Презентация по ИКБ Мустай Карим
Мостай Кәрим Таштарға ла гөлдәр үҫтерҙе шағир… Башҡортостандың төҫ ташламаҫгәүһәрҙәре араһында тыуған ерҡуйынынан урғылған Ағиҙелкеүек алсаҡ һәм моңло, Урал кеүек олпат һәм уйсан,далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы һәм бәрәкәтле, тормоштоң үҙе кеүек тәрән тамырлы Мостай Кәрим ижады бар. Рауил Бикбаев. Мостай Кәрим Дим буйының гүзәл төбәге – Шишмә районы Келәш ауылында тыуып үҫкән. Ғәзиз тыуған яғының матур тәбиғәте, инәһенең изгелекле кәңәш – теләктәре Мостай күңеленә мәңгелеккә һалына. Ул ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ниҙәр генә күрһә лә тыуған иленән илһам алып йәшәй һәм моңло йырҙар булып яңғырай. … Бал ҡорттары нисек йыйһа Туғайҙарҙа гөл балын. Шулай алам һинән, илем, Йырҙарымдың илһамын. Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡаТәү аяҡ баҫҡан көнөм –Тәү башлап мәктәп ишегенҮрелеп асҡан көнөм. Һин уҡытыусым, шундай наҙлап Ҡараның күҙҙәремә. Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың Бәләкәс йөрәгемә… Ышан, атай, һин эйәрләп биргәнАҡбуҙ атым минең абынмаҫ, Йәшең тамған был ҡылысты, әсәй, Һуғарырмын дошман ҡанына. Һаумы, тиҙәр гөлдәр… Ауылымдың тугайҙары ашаАлыҫтарҙан ҡайтып киләмен,Шишмәләргә ятып һыуҙар эсәмҺәм эйелеп өҙәм еләген. Гөлдәр миңә: “һаумы,һаумы!”-тиҙәр,Алдарыма хуш еҫ сәсәләр.Бик һағындым һеҙҙе,бик һағындым,Үҙ еремдә үҫкән сәскәләр. Һуғыштан ҡайтҡас,Мостай Кәрим ижад эшенә тотона һәм бик күп йәмәғәт эштәре алып бара. Әҙәбиәт өлкәһендә күп яҡлы эшмәкәрлеге өсөн ике тапҡырЛенин, ике Хеҙмәт ҠыҙылБайраҡ, Халыҡтар дуҫлығы, Почет Билдәһе ордендары менән бүләкләнә. Яҙыусы С.Юлаев исемендәге, К.С.Станиславский исемендәге РСФСР дәүләт премияһы һәм СССР дәүләт Премияһы лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Башҡортостандыңхалыҡ шағиры тигәнҙур исем М.Кәримгә1963 йылда бирелә. Әсәй!Мине күптән еңгән булыр ине Ҡаршы елдәр, ҡаты яралар,Һин тормаһаң әгәр, ҡалҡан булып,Хәүеф менән минең арала.Бирешмәсе, зинһар, бирешмәсе,Терелә күр инде, әсәйем.Тағы бер аҙ һинең ышығыңдаХәүеф-хәтер күрмәй йәшәйем. М.Кәримдең “Үлмәҫбай”, “Ҡара һыуҙар”, “Йылмайыу” поэмалары бөтә республика уҡыусыларына яҡшы таныш. Уның “Яңғыҙ ҡайын”, “Ҡыҙ урлау”, “Салауат”, “Айгөл иле”, “Ташлама утты, Прометей!” пьесалары республикатамашасыларына киң билдәле. “Ай тотолған төндә” трагедияһы Мәскәүҙә һәм илебеҙҙең бик күп театрҙарында ҡуйылды. Мостай Кәримдең кав Өс тағанынан өйрәнгән дуҫлыҡҡа таянабыҙ, “Ай тотолған төндә”,”Салауат”, “Ташлама утты,Прометей” трагедияларын уҡып тарихҡа бағабыҙ,быуаттар һулышын тоябыҙ,ил һәм халыҡтың яҙмышын аңларға өйрәнәбеҙ. Мостай Кәримдең “ Өс тағаны»нан өйрәнгән дуҫлыҡҡа таянабыҙ, “Ай тотолған төндә”, ”Салауат”,“Ташлама утты,Прометей!” трагедияларын уҡып тарихҡа бағабыҙ,быуаттар һулышын тоябыҙ, ил һәм халыҡтың яҙмышын аңларға өйрәнәбеҙ. Күп нәмәнән уңдым, рәхмәт һеҙгә,Хәйерле төн һеҙгә үткәндәр.Эйе, уңдым – күп нәмәнән уңдым,Минән уңды микән бүтәндәр,Минән уңды микән бүтәндәр?Эйе, уңдым, күп нәмәнән уңдым,Минән уңды микән бүтәндәр,Минән уңды микән бүтәндәр?Уңдыҡ һеҙҙән, Мостай ағай, мең – меңтапҡыр уңдыҡ! Сөнки һеҙ -таштарға ла гөлдәр үҫтерер шағир! Башҡортостан туғайҙарының хушеҫле сәскәләренән мәңге һулымаҫижад гөлләмәләре үргән ижадығыҙбеҙҙең күңелдәребеҙҙә бер осҡон булып йәшәй һәм йәшәйәсәк!