Й?ш??-хе?м?т, к?р?ш, ??еш бит ул. (З.Биишеваны? С?йер кеше повесы буйынса)
"“Йәшәү – хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул.”(З.Биишеваның “Сәйер кеше” повесы буйынса)
Маҡсат- Йәшәүҙең мәғәнәһе, кешенең ерҙәге бурысы, вазифалары, яҡшылыҡ менән яманлыҡ араһында көрәш темаһын уҡыусыларға еткереү һәм “Кем ул сәйер кеше: Ғәҙелме, Ғәлиәкбәрме?”,- тигән һорауға яуап алырға тейешбеҙ? - телмәрҙәрен үҫтереү, үҙ фекереңде аныҡ итеп әйтергә, яҡлай белергә, сығыш яһарға өйрәтеү; - тыуған ереңә, халҡыңа һөйөү, ғорурлыҡ тойғолары тәрбиәләү.
“…Эй-й, китсе, китсе, яҡшынан яман тыуған тигәндәре ошо булалыр инде? Атаһы ҡалай һәйбәт, егәрле, яҡшы кеше… Ә был Ғәлиәкбәр, әй, ташҡа үлсәйем!”-ти.
“… Малайҙың хәҙерҙән үк бер-ике йөктө бер юлы күтәреп өйрәнгәне яҡшы. Тик үҙ йөгөн генә кешегә йөкмәтмәһен. Еңелгә өйрәнгән кешенән илгә лә, өйгә лә, файҙа юҡ” – тигән һүҙҙәрҙе кем әйтә һәм мәғәнәһен аңлатып китегеҙ?
Афоризмдар: Бәхет ул – һаулыҡта ла эштә. Еңелгә өйрәнгән кешенән илгә лә, өйгә лә файҙа юҡ. Эш ул тәнгә лә, йәнгә лә аҙыҡ булырға тейеш. Тамаҡ өсөн генә эшләп йәшәүҙең ҡыҙығы юҡ ул.
Уҡыусыларҙың проекты
Башҡорт теленең һүҙлегендә «сәйер » һүҙе былай тип бирелгән:Ғәҙәттәгелә булмаған, ғәҙәттәгенән айырмалы, ят; ғәжәп, ҡыҙыҡ. Сәйер исем. Сәйер кеше. Сәйер тынлыҡ. Сәйер уй. Сәйер көлөү. Сәйер күренеү.
Герой тормошо менән бәйле ваҡиғалар.Геройҙарға ҡылыҡһырлама бирә торған цитаталарХарактерына хас һыҙаттарҒәҙелшаның мәктәптә уҡыған йылдары.“Уҡытыусылар мине тырыш тип маҡтай, “яҡшы” билдәһе ҡуялар.”Тырышлыҡ, белемгә ынтылыуы, ярҙамсыл егет.Ғәлиәкбәрҙең һуғышҡа китмәүе “Һаулығы насар булғанлыҡтан, хәрби иҫәптә тормай. Тимәк, ил ҡайғыһы уны борсомай “.Илгәҙәк, ҡурҡаҡ, намыҫһыҙ, эгоист кеше.Ғәҙелдең кешеләргә ярҙам итеүе, мәктәпкә депутатлыҡ аҡсаһын биреүе.“…Мәктәп файҙаһына. Мәктәп минең ошо кескәй генә бүләгемде ҡыуанып ҡабул итте. Ошоға мин бөгөн бик шатмын.”Йомартлылыҡ, мәрхәмәтлелек, изге күңеллелек.
Ғәҙелша - тырыш, мәрхәмәтле, зиһенле, тәрбиәле һәм ихтирамлы, намыҫлы, эшсән, ярҙамсыл кеше. Тормошто ярата, эштән бәхет таба. Верховный Совет депутаты. Ғәлиәкбәр-ялҡау, намыҫһыҙ, аҡса ҡоло, көнсөл. Кеше елкәһендә йәшәп өйрәнгән, уның тормошо шомлолоҡҡа, сәйерлеккә ҡоролған.
Зәйнәб Биишева Ғәлиәкбәр образында иҫке йәмғиәттән ҡалған мещанлыҡ әхлағының хәҙерге тормош өсөн ят һәм сәйер булыуын фашлай…
Өй эшеЗ.Биишеваның “Сәйер кеше” повесына минең ҡарашым. Һүрәтләмә яҙырға.“Кем ул сәйер кеше: Ғәҙелме, Ғәлиәкбәрме?”тигән темаға инша яҙырға.