Конспект урока Алмаш,улар?ы? килеш мен?н т?рл?неше.
Дәрестең авторы – Гималетдинова Гөлназ Заһит ҡыҙы
Предмет – Башҡорт теле
Класс: 5
Тема: Алмаш. Уларҙың килеш менән үҙгәреше.
Маҡсат: 1)Алмаш темаһы буйынса белемдәрҙе тәрәнәйтеү Яңы һүҙҙәр менән таныштырып, актив һүҙлеккә индереү;2) Зат алмаштарының килеш менән үҙгәрешен өйрәнеү, бәйләнешле ҡыҫҡа текст төҙөү, уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү, 3) Дуҫлыҡ, тоғролоҡ тураһында һөйләшеү.
Йыһазландырыу: мультимедиа проекторы, экран, һүрәттәр, таблицалар.
Дәрес барышы:
ІI. Ойоштороу мәле. Сәләмләү.
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
- Һаумыһығыҙ, уҡытыусы!
1-се слайд:
(Психологик комфорт ойоштороу. Яҡшы кәйефле битлек. Уҡыусылар шиғырҙы йылмайып, күтәренке тауыш менән һөйләйҙәр)
2 – се слайд
– Яҡшы беҙҙең хәлдәребеҙ,
Бик яҡшы кәйефебеҙ.
Башҡорт телен – дәүләт телен
Өйрәнергә килгәнбеҙ.
- Тимәк, кәйефегеҙ күтәренке. Бик яҡшы! Дәресте башлайыҡ.
ІII. І Артикуляцион күнегеүҙәр.
- Ә хәҙер, уҡыусылар, экранға ҡарағыҙ. Нимә эшләргә кәрәк? (Әөҡғҫҙһүң) башҡорт теленең специфик хәрефтәре менән һүҙҙәр төҙөргә кәрәк.
3-сө слайд:
- Дәрес темаһын белер алдынан, өй эшен тикшереп үтәйек.
III. Өй эшен тикшереү. 29-сы бит уҡырға
IV. Яңы лексик тема өҫтөндә эш.
1. Маҡсатты билдәләү:
- Уҡыусылар, беҙ бөгөнгө дәрестә нимә эшләрбеҙ икән? Моғайын, ошо һүрәттәргә ҡарап, һорауға яуап табырһығыҙ тип уйлайым.
4-се слайд: Уҡырбыҙ, яҙарбыҙ, уйнарбыҙ
(Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлап ҡарау)
- Дәрестә беҙ яңы һүҙҙәр менән танышасаҡбыҙ, яҙасаҡбыҙ, уҡырға ла, уйнарға ла өлгөрәсәкбеҙ.
2. Теманы билдәләү:
5-се слайд:
Ребусты сисһәгеҙ теманы белербеҙ АЛМА +ш
- Уҡыусылар, ниндәй һүҙ килеп сыҡты инде? (Алмаш)
- Был һүҙ рус теленә нисек тәржемә ителә икән? (Местоимение)
-Дөрөҫ. Беҙҙең бөгөнгө грамматик тема “Алмаш” тип атала. Алмаш, русса әйткәндә, местоимение тип тәржемә ителә. Алмаш – ул һүҙ төркөмө.
- Экрандағы алмаштарҙы тәржемә итәйек
Я Мы
Ты Вы
он(она) они
- Алмаштар ни өсөн кәрәк?
3. Китаптың 45-се битен асығыҙ. 99-сы күнегеүҙе табығыҙ. Уҡығыҙ. Тәржемә итәбеҙ. Һеҙгә һөйләмдәр оҡшаймы? Ни эшләргә кәрәк? (әсәй һүҙен алмаш менән алыштырырға)
- 1уҡыусы алмаштырып уҡый.
- Уҡыусылар, арып киткәнһегеҙҙер. Ял итеп алайыҡ.
V. Ял итеү минуты.
7-се слайд:
Баҫтыҡ, (Уҡыусылар баҫа)
Күҙҙәрҙе йомдоҡ, (Күҙҙәрҙе йомоу)
Тынысландыҡ,
Ҡулдарҙы һуҙҙыҡ, (Ҡулдарҙы алға һуҙыу)
Аҫҡа төшөрҙөк, (Ҡулдарҙы аҫҡа төшөрөү)
Беҙҙең ҡулдар ял итә,
ял итә,ял итә, (Ҡулдарҙы һелкетеү)
Күҙҙәрҙе астыҡ, (Күҙҙәрҙе асыу)
Ултырҙыҡ. (Ултырыу)
VI. Яңы грамматик тема өҫтөндә эште дауам итеү.
-Уҡыусылар, экранда нимәләр бирелгән? (килештәр)
- Таблицаны ҡарағыҙ, тимәк зат алмаштарын килеш менән үҙгәртеп була. Китаптың 46-сы битен асығыҙ. Таблицаларҙы ҡарағыҙ.
Таблицалар баҫылған ҡағыҙ таратып бирелә.
КилештәрБерлекТөп килешЭйәлек килешТөбәү килешТөшөм килешУрын-ваҡыт килешСығанаҡ килешмин – я
минең – у меня
миңә – мне
мине – меня
миндә – у меня
минән – от меня һин – ты
һинең – у тебя
һиңә – тебе
һине – тебя
һиндә – у тебя
һинән – от тебя ул – он
уның – у него
уға – ему
уны – его
унда – у него
унан – от него
КилештәрТөп килешЭйәлек килешТөбәү килешТөшөм килешУрын-ваҡыт килешСығанаҡ килешбеҙ – мы
беҙҙең – у нас
беҙгә – к нам
беҙҙе – нас
беҙҙә – у нас
беҙҙән – от нас һеҙ – вы
һеҙҙең – у вас
һеҙгә – к вам
һеҙҙе – вас
һеҙҙә – у вас
һеҙҙән – от вас улар – они
уларҙың – у них
уларға – им
уларҙы – их
уларҙа – у них
уларҙан – от них
- Уҡыусылар, экранға ҡарағыҙ. Бында “Минең дуҫым” исемле текст бирелгән. Йәйә эсендәге алмаштарҙы башҡортсаға тәржемә итеп яҙырға кәрәк. Был күнегеүҙе дәфтәргә эшләйһегеҙ. Унан дәфтәрҙәрҙе алышып тикшерәләр.
9-сы слайд:
Минең дуҫым.
(Мой) дуҫымдың исеме Рөстәм. (Ему) ун бер йәш. (Он) бишенсе синыфта уҡый. (Он) (мне) гел ярҙам итә. (У него) Алия исемле һеңлеһе бар. (Мы) бергә уйнайбыҙ. (Я) (его) ысын дуҫым тип һанайым.
- Уҡыусылар, бында алмаштар нимә урынына киләләр? (Исем урынына, дуҫым һүҙе урынына)
- Тимәк, ниндәй һығымта яһайбыҙ инде? (Яуаптарын тыңлау)
10-сы слайд:
Минең дуҫым.
Минең дуҫымдың исеме Рөстәм. Уға ун бер йәш. Ул бишенсе синыфта уҡый. Ул миңә гел ярҙам итә. Уның Алия исемле һеңлеһе бар. Беҙ бергә уйнайбыҙ. Мин уны ысын дуҫым тип һанайым.
-Ә һеҙҙең дуҫығыҙ бармы? Уның исеме нисек?
- Дустарығыҙ күпме, әллә берәү генәме?
- 118-се күнегеүҙе телдән эшләйбеҙ.
VII. Рефлексия.
- нисек уйлайһығыҙ дәрес башында ҡуйған проблеманы хәл иттекме? Маҡсатҡа ирештекме? Алмаш нимә ул? Ул нимәне алмаштырып килә?
- Үҙеңә ниндәй баһа ҡуяр инең?
Баһалау.
- Дәрестә әүҙем ҡатнашҡанығыҙ өсөн рәхмәт!
11-се слайд:
VIII. Өй эше.
46 –сы күнегеү алмаштарҙы ятл.