Балалар ба?са?ында к??г? байрам сценарийы Урта т?рк?мд?


Вальс көйөнә бейеп балалар килеп инә, һәм ярым туңәрәк яһап торалар.Алып барыусы: һаумыһығыҙ балалар!Бөгөн беҙ һеҙҙең менән байрамға йыйылдыҡ.Ә ниндәй байрам икән,кем белә?дөрөҫ,көҙ байрамы,мул уңыш,йәшелсә байрамы.Моңһоуланды урмандар,Һарғайҙы ҡырҙар өҫтө.Йылға-күлдәр топ-тоноҡ,Көҙ килде бит,көҙ килде.Йыр “йәй үтте(Көҙ,япраҡтар тураһында шиғырҙар)Алып барыусы: Әйҙәгеҙ әле ҡыҙҙар,шул матур япраҡтар менән бейеп күрҙәтегеҙ әле!“Япраҡтар бейеүе”(Бейеү бөткәс һепереүсе һеперткеһен тотоп инә) Һепереүсе: Һеперткемде алам да мин ҡулыма,Сығам ишек алдына.Был япраҡтар сәскә кеүек,Һары ғына, ал ғына.Мин һеперәм-һеперәм япраҡты өйөп ҡуям!(Ҡыҙҙар япраҡтар бер ергә өйөлөп барып ултыралар) Арып киттем бигерәк ,ял итеп алыр кәрәк.( Һепереүсе ултырып йоҡлап китә.Ел килеп инә) Ел: Мин көҙгө әсе ел,Осам төрлө яҡтарға,Ағастағы япраҡтарБер өрөүҙә юҡ була!(Ел балаларға өрөп ебәрә,улар урындарына барып ултыралар.Һепереүсе уяна) Һепереүсе: Мин һепереп үткән ерҙеКилеп күрһәм ҡабаттан.Өйөп ҡуйған япраҡтарҙыЕл килгән дә таратҡан.Мин һеперәм-һеперәм япраҡты өйөп ҡуям.Арып киттем бигерәк, ял итеп алыр кәрәк.(Һепереүсе йоҡлап китә, Ел килеп инә)Ел: Мин көҙгө әсе ел,Осам төрлө яҡтарға,Ағастағы япраҡтарБер өрөүҙә юҡ була!(Ел балаларға өрөп ебәрә,улар урындарына барып ултыралар.Һепереүсе уяна) Һепереүсе: Ел тырыша –ботаҡтарҙа Япраҡтар ҡалмаһын тип.Ергә төшөрмәҫ борон тотоп алырға кәрәк.( Һепереусе япраҡтарҙы баҫтыра, улар ултырғысҡа барып ултыралар.)Һепереүсе: Арыным мин йүгереп.Шаян япраҡтарҙы баҫтырып.Юлдарҙа күләүектәр генә ята,башҡа һепереүсе кәрәкмәй.Китәм мин был яҡтарҙан.Һау булығыҙ!Алып барыусы: Балалар!Тағы кемдер беҙгә килә тугелме?( Вальс көйөнә көҙһылыу килеп инә)Көҙһылыу:Һаумыһығыҙ балалар! Бигерәк эшем күп булды шул, шуга Ла әҙерәк һуңланым.Урмандағы,баҡсаларҙағы япраҡтар Ҙы үләндәрҙе һары,ҡыҙыл төҫкә буяным.Бөтә ҡоштарҙыЙылы яҡҡа оҙаттым да һеҙҙең янга килеп еттем.Бары-Ғыҙҙа бик матур кейенгәнһегеҙ!Ә шуны әйтегеҙ әле Балалар!Бейей беләһегеҙме һеҙ?Балалар: Әйе!“Күмәк бейеү”Алып барыусы: әйҙәгеҙ көҙһылыу,түрҙән үтегеҙ,байрамда бергә-ләп күңел асайыҡ.Беренсе бала: Вот и осень наступила Все вокруг позолотила,Подрумянила калину,Разукрасила рябину.Икенсе бала: Рыжий клен,березки,ивыУдивительно красивы.Но рябинка краше всехВ алых бусах для потех.Алып барыусы: Ә хәҙер Әмилә,Вилена,Лера беҙгә Миләшкәйҙәр Тураһында йыр йырлайҙар.Йыр-бейеү “Миләшкәйҙәр”Көҙһылыу:Афарин балалар!Бигерәк матур йырланығыҙ,бейенегеҙ!Бөгөн һеҙҙең баҡсағыҙҙа Йәшелсәләр йыйылганШуга күрә һөйләшәйекТик ошо хаҡта гына!( Һуған,кишер,помидор,сөгөлдөр сыгып шигыр ятлайҙар)Күмәкләп: Витаминдарға беҙ бай!Көҙһылыу: Ә хәҙер түңәрәккә тороғоҙ,йәшелсәләр менән күмәк йыр Башҡарығыҙ!Йыр”Йәшелсәләр “Көҙһылыу: Афарин балалар!Урындарығыҙға ултырығыҙ!( Талғын ғына ямғыр тауышы ишетелеп ҡала)Алып барыусы:Балалар Ишетәһегеҙме?Был нимә тауышы ул?Әллә тышта ямғыр яуа инде.Ямғыр:Һаумыһығыҙ балалар,көҙһылыу. Бына миңәлә сират етте Балалар янына килергә.куптән көттөм инде ошо көҙ көнөн.Көҙһылыу:Ямғыр туҡта.шундай кире булып сыҡтыңда инде.Кем һине байрамға саҡырҙы?бар кит байрам кәйефен Боҙма.Ямғыр:Минең дә бәләкәстәрҙең бейеп, йырлағанын тыңлағым килгәйне.Ә һеҙ мине ҡыуаһығыҙ(илай).Алып барыусы:Балалар ямғырҙы ҡалдырайыҡмы байрамда?Балалар:-әйе.Алып барыусы:Беҙ ямғыр һинең турала шиғырҙар,йырҙар өйрәндек.Шигырҙы тыңла әле!(Ямғыр тураһында шиғырҙар)Милана Яркеева йыр” Капелька”.Ямғыр:Бигерәк күңелле икән һеҙҙең менән!Көҙһылыу:Һин ямғыр балаларҙы һыуыҡ ямғырҙарың менән ҡурҡытам тип уйлама.Улар һинән ҡурҡмайҙар,сөнки уларҙың ҡулсатырҙары бар.Ҡыҙҙар һиңә бейеү әҙерләгәндәр.Бейеу” “ЗонтиктарЯмғыр:афарин ҡыҙҙар!Матур бейейһегеҙ,йырлайһыгыҙ!Ярай мин ҡайтайым байрамығыҙҙы боҙмайым.Һау булығыҙ!(Музыка аҫтында ҡуян инә)Ҡуян: Урман буйлап һикереп,Йөрөргә мин яратам.Көҙгө уңган бәшмәкте Йыйырға мин яратам.Ә ҡайҙа ул бәшмәктәр?Ҡайҙа йәшенгәндәр улар?яңы гына ямғыр яуып китте.(музыка аҫтында йөрөй,эйелеп бәшмәк эҙләй.Ҡапыл көҙһылыуҙы куркп ҡала ул)Көҙһылыу:Һаумы ҡуянҡай!Ҡуян:уй!һаумыһығыҙ балалар!көҙгө уңган бәшмәкте йыйырға тип сыҡҡайным.Бәшмәктәр бигерәк шаян булып сыҡты,һары япраҡтар аҫтына йәшенеп боткәндәр.ҡайҙан табырга инде?Көҙһылыу:Ҡайгырма һин ҡуян.Хәҙер мин тылсымлы һүҙҙәремде әйтһәм ошо залда уҡ бәшмәктәр үҫеп сыҡыр.(Эстән тылсымлы һүҙҙәр әйтә.Бәшмәктәр үҫеп сыга).“Бәшмәктәр бейеүе”Көҙһылыу:Ҡуян күрәһеңме?Бәшмәктәр үҫеп сыҡты.Ҡуян: ООО.Хәҙер йыйып алам үҙҙәрен.(бәшмәктәр алып барыусы Артына йәшенәләр)Көҙһылыу:Бер,ике,өс баҫтырып тотоп ҡара!Уйын “Бәшмәкте тот”Көҙһылыу:Күрәһеңме ниндәй етеҙ бәшмәктәр.берәүһендә тота Алманың.хәҙер балалар менән уйнап алайыҡ.Уйын “бәшмәк йыйыу”Көҙһылыу: Бына һиңә балалар күпме бәшмәк йыйып бирҙеләр.Ҡыш буйына етер үҙеңә.Ҡуян:Рәхмәт һеҙгә балалар!миңә ҡайтырга кәрәк.Һеҙҙең менән күңелле булды.Һау булығыҙ осрашҡанға Көҙһылыу:Хәҙер япраҡтарҙы тылсымлы һүҙҙәр менән тәмлекәстәргәәйләндерәм.Барығыҙҙа күҙегеҙҙе йомоғоҙ,ҡарамағыҙ был яҡҡа.( кәрзиндәрҙе алыштыра)Имән,саған япраҡтары әйләнегеҙ тәмлекәскә!Яулыҡты алып ҡарайыҡ әле.Алып барыусы:Балалар ҡарағыҙ әле!Япраҡтар ысынлапта тәмле-Кәстәргә әйләнгән.Көҙһылыу: миңә хушлашырға ла ваҡыт етте.Һау булығыҙ,киләһе йыл осрашҡанға тиклем!Алып барыусы:ошоноң менән байрам тамам.төркөмгә ҡайтайыҡ!