Рецензия на стихи Хасана Назара


Тылсымлы һүҙ оҫтаһы
Һүҙ ҡөҙрәте, һүҙ тылсымы тип һөйләй халыҡ. Ошоно раҫлап, “Яҡшы һүҙ – йән аҙығы, яман һүҙ – баш ҡаҙығы” тигән мәҡәл дә киң таралған. Бер һүҙ менән кешенең күңелен дә иретергә, йөрәген дә әрнетергә мөмкин. Татыулаштырырға ла, дошманлаштырырға ла бер һүҙ етә. Хатта илдәр менән илдәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе лә ошо һүҙ ҡөҙрәте билдәләй. Борон-борондан ошондай хәҡиҡәт тормош ысынбарлығы менән раҫланған. Ил батырҙары яуға әйҙәп, оран һалған, сәсәндәр изгелекте яуызлыҡтан, батырлыҡты ҡурҡаҡлыҡтан, ысынды ялғандан айырырға өйрәтеп, халыҡтың күҙен асҡан, донъяға ҡарашын формалаштырыуға булышлыҡ иткән. Һүҙ ҡөҙрәте менән халыҡтарҙың ижади гәүһәрҙәре бар булып, әҙәбиәт тип исемләнгән һүҙ сәнғәте барлыҡҡа килгән. Йылдар, быуаттар дауамында һүҙ ҡөҙрәте янына һүҙ оҫтаһы тигән атама ла өҫтәлеп, бөгөн телебеҙҙә ныҡлы ҡулланылышҡа ингән. Ҡасандыр һүҙ оҫталары булып сәсәндәр, йырауҙар кәүҙәләнһә, бөгөн шағирҙар, яҙыусылар шулай нарыҡлана. Ана шул һүҙ оҫталарының маҡтаулы ла, яуаплы ла, ауыр ҙа эшмәкәрлеге менән быуаттар дауамында ил, халыҡ яҙмышы яҙылып, быуындан быуынға тапшырыла килә. Шуға күрә һүҙ оҫталары булған әҙиптәрҙе йыш ҡына заман менән бергә атлай, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәрҙер. Һәр замандың үҙ йөҙө, үҙ проблемалары, үҙ ҡиммәттәре. Ана шуларҙы әҙип үҙ күңеле аша үткәрә, анализлай, баһаһын белдерә. Быны уларҙан башҡа һис кем бар булмышы менән булдыра алмай. Бары тик әҙип күңеле башҡаларға ҡарағанда һиҙгерерәк, уй-хыялдары байыраҡ, ҡараштары киңерәк. Ана шуға күрә ул һүҙ ҡөҙрәтен эшкә ҡуша ла, бар оҫталығын биреп, әле ерҙәге сихри матурлыҡты данлап, донъяның мәңгелегенә һоҡлана, әле кешелеккә янаған хәүеф-хәтәрҙәрҙе тойомлап, уяулыҡҡа саҡыра, әле тирә-яҡтағы ғәҙелһеҙлек, тигеҙһеҙлек, ғәмһеҙлек күренештәрен күреп, үҙәккәйе өҙөлә. Шулай ҡоролған әҙип яҙмышы. Бүтәнсә булдыра алмай. Аҡты аҡ, ҡараны ҡара тимәйенсә, һылап-һыпырып ҡына ҡуйһа, ни фәтүә ундайҙан. Дөрөҫлөктө ярып әйткәнгә лә Аҡмулла бит ул, халҡым тип янып-көйгәнгә генә Ғафури бит ул, милләттәр дуҫлығын, халыҡтар берҙәмлеген данлағанға ла Мостай бит ул, тел ҡәҙерен, ил ҡәҙерен ҙурлағанға ла Рәми бит ул.
Шөкөр, әҙәбиәтебеҙ донъяһы шундай мәшһүр һүҙ оҫталарына һәр заманда ла ифрат бай. Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенең йөҙөн Рауил Бикбай, Ирек Кинйәбулатов, Ҡәҙим Аралбай, Әсхәл Әхмәт- Хужа, Рәшит Шәкүр, Мәүлит Ямалетдин кеүек аҡһаҡалдарыбыҙ билдәләй, үҙ иңенә төшкән шағирлыҡ бурысын да намыҫ менән үтәй, йәш быуын ижадсыларына өлгө-кәңәшсе булып та изге ғәмәл атҡара. Бөгөнгө һүҙебеҙ шундай олуғ шәхестәрҙең береһе әҙәбиәт донъяһында киң билдәле, барлыҡ көсөн һәләтен, оҫталығын башҡорт шиғриәте үҫешенә бағышлаған оло әҙип, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт, Зәйнәп Биишева һәм Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, күптән инде мир тарафынан халыҡ шағиры тип имзаланған Хәсән ағай Назар хаҡында булыр.
Үткән быуаттың 70-се йылдарында шиғриәт донъяһына тәүләп аяҡ баҫа ла бөгөнгө көнгәсә уға тоғро хеҙмәт итә Хәсән Назар. Ошо йылдар эсендә “Бөркөттәр төйәге”, “Шоңҡар сөйәм”, “Заман заңы”, “Асманға ашыу”, “Ғүмер һәм дәүер” исемле шиғри йыйынтыҡтары донъя күрҙе. Әленән-әле республикабыҙ гәзит-журналдарында шиғри шәлкемдәре баҫылып тора, радио-телевидение эфирында яңғырай. Әҙәбиәткә, ижади оҫталыҡҡа ҡағылышлы күренештәргә ҡарата төплө дәлилләнгән, тос фекерле мәҡәләләр менән дә йыш сығыш яһай әҙип. Әлбиттә, ҡалын-ҡалын томдар биләмәй уның ижад байлығын. Әммә эштең асылын бары тик күләм генә билдәләй тигән һүҙ түгел бит әле. Халҡыбыҙҙа “Алтын ҙур булмай” тигән әйтемде лә хәтерҙән сығармау урынлы булыр. Үҙе киң булып та һыуы һай булған йылғаның ни кәрәге, үҙе эре булып та эсе ҡыуыш бәрәңгенең ни хәжәте. Һөйөнөскә күрә, Хәсән Назарҙың ижад емештәре бындай сағыштырыуҙарҙан алыҫ тора. Хоҙай биргән һәләт менән талапсанлыҡ тигән сифат бергә үрелеп барғанға әҙиптең һәр бер әҫәре – юғары кимәлдәге сәнғәт өлгөһө. Шағир донъяға үҙенсә баға, һәр ваҡиғаға үҙенсә баһа бирә, һәр бер күренешкә үҙенсә генә әйтер һүҙе бар. Фекер байлығы үлсәмдәргә һыйғыһыҙ, тәрән аҡылы һоҡланып туйғыһыҙ, эшсәнлеге баһалап бөткөһөҙ Хәсән Назарҙың. Шулай тим дә уйға ҡалам. Ҡайҙан килә бындай сифаттар тигән урынлы һорау тыуа күңелдә. Шунда уҡ аңым төҙәтмә индерергә ашыға: шағирҙың биографияһын беләһең дә инде, бөтә ғилләһе шунда ла баһа. Рәхмәт, аңым, төшөндөм: әҙипте тормош һынауҙары сыныҡтырған, ауырлыҡтар алдында бирешмәҫкә, ҡаршылыҡтар алдында баҙап ҡалмаҫҡа, һис ҡасан башын эймәҫкә өйрәткән. Горький, Туҡай, Ғафури кеүек мәшһүр шәхестәр әгәр балда-майҙа ғына йөҙһә, бөйөклөккә дәғүә итә алырҙар инеме икән?! Шуның шикелле, Хәсән Назарҙың да балалыҡ һәм үҫмерлек йылдары һуғыштан һуңғы осорға эләгеп, донъя йөгөнә бик иртә егелергә тура килмәһә, тәрән фәлсәфәүи шиғырҙар ижад итеүгә ерлек булыр инеме? Тормош ыҙалары буласаҡ шағирҙы донъяның ҡәҙерен белергә лә өйрәткәндер, үҙең эшләп тапҡан һәр нәмә ҡәҙерле була тигән хәҡиҡәтте лә ҡанына һеңдергәндер. Ҡолас киреп, салғы менән ҡалын үлән сапҡанда үҙ юлыңды үҙең һайлап, үҙ йүнеңде үҙең яйларға, тигән уйҙар күңеленә килгәндер. Тыуған яғының тәбиғәтенә һоҡланып, хыялдарға сумғанда илгә, халыҡҡа һөйөү хистәре лә күңелендә бөрөләнгәндер. Шуға күрә бөгөн Хәсән Назарҙы берсә лирик хисле шағир тип тә, тыуған ере, халҡы, теле тип янып көйөүсе патриот булараҡ та беләбеҙ. Тормош ғәҙелһеҙлектәренә ҡаршы киҫкен алышҡа сыҡҡан көрәшсе булып та кәүҙәләнә, тел, милләт яҙмышы өсөн ихлас борсолған рух һаҡсыһы булып та күҙ алдына баҫа шағир. Ул барҙа ялағайҙарға, ике йөҙлөләргә, буш боғаҙҙарға аяу юҡ, үҙен бөйөк ижадсы итеп күрергә аҙапланған талымһыҙ бәндәләргә урын юҡ. Ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ принцибын да үҙ итмәгән, һәр осраҡта үҙ көсөнә, белеменә, һәләтенә таянған, үҙ фекерен сатнатып әйтеүҙе ғәҙәт иткән Хәсән Назарҙың тормошта ла, әҙәби мөхиттә лә тәғәйен үҙ урыны бар. Кәмһенерлек тә, оялырлыҡ та түгел, ә, киреһенсә, күптәр һоҡланырлыҡ, бәғзеләр көнләшерлек, берәүҙәр өлгө алырлыҡ юғарылыҡты биләй ул.
Х. Назар йәмғиәттәге хәл-ваҡиғаларға ҡул һелтәп, үҙ-үҙенә бикләнеп йәшәүсе битарафтар затынан түгел. Халҡы менән бергә ҡайнап, эстән урғып-урғылып йәшәүҙә күрә шағир үҙ асылын. Ижады менән халҡына әйтер һүҙҙәрен, күңел хистәрен еткерә ала икән, тормошта дөрөҫлөктө, хаҡлыҡты даулап саң ҡаға, шуның менән йәмәғәтселектең ихтирамын яулай ала икән, шағир өсөн шунан да ҡиммәт нәмә юҡ. Х. Назар шиғриәтенең көсө шуның менән билдәләнә.
Хәсән ағайҙың ижадын даими күҙәтеп барам. Замандашымдың, ихлас кәңәшсемдең, яҡын теләктәшемдең заман ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, донъя ваҡлыҡтарынан һығылып төшмәйенсә, көнсөлдәрҙең ҡара эсенә төкөрөп тә бирмәйенсә, йәштәрсә дәрт менән янып йәшәүенә, рух күтәренкелегенә ҡыуанам, һоҡланам. Ер ҡуйынынан урғылған шишмәләрҙең ғәйрәтен һис нәмә туҡтата алмаған һымаҡ, Х. Назар шиғриәтенең ташҡынына ла ҡаршы торорҙай һис ниндәй кәртә юҡ. Бары тик таланттар өлөшөнә генә төшә бындай ҡөҙрәт. Х. Назарҙың шундай һирәк таланттарҙың береһе булыуын тормошобоҙ йылдар дауамында раҫлап тора.
Аҡһаҡалдарға хас аҡылы, сәсәндәргә хас теле менән төрлө быуын кешеләренә фәһем, аҡыл һәм тәрбиә биреүгә фиҙакәр хеҙмәт итә, замандаштарының рухи байлығын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә Хәсән Назар бөгөн дә. Шағирҙың ижад шишмәләре һис кенә лә һайыҡмай, киреһенсә, йылдан-йыл ҡеүәтлерәк урғыла бара. Һүҙебеҙҙе раҫлап, һуңғы осорҙа ижад ителгән әҫәрҙәренә бер аҙ байҡау яһап алайыҡ.
2014 йылда шағирҙың “Был мөхиттә” поэмаһы донъя күреп, әҙәбиәт белгестәре тарафынан да, ябай уҡыусылар ҡарашынан да әҫәр хаҡында байтаҡ ыңғай фекерҙәр әйтелде. Поэма – бөгөнгө заманыбыҙ һулышын уңышлы яҡтыртҡан, художество эшләнеше яғынан юғары кимәлдәге әҫәр. Унда автор тарафынан һәр кем үҙе йәшәгән мөхиттә тәрбиәләнә, унан ситләшә алмай, әммә ниндәйҙер дәрәжәлә уға йоғонто яһай ала, сөнки кеше әйткән һүҙе, ҡылған эше, холоҡ-фиғеле менән мөхиттә билдәле бер көскә эйә, тигән фекер үткәрелә. Ошо поэмаһы менән Хәсән Назар ҙа үҙ мөхитенең үҫеш процесына тос өлөш индерҙе, рух илсеһе булыуын тағы бер тапҡыр раҫланы.
Йылдар үткән һайын кеше артҡа, үткәндәргә бағыусан. Кеше ғүмеренең иң матур, сағыу хәтирәләре ана шул үткәндәрҙә – бала саҡтарҙа – һаҡлана. Онотолмаҫ миҙгелдәр кино таҫмалары һымаҡ ап-асыҡ булып күҙ алдына килә. Х. Назар ҙа барлыҡ тормош ығы-зығыларынан арынып, борсоған проблемаларҙы бер аҙға ситкә ҡуйып, хыял ҡанаттарында алыҫтағы бала саҡтарына йыш ҡына ҡайтып урай. Бына әле лә ошо хаҡта ул “Иҫкә төшә” шиғырында бәйән итә. Ауыр саҡтар: һуғыш сарфыуҙары, ҡайҙа баҡма - етемлек, етешһеҙлек. Ә барыбер һағындыра. Шулай булмайса: ғүмерҙең айырылғыһыҙ бер өлөшө бит ул бала саҡ. Яҙмыш Х. Назарҙар быуынын иркәләмәй, шуға күрә килер быуындарға михнәттәр күрергә яҙмаһын, бынан ары донъяға килгәндәрҙең бала сағы тыныс, етеш булһын, бер кем дә етемлек ғазаптарын татымаһын, тип теләй шағир күңеле. Уйҙарың изге, аҡһаҡал, әйткәндәрең Хоҙайҙың әмин тигән сағына тап килһен.
Ғүмер, йәшәү мәғәнәһе хаҡында ла уйлана шағир. Кешегә бер генә тапҡыр бирелә торған ғүмерҙе нисек үткәрергә? Заманында яҙыусы Н. Островский “ҡылған эштәрең өсөн үкенмәҫлек итеп йәшәргә кәрәк”, тип билдәләгәйне ғүмер асылын. М. Кәрим бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ янып-ярһып йәшәүҙә күргәйне йәшәү мәғәнәһен. Ә бына Х. Назар “Ғүмер асылы” тигән шиғырында әлеге мәсьәләгә ошондай ҡарашта:
Ябай кешегә ни кәрәк?
Бар ни, юҡ ни уға тәхет.
Көнөңдән кинәнес алһаң,
Үҙең булып ҡалһаң – бәхет.
Шуныһы ҡыуаныслы: шағир шәхсән үҙе ошо асылына һәр саҡ тоғро ҡала. Бер кемгә лә ялағайланмай, ярамһаҡланмай, әйтә икән, сатнатып, тураһын ярып һала. Кешелеклелек, кеселеклелек, изгелек кеүек сифаттар ҙа шағир ғүмеренең асылын билдәләй.
Шағирға донъяның, кешелектең мәңгелеге проблемаһы ла тынғы бирмәй. “Иманға саҡырыу” шиғырында һүҙ нәҡ шул юҫыҡта бара.
Ә кешелек – аһ, аңдый вәхшилек!-
Булырмы һуң Ергә ғүмерҙәш, тим.
Ожмахы ла, тамуғы ла, сәсрәп,
Булмаҫмы бер килеп ҡәберҙәш, тим, -
тип хәүефләнә шағир. Нимә эшләргә, тигән урынлы һорау тыуа. Һәр кем үҙенсә яуаплар, үҙенсә һығымта яһар. Ә бына шағирҙың үҙ яуабы бына нисек яңғырай:
Ҡотҡарыр, тим, бары иман ғына,
Тик ул өҫтөн барлыҡ тәғлимәттән.
Үрләй ул өмөттән һәм өммәттән,
Өҫтөн түгел бары тәбиғәттән.
Һәр кемебеҙ тирә-яғыбыҙға бағып, ҡыйралыш-ғәрәсәттәрҙән, һуғыш-афәттәрҙән, боҙоҡлоҡ-әҙәпһеҙлектәрҙән ғибрәт алып, тәүбәләргә килеп, ғүмер иткәндә кешелек донъяһының мәңгелегенә ышаныс артыр ғына, тигән фекерҙә шағир. Иҫтән сығармаһа ине ошоно әҙәм балалары.
Уйланһаң, уйҙарың уйылып китерлек. “Көрсөктә” тигән шиғырға иғтибар итеп алайыҡ әле. Үҙебеҙ шаһитбыҙ: нисә йылдар инде көрсөктән сыға алмай Рәсәй илебеҙ. Шул арҡала эшһеҙлек ирмен тигән ир-егеттәрҙе меҫкенгә әйләндерә, ғаилә ҡорор мәлдәрендә байғош итеп йөрөтә. Ҡасандыр гөрләп торған баҫыуҙарҙа сүп-сар үҫеп ҡотора. Ғүмер буйы илем тип янған, халҡым тип өҙгөләнгән патриот рухлы шағир күңеле бындай күренештәр менән һис кенә лә ризалашмай. Кем ғәйепле был мәхшәргә, шундай баш-баштаҡлыҡҡа? Көрсөктөң берәй аҙағы булырмы? Яуап юҡ. Хатта был осраҡта әҙип үҙе лә аптырап ҡалғандай. Әммә көрсөктәргә һис кенә лә бирешмәгән бер нәмә бар. Ул – шиғриәт. Уның ҡөҙрәте сикһеҙ. Бер ниндәй ҡоралға ла, һуғыш-ғәрәсәттәргә лә буйһонмай, һис ниндәй хакимдар ҙа уны ауыҙлыҡлай, сикләй алмай. Шағир ҙа шул шиғриәт ҡөҙрәте менән көслө. Рухыбыҙ ҡыңғырауы тип атай шиғриәтте әҙип. Үҙе ул ғүмере буйы шиғриәткә тоғро ҡалып, халҡының рухын күтәреү хаҡына арымай-талмай ижад итә. Рухы һүнмәһә, халыҡ та бер ниндәй көрсөктәргә бирешмәҫ, тигән өмөттәр балҡый шағир күңелендә.
Шағир ижадында шағирлыҡ бурысы хаҡында уйланыуҙар йыш күҙәтелә. Халҡы менән бергә ҡайнап йәшәү, ниндәй генә заман үҙ һынауҙарын ҡуймаһын, уларҙы бергә күтәреү – бына нимәлә күрә әҙип үҙ бурысын. Ә иң мөһиме: кеше йәшәүҙән төңөлмәһен, иртәгәһе көнгә яҡты өмөттәр менән ҡараһын. “Халҡыма” тигән шиғырҙың төп фекере ана шуға ҡайтып ҡала:
Заман әммә төрләндерә заңын,
Көн үҙгәрмәҫ тимә иртәгә.
Ә затыма тик исемен түгел,
Асылын бит һаҡлау – мәртәбә.
Х. Назар үҙе ябай хеҙмәтсән халыҡ вәкиле булараҡ, һәр саҡ илде бәрәкәтле иткән хеҙмәт кешеһенең изге эшен данлай. Кеше ниндәй генә дәрәжәле исемдәргә эйә булмаһын, ниндәй генә юғары вазифалар биләмәһен, ул барыбер ауыл кешеһенең тынғыһыҙ хеҙмәтенә бурыслы икәнен оноторға тейеш түгел. “Донъя көтөү” шиғырында әҙип ана шул хәҡиҡәтте бәғзе берәүҙәр онотоп ебәрмәһен, тигән ниәттән ҡабатлап иҫкәртеүҙе кәрәк тип һанай. “Икмәк – бар нәмәгә баш”, - тип һөйләнелһә лә иген игеп, мал үрсетеп, донъяны туйҙырыусы ауыл эшсәне түбәнерәк баһаланып, “йондоҙҙарҙы” данлау, шау-шыуҙар менән мауығыу күберәк күҙәтелә. “Икмәктән оло булма!”, - тип әйтә икән шағир, был тикмәгә түгел. Йән асыуынан, күңел әрнеүенән, ер кешеһенең баһаланып бөтмәгән изге хеҙмәтен ҡурсалауҙан, ауылдар яҙмышының киләсәген хәстәрләүҙән урғыла шағир һүҙҙәре.
Теләгем – именлек һиңә,
Көткәнең килһен, кешем.
Бәрәкәтен тота көндөң
Изге ғәмәлең, эшең, -
тип теләй шағир ихлас күңелдән илде туйындырыусы хеҙмәт кешеһенә.
Тыуған ил, Ватан кеүек һәр кемебеҙ өсөн яҡын, ҡәҙерле, изге төшөнсәләр ҙә Х. Назар ижадында йыш осрай. Был тәбиғи ҙә, сөнки һәр кемебеҙ илебеҙ булғанға барбыҙ, һәр кемебеҙ яҙмышы Ватаны менән бәйле. Шуға күрә лә ил яҙмышы ул халыҡ яҙмышы, ил хәстәре – халыҡ хәстәре. “Рәсәй” шиғырында ла ошондай фекер үткәрелә. Һуңғы ваҡыттарҙа Рәсәйебеҙгә ябырылып торған ҡыҫымдарға, янауҙарға, шул йәһәттән уны буйһондорорға, теҙ сүктерергә ынтылыусыларға шағир нәфрәт уттарын сәсә. Ғәҙәттәгесә, бында ла шағир оптимистик рухтан тайпылмай:
Юҡ, ҡымшанмаҫ Рәсәй ҡаялары,
Өркөтөрмө ҡоҙғон ыласынды?
Рәсәй бит ул! Беҙгә ҡаныҡҡандың
Бөттө өнө, юҡҡа ул ҡырсынды, -
тип ышаныс менән баға илебеҙ киләсәгенә.
Рәсәйҙең көсө ул шунда йәшәгән күп милләтле халыҡтарҙың берҙәмлегендә, татыулығында. Ғүмер буйы шулай булған, шуға күрә ниндәй генә һынауҙар килеп тыумаһын, уларҙы еңеп сыҡҡан. Шағирҙың ана шул халыҡтарҙы берләштереп тороусы Рәсәй илен ҡалҡан менән сағыштырыуы ла юҡҡа түгел:
Башҡортостан – изге ватаныбыҙ,
Һынмаҫ ҡалҡаныбыҙ әммә - Рәсәй.
Х. Назар һәр саҡ халҡы менән ғорурлана, уға хас сифаттарҙы юғары күтәрә. Ошо асылына тоғро ҡалып, һуңғы осорҙа “Ябайлыҡ” тигән шиғыр ижад итте. Шиғырҙа кәүҙәләнгән ҡурай ҡарап тороуға ябай ғына музыка ҡоралы, әммә күпме моң ағыла унан. Ана шул ябай ғына ҡоралдың тик башҡорт халҡына ғына хас булыуына шағир сикһеҙ ғорурлыҡ тойғолары кисерә. Ҡурай ябайлығын башҡорт халҡының ябайлығы менән тиңләүе лә ана шунан килә. Бик урынлы сағыштырыу:
Ябайлыҡта бөйөклөк, ти затым,
Ҡурай ябайлығы халҡыма хас.
Шағир уйҙары сикһеҙ, осона сығырлыҡ түгел. Әле быныһы, әле тегеһе борсой. Йәшәйешебеҙҙең хәтһеҙ мәсьәләләре тынғы бирмәй. Шағир күңеле һиҙгер. Яҡшыһын да эләктереп ала, яманына ла үҙ ҡарашын белдерә. Әйткәнебеҙсә, шағирҙың үҙ асылы – һәр нәмәгә үҙ ҡарашы, үҙ баһаһы. Кемделер ҡабатламай ҙа, кемгәлер фекерен көсләп тағырға ла ынтылмай. Әммә әҙиптең һәр әйткәне теп-теүәл сәпкә барып ҡаҙала, теләйһеңме-юҡмы, уйланырға мәжбүр итә. “Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла” тигән һымаҡ, шағирҙың һәр шиғыры аҡыл бирә. Аңлаған кеше унан һабағын да, ғибрәтен дә ала. Нәҡ шул яғы менән ҡиммәтле лә Х. Назар шиғриәте. Ошо тәңгәлдә “Интернет” шиғыры ҡыҙыҡлы. Килешергә лә мөмкин әҙип менән, бәхәсләшергә лә урын бар. Ни тиһәң дә, бөгөнгө заманыбыҙҙы Интернетһыҙ күҙ алдына баҫтырыуы ла ҡыйын. Уның мөмкинселектәрен баһаламау мөмкин түгел. Яңылыҡтарын да, кәрәкле мәғлүмәттәрен дә һә тигәнсе табаһың. Үҙ-ара бәйләнештәр, элемтә өсөн дә бик ҡулайлы. Әммә Х. Назар был заман ҡорамалдарын өнәп бөтмәгән һымаҡ. Өлкән быуын вәкиле булараҡ, ул йәнле, күҙмә -күҙ аралашыуҙы яҡын күрә. Киләсәктә кешеләр робот хәленә ҡалмағайы, тип тә хәүефләнә, замандың ғилләһелер, тип аптырашта ла ҡала. Шағирҙың хафаһы урынлы ла. Әммә нисек кенә булмаһын, заман техник ҡаҙаныштарын инҡар итеп, тормоштан артта ҡалырға ярамай. Тик сама тигән нәмә бар. Интернет селтәрендә лә уны онотмау хәйерле. Шул саҡта заман элемтә сараһы файҙаға хеҙмәт итер.
Һәр заманда ла кешелекте һис бөтмәгән, бер ниндәй дауаларға ла баш бирмәгән эскелек тигән яман сир оҙата килә. Ниндәй генә закондарға, тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, “йәшел йылан” ағыуын сәскәндән-сәсә генә. Шул арҡала күпме ғаиләләр тарҡалып, балалар етем ҡала, күпме кеше ғүмерҙәре ҡыйыла, енәйәттәр ҡылына. Ирҙәр генә етмәгән, ҡатын-ҡыҙҙар улар менән ярышып һемерә, йәш-елкенсәк шуның менән ағыулана. Х. Назар барлыҡ бәләләрҙең башы эскелектән булыуын бик дөрөҫ әйтә, халҡын ошо сирҙән ҡотҡарырға теләп оран һала (“Бәлә” шиғыры). “Аһ, кемдәрҙер шарап ҡынамы ни, / Аҡылдарын, гүйә, эсәләр”, - тип әсенә шағир күңеле. Кеше булдырмаған һис нәмә юҡ, шулай булғас, эскелекте лә ташлап булмаймы ни? Була, тик ихтыяр көсө генә кәрәк. Шағир ҙа яман ғәҙәтте ташларға бер ҡасан да һуң түгел, тигән хәҡиҡәттән сығып замандаштарына шулай өндәшә:
Һин имәнгә ҡара – һәр япрағы
Өҙөлмәҫтән уны матурлай.
Милләт олононда бер япраҡһыҙ,
Ниңә иртә ҡыурап ятырға?!
Йәшерен-батырын түгел, йәмғиәтебеҙҙә тәрбиәһеҙлек, хаяһыҙлыҡ та баштан ашҡан. Кемделер ерле юҡтан рәнйетеү ҙә, башҡаның хоҡуғын һанламау ҙа ғәҙәти күренеш. Мәҙәнилек кимәле түбән булыуҙан да киләлер был. Х. Назар ана шундай мәҙәнилеге түбән булғандарҙы мужик тип дөйөмләштерә. Ниндәй генә заман булып, ниндәй генә ҡоролоштар алмашынмаһын, улар һаман булмышын дауам итә. Ярай әле ябайҙар кимәлендә генә ҡалһа. Власҡа үрмәләһә, ил башына ҡунаҡлаһа? Тарихыбыҙ бындай осраҡтарҙы хәтерләй бит. Хәйер, үҙебеҙ ҙә заманында шул “мужиктың” кәмиттәренә шаһит булдыҡ та (“Мужик” шиғыры). Шағир бына ошондай кинәйә алымдары менән дә бик оҫта эш итә. Ошо рәүешле, әҫәргә ҡыҙыҡһыныу ҙа бермә-бер арта.
Хәсән Назар – дүрт юллыҡтар оҫтаһы. Бындай шиғырҙарҙың үҙенсәлеге шунда: уларға тапҡырлыҡ, теүәллек, тос фекерләү хас. Донъя күргән, аҡыл һәм тәжрибә туплаған әҙип заман күренештәренә үҙ баһаһын бирә. Бына дәрәжә тураһында нимә ти: эш башлыҡ булыуҙа түгел, ә башлы булыуҙа. Ҡайһылай, кире ҡаҡҡыһыҙ, бик тапҡыр әйтелгән. Тимәк, башлыҡтарға, иң мөһиме, аҡыллы булыу шарт. Ә бына яҡлап та, аҡлап та булмай торғаны нимә тиһәк, күптәр оҙаҡ ҡына баш ватыр. Баҡ тиһәң, уныһы намыҫ була икән дә.
Туған телен һанға һуҡмаусыларға ла сыбыртҡы осо тейеп ҡала:
Ят телдә һөйләшкән – таныш,
Үҙеңсә һөйләшкән – туған.
Икеһен дә ботарлаусы –
Әйтеп булмай: кемдән тыуған?
Иғтибар итәйек: туған теленә битарафтарҙы шағир “ботарлаусы” тип атай. Һүҙҙең мәғәнә нескәлегенән сығып эш иткәндә, әҙиптең позицияһын аңламау мөмкин түгел. Был да һүҙ менән оҫта эш итеүҙең асыҡ бер күренеше.
Шағирҙың үткер теле мәҙәнилекте лә урап үтмәй. Ошоға арналған дүрт юллыҡты уҡып ҡарайыҡ:
Мәҙәнилек беҙҙә ни кимәлдә?
Сағыла ул хатта юҡ-барҙа.
Күптәр – ҡарап туймаҫ йорттарҙа, тик
Сыҡһа тышҡа, урам сүп-сарҙа.
Бында ла ысынбарлыҡ менән бергә кинәйә ярылып ята. Матур-матур йорттар тирәһен сүп-сарға күмеүҙе генә күҙ уңында тотамы һуң әҙип? Әлбиттә, юҡ. Халыҡса әйткәндә, тыштан ялтырап, эстән ҡалтырап торған әҙәмдәр күҙ уңында тотола. Йәғни, ялағайҙар, ярамһаҡтар, ҡомһоҙҙар, ике йөҙлөләр – Х. Назарҙың ғүмере буйы йәне һөймәгән әҙәм заттары. Ундайҙарға тоҙло-боросло өлөш йыш ҡына эләгә.
Бына шулай үҙенең матур юбилейын шағир Хәсән Назар ең һыҙғанып ижад процесында ҡаршылай. Һомғол кәүҙәһенә ятып ҡына торған костюмын кейеп, әҙәби кисәләргә лә юллана, мәктәп уҡыусылары менән осрашыу мәлдәрен дә ихлас ҡабул итә. Ҡайҙа ғына булмаһын, егеттәрсә тура баҫып, һалмаҡ аҙымдар менән сәхнәгә сығыусы ир-уҙаманды күреү менән залда йәнлелек көсәйеп киткәндәй. Бөркөттөкөләй үткер ҡараштары менән тамашасыны бер килке байҡап алғас, үҙенә генә хас моңло тауышы менән әҫәрләнеп шиғырҙар уҡырға тотона. Ҡағыҙға ҡарап түгел, яттан ағыла, күңелдән урғыла шиғыр юлдары. Тын да алмай тыңлай тамашасы шағирҙың ялҡынлы һүҙҙәрен. Һөйләүҙән туҡтай шағир, ә зал гөрләтеп ҡул саба. Шулай белдерә шиғыр һөйөүселәр шағирға үҙҙәренең рәхмәт һәм һөйөү һүҙҙәрен. Үҙ ғүмерендә ошондай онотолмаҫ миҙгелдәрҙе Хәсән ағай иҫләп тә, иҫәпләп тә бөтә алмайҙыр. Әммә ул шуны яҡшы белә: ҡайҙа ғына булмаһын, халыҡ менән шундай йылы осрашыуҙарҙан, күҙгә-күҙ ҡарап һөйләшеүҙәрҙән шағир яңы көс, илһам алып, дәртләнеп, ҡанатланып ҡайта, яңынан-яңы шиғыр юлдары күңелдә бөрөләнә лә аҡ ҡағыҙ биттәренә күсә. Шағир яҙа, сөнки белә: яҙғаны халҡына кәрәк, халҡы унан рухтарын күтәрерҙәй тылсымлы һүҙҙәр көтә. Шағир яҙа, сөнки ул халҡының улы, халҡының бер вәкиле. Ә инде халҡыңа хеҙмәт итеү – уның изге бурысы. Киләсәктә лә үҙ халҡыңдың хөрмәтле улы булып, оҙаҡ йылдар илһамланып ижад итергә яҙһын.

Рим Исхаҡов.