Читательская конференция по произведению Н. Мусина Атайымды? ос ??н?ге


-Хәйерле көн, китап һөйөүселәр!
Элек-электән зиһенде асҡан, аҡылды үҫтергән рухи байлыҡ сығанағы китап булған. Ошо сығанаҡтан, белеем шишмәһенән һәр кем белеем һыуын йотлоғоп эсә, донъяны танып белә, хаҡ юлға күнә. Ул тылсымлы көс һымаҡ кешене рухландыра, ҡанатландыра, телде байыта. Китап–иң ҙур ҡиммәт. Унһыҙ беҙ булмышыбыҙҙы күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ.
Бөгөнгө сарабыҙ беҙҙең өсөн ҙур байрам. Китап уҡыусылар конференцияһы Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың ижадына, әҙиптең “Атайымдың ос һәнәге” исемле хикәйәһен өйрәнеүгә бағышлана (слайд 1 – 3).
“Ә һуң мине, минең замандаштарымды, тағы йөҙ йыл үткәс, нисегерәк итеп иҫкә алырҙар икән? – тип уйлай Кеше. – Киләсәк быуындар яҡшы һүҙ менән хәтергә төшөрөрлөк, һоҡланып һөйләрлек эш күрһәтә алырмынмы үҙ ғүмеремдә? Ерҙә һинән бер яҡты эҙ ҙә ҡалмаһа, был донъяла йәшәүҙең ни ҡыҙығы?”
Мин сараға эпигрофты Ноғман Мусиндың “Мәңгелек урман” исемле романынан өҙөк алдым.
Һеҙҙе бөгөн уйланырға, фекер алышырға саҡырам.
Ә уның алдынан, авторҙың биографияһына туҡталып китәйек. Яна, һүҙ һиңә бирелә.
- Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Башҡортостандың Ишембай районының Ҡолғона ауылында тыуа. 1944 йылда ауылдағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Унынсы класты Маҡар ауылы мәктәбендә уҡып бөткәс, шул уҡ мәктәптә эшкә ҡалдырыла. Ике йыл эшләгәндән һуң, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә. (слайд 4)
Ноғман ағайҙың тәүге ижади аҙымдары ла институтта башлана. Уны тамамлағас, Маҡарҙа мәғариф бүлегендә эшләй. 1951 йылда хәрби хеҙмәткә алына. (слайд 5)
“Минең дуҫ” тигән тәүге хикәйәһе 1954 йылда “Әҙәби Башҡортостан” журналында баҫылып сыға. Ул Башҡорт дәүләт университетының киске бүлеген тамамлай, артабан “Ағиҙел” журналында бүлек мөдире, Башҡортостан телевидениеһында, унан Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә редактор булып эшләй (слайд5)
Әҙип һуңғы йылдарҙа яҙған романдары һәм ҡыҙыҡлы повестары менән башҡорт прозаһының талантлы яҙыусыһы булып танылды. Уның әҫәрҙәренең геройҙары - беҙҙең замандаштар (слайд 5).
Ноғман Мусин – хәҙерге башҡорт әҙәбиәтенең иң күренекле прозаигы. Башҡортостандың атҡаҙанған культура работнигы.
Уға әҙәбиәт өлкәһендәге оло хеҙмәте өсөн 1991 йылда республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы тапшырылды, ә 2001 йылда Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы тигән исем бирелә. Ноғман Мусин 1963 йылдан - Яҙыусылар союзы ағзаһы (слайд 6).
- Яна, ҙур рәхмәт.
- Күреүебеҙсә, Ноғман Сөләймән улы Башҡортостандың күркәм тәбиғәтле Ишембай районында тыуған. Уның һәр бер әҫәрендә тәбиғәт матурлығы, байлығы, уны һаҡлау кәрәклеге, тәбиғәт яҙмышы кеше яҙмышы менән бәйләнеп һүрәтләнә. “Атайымдың ос һәнәге” әҫәрендә лә ошо хәҡиҡәттәр асыла , үҫеп килгән быуында әҙәплелек, эшкә һөйөү тәрбиәләү күҙ уңында тотола.
Һеҙ барығыҙ ҙа хикәйәне уҡынығыҙ.Ҡыҫҡаса йөкмәткеһе менән, танышып китәйек әле. Йәгеҙ кем һөйләй?
Ваҡиға ауылда, Бөйөк Ватан һуғышынан һуң бара. Төп герой Кинйәбай- беҙҙең тиҫтер. Уның атаһы һуғыштан ҡаты яраланып ҡайта. Бесән осоро. Яраларынан һыҙланһа ла, Сәлмән ағай бесәнгә йөрөй. Үҙенең эшен тамамлап ҡайтып барғанда, Ғөбәйҙә әбейҙең яңғыҙы кәбән ҡойғанын күреп ярҙамға туҡтай. “Былай үтеп китеү ирлек булмаҫ”, тип йәһәт кенә эшкә тотона. Көсәнеп эшләүҙән, ос һәнәге менән бесән күтәреп ырғытҡанда, күкрәк яраһы асылып вафат була.
Кинйәбайҙың атаһынан ҡалған ҡомартҡы – ос һәнәге – бөтәһе өсөн дә ҡәҙерле. Әсәһе атаһы һуғышта саҡта был һәнәкте Йәноҙаҡ бабайға ғына ышанып биреп тора ла, бесән бөткәс тә уны ҡәҙерләп, йәптәрен бәйләп, һыу теймәҫлек урында - өй башында һаҡлай.
Кем дауам итә ?
Һуғыш туҡтағандың икенсе йәйендә ялан яҡтан бесән әҙерләргә эшселәр килә. Улар ауылда кәбән ҡойоу өсөн ос һәнәге эҙләйҙәр. Ошо йомош менән Кинйәбайҙарға киләләр. Һәнәк өсөн ярты бот он тәҡдим итәләр. Заманына күрә был бик юғары хаҡ була. Әсәһе икеләнә: аслыҡ, он да кәрәк, һәнәк тә йәлкә. Быны күреп, малайҙың ҡото оса. Егет кеше атаһының ҡомартҡыһын биргеһе килмәй. Йәноҙаҡ бабайҙың кәңәше менән Кинйәбай уларға күбә тарттырырға яллана. Ә һәнәкте биреп кенә торорға һөйләшәләр. Бер нисә көн эшләгәс, малай ике ир кешенең һөйләшкәнен ишетеп тетрәнә. Уларҙың ос һәнәген һынды тип һылталап, урлап алып ҡайтырға уйлайҙар. Кешеләрҙең йоҡлап киткәнен генә көтөп, Кинйәбай төндә ос һәнәген алып, ауылына ҡасып ҡайтып китә. Икенсе көндө уны эҙләп, Нажар ҡарт килә. Малай уға бөтәһен дә һөйләп бирә. Бабай иптәштәренә асыулана, ә Кинйәбайҙың батырлығына хайран ҡала. Эш хаҡыңды иптәшең артынан ебәртермен, ти.
Тағын кем дауам итә?
Был ваҡиғанан һуң бер нисә йыл үтә. Кинйәбайға ул ваҡытта 14 йәш була, беренсе кәбәнен ҡоя. Әсәһе ҡыуанып, уны егет тип маҡтай. Кәбән ҡойолоп бөтөүгә, улар янына учетчик Шәһит килә. Уларҙы, артелгә бесән әҙерләмәй, үҙҙәре өсөн эшләүҙә ғәйепләй. Бесәнде тартып алам, тип янай. Кинйәбай менән Шәһит һуғышыр хәлгә етәләр.
Китапханасы:
- ...., туҡтап тор әле, әҫәрҙең ошо урыны бигерәк тетрәндергес, тип уйлайым мин. Шул эпизодты әйҙәле, Лена, беҙгә уҡып ишеттер:
- Әле һин шулаймы! – тип Шәһит һәнәккә килеп йәбеште. Китте тартыш. Көслөрәк ине Шаһит, мине дөрөп алып бара. Әсәйем менән Хәшейә әллә нимәһенә аңшайып тик тора. Улар ярҙам итһә, бирешмәҫ инем. Бына һуҡыр Шәһит ос һәнәген ҡулымдан тартып алды, яңынан барып йәбешкәйнем, мине йыҡҡансы этеп ебәрҙе лә һәнәкте юғары күтәрҙе. Һындыра һуғырға уйлай түгелме һуң ос һәнәген? Атайымдан ҡомартҡы булып ҡалған, бөгөн генә тәү башлап кәбән ҡойған һәнәктә ни үсе бар икән?..
Оҙаҡ икеләнеп, ниндәйҙер аҡыл уйлап торорға ваҡыт юҡ ине. Шәһит һәнәк менән ҡайын олонона киҙәнгән ыңғайы шунда ырғылдым. Әсәйемдең асырғанып ҡысҡырғаны, Шәһиттең салшайған йөҙө генә күҙгә салынып ҡалды. Артабан бер ни ҙә хәтерләмәйем.
... Шәһиттең кәбәнгә бирка тағыу ҡайғыһы ла киткән, атын менгән дә сапҡан.
Шәһит ҡайын олонона ҡуша һындыра һуғырға киҙәнгән һәнәк миңә эләккән. Беләк һынған, ә ос һәнәге имен ҡалған. Ҡулым үҙәккә үтеп һыҙлаһа ла, шуға күрә тешемде ҡыҫып түҙәм. Тән яраһы уңалыр әле. Ә атайҙан ҡалған ҡомартҡыны юғалтһаң, уны ҡабаттан табып буламы ни?
Ә һеҙ, уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ? Автор был юлдар менән нимә әйтергә теләй? (слайд 7)
Балаларҙың яуабы:
Эйе, мин автор менән тулыһынса килешәм. Сөнки ғаиләләге быуындан – быуынға тапшырыла килгән әйберҙәр бик ҡәҙерле була.
Эйе, Кинйәбай бик дөрөҫ эшләгән. Ҡулы уның йүнәләсәк бит инде. Ә һынған һәнәкте ялғап кәбән һалып булмай, эшкә яраҡһыҙ була.
Ә мин Кинйәбай үҙен һаҡларға тейеш тип уйлайым. Ул әсәһенең берҙән – бер терәге, ә ғәрип булып ҡалһа? Һәнәкте яңынан эшләп була.
Юҡ, һинең уйың менән мин риза түгел. Яңынан эшләнгән һәнәк атай ҡомартҡыһы була алмай ҙа инде. Һәнәк бит үлгән атаһының ҡәҙерле иҫтәлеге.
Ки тапханасы:
Эйе, балалар, һәр берегеҙҙең һүҙендә дөрөҫлөк бар. Ноғман Мусин да “Тән яраһы уңалыр әле. Ә атайҙан ҡалған ҡомартҡыны юғалтһаң, уны ҡабаттан табып буламы ни?” тип яҙа бит.
2-се һорау: Ә һеҙ, балалар, бесәнгә йөрөгәнегеҙ бармы? Кәбән ҡойғанда ҡатнашҡанығыҙ булдымы? Хикәйәлә ос һәнәге турында һүҙ бара. Нимә һуң ул? Кем аңлатыр? (слайд 8 – 13)
Балаларҙың яуабы:
Китапханасы:
Тимәк, ос һәнәге өсөн яраҡлы ағасты табыуы ҡыйын. Ул оҙон һаплы, өс йә дүрт йәпле һәнәк. Шундай ағасты табып алып ҡайтҡас, уны йышып, шымартып, йәптәрен һелкәүесләндереп бөгөп эшләйҙәр. Ундай һәнәктән бесән ҡойолоп төшөп тормай. Тиккә генә бит ир маҡтаныр, ҡорал эшләр, тимәйҙәр.
3-сө һорау: Һеҙҙеңсә, Кинйәбай ниндәй холоҡло малай? Йәгеҙ, үҙегеҙҙең фекерҙәрегеҙҙе әйтегеҙ әле (слайд 14).
Уҡыусыларҙың яуабы:
Батыр, изге күңелле, эшсән, ныҡышмалы ( Иҫбатлағыҙ: уның батырлығы нимәлә сағыла...)
4-се һорау: Йөкмәткеһендә, Кинйәбайҙың атаһы үлде, тип әйттек. Уның үлемендә кем ғәйепле? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ? (слайд 15)
Уҡыусыларҙың яуабы:
Китапханасы: Балалар, ысынында бит һуғыш ғәйепле. Әгәр һуғыш булмаһа, Сәлмән ағай ҙа яраланмаҫ ине. Һау - сәләмәт кешегә кәбән ҡойоу йомошмо ни ул. Бәлки ҡайһы берҙәрегеҙ Ғөбәйҙә әбейҙе лә ғәйепләйҙер. Әйтергә генә ҡыймай ултыраһығыҙҙыр. Автор бының менән ярҙамһыҙ ҡалған кешеләргә ярҙамсыл булығыҙ, тип әйтергә теләй түгелме ни? Һеҙ минең менән килешәһегеҙме?
5-се һорау: Һеҙ Кинйәбайҙы батыр, егәрле, эшһөйәр тинегеҙ. Уның шундай булыуына кемдәр йоғонто яһаған?
(слайд 16)
Уҡыусыларҙың яуабы:
6-сы һорау:Ә һеҙ кемдән өлгө алыр инегеҙ? (слайд 16)
Уҡыусыларҙың яуабы.
Китапханасы:
Эйе, Кинйәбайҙың холҡо формалашыуҙа әсәһенең дә ,
атаһының да, Йәноҙаҡ бабайҙың да, ауылдаштарының да йоғонтоһо булғандыр. Бәлки Шәһиттең дә йоғонтоһо барҙыр. Автор Шәһиттең насар холоҡо менән, һеҙ ундай булмағыҙ, тип киҫәтеүелер.
Ғөмүмән, Ноғман Мусиндың “Атайымдың ос һәнәге” хикәйәһендә беҙгә яҡын булған ауыл тормошо менән осрашабыҙ. Автор ябай ғына эш ҡоралы, ос һәнәгенең бер ғаилә өсөн ниндәй оло ҡомартҡы булыуын аңланыҡ. Сөнки ул атай иҫтәләге, атай абруйы. Беҙ һеҙҙең менән Кинйәбай кеүек бәләкәйҙән эшһөйәр, намыҫсан булһаҡ ине. Илебеҙҙең ялҡынлы патриоттары булып үҫерһегеҙ, тип ышанам.
Ә хәҙер иғтибарығыҙҙы “Ноғман Мусин ҡомартҡыһы” исемле китап күргәҙмәһенә йүнәлтеүегеҙҙе һорар инем. Ноғман ағайҙың бик күп хикәйәләре, повестары, романдары бар. Мәҫәлән, “Мәңгелек урман” дилогияһында Башҡортостан тәбиғәтенә һоҡланыу, маҡтау йыры уны һаҡлауға өндәй.
“Йыртҡыс тиреһе” китабына бер нисә повесы һәм “Һуңғы солоҡ” романы ингән. Автор был әҫәрҙәрендә бөгөнгө ҡатмарлы тормошто, төрлө-төрлө яҙмыштарҙы тасуирлай, киләсәгебеҙ тураһында уйланыу, мөхәббәт, әхлаҡ темаларын күтәрә.
“Шунда ята батыр һөйәге...” исемле романында башҡорт халҡының ҡанлы-данлы тарихын Алдар батыр яҙмышы аша тасуирлай.
Бөгөнгө китап уҡыусылар конференцияһы шуның менән тамам. Һеҙҙең киләсәктә лә шундай актив булыуығыҙҙы теләйем. Изге, яҡшы күңелле кешеләрҙән генә үрнәк алығыҙ. Китап диңгеҙенән иң фәһемле әҫәрҙәрҙе генә һайлап ала белегеҙ.
Барығыҙға ла рәхмәт. Сығырға мөмкин.