡараш Айгөл күңелендә ныҡлы урын алғандыр.
-Маҡтансыҡ, бар нәмәне аҡса менән иҫәпләргә яратҡан Карло Пиккио ла Айгөлдөң аҡылын байытыуға булышлыҡ итә. Аҡса менән ҡомарланғандар өсөн рухи ҡиммәт тигән төшөнсә юҡ. Кеше өсөн изгелек, мәрхәмәт, дуҫлыҡ, туғанлыҡ, Ватан тигән тойғолар ҙа мөһим. Донъя шулар менән ныҡлы тигән ҡараш биләр Айгөл күңелен.
Уҡытыусы. Ысынлап та, әйләнә-тирәләге ваҡиғалар, кешеләр тәьҫирендә Айгөлдөң ҡараштары үҙгәрә. Әҙәби әҫәрҙәрҙә генә түгел, тормош ысынбарлығына ла кеше ғүмере буйы өйрәнә, күҙәтә, сағыштыра, шул рәүешле, тәжрибә туплай, аҡыл йыя.
III.Нығытыу.Уҡытыусы. Ошо әҫәрҙе сәхнәләштерһәгеҙ, биҙәр өсөн ошо көйҙәрҙең ҡайһыһын файҙаланыр инегеҙ? “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”, “Илсе Ғайса”, “Таштуғай”, “Зөлхизә”, “Йәйләүлек” йырҙары.
Уҡыусылар. Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”, “Илсе Ғайса”, “Йәйләүлек” йырҙары.
Уҡытыусы. Экранда яҙылған мәҡәл һәм әйтемдәрҙең ҡайһыһы бөгөнгө һөйләшеүебеҙ темаһына ауаздаш булыр ине?
Мәҡәл һәм әйтемдәр:
Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ илеңдә олтан бул.
Бүрене йәлләһәң, һарыҡһыҙ ҡалырһың.
Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын.
Ҡалған хәтерҙең ҡары китһә лә, боҙо китмәй.
Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә.
Дуҫ илатып өйрәтер, дошман көлдөрөп көйрәтер.
Ғонаһына күрә язаһы.
IV. Йомғаҡлау.
Уҡытыусы. Шул рәүешле, “Айгөл иле” драмаһын уҡып, Айгөл алған һабаҡтарҙы барланыҡ. Был һабаҡтар барыбыҙ өсөн дә ул. Ниндәй генә заман булмаһын, улар иҫкермәй. Донъяла йәшәйбеҙ икән, әленән-әле улар менән иҫәпләшергә тура килә. Яңылышмаҫ, дөрөҫ юлдан тайпылмаҫ, кешеләр араһында, нәҡ кешеләр араһында, аҙашмаҫ өсөн шул һабаҡтарҙы онотмаҫҡа тейешбеҙ.