Конспект урока по башкирскому языку на тему Мустай Карим. На Деме. (з класс)


Тема : Дим буйы. Мостай Кәрим.
Маҡсат: - уҡыусыларҙы М.Кәрим тормошо һәм ижады менән ҡыҫҡаса таныштырыу;
Башҡортостандың матурлығын күрһәтеү, йылғалары менән таныштырыу;
тасуири уҡыу күнекмәләре булдырыу;
грамматик белемдәрҙе нығытыу (предметты , предметтың билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәр )
Йыһазландырыу: дәреслек, презентация, портреты, китаптар күргәҙмәһе, “Мостай Кәрим”(папка), аудиояҙма “Дим буйҙары ” – башҡара “Шихан” төркөмө
1. Артикуляцион күнегеү
Ға-ға-ға – әйҙә киттек йылғаға
Ҙә-ҙә-ҙә – йылғала балыҡ йөҙә
Мәҡәл ҡойоу (яуаптар презентацияла бар)
- Эйелә, бөгөлә,
Аҡ мамығы түгелә,
Ҡара күҙе күренә (муйыл)
Һыу өҫтөндә һары май (томбойоҡ)
Ҡара мыйыҡлы еҙнәм
Һағынып – һағынып килгән (яҙ)
Иҙел буйлай Иҙелбай,
Ҡулыңа алһаң – сыйылдай (тал)
Эсе ҡыҙыл, тышы ҡара,
Ышанмаһаң, ашап ҡара. (ҡарағат)
Ал яулығын ябынған,
Башына ут ҡабынған (гөлйемеш)
Өй түбәмдә бүре олой (ел)- ел тауышын тыңлау
2. - Һүҙлек:
Ел – ветер
Йүкә – липа
Йылға – река
“Йылғалар” (кроссворд тултырыу)- һәр партаға алдан һалып ҡуйыла, экранға ла сығарырға кәрәк
1. Лемеза – Ләмәҙ
Туяляс (Төйәләҫ) –Худолаз
Чермасан – Сәрмәсән
Танып – Танып
Сакмара – Һаҡмар
Инзер – Инйәр
Ик – Эйек
Ай – Әй
Ашкадар – Ашҡаҙар
Дема – Дим
Касмарка – Ҡаҫмарт
(МОСТАЙ КӘРИМ һүҙҙәрен килтереп сығаралар)
Дәрестең темаһы , маҡсаты әйтелә
Мостай Кәрим тураһында әңгәмә (презентация)
“Дим буйы” шиғырын тасуири уҡыу һәм тексты тәржемә итеү
Текстан предметты, предметтың билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәрҙе табыу
Дим йылғаһы тураһында аудиояҙма тыңлау (физминут эшләтеп алыу)
“Аҙ – күп” төшөнсәһен иҫкә төшөрөү (текстағы һүҙҙәр менән эш)
Дуҫ – дуҫтар
Яҙ – яҙҙар
Йүкә – йүкәләр
Томбойоҡ – томбойоҡтар
(-лар, -ләр –тар, -тәр, -ҙар, -ҙәр, -дар, -дәр)
- Дәреслектән текст уҡыу, тәржемә (сылбырлап уҡыйҙар), 148-се бит
- Кроссворд тултырыу (уҡытыусы руссаһын әйтә, уҡыусылар башҡортса тәржемәһен иҫкә төшөрөп, шаҡмаҡтарҙы тултыралар (ДИМ БУЙЫ һүҙҙәре килеп сыға)
Һорауҙар:
1) Дим ниндәй йылға?
2) Дим ҡайҙан башлана?
3) Дим ярҙарында ниндәй ағастар үҫә?
Йомғаҡлау.
- Нимәләр белдек?
-Дәрес оҡшанымы?
- Һорауҙарығыҙ бармы?
Баһалау.
3. Өйгә эш: “Дим буйы” шиғырын ятларға, һүрәт төшөрөргә (теләге булғандар)
Башҡортостан Республикаһы Ауырғазы районы муниципаль районының Талбазы ауылы 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү уреждениеһы
Әҙәбиәт йылы сиктәрендә үткәрелгән
“Дим буйы. Мостай Кәрим” темаһына дәрес конспекты (3-сө класс)

Әҙерләне һәм үткәрҙе:
Йәғәфәрова Зөлфиә Урал ҡыҙы
Талбазы 2015