Урок башкирского языка во 2 классе «Г. Юнысова. Тур?ай?ар!
2-се класта асыҡ дәрес.
Тема: Г. Юнысова “Турғайҙар”.
Маҡсат: ҡыш тураһында балаларҙың белелмен тәрәнәйтеү, кәңәйтеү;
уларҙы фекерләргә, йомаҡ әйтергә өйрәтеү;
ҡыш көнө ҡоштарға ярҙам кәрәклеген аңлатыу, уларға ҡарата һаҡсыл булыу, телдәрен аңларға тырышыу.
Йыһаз:презентация: һүҙлек, текст(слайд), төрлө ҡоштар, йәнлектәр, ҡышҡы урманды һүрәтләгән слайдтар. “телеграмма”, ҡар бөртөктәре, Белмәҫйән рәсеме, конвертта йомаҡтар.
Дәрес барышы.
Ойоштороу моменты.
Дежурныйҙың отчеты:
Хәйерле көн, ҡәҙерле ҡунаҡтар, дуҫтар!. Бөгөн 25-се февраль. Йома көн.Урамда һалҡын, ел иҫә, һауа температураһы.... Синыфта барыһы ла бар.
Яңы темаға инеү.
Беҙ бөгөн һеҙҙең менән ҡыш тураһында һүҙ алып барасаҡбыҙ. Хикәйәләр, шиғырҙар уҡыясаҡбыҙ һәм ҡоштар тураһындаәңгәмәләшербеҙ. Ә хәҙер әйҙәгеҙ, иғтибарлы булып, һорауҙарғадөрөҫ һәм тулы итеп яуап бирергә әҙерләнәйек. Һәр дөрөҫ яуапҡа бер ҡар бөртөгө ҡуныр, ә дәрес аҙаында ҡар бөртөктәрен һанап, кемдең нисек яуап биргәнен белербеҙ.
Рәсемдәр урынына һүҙҙәр ҡуйып уҡырға. Рус теленә тәржемә итергә.
Бына көткән (ҡыш) та килеп етте. Их, ниндәй матур! (Өй), (ағастар)ҙы ап-аҡ (ҡар) ҡаплаған. Балалар (сана) тотоп тауға киттеләр. Унда улар туйғанссы уйнанылар: (сана) шыуҙылар, (ҡар бабай) яһанылар. Уларға бик күңелле булды.
Дәфтәрҙә эш.
Дәфтәрегеҙҙе асып, бөгөнгө числоны яҙығыҙ. Ошо текстан рәсемдәр менән бирелгән һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙыу. (ҡыш, өй, ағастар, ҡар, сана, ҡар бабай).
Ҡыштың матурлығы, файҙаһы тураһында әңгәмә.
Балалар, һеҙгә ҡыш нимәһе менән оҡшай?
...
Ә һеҙ ҡыштың гүзәл, матур ғына түгел, ә фаҙалы ла икәнен беләһегеҙме?
...
Әйе, ҡыш матур ғына түгел, ә файҙалы ла. Нимәһе менән файҙалы икән? Беренсенән, ҡыш көнө бөтә тәбиғәт ял итә, йоҡлай. Һеҙ ҙ бит арығас ятып йоҡлайһығыҙ, ә иртән яңы көс, яҡшы кәйеф менән тораһығыҙ. Ошоноң шикелле тәбиғәт тә ҡыш көнө ял итеп, яҙ көнө эшен башлай: ҡоштар йылы яҡтан ҡайта, ағастар япраҡ яра, сәскә ата. Ә икенсенән, ҡышҡы һалҡындарҙа төрлө сирҙәр таратыусы микробтар үлә, кешенең организмы нығая, иммунитеты көсәйә. Йылы яҡта, бер ваҡытта ла ҡыш булмаған илдәрҙә, төрлө ауырыуҙар, сирҙәр таратыусы бактериялар һәм микробтар бик тиҙ үрсей һәм тарала. Шуға күрә, ҡыштың ҡәҙерен белеп, матурлығына һоҡланып йәшәргә кәрәк. Ә хәҙер инде, әйҙәгеҙ һеҙҙе тыңлайыҡ. Кем ниндәй шиғыр ятланы?
Уҡыусыларҙың ҡыш тураһында ятланған шиғырҙарын тыңлау.
Ял минуты.
Ел иҫә, иҫә, иҫә
Ағастарҙы һелкетә.
Ел тына, тына, тына,
Ағастар үҫә, үҫә.
Урманға сәйәхәткә барыу.(слайд)
Балалар, ҡарағыҙ әле, бында ниндәйҙер ҡағыҙ ята. Был бит ҡоштарҙан ярҙам һорап килгән телеграмма. Тыңлағыҙ әле: “Ҡәҙерле балалар! Безгә бик һалҡын, ашарға таба алмайбыҙ. Ярҙам итегеҙ! Ҡоштар." Нимә эшләйбеҙ, уҡыусылар? Әйҙәгеҙ, урманға сәйәхәт яһап, ҡоштар эргәһенә барып киләйек. Беҙ унда үҙебеҙ менән нимәләр алабыҙ? Ҡунаҡҡа бит буш ҡул менән барып булмай.
...
Рәсемдәр буйынса эш. (слайдтар)
Урманда нисек?
...
Беҙҙе ниндәй кейектәр ҡаршы ала?
...
Ниндәй ҡоштар ҡаршылай?
...
Ни өсөн ҡоштарға ярҙам кәрәк?
...
Ниндәй файҙа килтерәләр ҡоштар?
...
Әйе, үҙҙәренең ҡупшылығы, матур һайрауҙары менән тәбиғәтте биҙәп торалар. Улай ғына ла түгел, ҡоштар тәбиғәткә, ә шулай булғас беҙгә лә ҙур файҙа килтерәләр. Тәбиғәткә ҙур зыян һалған бөжәктәрҙе, ҡорттарҙы юҡ итәләр. Шуның өсөн, әйҙәгеҙ, ҡоштарҙы һаҡлайыҡ һәм ҡулдан килгәнсә ярҙам итәйек.
Һүҙлек эше. (слайд)
Ә хәҙер Гөлфиә Юнысованың “Турғайҙар” тигән шиғырын уҡыр алдынан таныш булмаған һүҙҙәрҙе яҙып ҡуяйыҡ. Ем – корм, ауыр – тяжело, тары – пшено, тағараҡ – кормушка, бойҙай – пшеница.
Шиғыр өҫтөндә эш.
Китап буйынса эш.
Дәресте йомғаҡлау.
-Ҡар бөртөктәрен һанап, билдәләр ҡуябыҙ.
14. Өй эшен биреү.