Рабочая программа 9 класс башкирский язык


ИЗЛОЖЕНИЕ
Һандуғас
Һандуғас –бәләкәй генә йырсы ҡош. Ул үлән араһында йәшәй. Һандуғас яҙ көнө бик матур һайрай. Уның йырын бөтә кеше яратып тыңлай.
АҢЛАТМА ЯҘЫУ
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре: Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Ғ.- Ижевск: «Книгрград», 2008.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Салауат ҡалаһы ҡала округы 8-се лицей муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учрежденияһының « Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла. 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт). Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2008.
Маҡсаттар:
Башҡорт теле өс маҡсатты күҙ уңында тота:
1)Үҫтереү маҡсаты (башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә: Фекерләүҙе ,хәтерҙе ,иғтибарлылыҡты ,аралаша белеү һәләтен үҫтереү,ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү).
2)Тәрбиәүи маҡсат(балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡара ;туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙыра;программаға әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелә).
3) Белем биреү маҡсаты(Һөйләү телмәрен үҫтереү, ишетеп аңлау (аудирование),уҡыу телмәрен үҫтереү, яҙыу телмәрен үҫтереү)
Бурыстар:
Өйрәнелгән материалдарҙы телмәрҙә ҡулланыу.
Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.
Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.
Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.
Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.
Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә,
әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.
Уҡытыу методтары
Уҡытыусы һүҙе – белем биреү ,өйрәтеү, тәрбиәләү методы.
Әңгәмә. Дәрестә үтелә торған материал уҡытыусы һорауына булған яуаптарҙа бойомға ашырыла.
Телде анализлау. Телде анализлау методын ҡулланып , уҡытыусы балаларҙы тел факттарын , ҡанундарын һәм башҡа күренештәрен күҙәтергә, анализларға өйрәтә.
Күнегеүҙәр эшләтеү.
Дәреслек менән эшләү. Уҡытыусы дәрес барышында башҡорт теле буйынса теоретик материалды аңлатҡан саҡта, яңы материалды нығытыу өсөн төрлө күнегеүҙәр эшләтеү процесында, уҡыусыларға өйгә эш биргән ваҡытта дәреслек менән эш итә.
Күргәҙмә материал ҡулланыу.
Экскурсия.
Проблемалы уҡытыу һ.б.
Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән
- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
- тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
- лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
УҠЫТЫУ ПРЕДМЕТЫНЫҢ ТӨП ЙӨКМӘТКЕҺЕ
Һаумы, мәктәп! (7сәғәт)
Эш төрҙәре «Көҙ» темаһы менән берлектә алып барыла. «Көҙ» һәм «Мәктәп» темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү.
Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.
Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт (8 сәғәт)
Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.
Атамалар ни һөйләй? (7 сәғәт)
Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдынала килтереп булмай. Атамалар бик күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул – ономистика. Онамистика фәне үҙе бер нисә тармаҡтан тора: антропонимика, этнонимика, милли, халыҡ, ҡәбилә исемдәрен, зоонимика ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика өйрәнеүсе фән.
Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халаҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла.
Беҙ ҡышты ла яратабыҙ (7 сәғәт)
Бәйләнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә. Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола.
Башҡорт театры (3 сәғәт)
Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында дөйөм мәғлүмәт биреү. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеүе тарихы (халыҡ артистары З.Бикбулатова, А.Мөбәрәков, Г.Мөбәрәкова). Театорҙың күренеклк артистарының тормошо һәм ижады менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.
Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу.
Башҡорт халыҡ ижады (8сәғәт)
Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.
Башҡорт аты ( 8сәғәт)
Уҡыусылырҙы башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Аттарҙың кеше тормошондағы мөһим ролен билдәләү. Йәш үһенсәлектәре буйынса бүленеүен билдәләү, уҡыусылырҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Аттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, улар тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу.
Башҡорт халыҡ милли аштары (6 сәғәт)
Башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу. Уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәренбилдәләү. Башҡорт милли аштары тураһында текстар менән таныштырыу.
Уҡыусылырҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә ентеклк эш дауам итә.


Күңелле яҙ килә (14 сәғәт)
Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре. Ҡала һәм ауылда яҙғы эштәр: ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу. Дарыу үләндәренән гербарийҙар төҙөү, Еңеү көнөн билдәләү. Һуғыш ветерандары менән осрашыу, иҫтәлектәр яҙып алыу буйынса эш дауам итә.
УҠЫУСЫЛАРҘЫҢ БЕЛЕМ КИМӘЛЕНӘ ТАЛАПТАР
1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү. Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.
2. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында героәға характеристика биреү;
тәҡдим ителгән әҫәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү;
10-12 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
эпик, логик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.
3. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү;
уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.
4. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;
диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;
һүҙлектәр менән файҙалана белеү;
диктант, изложение һәм иншалар яҙыу;
өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы;
һүҙҙәрҙе яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың килеү тәртибе (рус теле менән сағыштырыу).
үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле.

ТЕМАТИК-УҠЫУ ПЛАНЫ

п/п Тема Сәғәтһаны Планлаштырылған һөҙөмтәләр1. Һаумы, мәктәп!
7 Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү; башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ уҡыу, яҙыу; һорауҙарға
үҙ һүҙҙәрең менән яуап бирә белеү; тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөү; ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөргә өйрәнеү. Текст өҫтөндә эшләү,план төҙөү, план буйынса һөйләй белеү. Белем, китап тураһында мәҡәлдәрҙе белеү. 2. Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт 8 Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү; башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ уҡыу, яҙыу; Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү; һорауҙарға үҙ һүҙҙәрең менән яуап бирә белеү; һөйләмдә һүҙҙәр тәртибен үҙләштереү. 3. Атамалар ни һөйләй? 7 Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү; башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ уҡыу, яҙыу; ономастика фәне менән танышыу, атамаларҙың мәғәнәләрен өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, белешмәләр табып, класс алдында ҡыҫҡаса сығыш яһау, диалогтар төҙөй белеү. 4. Беҙ ҡышты ла яратабыҙ 7 Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү; башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ уҡыу, яҙыу; һорауҙарға үҙ һүҙҙәрең менән яуап бирә белеү; тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөү; ҡыҫҡа са ғына хикәйә төҙөргә өйрәнеү. Текст өҫтөндә эшләү, план төҙөү, план буйынса һөйләй белеү, диалогтар төҙөй белеү; һорауҙарға яуап биреү 5 Башҡорт театры 3 Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү; Башҡортостандың театр сәнғәте тураһында белешмәләр табып, класс алдында ҡыҫҡаса сығыш яһау, диалогтар төҙөй белеү, презентациялар эшләү.
6. Башҡорт халыҡ ижады 8 Халыҡ ижады тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеү, белешмәләр табып, класс алдында ҡыҫҡаса сығыш яһау, диалогтар төҙөй белеү, презентациялар эшләү. 7. Башҡорт аты 8 Башҡорт атының килеп сығыуы , тарихи үткәне менән танышыу, белешмәләр табып, класс алдында ҡыҫҡаса сығыш яһау, диалогтар төҙөй белеү, презентациялар эшләү. 8. Башҡорт халыҡ милли аштары 6 Башҡорт халҡының милли аштары менән танышыу, уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәрен белеү, презентациялар эшләү, диалогтар төҙөй белеү. 9. Күңелле яҙ килә 14 Темаға ҡағылышлы һүҙҙәрҙе иҫкә төшөрөү; башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ уҡыу, яҙыу; күҙәтеүсәнлек тәрбиәләү,
яҙ миҙгеле тураһында белемдәрҙе системалаштырыу, яҙғы байрамдар тураһында белешмәләр әҙерләү, матур теләктә әйтә белеү, диалогтар төҙөү, һорауҙарға яуап бирә белеү.
ТЕМАТИК ПЛАН

п/п 9а кл. 9л кл. Дәрес темаһы
Сәғәт
Иҫкәрмә
Дата Дата План. Факт. План. Факт. 1 2 3 4 5 6
*аумы, м9кт9п (7 сәғәт).
1. 02.09 01.09 А.Игебаев. Бик тә кәрәк тыныслыҡ! 1 2. 05.09 03.09 К.Мәргән. Мәктәп.
Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. 1 3. 09.09 08.09 М.Кәрим. “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” Һүҙбәйләнеш. 1 4. 12.09 10.09 М.Аҡмулла. Көҙ. Антонимдар. 1 5. 16.09 15.09 “Чехов Башҡортостанда” А.Г.Шамаев. 1 6. 19.09 17.09 Йыл миҙгелдәре. Көҙ. Сифат. 1 7. 23.09 22.09 Аҡҡош. Осоу юлдары. Эйә менән хәбәр. 1 Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт ( 8 сәғәт)
8. 26.09 24.09 Н.Мусин. Һай урманым… Ҡылым. 1 9. 30.09 29.09 Т.Ғәниева. Оло ялан.
Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. 1 10. 03.10 01.10 Күренекле шәхестәр. Хәлдәр. 1 каникулы
11. 07.10 06.10 М.Ғафури . Үҙем һәм халҡым.
Хәл төрҙәре. 1 12. 14.10 13.10 Башҡорттар ҡайҙан килеп сыҡҡан? Легенда. Ваҡыт хәле. 1 13. 17.10 15.10 Ҡыҙыл китап. Рәүеш хәле. 1 14. 21.10 20.10 Тыуған төйәк. Ҡылым. 1 Атамалар ни һөйләй? (7 сәғәт)
15. 24.10 22.10 Ағиҙел. Күләм-дәрәжә хәле. 1 16. 28.10 27.10 Ҡ.Аралбай. Ҡаруанһарай. 1 17. 31.10 29.10 Ғ.Хөсәйенов. “Батырша” Шарт хәле. 1 18. 04.11 03.11 Диктант. 1 19. 07.11 05.11 Хаталар өҫтөндә эш.
Д.Мырҙаҡаева. Өфө һуҫары. 1 20. 11.11 10.11 Башҡорт халыҡ ижады.Маҡсат хәле. 1 21. 14.11 12.11 Р.Насыров. А.Матросов. 1 Беҙ ҡышты ла яратабыҙ ( 7 сәғәт)
22. 25.11 24.11 Ф.Рәхимғолова. Ҡыш. Кире хәл. 1 23. 28.11 26.11 Ш.Бабич. ҡышҡы юлда. Йәнләндереү. 1 24. 02.12 01.12 Н.Мусин. Уралда ҡыш. Өндәш һүҙ. 1 25. 05.11 03.12 Тәржемә. 1 26. 09.12 08.12 Ҡышҡы байрамдар.
Ҡышҡы Нардуған. 1 27. 12.12 10.12 Р.Шәкүр. Яңы йыл. 1 28. 16.12 15.12 Тымаулағанда.
Хәлдәр темаһын ҡабатлау. 1 Башҡорт театры (3 сәғәт)
29. 19.12 17.12 Ф.Фәтҡуллин. Өфөлә театрҙар. 1 30. 23.12 22.12 А.Мөбәрәков. Сағыштырыу. 1 31. 26.12 24.12 Нурия Ирсаева. Хөсәйен Ҡудашев. 1 Башҡорт халыҡ ижады (8 с919т)
32. 30.12 29.12 Ә Сөләймәнов.Халыҡ ижады.Һөйләм. 1 33. 13.01 12.01 «Урал батыр» эпосы. Һандар. 1 34. 16.01 14.01 Башҡорт халыҡ ижадында һандар. 1 35 20.01 19.01 Контроль диктант 1 36. 23.01 21.01 Хаталар өҫтөндә эш. Алпамыша батыр. 1 37. 27.01 26.01 Әкиәт. Алпамыша батыр.
Ябай һөйләм төрҙәре. 1 38. 30.01 28.01 Таҡмаҡтар. Ябай һөйләм төрҙәре. 1 39. 03.02 02.02 Контроль тәржемә. 1 Башҡорт аты ( 8 сәғәт)
40. 06.02 04.02 Н.Иҙелбаев. Ел, ерәнем.
Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. 1 41. 10.02 09.02 Б.Байым. Бәләкәс. Һандар. 1 42. 13.02 11.02 Башҡорт аты ниндәй була?/Һаҡмар гәзитенән/ 1 43. 17.02 16.02 Бащҡорт халыҡ йыры.Ҡара юрға. Тиң киҫәкле һөйләмдәр. 1 44. 20.02 18.02 Б.Байым. Бәләкәс. Тиң киҫәктәр эргәһендә тыныш билдәләре. 1 45. 24.02 23.02 М.Кәрим. Минең атым. 1 46. 27.02 25.02 Ә.Әминев. Турат. 1 47. 09.03 08.03 С.Агиш. Турыҡай. 1 48. 12.03 10.03 Контроль тәржемә. З.Килдебаева. Ерәнсәй. 1 Башҡорт халыҡ милли аштары ( 6 сәғәт)
49. 16.03 15.03 Икмәк. Ҡымыҙ. Бал. Ҡушма һөйләмдәр. 1 50. 19.03 17.03 Һ.Дәүләтшина. Ялсылыҡта.Ҡушма һөйләмдәр. 1 51. 23.03 22.03 З.Биишева. Дуҫ булайыҡ. 1 52. 26.03 24.03 Ә.Байрамов. Сүпрә. Ҡушма һөйләмдәр 1 53. 30.03 29.03 Инша 1 54. 02.04 31.03 Хаталар өҫтөндә эш. В.Ғүмәров.Ҡорот. 1 Яҙ килә ( 14 сәғәт)
55. 06.04 05.04 Х.Мәхмүтов. Апрель. Һынамыштар. 1 56. 09.04 07.04 Я.Хамматов. Яҙ башланды. Мәҡәлдәр. 1 57. 13.04 12.04 А.Игебаев. Яҙ бүләге. 1 58. 16.04 14.04 Л.Фархшатова. Тал бөрөһө. 1 59. 20.04 19.04 Ғ.Дәүләди. Нөгөш шишмәләре. 1 60. 23.04 21.04 Контроль диктант. 1 61. 04.05 26.04 Хаталар өҫтөндә эш. Ф.Ғөбәйҙуллина. Сөгөлдөр. 1 62. 07.05 28.04 Ф.Ғөбәйҙуллина. Сөгөлдөр. 1 63. 11.05 03.05 Ә.Лотфуллин. Хушлашыу. 1 64. 14.05 05.05 М.Кәрим .Яҙҙы яратам. 1 65. 18.05 10.05 М.Кәрим. Өс әхирәт. 1 66. 21.05 12.05 Д.Мырҙаҡаева. Йәйҙең хушлашыу айы. 1 67. 23.05 17.05 Үтелгәнде ҡабатлау. 1 68. 24.05 19.05 Йомғаҡлау. 1 ПРОГРАММА ҮҘЛӘШТЕРЕҮҘӘ ПЛАНЛАШТЫРЫЛҒАН ҺӨҘӨМТӘЛӘРҘЕ БАҺАЛАУ
Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу, уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен ,белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү ,иҫәпкә алыу,шуның менән бергә, алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә,күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү.
Уҡыусының яуабын баһалағанда, түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:
Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;
-үтелгәнде аңлы үҙләштереү, аңлау кимәле;
-яуаптың телмәр төҙөлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.
      Уҡыусының  телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға, яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.
     Әгәр уҡыусы:
тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа, тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;
үтелгән материалды тулы аңлауын, белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә.
Материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.
    Әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә,ләкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа, телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк яңылышлыҡтар китһә, уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.
  Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә, ләкин материалды тулы аңлата алмаһа, төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә  хаталар ебәрһә;
әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә, үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;
яуабында эҙмә-эҙлелек  һаҡланмаһа, телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа, уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.
   Әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен, билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы«2» билдәһе менән баһалана.
Диктанттарҙы баһалау
Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы кластың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.
Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим ителә.
Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә мөмкин.
Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:
1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;
2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;
3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;
4) механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).
Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.
Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:
 1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;
2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;
3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;
4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.
Диктант бер генә билдә менән баһалана.
 «5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,
«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.    
«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.
«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла.
Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.
 Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:
«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,
«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,
«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,
«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.
Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау
Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:
теманы аса белеүе, тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы һайлай белеүе,
яҙғанда, грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла, изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән- уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәое баһалана.
Баһаларҙың төп критерийҙары
Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө Грамоталылыҡ Баһалау
1.Яҙма эштең  йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килә.
2. Фактик хаталар юҡ.
3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелә (план буйынса йәки планһыҙ),
4. Эш лексик яҡтан бай.
5.Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә һәм мәғәнәүи яҡтан текс камил.
Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин. Яҙма эштә 1 орфографик,йәки 1 пунктуацион,йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа, «5» билдәһе ҡуйыла

Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),
Йөкмәтке, нигеҙҙә,дөрөҫ бирелһә, әммә эштә бик аҙ  булһа ла, фактик хаталар осраһа,
Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,
Яҙма эш, нигеҙҙә, синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,
Эш бер төрлө стилдә яҙылыуы һәм тасуири   булыу менән айырылып торһа,
Иҫкәрмә.  Яҙма эштең телмәр хаталары өстән дә, йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «4»билдәһе ҡуйырға мөмкин. Яҙма эштә 2 орфографик  һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән,һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа, «4» билдәһе ҡуйыла
Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,
Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,
Айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,
Яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа,һүҙлеге ярлы,һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар булһа,
Эш тема һәм уны аңлатыу (асыу) талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,
Иҫкәрмә.  Яҙма эштәге телмәр хаталары  5-тән ,йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә,эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин. Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата, йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа,шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә, «3» билдәһе ҡуйыла
Яҙма эш темаға тура килмәһә,
Фактик хаталар күп булһа,
Эштең бөтә өлөштәрендә  фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,плпнға ярашһыҙ булһа,
Һүҙлеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы  ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа,һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталр осраһа,
Эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,
Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән,йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә,уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин. Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа, «2» билдәһе ҡуйыла
                                             
Тест формаһындағы яҙма яуаптарҙы баһалау критерийҙары:
86%- тан артыҡ - «5» билдәһе
71 – 85 % - «4» билдәһе
51 – 70 % - «3» билдәһе
0 - 50 % - «2» билдәһе
ЙОМҒАҠЛАУ КОНТРОЛЬ ДИКТАНТЫ
Июнь.
Июнь – йылдың иң матур айы. Болон, туғайҙар гөрләп сәскә ата. Был айҙа Өфө ҡалаһына яҡын аҡландарҙа 40-тан ашыу сәскә төрөн күрергә мөмкин.
Йылға, күлдәр өҫтөн ап-аҡ һәм һап-һары томбойоҡ сәскәләре ҡаплай.
Май, июнь – ҡоштарҙың бала сығарыу ваҡыты. Улар балаларына ашарға ташып бер була.
Июндә күбәләктәр оса. Бал ҡорто күс айыра.
Июнь – тәүге еләктәр айы. Иң тәүҙә ҡайын еләге бешә.
22 июнь – йыл эсендә иң оҙон көн һәм иң ҡыҫҡа төн. Бер нисә көн шулай тигеҙ тора, шунан йәйге көн ҡыҫҡара башлай.
( «Йәншишмә” гәзитенән )
УҠЫУ ПРОЦЕСЫНДА УҠЫУ-УҠЫТЫУ МЕТОДИК ҺӘМ МАТДИ –ТЕХНИК ҠУЛЛАНМАЛАР, ӘҘӘБИӘТ ИСЕМЛЕГЕ
Уҡыу-уҡытыу методик ҡулланмалар:
Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г., Башҡорт теленән программа (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. - Ижевск: «Книгоград», 2008.
Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ., Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-сы класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2008.
!9битова З.М., Толомбаев Х.А. Уры6 м9кт9пт9ренд9 баш3орт телен у3ытыу2ы ойоштороу буйынса методик к949шт9р. - %ф5: Баш3ортостан, 2006.
Д97л9тшина М.С., !9битова З.М. Баш3орт телен у3ытыу методика8ы: баш3орт теле д97л9т теле итеп у3ытыл1ан м9кт9пт9р 5с5н. 2-се ки69к. - %ф5: Китап, 2011.
Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М., Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. – Өфө: Китап, 2009.
Матди -техник ҡулланмалар:
компьютер;
принтер;
проектор;
-магнитофон;
Электрон дәреслек. Башҡорт (дәүләт) теле. 5-11 – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
Электрон дәреслек. Башҡорт әҙәбиәте. 5-9 класс – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
таҡта;
Әҙәбиәт исемлеге:
1. Ба8ауетдинова М.И., Й919ф9рова Г.Н. Баш3орт теле 89м 929би9те д9рест9ренд9 я4ы технологиялар 3уллыныу (методик 3улланма). - %ф5, НМЦ «Педкнига», 2008.
2. !9битова З.М. Телм9р 76тере7 д9рест9ре. Баш3орт телен д97л9т теле итеп 5йр9не7сел9р 5с5н.- %ф5, Китап, 2009.
3. Д97л9тшина М.С., !9битова З.М. Баш3орт телен у3ытыу методика8ы: баш3орт теле д97л9т теле итеп у3ытыл1ан м9кт9пт9р 5с5н. 2-се ки69к. - %ф5: Китап, 2011.
4. Усманова М.Г. Изучаем башкирский язык. Интенсивный курс обучения. – Уфа: Китап. 2011.
5. Усманова М.!. Баш3орт теле грамматика8ы таблицалар2а 89м схемалар2а. - %ф5: Китап, 2007.
6. Усманова М.!., Абдуллина Ф.Ф. Баш3орт теле. М9кт9п у3ыусылары, у3ыр1а ине7сел9р, у3ытыусылар 5с5н 3улланма. #а1и29л9р. Тестар. - %ф5: 2008.
7. Азнабаева Ф.Ф., Сахипова З.Г., Саяхова Л.Г., Ураксин З.Г. Русско- башкирский учебный словарь. - %ф5: Китап, 2009.
8. (хм9тов М.Х. Баш3орт телене4 антонимдар 872леге. - %ф5: Китап, 2009.
9. Надршина Ф.А. Русско- башкирский словарь пословиц- эквивалентов. Уфа: Китап, 2008.
10. Суфьянова Н.Ф., Сиразитдинов З.(., Ура3син З.!..- Баш3орт телене4 а4латмалы 872леге. - %ф5: Китап, 2011.
11. Усманова М.! Баш3ортса- русса синонимдар 872леге. - %ф5: Китап, 2010.
12. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Йәшлек» гәзит-журналдары.
Интернет- ресурстар:
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте http://saliramilya.ucoz.ru/index/bash_ort_tele_d_rest_rend_u_yusylar_a_belem_bire/0-187Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ямалова Шәкирә Миңнегәрәй ҡыҙының сайтыhttp://bashkir.jimdo.com/
Программалар http://lib.podelise.ru/docs/56313/index-817-7.html