Рабочая программа Башкирский язык 1 класс (кружок)
I. Түңәрәкте үҙләштереүгә планлаштырылған һөҙөмтәләр.Предмет буйынса һөҙөмтәләр:
Уҡыу йылы аҙағында 1-се класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға, һаналған эштәрҙе үтәй белергә тейештәр:
1.Башҡорт теленең бөтә өндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.
2. Һүҙгә өн анализы яһау, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар, тартынҡыларҙы айыра алыу, уларҙы дөрөҫ әйтеү, шулар нигеҙен-дә һүҙҙәр төҙөү.
3.Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? һорауҙарына һәм уларға яуап булған һүҙҙәрҙе белеү, телмәрҙә ҡулланыу.
Ни эшләй? Ни эшләне? һорауҙарын ҡуллана белеү.
Ниндәй? Ҡайҙа? Нисә? Һорауҙарының мәғәнә үҙенсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.
Минең, һинең, уның, һеҙҙең, уларҙың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.
4. Һүҙҙәрҙе ижекләп дөрөҫ, аңлы уҡыу.
5. Әкитәт, шиғыр, хикәйә, йомаҡтар, көләмәстәр тыңлау, уҡыу, кәрәк саҡта яуаптарын табыу һәм йөкмәткеһен һөйләү. Уҡыған, ишеткән, үҙе күргәндәр тураһында бәйләнешле итеп һөйләү.
6. Таныш темаға телдән хикәйә төҙөп һөйләү, уҡытыусы биргән һорауға яуап яҙыу.
7. Яҙма һәм баҫма текстарҙы күсереп яҙыу. Яҙылышы ауыр булмаған һүҙҙәрҙе, 2-3 һүҙҙән торған типик һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, унан диктант итеп яҙыу.
8. Һөйләм аҙағында нөктә, һорау билдәһе ҡуя белеү.
Шәхси, предмет-ара һәм предмет буйынса түңәрәктә уҡыу һөҙөмтәләре:
Шәхси үҫеш кимәле
«Әлифбала ҡунаҡта» түңәрәген үткәргәндә , уҡыусыны шәхси үҫеш кимәлен
үҫтереү бурыстарын ҡуя:
- телдең һәм телмәрҙең кешеләр тормошондағы әһәмиәтен аңлау;
- тексты эмоциональ ҡабул итеү, үҙеңдең хис-тойғоларыңды белдереү;
- кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлау, уртаҡлашыу, бүлешеү;
- уҡылған әҫәрҙең геройҙарына һәм уларҙың эшенә ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү.
Метапредмет кимәле
Ойоштороу эшмәкәрлеге:
- уҡытыусы ярҙамында эшмәкәрлек маҡсатын билдәләү;
- дәрестә эш барышын һөйләп барыу;
- дәреслек материалы менән эшләү барышында уйҙы, фаразды әйтеү;
- уҡытыусы тәҡдим иткән план буйынса эшләү;
- коллектив төҙөлгән план буйынса эшләү.
Танып белеү эшмәкәрлеге:
- дәреслектең, матур яҙыу өлгөләренең айышына төшөнөү (тышы, йөкмәткеһе, шартлы билдәләре);
- дәреслектән, текстан, иллюстрацияларҙан һорауға яуап табыу;
- бергәләп йәки үҙ аллы башҡарған эш буйынса һығымта яһай белеү;
- ҙур булмаған текстың йөкмәткеһен һөйләү.
Аралашыу эшмәкәрлеге:
- фекереңде телдән формалаштырыу;
- кешенең телмәрен тыңлау һәм аңлау;
- тыңлай белеүҙең уңышлы аралашыуға шарт булыуын үҙләштереү;
- тексты тасуири уҡыу һәм йөкмәткеһен һөйләү;
- уҡытыусы һәм класташтар менән берлектә тәртип ҡағиҙәләре һәм уларҙы үтәү тураһында килешеү.
Предмет үҙләштереү кимәле:
- тексты һөйләмдәр теҙмәһенән әйыра белеү;
- бөтөн һүҙҙәр менән аңлы, дөрөҫ уҡыу;
- тексты ентекле һөйләй белеү;
- хикәйә төҙөү;
- һүҙҙең өндәрен атау, ижеккә бүлеү, өндәр һәм хәрефтәр һанын билдәләү. Дөрөҫ баҫым ҡуйыу, хәреф-өн анализы яһау;
- һөйләмде, кешенең исемен һәм фамилияһын баш хәреф менән яҙыу;
- һөйләм аҙағында тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙыу;
- баҫма тексты күсереп яҙыу, һүҙҙәрҙе һәм ҙур булмаған һөйләмдәрҙе диктант итеп яҙыу;
- тамырҙаш һүҙҙәрҙең тамырын табыу.
II. Түңәрәктең йөкмәткеһе.
Грамотаға өйрәтеү. Әлифба.
Графика. өн һәм хәреф. Үпкәнән килә торған һауа ағымының кәртәгә осрауы һәм осрамауына ҡарап, өндәрҙең һуҙынҡыларға һәм тар тынҡыларға бүленеше. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Парлы һәм парһыҙ, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡыоар. Ҡ, к, п өндәренең ғ, г, б өндәре менән сиратлашыуы. Һүҙҙә нисә өн һәм нисә хәреф барлығын билдәләү. өн һәм хәрефтең бер-береһенә тура килмәгән осраҡтарын билдәләү һәм күрһәтеү. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү. Баҫым. Алфавиттағы хәрефтәр тәртибе.
Һүҙ. Балаларға таныш предметтарҙы: уйынсыҡтар,уҡыу кәрәк-яраҡтары, өҫ-баш кейемдәре, йәнлектәр, үҫемлек һ.б. дөйөм исем аҫтында туплптыу. Һүҙҙәрҙе, мәғәнәләренәҡарап, кем?нимә? ни эшләй ? ниндәй? һорауҙары буйынса төркөмләү, уларҙы һөйләмдән табып, һорау ҡуйыу,телмәрҙә ҡулланыу.
Һөйләм. телмәрҙән һөйләмде айырып алыу. Бирелгән һүҙҙәр менән, картиналар һәм һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөү. Һөйләмдең беренсе һүҙен баш хәреф менән яҙыу. Һөйләм аҙағында нөктә (йыл аҙағында – һорау һәм өндәү) билдәләре ҡуйыу.
Шиғыр, хикәйә, йыр, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ кеүек жанрҙарҙы айырыу.
Башҡорт теле
Фонетика. әлифба осоронда «Өн һәм хәреф» темаһы буйынса алған белемдәрҙе системаға килтереү. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. нәҙек һәм ҡалын һүҙҙәр. уларҙы тамғалау. Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Ижек. Һүҙҙе ижеккә бүлеү. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү.
Һүҙ башында э хәрефе. Һүҙ уртаһында е хәрефе. Й хәрефенең яҙылышы. Йо, йө, йе, йы, йә ҡушымсалары. Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә е, ё, ю,я хәреф-тамғалары. У-ү хәрефле һүҙҙәр.
Һүҙ. Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр. предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. предметтың хәрәкәтен (эшен) белдергән һүҙҙәр. Һәм, менән, да-дә, ҙа-ҙә, ла-лә. та-тә. ғына-генә, ҡына-кенә ярҙамсы һүҙҙәре.
Һөйләм. Һорау һөйләм . Өндәү һөйләм. Хәбәр һөйләм. О-ө хәрефле һүҙҙәр. Һөйләмдең сиктәрен билдәләү.
Орфография һәм пунктуация. Кешенең исем-фамилияларын, хайуан ҡушаматтарын һәм ер-һыу атамаларын ҙур хәреф менән яҙыу. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең айырым яҙылыуы.
Универсаль уҡыу эш төрҙәре. Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү. Хәреф һәм өндәрҙе таныу. Ижектәрҙе һәм һүҙҙәрҙе, һөйләмдәрҙе ҡушып уҡыу. Текстарҙы аңлы һәм тасуири уҡыу.
Хәрефтәрҙе айырым һәм бер-береһе менән тоташтырыпяҙыу. һүҙ һәм һөйләмдәрҙе, ҡыҫҡа текстарҙы күсереп яҙыу. Ишеткәнде яҙыу (диктант). Уҡытыусы ҡуйған һорауға тулы һәм асыҡ яуап биреү, дәрестә иғтибар менән тыңлау. Уҡытыусы ҡушҡанды аңларға өйрәнеү. Үҙ-ара һөйләшеү (диалог) ҡороу. Тел күренештәрен күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау һәм һығымта яһау. Үҙ аллы белем алырға өйрәнеү. Уҡытыусы ярҙамында маҡсат ҡуйыу. Эште планлаштырыу һәм уның буйынса эшләү. Тикшереү. Эште баһалау.
Телдән әҙерлек курсы – 14 сәғәт
Өлгө буйынса эш дәфтәрендә эшләү. Тирә-яҡтағы предметтарҙы атау, рус телендәге атамалар менән сағыштырыу. Үҙең менән таныштыра белеү. Һорауҙарға яуап биреү. Эш дәфтәрендә эшләү. Мәктәп темаһы буйынса яңы һүҙҙәр үҙләштереү. Һөйләм һорау, өндәү. Хәбәр итеүҙе үҙ эсенә алыуын күҙәтеү. Эш дәфтәрендә эшләү, һүрәттәрҙе буяу. Башҡортса һанарға өйрәнеү. ”Һан+исем(берлектә)” формулаһы буйынса һөйләү. Өндәү һөйләмдәр төҙөргә өйрәнеү, әҫәрҙән таба белеү. Интонация яғынан һөйләм төрҙәрен айыра белеү. Йорт хайуандарын ҡарауҙа яуаплылыҡты аңлау.
Әлифба осоро –12 сәғәт
Алфавит тәртибендә хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтеү. Уҡыусыларҙың исемдәрен алфавит тәртибендә яҙыу. Тормошта алфавитты белеүҙең ҡасан һәм ҡайҙа кәрәклеген аңлау. Йыр өйрәнеү. Артикуляцион күнекмәләрҙе ятлау. Был һөнәр кешеләренең хеҙмәте менән танышыу. Данлыҡлы рәссамдар тураһында һөйләшеү. Артикуляцион күнекмәләрҙе ятлау. Был һөнәр кешеләренең хеҙмәте менән танышыу. Данлыҡлы рәссамдар тураһында һөйләшеү.
Ҙ өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Тартынҡы өндәрҙе айырырға өйрәнеү. Башҡорт исемдәре менән танышыу. Ң, в өндәренең әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Башҡа өндәрҙән айырмалы яҡтарын билдәләү. Үҙ фекереңде әйтә белеү.
Әлифбанан һуңғы осор –8 сәғәт
Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу. һүҙҙәрҙе шыма, аңлы һәм тасуири уҡыу. Республика тураһында яңы мәғлүмәттәр менән танышыу. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ төшөнсәләре менән танышыу, уларҙы текстан табыу. Биографияны белеү, һөйләү. Тәбиғәт ҡомартҡыларын белеү.
Башҡортостан ҡалалары тураһында белемдәрен байытыу, картанан таба белеү. Үҙ белгәндәрен аудиторияға башҡорт телендә еткереү.
III. Тематик план.
1 класс
Тема Сәғәт һаны
Телдән әҙерлек курсы – 14 сәғәт
Башҡортостан. Танышыу. Кем? Нимә? һорауҙары Уйындар. Кем ни эшләй? 1
Беҙ – мәктәптә. Кем? Нимә? Кем ни эшләй? 1
Беҙ һанай беләбеҙ. Нисә? Күпме? 1
Ниндәй төҫ матур? Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. 1
Йәшелсәләр. Нимә? Нимәләр? Емеш –еләктәр. Тартынҡы өндәр 1
Ҡоштар. Һуҙынҡы өндәр.Нәҙек, ҡалын өндәр. Ҡабатлау. 2
Тән өлөштәре. Нәҙек, ҡалын ижектәр. Һөйләм киҫәктәре. Көн режимы. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибе. Ғаилә. Баҫым. 1
Аяҡ кейемдәре. Һорау һөйләмдәр. 1
Йорт хайуандары. Өндәү һөйләмдәр. 1
Контроль күсереп яҙыу.Беҙҙең уйындар. 1
Ҡышҡы уйындар. Яңы йыл. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 1
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 1
Әлифба осоро – 12 сәғәт
Башҡорт алфавиты. Оҫтаханала. А,О хәрефтәре ике телдә. Олатайым – осоусы. 1
Тимурсылар. Ы, Э хәрефтәре ике телдә. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эшсе. 1
Мәҡәлдәр. Әкиәт. Ә, Ө өндәре һәм хәрефтәре.
Рәссамдар. 1
Егәрле балалар. Ү өнө һәм хәрефе. Ҡасим – ҡурайсы. Ҡ өнө һәм хәрефе. 1
Яланда. Ғ өнө һәм хәрефе. Һәйкәл. Һ өнө һәм хәрефе. 1
Айҙар. Ҙ өнө һәм хәрефе. Миңлебай ағай. ң өнө һәм хәрефе 1
Оҫта. ҫ өнө һәм хәрефе. Ф. Туғыҙбаева. Бик мәрәкә. В өнө һәм хәрефе. 1
Оҫта. ҫ өнө һәм хәрефе. Ф. Туғыҙбаева. Бик мәрәкә. В өнө һәм хәрефе. 1
Башҡортостан. Герб. 1
К. Кинйәбулатова. Әсәйем, ҙур үҫкәнһең, ти.Йомош. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр 1
Асылыкүл. Тәбиғәт ҡомартҡылары.Ҡалалар. Ҡала исемдәре башҡорт һәм рус телдәрендә.. 1
Контроль диктант.Яҙғы көн. 1
Әлифбанан һуңғы осор –8 сәғәт
Уйындар. 1
Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн! 1
Башҡортостаным – илем. 1
Уҡыу кәрәк-яраҡтары. 1
Уйынсыҡтар. Һандар. 1
Емештәр-йәшелсәләр. Аҙыҡ – түлек. 1
Беҙ - татыу ғаилә. 1
Йомғаҡлау дәресе 1